Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етмешенсе яҙҙы көткәндә...
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған “Етмешенсе яҙ...” викторинаһы дауам итә. Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың викторинаға бик әүҙем ҡушылыуын иҫәпкә алып, бөтөн яуаптарҙы ла 30 апрелгә саҡлы ҡабул итергә ҡарар ҡылдыҡ. Кем белә, бәлки, уҡыусыларыбыҙ араһында ваҡыт тар булыу сәбәпле яуаптарҙы тулыһынса табып өлгөрмәгәндәр, һуңлап ҡалғандар, икенсе этаптан ғына ҡатнашырға йөрьәт иткәндәр барҙыр. Әле лә һуң түгел, тимәксебеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ярыш өс этапта уҙасаҡ. Тәүгеһе мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы ко­мандиры генерал-майор Миңлеғәле Шаймо­ра­товтың тормош юлына һәм ошо уҡ диви­зияның шанлы үткәненә арналды. Ил тари­хының дәһшәтле биттәрен, яҡташ­тарыбыҙ батырлығын асҡан викторинала олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша ала. Яуаптарҙы “Баш­ҡортостан” гәзите редакцияһына конвертҡа һалып ебәрергә йәки электрон почта аша (bashgazet@mail.ru) юлларға мөм­кин. Еңеүселәрҙе 9 Май байрамы алдынан тәбрикләйәсәкбеҙ.

Был юлы һорауҙар Башҡорт­остандың 1941 — 1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә индергән өлөшөнә арнала.
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар!

1. Курск һуғышында совет ғәскәрҙәре немец-фашист илбаҫар­ҙарын ҡыйратҡан көн.
2. Башҡортостандан фронтҡа нисә кеше оҙатыла?
3. Кем ул “Ҡара генерал”?
4. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Башҡорт­остан ҡатын-ҡыҙҙары.
5. БАССР-ҙан нисә яугир Советтар Союзы Геройы тигән исем алған?
6. Нисә яҡташыбыҙ Дан орде­нының тулы кавалеры?
7. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һын­да Советтар Союзынан нисә яугир хеҙмәт иткән?
8. Башҡортостандан сыҡҡан бер­ҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
9. Александр Матросовтың ысын исеме. Тыумышы менән ул ҡайһы яҡтыҡы?
10. Матросовтың ҡаһарманлығын ҡабат­лаған яҡташыбыҙҙың исеме.
11. Матросовҡа тиклем үк ошондай уҡ ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиренең исемен беләһегеҙме?
12. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һынан тыш, Башҡорт­остан­дан фронтҡа тағы ике дивизия оҙатыла. Улар башлыса республика халҡы һәм матди ресурстар иҫәбенә туплана. Ошо дивизияларҙың һандарын атағыҙ.
13. Һуғыштың тәүге айҙарында оборонаны нығытыу маҡсатында Башҡортостанда уҡсы­лар дивизиялары төҙөлә. Уларҙы һанап сығығыҙ.
14. 1941 йылда республикала халыҡ һаны.
15. 2012 йылда Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең 20-се махсус тәғәйенләнештәге отрядына ниндәй почетлы исем бирелде?
16. 112-се Башҡорт кавалерия дивизиһы хөрмәтенә баш ҡаланың Еңеү паркында ниндәй һәйкәлдәр ҡуйылған?
17. Республиканың ниндәй ҡала предприятиеларында авиабомбалар, снарядтар һәм башҡа төр боеприпастар етештерелгән?
18. Һуғыш йылдарында эвакуа­цияланған Одесса станоктар эшләү заводы респуб­ликаның ниндәй ҡала­һына урынлаш­ты­рылған? Әйткән­дәй, завод авиация двига­телдәре өлөштәрен яһау өсөн махсус станоктар сығарған.
19. Өфө паровоз ремонтлау заводы коллективы бер йыл эсендә халыҡтан йыйылған аҡсаға дүрт бронялы поезд төҙөй. Бронепоездарҙың исеме.
20. Өфө аэроклубын тамам­лаусылар­ҙың нисәүһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була?
21. 1938 — 1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе.
22. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының Советтар Союзы Геройҙары.
23. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының фронт гәзите.
24. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының тәүге полк командирҙары.
25. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Украинаның ниндәй өлкәләрен азат итеүҙә ҡатнаша?
26. Сталинград өсөн барған һуғыштар мәлендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һын Башҡорт­остандан килгән делегация барып күрә. Уға кем етәкселек итә?
27. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил өсөн стратегик әһәмиәткә эйә тимер юл станцияһы.
28. Һуғыш йылдарында Башҡорт­останда йәшәгән Совет мәғлүмәт бюроһының дикторы.
29. “Дүртенсе бейеклек” повесы­ның геройы Гуля Королева ниндәй ҡушылмала алыша?
30. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорет ҡалаһында ниндәй хәрби училище эшләй?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә