Уйламағанда класташты осраттым. Күптән күрешмәгәнбеҙ. Хәл-әхүәл һораштыҡ. Ғаилә хәлдәренән эшкә күстек. Дүрт бала әсәһе икән, ире матур ғына эшләп йөрөй. Үҙенә ҡағылғас, оялып, башын ситкә борҙо ла: “Хужабикә мин, — тине. Бер аҙ торғас, былай тип өҫтәне, — Тунеядец”... Ҡуй әле, тим, сәүит заманындағыса һөйләп тораһың, беҙ үҫкәндә генә шундай ҡараш бар ине. Миҫалға үҙемдең ҡатынды килтерҙем. Хәйер, уның да класташ һымаҡ фекерләүен өндәшмәнем. Белмәйем, хужабикә, әсә булыу менән ғорурланырға кәрәклеген аңлағандырмы-юҡмы, юлдар тағы айырылышты.
Был хәл, бәлки, онотолған да булыр ине. Әгәр ҙә икенсе бер класташ менән күрешмәһәк. Уның ҡайғыһы осраштырҙы беҙҙе — әсәһе мәрхүмә булғайны. Сит өлкәнең ҙур ғына ҡалаһында йәшәй икән. Үҙенең эшен асҡанға ла байтаҡ ваҡыт. Әйтеүенсә, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Офисы бар, ҡул аҫтында хеҙмәткәрҙәре күп. Шуға ла әсәһен ерләү менән кире китеп тә барҙы. Атаһы, туғандары эргәһендә бер көн дә торманы. Ире лә бизнес өлкәһендә, ти. Бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Тәүге класташты осратҡанда ул икенсеһен өлгө итеп ҡуйғайны. “Ана, исмаһам, фәлән-фәлән бизнес менән шөғөлләнә, һәр йылды сит илгә сәйәхәткә баралар, ял итәләр... Ә бит мин дә насар уҡыманым. Юғары белемлемен...” Һәр кем яҙмышын үҙе һайлай. Ләкин мин күберәк хужабикәләр тураһында уйланам. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙан: “Эш юҡ бит, өйҙә ятам инде шунда”, — тип зарланыуын ишетәһең. Был һүҙҙәрҙе бигерәк тә ауылда йәшәгәндәр әйтә. Улар төрлө өлкәлә рәсми эшләп йөрөгән әхирәттәренән өйҙә тороуынан ояла, ошо турала һүҙ сыҡһа, әңгәмәне ситкә бора. Ғәмәлдә хужабикәләр эшләмәйме? Хужабикә булыуҙан оялырға кәрәкме? Һүҙем ошо хаҡта.Түләһәк, күпме эш хаҡы алыр ине?
Хужабикә — үҙен өйөнә, балаларына, иренә бағышлаған ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың һәр береһе был изге ғәмәлде төрлөсә аңлата. Берәүҙәр эш юҡлыҡҡа зарлана, икенселәр, киреһенсә, аңлы рәүештә ошоно һайлауын раҫлай. Ә бит, уйлап ҡараһаң, күп хужабикәләр эшләп йөрөгән ирҙәренә ҡарағанда ғаиләһенә күберәк килем килтерә. Тик уларҙың хеҙмәте ҡулаҡса менән баһаланмай ғына.
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тигән әйтем бар. Етмәһә, бик күренеп тә бармай. Беҙҙең, ирҙәрҙең, кәртәгә сөй ҡаҡһаҡ та эшебеҙ күренә. Булмаһа, хужабикәнең “көнө буйы биҙрә күсереп йөрөүен” аҡсаға һалып ҡарайыҡ. Таң һарыһынан тороп, һыйыр һауыу, көтөүгә ҡыуыу 100 һум булһын, ти. Кеше яллаһаң, уны икеләтә ҡайырып аласаҡ. Иртәнге алты-һигеҙ литр һөттөң хаҡы (литры 30 һумдан булғанда ла) — 180-240, ете йөҙ грамм ҡаймаҡ 150-170 һум тора. Төш етеүгә аш әҙерләү кәмендә — 150 һум, һауыт-һаба йыуыу — 50 һум. Ә бит иртәнге аш менән төшкөһө араһында ҡош-ҡорт ҡарау, эт-бесәйҙе ашатыу, быҙау эсереү, өй йыйыштырыу, башҡа ваҡ-төйәк эштәр ҙә бар. Белмәйем, быларҙы аҡсаға һалһаң, күпме булыр? Баш етмәй. Баш ҡына түгел, уртаса эш хаҡы алған иренең ҡатыны башҡарған йомош өсөн сит кешегә түләргә аҡсаһы ла етмәҫ ине.
Төштән һуң тағы баҡса, ҡош-ҡорт, балаларҙың өҫ-башын ҡарау, аш әҙерләү... Барыһын яҙып тормайым. Тик хужабикәнең мәшәҡәттәре төнгө сәғәт 12-нән һуң һөт айыртыу йәки иренең, балаларының өҫ-башын хәстәрләү менән тамамланыуын ғына әйтке килә.
Был юлдарҙы уҡығас, төрлө өлкәлә эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ: “Бәй, беҙ ҙә ошо уҡ мәшәҡәттәргә сумғанбыҙ инде”, — тиер. Эйе, дөрөҫ, шуға ла гүзәл заттарыбыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тип әйтәм. Тик был юлдарҙы хужабикә лә эшһеҙ түгел, ғаиләһенә килем килтерә тигән күҙлектән сығып яҙам.
“Үҙем һайланым”
Шулай тине бер ҡатын “Һин хәҙер салоныңды ҙурайтҡанһыңдыр инде?” — тигән һорауға. Уның элек бөҙрәхана асып, уңышлы ғына эшләп киткәнен белә инем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәҙер бөҙрәханаһын һатып, хужабикә булып китеүе аптыратты. Ғәжәпләнеүемде күреп, ул ошоларҙы һөйләне: “Беренсе баламдың үҫкәнен күрмәнем. Бизнес тигән булып, таңдан сығып китәм. Иртән уны уятып, ҡабаландырып, балалар баҡсаһына тапшырам. Кисен ирем алып ҡайта. Ярай әле ул ашарға бешерә, бала ҡараулы, өйҙө лә йыйыштыра. Ышанаһыңмы, бер заман баланың миңә ҡарағанда атаһын, беҙгә йыш инеп йөрөгән күрше апай менән ағайҙы нығыраҡ яҡын күреүен, үҙемдән тамам ситләшеүен тойҙом. Минең өсөн тағы шул ҡурҡыныс булды — яратҡан ирем һыуына башланы. Баҡһаң, мин аҡсаны күберәк эшләйем, тимәк, ғаиләне лә мин ҡарайым тип йөрөп, ошоно ҡаныма һеңдереп, ғаиләне ҡоршап торған нескә генә ҡылды өҙә яҙғанмын. Ошонан һуң, нисек кенә йәл булмаһын, бизнесты ташланым. Хәҙер өсөнсө балаға уҙҙым. Әсә, ҡатын булыу бәхетен тойҙом. Ирем дә күберәк эшләргә, ғаиләне ҡарарға тырыша. Бына шулай, уға һис аптырарға ярамай”.
Белгестәр фекере
Психологтар билдәләүенсә, хужабикә булыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Белеүебеҙсә, һәр кеше холҡо, тәбиғәте-булмышы менән үҙенсәлекле. Берәүҙәр әүҙем тормошто ярата, икенселәре — ултыраҡты. Шуға ла хужабикәләрҙең күбеһе һуңғы төркөмгә инә. Әйткәндәй, әүҙем тормошто үҙ иткәндәр ҙә байтаҡ. Улар төрлө түңәрәктәргә йөрөй, үҙ-ара аралашып, ҡул эштәренә өйрәнә. Был хужабикәләргә ҡайҙалыр рәсми эшкә йөрөгәндәргә ҡарағанда еңелерәккә төшә, сөнки ваҡытты үҙҙәре билдәләй, ғаиләһенән башҡа бер кемгә бәйле түгелдәр.
Хужабикә булыуҙың кире яғына килгәндә, психологтар әйтеүенсә, кешенең әүҙем тормош алып барыу (ҡайҙалыр эшләп йөрөү, төрлө ҡатлам кешеләре менән осрашыу, аралашыу һ.б.) теләгенә бәйле. Ундайҙар “өйгә эт кеүек бәйләнеп” тип уйлаусан. Кире яҡтан бер нисәүһен күрһәтәйек:
- Хужабикә булыуҙың социаль әһәмиәте юҡ. Кеше (йәмәғәт) алдында мин — ялҡау, бер ҡайҙа ла эшләмәйем.
- Эшемде баһаламайҙар, йәғни йыйыштырыусы һымаҡ өйҙә ятам. Үҫешә алмайым. Эйе, көн һайын ниҙер бәйләргә, яңы ризыҡ бешерергә өйрәнеп була. Тик бынан кемгә файҙа?
- Көндәлек бер төрлө тормош ялҡытты. Күңелһеҙ.
- Эшләһәм, аҡсаһы булыр ине. Кеше һымаҡ эшләп, ял көндәрен көтөүе үҙе ни тора!
Бына быларҙың барыһы ла — хужабикәләрҙең үҙҙәренә һеңдерелгән йәки һеңдерергә тырышҡан күңел торошо. Ә хәҙер улар үҙҙәре билдәләгән ыңғай яҡтарға туҡталып үтәйек:
- Балаларымдың эргәһендәмен. Бәләкәсемә тейешле йәшенә тиклем күкрәк һөтө имеҙә алам, бер ҡайҙа ла ҡабаланырға түгел. Ҙурҙарын балалар баҡсаһына йөрөтмәнем, үҙемдең эргәлә үҫтеләр. Мәктәпкә йылы аш ашатып ебәрәм. Ҡаршы алам. Иремде тейешенсә ҡарайым.
- Эшләп йөрөгәндә (хужалыҡта, ойошмала) әхирәттәрем генә түгел, хатта туғандар менән дә күрешергә ваҡыт юҡ ине. Хәҙер ҡасан теләйем, шунда сығып китәм. Элек, ҡасан эш урынымды ҡыҫҡартырҙар, “шеф” нимә тип әйтер, тип үҙемде бөтөрә торғайным. Хәҙер бындай ҡурҡыу (стресс) бөттө. Һаулығымды теләгәнсә хәстәрләйем. Ҡул эштәренә ваҡытым ҡала: бәйләйем, сигәм. Аш-һыуҙы ҡабаланмай ғына бешерәм. Көн дә төрләндерәм. Ирем дә, балалар ҙа ҡәнәғәт.Хужабикә булыуҙың ыңғай яғына килгәндә, “ҡул эштәренә ваҡытым ҡала” тигәненә иғтибар итәйек. Ысынлап та, улар үҙҙәре ваҡытын билдәләй ала. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китмәйем. Ауылдашым Ғәззәбаныу инәйгә (күптән мәрхүмә инде) генә туҡталғы килә. Совет осоронда “тунеядство” тигән бик хәтәр төшөнсә бар ине. Ул хатта енәйәткә тиңләштерелде. Кеше мотлаҡ ниндәйҙер ойошмала эшләргә тейеш, йәнәһе. Ғәззәбаныу инәй ауырый ине. Был түрәләргә оҡшаманы, ошо ҡараш күндәм халыҡҡа күсте. Ләкин уны “нетрудовой доход ала” тип йә башҡа сәбәп табып, силсәүиткә йыш саҡырттылар. Сөнки ул мамыҡ кәзәһе аҫраны, көнө-төнө шәл бәйләне. Сире буйынса бирелгән аҡсаһы дарыуға ла етмәгәндер бисараның. Ләкин ул шәл бәйләп яңғыҙы өс балаһын үҫтерҙе, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының хужабикә булыуҙа ни ҡыҫылышы бар, тиер берәү. Бар. Сөнки ул теләгән ваҡытында бәйләменә тотона ала ине. Ул заманда көнө буйы колхоз эшендә йөрөп, аҙ ғына аҡса алған ҡатындарҙың да байтағын шәл йәшәтте. Тик улар колхоз эшенән, шул уҡ йорт мәшәҡәттәренән һуң төндәр буйы бәйләне. Шуға ла күбеһенең һаулығы бөттө, күҙҙәре күрмәй башланы. Дауаханаға йөрөй алманылар тиерлек – колхозға бәйле инеләр. Эйе, өйҙәренә, ғаиләләренә түгел, тәү сиратта – колхозға!
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке килә: хужабикә булыу – изге эш, шул уҡ ваҡытта ғорурланырлыҡ һөнәр ҙә. Килер бер көн, беҙҙең ҡатындар ҡайҙа барһа ла тултырыла торған ҡағыҙҙарҙағы “эш урыны” тигән һорау тапҡырына “хужабикә” тип ғорурланып яҙып ҡуйыр.