Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алыҫтан эҙләп киләләр
Алыҫтан эҙләп киләләр “Үҙебеҙҙең тауарға өҫтөнлөк бир”, “Үҙебеҙҙеке яҡшыраҡ” тигән лозунгтар күренә башлау менән баш ҡаланың Октябрь проспектындағы “Спорт” магазинына юлландыҡ. Ысынлап та, 40 йыл тирәһе баш ҡаланы ғына түгел, тотош республика халҡын сифатлы спорт кәрәк-ярағы менән тәьмин иткән сауҙа нөктәһе бөгөн ниндәй кәйеф менән йәшәй? Тауарға ҡытлыҡ тойолмаймы? Тәьминәтселәр ҡайҙан?

Сауҙа өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән бер төркөм һатыусылар йылмайып ҡаршы алды беҙҙе. Наилә Мөҙәрисова, Эльвира Мө­хәррәмова, Эльвира Урманце­ва – үҙ эшенең оҫталары.
– Һатып алыусыларыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәре менән дә килә. Иң яҡ­шы магазин тип хатта Черниковка, Дим биҫтәләренән дә беҙ­ҙе эҙләп табалар, – ти улар, ғорурланып.
Алыҫтан эҙләп киләләрҒорурланырлыҡ та шул. Сауҙа нөктәһе элек-электән Рәсәй фабрикалары менән килешеү төҙөп, ватан тауарҙарын ғына тәҡдим итә. Мәҫәлән, Мәскәү, Екатеринбург, Ҡыштым, Ишембай трикотаж фабрикалары етештергән әй­берҙәр ҙур ихтыяж менән фай­ҙалана. Гимнастика, йөҙөү, кикбоксинг, көрәш, бокс, каратэ һәм башҡа йүнәлештәр өсөн төрлө кейем табырға була. Ә инде саңғы, сананың ниндәй генә төрө юҡ! Шулай уҡ вело­тре­на­жер­ҙар бар, балыҡсылыҡ менән шөғөл­ләнгәндәр, бильярд ярат­ҡандар ҙа бында йыш йөрөй.
Алыҫтан эҙләп киләләрШуныһы һөйөнөслө: район һәм ҡала хакимиәттәренең мәға­риф, спорт идаралыҡтары, мәк­тәптәр спортҡа ҙур иғтибар бирә. “Санкциялар беҙгә ҡурҡыныс тү­гел, Рәсәй тауары сифатлы­раҡ та, үтемлерәк тә, рәхим итегеҙ!” – ти уңған һатыусылар.




Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә