Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йыһат. Яңылышыуы йәһәт
Кемгә нисектер, теге йәки был илдә террор акты булғанын ишетһәм, уңайһыҙлыҡ кисерәм: телевизорҙан һөйләүҙәренә ҡарағанда, был енәйәтте мосолман кешеһе ҡылған бит... Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмере ҡыйылған икән, уларҙың ниндәй диндә булыуы мөһим дә түгел. Әллә был аяуһыҙ күренеш мосолман һәм христиан диндәрен үҙ-ара талаштырыу, шуның аша сәйәси файҙа алыу маҡсатынан сығып эшләнәме?
Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы үҙенең сираттағы семинарын бөтөн донъяны борсоған проблемаға – йыһат күренешенә арнаны. Осрашыуға билдәле немец яҙыусыһы Мартин Шойбле саҡырылғайны. Һүҙ, нигеҙҙә, уның “Йыһат: берәү ҙә террорсы булып тыумай” тигән китабы тураһында барҙы. Был документаль тикшеренеүендә ул йәштәрҙе экстремистик ойошмаларға йәлеп итеү, экстремистик идеология булдырыу буйынса аҫтыртын эште тәғәйен миҫалдар ярҙамында фашларға тырышҡан.


Йыһат. Бер һүҙгә мең аңлатма

Ундай кешеләрҙе был енәйәтсел юлдан нисек йолоп алып ҡалырға, аҫтыртын эш алып барған һәр төрлө секталарҙы нисек бөтөрөргә, нисек итеп йәш быуынды кешелекте яратыу (гуманизм) ҡалыптарында тәрбиә­ләргә? Ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡан һәм барыһы ла оҡшатҡан ысулды кешелек уйлап таба алмай әлегә. Беҙ хатта “йыһат” һүҙенең аныҡ ҡына мәғәнәһен дә аңлатырлыҡ хәлдә түгел. Уны төрлө сығанаҡтар төрлөсә атап, берсә бик изге, берсә үтә яман мәғәнә һалырға тырыша. Ғәрәп телендә “йыһат” һүҙе “көсәнеү, көс һалыу, изге ынтылыш” тигәнде аңлата. Ләкин Көнбайыш матбуғаты уны аңыбыҙға фәҡәт “изге һуғыш” төшөнсәһе итеп һеңдерергә, йәғни ислам донъяһының Көнбайышҡа ҡаршы алып барған һуғышы итеп күрһәтергә маташа. Шуға күрә йыһат тураһында һөйләгәндәрендә беҙ мотлаҡ “радикаль исламсылар” тураһында уйлайбыҙ, уларҙың ҡылығына аптырап һәм ытырғанып ҡарайбыҙ. Ысынында иһә дини һуғышты башҡа конфессия вәкилдәре лә алып бара.
Сергей ЛАВРЕНТЬЕВ, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, тарих фәндәре кандидаты:
– Ҡайҙағылыр террор актында йәштәрҙе үҙенә йә­леп иткән экстремистик ойошма ғәйепле булыуы тураһындағы мәғ­лү­мәтте әленән-әле ишетеп торабыҙ. Уның тамырҙары ҡайҙа, сәйәси һәм социаль сәбәптәре нимәлә – хәҙерге фән шул хаҡта мәғлү­мәт тупларға тейеш. Тер­рорсылыҡ – ул интернациональ күренеш, шуға күрә аңын-тоңон белмәйенсә, уны мосолман диненә алып барып бәйләүгә юл ҡуймаҫҡа бурыслыбыҙ.
Артур хәҙрәт:
– “Шәһит” һүҙе борон заманда үҙ илен, халҡын һәм динен яҡлап һуғышта һәләк булған кешегә ҡарата ҡулланылған. Хәҙер, Көнбайыш матбуғатының сенсация артынан ҡыуыуы арҡаһында, был төшөнсә менән террорсыларҙы атарға булып киттеләр. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйған заттарҙы “шәһит” тип атау дөрөҫ түгел.
Ике ҡитға, ике малай – бер яҙмыш
Күпселек уҡыусылар (шул иҫәптән әлеге семинарҙа ҡатнашыусылар ҙа) Мартиндың ошо китабы менән таныш түгел, шуға күрә уның эстәлеген һөйләп китеү кәрәктер. Төп геройҙар – Даниэль менән Сәйет исемле ике малай. Уларҙың береһе немец ҡалаһында хәлле ғаиләлә тыуып үҫкән, гимназияла уҡыған, баскетбол уйнарға йөрөгән, икенсеһе Палестинала һигеҙ балалы ғаиләлә бер бүлмәлә йәшәгән, мәктәпте иртә ташлап, эшкә урынлашырға мәжбүр булған, буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиергә мөмкин. Ләкин уларҙы бер үк нәмә берләштерә: икеһе лә йыһатҡа ышанған һәм, ошо юлда террор акты яһап, үҙен ҡорбан иткән.
Китап ошо ике үҫмерҙе белгән кешеләр менән әңгәмә рәүешендә яҙылған. Ике илдә (дөрөҫөрәге – ике цивилизацияла) үҫкән малайҙар нисек икеһе лә шәһит булып киткән? Улар тәрбиәләнгән мөхит, ысынлап та, бер-береһенән ер менән күк кеүек айырыла. Палестинала Сәйет тураһында, мәҫәлән, авторға бик күптәр һәм бик теләп һөйләй, сөнки бында уны һәр кем изге юлда ҡорбан булыусы тип һанай. Ә Германия өсөн Даниэль – енәйәтсе. Был террорсы хаҡындағы һорауҙарға хатта уның ғаиләһе лә теләр-теләмәҫ кенә яуап бирә.
– Мин яҙған китаптың маҡсаты – беҙгә серле йомғаҡ булып күренгән йыһат күренешенең эсенә инеп ҡарарға мөмкинлек биреү, шунда ғына был афәтте барлыҡҡа килтергән сәбәптәрҙе юҡҡа сығарыу форсаты тыуасаҡ, – ти Мартин Шойбле.
Отец Сергий:
– Төрмә ундай енәйәтсел юлға баҫҡан, енәйәтсел идеологияға та­бын­ған кешене төҙәтмәй, киреһенсә, боҙа ғына, һәм был турала бө­гөн­гө һөйләшеүҙә лә телгә алынды. Йыш ҡына шулай була: террор ҡылған өсөн төрмәгә ултырған кешенең ундағы сиркәүгә йөрөү сәбәбе – хөкөм ваҡытын ҡыҫҡартырға ынтылыу. Алдараҡ сығарһалар ҙа, ул барыбер шул уҡ емергес эшмәкәрлегенә ҡабат тотона.
Мартин Шойбле:
– Төрмә кешене уйланырға мәжбүр итә, уның аңы үҙгәрә һәм енә­йәтсе, күп осраҡта үҙе лә һиҙмәҫтән, икенсе социаль ҡатламға күсә.



ӘЙТКӘНДӘЙ...
Европа ғалимдары яҙыуынса, йәмәғәтселек дини экстремизм күренеше менән йышыраҡ осраша башланы. Донъяла йы­лы­на 320-нән алып 660-ҡа хәтлем террор акты яһала икән, шуның дүрттән өс өлөшө ислам террорсыларына тура килә. Индонезияла 2002 һәм 2004 йыл­дарҙа йөҙҙәрсә кешенең ғүмерен ҡыйған ике шартлауҙан һуң был ил етәкселеге мосолман донъяһында беренсе булып ошо тер­рор­сылар­ҙың тәғлимәтен “исламды ялған аңлатыуға ҡоролған” тип баһалап, йы­һат күренешен дөрөҫ төшөндөрөү буйынса эш алып барырға саҡырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә