Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡул-аяҡ сәңкеп өшөһә лә…
Ҡул-аяҡ сәңкеп өшөһә лә… Ҡыш мәке уйып ҡармаҡлау ифрат күңелле. “Бармаҡ буйлыҡ балыҡ тотам тип, көнө буйы өшөп-туңып ултырыуҙың ни ҡыҙығы бар?” – тип ҡаршы төшөр кемдер. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ барҙыр, әммә балыҡсының холҡон үҙгәртеп буламы һуң?
Боҙ ҡалынайып, һыу аҫты батшалығында ярым ҡараңғылыҡ хөкөм һөргән ваҡытта ун­дағы йән эйәләре һауа етмәүҙән ыҙалап ҡына ҡалмай, ә күпләп ҡырыла ла. Бындай күренеш айырыуса республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы күлдәргә хас.
Бала саҡта сатлама һыуыҡтар башланыу менән балта тотоп йылға буйына ыңғайлай торғайныҡ. Ни өсөн тигәндә, тап шундай мәлдә шамбы һыуҙың һай еренә йөҙөп килә. Боҙ аша үтә күренгән балыҡты балта төйҙәһе менән шаңҡыта һуғаһың да тартып сығараһың. Ҡул-аяҡ сәңкеп өшөһә лә, йылға буйына көн дә килә торғайныҡ. Шешкә теҙелгән табышыңа ҡарап ҡыуаныу үҙе бәхет бит!
Ғинуарҙа йылға-күл һыуҙарының йылы­лы­ғы 0 – 4 градусҡа етә. Был саҡта балыҡ үҙен тыныс тота, йөҙгөстәрен әкрен генә һелкетә, тимәк, йәшәү өсөн көсөн бик аҙ түгә башлай. Уның һулышы ҡыҫҡара, ҡан йөрөшө аҡ­рыная. Мәҫәлән, һаҙандың ҡыш кисло­род­ты йәйгә ҡарағанда ун тапҡыр аҙыраҡ сарыф иткәне асыҡланған.
Ҡарлы миҙгелдә балыҡ һалҡын, елһеҙ көндәрҙә яҡшы ҡаба. Яуым-төшөм күп булһа, буран башланһа йә иһә ҡапыл йылытып ебәрһә, табыш алыу ауырлаша. Ошо йәһәттән балыҡсылыҡ менән яңы шөғөл­ләнә башлаған­дарға ҡайһы бер серҙәрҙе асып, кәңәш бирмәк­семен:
1. Балыҡтар көҙ ҡайһы урынға тупланған, яҙ сыҡ­ҡансы шунда булыусан.
2. Боҙ ҡатламы бар­лыҡҡа килеп, ике-өс аҙна үткәс, ҡармаҡлай баш­лар­ға мөм­кин.
3. Башҡортостанда ҡыш­тың һалҡын булыуын күҙ уңында тотоп, йылы, уңай­лы кейемде алдан хәстәрләп ҡуйыу мөһим.
4. Мәкене төрлө урында уйырға кә­рәк: балыҡ бер урында эләкмәһә, икенсеһендә ҡабыр.
Ҡыш һәр төрлө ҡармаҡты һынап ҡарарға кәрәк. Кемдер ялты­рауыҡлы ҡурғашҡа ултыртылғанын (мормыш­ка) һайлаһа, икен­селәре ҡышҡы йы­лты­рмаға өҫтөнлөк бирә. Һыуыҡта балыҡ­тарҙың әүҙемлеге түбәнәйә, шуға күрә балыҡсыға сосораҡ булыу кәрәк. Төнь­яҡтан һалҡын ел иҫһә, баҫым, һауа температураһы үҙгәрһә, табыштан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Тәжри­бәле балыҡсылар бындай көндәрҙә өйҙә ултырыуҙы хуп күрә.
Ҙур һыуҙарҙа йылтырмаға йәки тере селбәрәгә эре алабуға, хатта суртан эләктерергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, ағын һыу кислородҡа бай була. Һыланы иһә боҙ биш – ун сантиметр ҡалынлығында туңған хәлдә яҙға тиклем тоторға мөмкин. Сабаҡ, ҡорман, ажау, күстерә кеүек балыҡ­тар көнө буйы эләгер. Кис уларҙың эреләре ҡабыусан.
Ә иң мөһиме шул: ҡышҡыһын балыҡ тотоу кәйефте күтәрә, ҡо­мар өҫтәй, яңы эштәргә дәрт­ләндерә.


Автор: Ә. Камалов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә