Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҫта остаз – киләсәк тотҡаһы
Оҫта остаз – киләсәк тотҡаһы Рәсәй мәғарифы һуңғы йылдарҙа уҡыу-уҡытыу тармағын ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә, белем биреү ойошмаларының эшмәкәрлеген йәнләндереүгә ынтылышы менән билдәләнә. Был ғәжәп түгел: йылдам үҫкән һәм үҙгәргән бөгөнгөбөҙ йәмғиәттәге күренештәргә заманса ҡараш, яңыса хәл итеү талабын ҡуя. Һәр үҙгәртеп ҡороу мәғариф торошона, уның үҫеш тенденцияларына бәйле, уның ҡарауы, дәүләт һәм йәмәғәт институттарына икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелә. Белем биреү ойошмалары, уҡытыусылар үҙҙәре лә был мөһим эштән ситтә ҡалмай, федераль дәүләт стандарттарының, Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф тураһындағы закондарының тормошҡа ашырылыуында әүҙем ҡатнаша ала. Был иһә остаздың зиһен кимәленең үҫеше, һөнәри оҫталығының шымарыуы менән бәйле.

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, һуңғы йылдарҙа Баш­ҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыу­сы­ларҙың, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең республика конкурсын даими ойоштора, уға ғалимдар, методистар йәлеп ителә. Сараны ойоштороу айырым кафедраға, быйыл, атап әйткәндә, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Эльвира Ишбулатова етәкселегендәге коллек­тивҡа йөкмәтелде. Конкурс алдынан үткәрелгән кә­ңәшмә өр-яңы форматта уҙҙы: уҡытыусылар вебинарҙа ҡатнашты, һорауҙар бирҙе.
– Республика уҡытыусыларын Өфөгә йыйыр алдынан тәүҙә онлайнда аралаштыҡ. Ваҡытты сарыф ит­мәүгә, матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итте был. Институтта һәр белем биреү ойошмаһы менән тура бәйләнешкә инеү өсөн шарттар тыуҙырылған, – ти Эльвира Альберт ҡыҙы.
Быйылғы “Уҡытыусы-тикшеренеүсе”, “Уҡытыусы-оҫ­та” республика бәйгеһендә ҡатнашырға 55 кеше теләк белдерҙе, уларҙың 12-һе – башланғыс кластарҙа, етеһе – урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән, шулай уҡ математика, география, йыр, тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Нефтекама, Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡала­ларынан, Баймаҡ, Ейәнсура, Нуриман райондарынан ҡатнашыусылар күп.
Бер нисә этаптан торған конкурстың һайлап алыу туры былтыр 17–26 декабрҙә үтте. “Уҡытыусы-тикше­ренеүсе” турына 23 уҡытыусы уҙҙы, ҡалған 12 эш юғары та­лаптарға яуап бирмәй тип табылды. “Уҡытыусы-оҫта”ла 17 белгес үҙ хеҙмәтен тәҡдим итеү хоҡуғын яула­ны. Уҡытыусыларҙың сығыштары, әҙерләгән ғил­ми-тикше­ренеү эштәре, автор программалары инсти­туттың Ғилми советы экспертизаһын үтәсәк. Фәҡәт ошонан һуң ғына иң алдынғылар Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһаясаҡ, уларға Баш­ҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо ни­ге­ҙендә “Уҡытыусы-тикшеренеүсе” һәм “Уҡытыусы-оҫта” тигән маҡтаулы исемдәр биреләсәк.
Уҡытыусыларҙың һөнәри бәйгеһен асып, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов:
– Йыл һайын үткәрелгән конкурсҡа етди иғтибар бү­ле­нә, сөнки бындай сараларҙа ҡатнашып, педагог­та­рыбыҙ үҙҙәренең методик оҫталығын камиллаштыра, яңы технологияларҙы үҙләштерә, уларҙы дәрестәрҙә файҙалана. Бәйге уҡытыусының ғилми эшмәкәрлеге, пе­дагогик тикшеренеүҙәре өсөн дә ҡулай, – тип белдерҙе.
Конкурс барышында беҙ бер нисә мөғәллимдең эш алымдары менән танышып өлгөрҙөк. Зилә Әбхәлимова Күмертау ҡалаһында Республика политехник лицей-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ. Уның оҫталыҡ дәресе “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа дебат технологияһы” тип атала.
Йәмғиәттә аралашыу, бәхәсләшеү ҡеүәһенең, тел­мәр этикаһының етерлек үҫешмәүе һәр кемгә мәғлүм. Д. Карнеги, К. Поппер, Е. Галицких, С. Пуйман кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянып, Зилә Салауат ҡыҙы башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә дебат ҡулланыу технологияһын төҙөгән. Уның шәхси программаһы һи­геҙ сәғәткә иҫәпләнгән. Был алымды ул Азат Абдул­линдың “Ун өсөнсө председатель”, Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман”, Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” кеүек әҫәрҙәрен үткәндә киң ҡулланған. Яңы эш ысулы ҡыҙыҡһыныу уятты, уға ҡағылышлы һорауҙар күп бул­ды. Уҡытыусыға бәйгенең аҙағынаса етеүен, алымда­рының республикабыҙ мәктәптәрендә лә әүҙем ҡул­ла­нылыуын теләйек.
“Уҡытыусы-тикшеренеүсе” конкурсында ҡатнашыу­сы­лар ҙа ҙур әүҙемлек күрһәтте. Тәҡдим ителгән темалар хәҙерге методикала, дидактикала, теге йәки был предметты уҡытыуҙа яңы ҡараш тыуҙырҙы. Уҡытыу­сылар үҙҙәре һайлаған тема буйынса байтаҡ шөғөл­ләнергә, эш гипотезалары тәҡдим итергә, уларҙы тәж­рибә ярҙамында фәнни нигеҙләргә бурыслы. Мәҫә­лән, Стәрлетамаҡ районындағы Первомайск мәктә­бенең физика уҡытыусыһы Д. Кущ “Механика” курсын үткәндә виртуаль лаборатория мөмкинлектәрен файҙа­лана. Уның етәкселегендә уҡыусылар физик процес­тарҙың компьютер моделен төҙөй, артабан уларҙы үҙаллы белем алыуҙа файҙалана. Уҡытыусыға һәр бала менән шәхсән эшләргә лә ваҡыт ҡала.
Нуриман районының Красный Ключ мәктәбенән килгән тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Ә. Ғизуллина V – VII кластарҙа уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуға, йәғни уларҙың шәхес булып өлгөрөүенә, тәнҡитле фекерләй алыуына, йәмғиәттә үҙ урынын табыуға төплө иғтибар бирә, ошо проблеманы фәнни яҡтан өйрәнергә ынтыла. Ул уҡыусыларының эшмәкәрлеген айырым диагностик картала сағылдыра алған. Эш тәжрибәһе күп ғилми баҫмаларҙа донъя күргән. “Космос эраһы иртәһе” дәресе 2012 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Асыҡ дәрес” конкурсында күрһәтелгән.
Быйылғы бәйге яңы таланттар асты. Мәғарифты үҫтереү институты етәкселеге, баһалама ағзалары оҫталыҡҡа һынауҙа уңышлы сығыш яһаған уҡытыу­сыларҙың фәнни хеҙмәттәрен, оҫталыҡ дәрестәрен семинарҙарҙа, ғилми конференцияларҙа, махсус курс­тарҙа файҙаланыу кәрәклеген белдерҙе.
Квартиры в Уфе посуточно можно снять на сайте 33kvartirki.ru.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү
институты доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2