Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатир һатып... мал ишәйткәндәр
Фатир һатып... мал ишәйткәндәр Был йортҡа һоҡланмаған кеше һирәктер.
Ул әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ҡапҡаһы нисек, хужаһы ла шундай тигән ҡараш бар халыҡта. Май сүлмәге тышынан билдәле, тип тә әйтәләр. Яңылышмағанбыҙ, өйгә беркетелгән “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу булмаған хәлдә лә, ҡаршы алған хужаларҙың алсаҡ йөҙө үҙе үк бында ихлас, уңған кешеләр йәшәгәнлеген күрһәтә.


– Атай, беҙ ферма яғына барып киләбеҙ, – тине лә VIII класта уҡыған Ленара кейеменә үрелде.
Ҡыҙыҡай менән ҡустыһы Ринатты саҡ объектив алдына ултыртып, ата-әсәһе менән “кәртишкә”гә тө­шө­рә алдыҡ. Фотоаппарат пәрҙәһе асылып-ябылып ҡына өлгөрҙө – балалар кемуҙарҙан яңы ғына тыу­ған быҙауҡайҙы ҡарарға йүгерҙе.
– Үҙ эшебеҙҙе асырға булғас, төрлөсә уйландыҡ инде. Бар аҡсаны йыйып, һатаһы әйберҙе һатып, ике инә, бер ата сусҡа алдыҡ, – ти Нәжибә Мансур ҡы­ҙы. – Нисек тә башлап китергә кәрәк бит. Бер заман сусҡа балалары 60-тан ашты...
Фатир һатып... мал ишәйткәндәрАна шул “ҡаты морондар”ҙы һатып, Хафизовтар тәүҙә өс һыйыр ала. Аҙаҡ иһә 12-гә еткерә. Фермер хужалығына етәкселек иткән Ленат Рифат улы әйтеүенсә, Үрге Ҡыйғыла фатирҙары булған икән. Шуны һатып, ит тоҡомло “герефорд” үгеҙе, тағы 10 башмаҡ алғандар. Әле ғаилә фермаһында 43 баш һауын һыйыры, ике тоҡомло үгеҙ, 33 баш тана бар. Йыл һайын йөҙләгән ҡаҙ, тауыҡ аҫрайҙар.
Хафизовтарҙың район үҙәгендәге фатирын һатыуҙары тураһында яҙмай булдыра алманым. Ни өсөнмө? Булмаһа, үҙебеҙҙе улар урынына ҡуяйыҡ әле. Ҡасандыр ойошмала эшләп алған, бөгөн рәхәтләнеп йәшәрлек, ябай йомошоңа тиклем эстә генә булған, йылы һыулы, ванналы торлаҡты һатып, ауылға ҡайтып китер инекме лә, шул аҡсаны малға һалырға барыбыҙ ҙа йөрьәт итер инекме икән? Иң тәүҙә, моғайын: “Ҡуй, ул малды күпме ҡарарға, ашатырға кәрәк”, тигән уй баштан үтер ине лә “ә ауырып китһәләр”, тигән шик-шөбһә йүгерер ине күңелгә. Уларҙың шул эске тойғоно еңергә, заман менән бергә атлау түгел, алдан барырға көстәре еткән! Бер-береңә булған хөрмәт, бер һүҙле булыу ошо ҡарарға килтерә. Шунан һуң, ҡатындың алдан фекерләй белеүе, эйе, һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтәм, нәҡ ҡатындың, иренә ҡанат ҡуя, тәүәккәл аҙымға этәрә.
– Дәүләттән генә ярҙам көтөп ятмайбыҙ, үҙебеҙ эшләйбеҙ, — ти Нәжибә. — Әле ферма бинаһы төҙөнөк, һауын аппараттары алдыҡ. Бар килемде хужалыҡты нығытыуға, эште көйләүгә тотонабыҙ...
Мал аҙығына килгәндә, Ленат үҙе “Беларус”ына ултырып, бесәнен саба, йыя. Башҡа үҙ шөғөлөн асҡандар менән берләшеп эшләйҙәр. Хафизовтар үҙҙәре ҡуртымға 110 гектар алһалар, 130 гектары — пай ерҙәре. Был яҡта ямғыр йыш яуа. Ваҡытында саптырып, йыйып ҡына өлгөр — бик шәп үҫә, тик мәлен ысҡындырма. Ә Ленат менән Нәжибә “теҙген”де ныҡ тотҡан. Баҙар ҙа бит шундайҙарға буйһона.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ Район: Мәсәк ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә