Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эльбрус дөйәне күтәрҙе
Эльбрус дөйәне күтәрҙе Силәбе ҡалаһында йәшәгән билдәле башҡорт спортсыһы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы донъя рекордын ҡуйҙы — милләттәшебеҙ 700 килограмм ауырлығындағы дөйәне күтәрҙе.

Был осраҡлы хәл түгел: үркәсле хайуан — Силәбенең символы. Вася ҡушаматлы дөйәне Эльбрус Ниғмәтуллин 44 секунд күтәреп торған. Әммә башҡорт батыры бының менән генә сикләнмәгән — дөйә баҫып торған платформаға автомобиль тәгәрмәсен һәм штанганың бер дискын өҫтәргә ҡушҡан. Һәм йәнә шулай 23 секунд!
— Һыуыҡ алдырып, өс көн ауырып ятҡанымды иҫәпкә алмағанда, барыһы ла яҡшы. Әлбиттә, арыттырҙы. Иң мөһиме шул: барыһы ла мин уйлағанса килеп сыҡты. Ошоғаса берәү ҙә дөйә күтәргәне юҡ ине. Өҫтәүенә, был хайуандың ҡалабыҙҙың символы булыуы икеләтә ҡәнәғәтлек өҫтәй, — тине бәһлеүән.
Васяның үҙенә килгәндә иһә был көндә унан да тынысыраҡ хайуан булмағандыр — ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡуҡырайып төшкән фотоһүрәттәре Интернетты яулап өлгөргән дә инде.
— Дөйәбеҙ, күҙ теймәһен, бик тыныс. Ул бөгөнгөләй ҙур сараларҙы сабыр ғына үткәрә белә, көсөргәнеш кисермәй. Былтыр, мәҫәлән, Вася Олимпия утын йөрөттө, — ти ғорурлыҡ менән “Буян” ат-спорт клубы директоры Татьяна Семенова.
Әйткәндәй, Вася ла буш ҡалмаған — Силәбе бәһлеүәне уға бер тоҡ кишер бүләк иткән.
— Бындай трюкты Рәсәйҙә берәү ҙә эшләгәне юҡ әле, — ти Эльбрус. — Хатта тағы ла ҙурыраҡ рекордҡа ынтылырға мөмкин, ләкин бөтәһе лә бер юлы түгел. Башҡа спортсыларға ла “ҡаҙаныш яланын” ҡалдырырға кәрәк. Шуныһы: машинаны күтәреү ул тиклем ҡыҙыҡ түгел. Мин үҙенсәлекле сығышты һайлайым.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Эльбрус Ниғмәтуллин илдең иң көслө кешеһе тип 2006 йылда Мәскәү йылғаһы ярында 186 тонналыҡ теплоходты һөйрәп таныла. Милләттәшебеҙ 2005 йылда стронгмен буйынса донъяның вице-чемпионы, бер нисә тапҡыр “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулын, пауэрлифтинг, армрестлинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, йәнә дүрт спорт төрө буйынса донъя чемпионы исемен яулай.
Былтыр бәһлеүән Силәбе ҡалаһының М. Горький исемендәге паркында 34 тонна ауырлығындағы “күҙәтеү тәгәрмәсен” әйләндереп, рекорд ҡуйғайны. Эльбрус Ниғмәтуллин үҙен актер булараҡ та һынап ҡараны. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев тураһындағы тарихи-документаль фильмда һәм “Һары аждаһа” телесериалында эпизодта төшә.





Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә