Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙе көрсөк ҡурҡытмай
Өфөлә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр берләшмәһенең
республика съезы уҙҙы

Кәштәләрҙе үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡ-түлек менән тултырыу хаҡында һүҙ барғанда бөгөнгө йыйындың һиммәте бик мөһим ине. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин асып, төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының әһәмиәтен, һуңғы өс йылда уларҙың күбәйә барыуын билдәләне.
Былтыр ғына үҙ эшен башлаусылар һаны 300-гә артып, әле барыһы 6 мең самаһы фермер ер эшкәртә, иген үҫтереү, мал-тыуар аҫрау менән шөғөлләнә. Республикалағы һыйыр малының – 66, һарыҡ-кәзәнең – 98, йылҡының – 70, умартасылыҡтың – 75, бәрәңгенең – 98, йәшелсәнең 83 проценты фермерҙар, шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә.
Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй өлгөләре өҫтөнлөклө йүнәлеш ала, илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Шуға ла дәүләт тарафынан уларға һәр төрлө ярҙам саралары ҡаралған, программалар эшләй. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белде­ре­үенсә, былтыр крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, шәхси эш­ҡыуарҙарға бер миллиард 56 миллион һум субсидия күсерелгән.
2013 – 2015 йылдарҙа эш башлаған фермерҙарға, ғаилә малсылыҡ фермаларына ҡаралған маҡсатлы программалар үҙ һөҙөмтәһен бирә – ҡураларҙа мал ишәйә, техника күбәйә. Һүҙ юҡ, ер кешеһе, заман ҡаршылыҡтарына ҡарамай, алға бара. Әммә көс түгеп үҫтерелгәнде сауҙаға сығарыу өсөн мең мәшәҡәт килеп тыуа. Шуға ла ауыл кооперацияһы – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Унһыҙ ауылдың киләсәге юҡ. Ә бит Европа илдәре күптән ошо йүнәлештә эшләй.
Берләштереп торған субъект, етештереү менән сауҙа араһында бәйләнеш юҡ. Бөгөн ҡалаларҙа, район үҙәктәрендәге бихисап эре сауҙа нөктәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек аҙ. Шуға ла бынан ике йыл элек “Башҡортостан аҙығы” тигән проекттың эшләй башлауы ошо етешһеҙлекте бөтөрөр тигән өмөт уята, мартта уның тәүге магазины асылыуы көтөлә. Башҡортостандың Сауҙа һәм һатып алыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов, йыйында ошо хаҡта сығыш яһап, артабан республикала берҙәм төбәк селтәрен булдырыу зарурлығын билдәләне, киләсәктә үҙ-ара аралашып, берегеп эшләргә саҡырҙы.
Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр берләшмәһе рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлин сығышында былтырғы эш һөҙөмтәләренә туҡталды, пландар хаҡында һөйләне. Ошо осорҙа фермерҙарҙың үҙҙәрен илдә ҡулынан эш килгән, киләсәге өмөтлө ер кешеләре итеп танытыуын, Рәсәйҙә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлегенең яртыһынан күберәген улар, шәхси хужалыҡтар, етештереүен билдәләне.
Туймазы, Баҡалы, Дәүләкән, Көйөргәҙе, Шаран райондарында фермерҙарға район етәкселәренең ыңғай ҡарашы ҡыуандыра. Шуға ла был төбәктәрҙә матур һөҙөмтәләр бар. Күгәрсен, Илеш, Мәләүез, Хәйбулла, Шишмә, Ауырғазы, Дүртөйлө, Федоровка, Миәкә һәм башҡа район эшҡыуарҙары ла баҙыҡ аҙымдар менән алға атлай. Әлбиттә, фермерҙарҙың мөмкинлеге бар. Киләсәктә ҡуян үрсетеү, емеш-еләк үҫтереү менән шөғөлләнеү кәрәклеге лә әйтелде съезда.
Зифҡәт Сәйетғәлин шулай уҡ хәл итәһе проблемаларға ла туҡталды. Мәҫәлән, күп ерҙәр рәсмиләштерелмәгән, бәғзе район етәкселәре быға күҙ йомоп ҡарай, эште тотҡарлай. Махсус документһыҙ фермер дәүләт тарафынан ярҙам да, кредит та ала алмай. Страховка компаниялары үҙҙәренең яғын ғына ҡайыра, улар менән судлашып йөрөргә фермерҙың аҡсаһы ла, ваҡыты ла юҡ, закондар аңлайышһыҙ.
Фермерҙар ауылдарҙың йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҡайһы бер төбәктәрҙә улар халыҡтың берҙән-бер таянысы булып ҡала.
– Беҙҙең фермерҙар теләһә ниндәй шарттарҙа эшләй, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алыуын иҫбатланы. Күбеһе аяғында ныҡлы баҫып тора, беҙгә бер ниндәй көрсөк тә ҡурҡыныс түгел, – тип белдерҙе Зифҡәт Сәйетғәлиев.










Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә