Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Хәтер ҡайтһа киләсәккә”
“Хәтер ҡайтһа киләсәккә” Ошо исем аҫтында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә иғлан эленде. Уның хәтер кисәһенә саҡырыу ҡағыҙҙары таратылманы, ҡала урамында афишалар эленеп торманы, әммә Өфөләге Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһына тәғәйенләнгән ваҡытҡа халыҡ йыйылғайны инде. Фойела шағирҙың “Мин, бәлки, урап та килмәм” китабы өйөлөп тора, килеп ингән һәр кем, хаҡына ҡарап тормай, һатып алырға ашыға. “Сыңрау торна” тигән өр-яңы серия тап Ғилман Ишкининдың шиғриәте менән башланып китте.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев кисәне асып, шағирҙың башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны хаҡында фекер әйтте, ҡыҙы Ләйләгә гөлләмә тапшырҙы. Хәтер кисәһен алып барған шағир Азамат Юлдашбаев ҡәләмдәшенең биографияһына күҙ һалыуҙан би­ге­рәк ижадсы булараҡ формалашҡан осоро хаҡында фекер йөрөттө. Сәхнәгә бер-бер артлы шағирҙар, яҡташтары, фольклор белгестәре күтәрелде. Зөфәр Вәлит заманда­шының кешелеклелегенә баҫым яһаһа, Мөнир Ҡунафин залда ул­тыр­ған улына мөрәжәғәт итеп: “Балам, Ғилман исемле ағайҙың хәтер кисәһе бөгөн. Үҫкәс уның кеүек егет бул, йәме!” – тине. Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Нәфисә Тулыбаева, Гөлгөнә Баймырҙина халыҡ йырҙарына ғашиҡ шағирҙың рухына бағышлап милли көйҙәребеҙҙе яңғыратты. Яҡташы, артист Радмир Абдуллин да ҡыҙҙар моңона ҡушылды. Әҙәбиәтсе Зәки Әлибаев шағир яҙмалары хаҡында былай тине: “Кинәйәләп фекер әйтеү башҡорт шиғриәтендә бөгөн бөтөнләй һаҡланмаған тиерлек, әммә ижадтың был төрө хаҡында Ғилман Ишкинин иҫкә төшөрҙө, боронғо алымдар ҡулланып яҙҙы ул әҫәрҙәрен”. Йырсы, музыкант Тимур Ямалов һуңғы йылдарҙа шиғыр байрам­дарының үҙ кешеһенә әйләнде, был юлы ла ул үҙ асылына тоғро ҡалды – гитара моңо кисәгә үҙенсәлекле аһәң өҫтәне.
“Хәтер ҡайтһа киләсәккә”Китапҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул биш йәшлек Айгөл Мөхәмәт­гәрәева­ның һүрәттәре менән биҙәл­гән. Ғүмеренең һуңғы йыл­да­рында донъяға берсә балалар күҙе менән баҡҡан, берсә йәшәп арыған аҡһаҡал кеүек фекер йөрөткән Ғилман Ишкининдың йыйынтығын тап бәләкәс ҡыҙҙың рәсемдәре нағыш­лауы ғәжәп тә түгел һымаҡ. Был дуэт бер-береһен тулыландырып торған­дай. Биҙәлеш мөхәррире Артур Батыршиндың ижади ҡарашын да билдәләп китмәү мөмкин түгел. “Сыңрау торна” серияһын булдырып, уны артабан да йәшәтеүгә көс һалырға әҙер торған Вилнур Хәсәнов, Мансур Ғилфанов кеүек егеттәребеҙгә рәхмәт!
Ғилман Ишкининдың китабын һораусылар күп һуңғы арала – бына, сыҡты китап! Уны “Телеүҙәк” һәм “Спорт” туҡталыштарында урынлаш­ҡан “Өфө-матбуғат” киосктарында һатып алырға була, хөрмәтле шиғриәт һөйөүселәр! Азамат Юлдашбаев әйткәнсә, был серияға эләгеү өсөн мотлаҡ вафат булыу кәрәкмәй, шуға күрә заманыбыҙҙың күренекле шағирҙарының шиғыр­ҙары баҫылыр киләсәктә тип өмөт­ләнәйек! “Бәйләнештә” социаль сел­тәре аша “Сыңрау торна” төр­көмөнә инеп тә ижади эшмәкәрлек менән танышырға була.
Кисә һуңында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев сара барышында ғына яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Иҫ киткес әҫәргә һоҡланмаған кеше ҡалманы шикелле. Бына шулай була, күрәһең, ысын ижад – үҙе артынан яңы әҫәрҙәр тыуҙыра!

* * *
Ҡәҙим АРАЛБАЕВ

Ғилман ысын ир ине,
Килеп тә етер ине,
Тиҙ ярҙам итер ине,
Күҙҙәрендә нур ине,
Йөрәге тулы йыр ине,
Йөрәге тулы йыр ине.

Ғилман ул бер йыр ине,
“Абрахман”,
“Бейеш” ине,
“Бөйрәкәй”,
“Томан” ине...
Томанда Ғилман ине.
Ғилмандай томан ине.

Ғилман бер йәйғор ине,
Шифалы ямғыр ине,
Ямғырҙа ҡойон ине,
Йәйғорҙа йәйә ине,
Йәйәһендә уҡ ине,
Уҡ түгел, шиғыр ине.
Уҡ түгел, шиғыр ине.






Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Дауыт
    Дауыт от 05.03.2015, 08:06
    халыҡ шаиғрҙарының кисәлре былай үтмәй. Уларҙа һәр саҡ дидактика, ҡыҫалар эсендәге фекер. Шиғриәт үҙе яңылыҡ булырға теейш түгелме иәкн?

Комментарий өҫтәргә