Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беренсе опера йырсыһы
Беренсе опера йырсыһы Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай.
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай.
Йә атылып күккә менә уҡтай,
Йә йомолоп ергә төшә туптай.
Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай.
Ҡасан был еҙ шөңгөр ялға туҡтай?
Ҡанатынан яҙҙы түгә буғай –
Яҙға ҡойона бар ялан-туғай.
Түгелдер был, ахыры, һабантурғай.
Хәбир ағайым, ахыры, шулай йырлай...
Арҙаҡлы яҡташы Хәбир Ғәлимовтың 60 йәшлек юбилейына арнап, Рәми Ғарипов ошо шиғырын яҙа. Ысынлап та, Салауат районының Лағыр ауылында тыуған, һүҙгә һаран, әммә моңға бай Хәбир үҙ халҡының йырҙары аша күптәр кисергәнде, шатлығын да, аһ-зарын да, шулай уҡ үҙ яҙмышын да тыңлаусыға түкмәй-сәсмәй еткерә. “Мине, бәлки, беҙҙең яҡтарҙың ғәжәп бай тәбиғәте рухландырғандыр... – ти ул билдәле йырсы булып киткәс. – Йыр – ул йәшәү йәме, рухи көс сығанағы. Уны халыҡ тормошоноң көйлө йылъяҙмаһы тип тә атарға мөмкин”.
Ә бит уның үҙенең тормошо ла еңел булмай: иген дә игә, көтөү ҙә көтә, йылғаларҙа ҡыуғын да ҡыуа. 1924 йылда Хәбир Ҡыҙыл Армия сафына алына. Ял ваҡыттарында башҡорт көйҙәрен һуҙып ебәрә. Казарманы яңғыратып йырлауын бер көн Низам Ҡәрипов ишетеп ҡала һәм артабанғы яҙмышын хәл итә тиерлек: уны урыҫса яҙырға, уҡырға өйрәтә, йырсылар араһына инергә юл аса. Тап шул әрме хеҙмәте йылдары Хәбир Ғәлимовтың яҙмышында ҡырҡа боролош яһай ҙа инде: Ҡыҙыл Армияның Өфө йортонда (хәҙерге Офицерҙар йорто) музыка етәксеһе булып эшләгән композитор-драматург Хәбибулла Ибраһимов һалдаттың тауышын ишетеп, уны үҙенең янына саҡырып ала, йыр сәнғәтенең серҙәрен асырға ярҙамлаша, Башҡортостан радиоһына сығара. Үҙенсәлекле тауышы менән күптәрҙең күңелен арбап өлгөргән егет әрме хеҙмәте ваҡытын тултырмай – театр техникумы етәкселеге уны, хәрби хеҙмәттән ҡайтартып, уҡырға ҡабул итә.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың концертында ҡатнашыуы ла осраҡлы түгел, маңлайына яҙылған яҙмышы булғандыр, күрәһең. Мәскәү дәүләт консерваторияһында Башҡорт милли студияһын асыуҙы юллаған Ғ. Әлмөхәмәтов уға техникумда Солтан Ғәбәшиҙе эҙләп табырға ҡуша. Композитор егеттең “Урал”ды башҡарыуын тыңлай ҙа йыр бөтөр-бөтмәҫтән:
– Бына ҡайҙа ул йырсы! Һис кисекмәҫтән – Мәскәүгә! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрә...
1938 йылдың 14 декабрендә башҡорт сәнғәтендә билдәле ваҡиға була: Мәскәү консерваторияһын тамамлап ҡайтҡан студенттар диплом спектаклен сәхнәгә сығара. Д. Паизиеллоның “Һылыу тирмәнсе ҡыҙ” операһында төп ролдә – барон Хәбир Ғәлимов. Һөҙөмтәлә ул артабан 17 йыл буйына театрҙың беренсе теноры булып ҡала. Мәсәлим Вәлиевтең тәүге милли операһы “Һаҡмар” ҙа Юлай партияһын башҡара. Унан инде Эйхенвальдтың “Мәргән”ендә, Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”ында, Заимов һәм Спадавеккианың “Аҡбуҙат”ында, Мортазин­дың “Азат”ында йырлай. Азербайжан композиторы Гаджибековтың “Аршин мал алан” музыкаль комедияһында төп герой Аскер ролен һоҡланғыс итеп башҡара.
Фашистик Германия илебеҙгә баҫып ингәс, Хәбир Ғәлимов, танылған йырсы булараҡ, халыҡтың рухын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Концерттар менән хәрби частарҙа, госпиталдәрҙә, фронттың алғы һыҙығында ла булырға тура килә билдәле йырсыға. Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта иһә ул республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй, һәр тармаҡ эшселәре алдында сығыш яһап, уларға дәрт, рух өҫтәй. Әртистәр килә тиһәң, баҫыу станы шунда уҡ сәхнәгә әйләнеп китә, ә тамашасы йәшел сиҙәмгә аунап китеп, иркенләп халыҡ моңон тыңлай... Көндөҙ ялан-ҡырҙарҙы иңләп осҡан, йырсы ҡоштарҙы тынып ҡалырға мәжбүр иткән моң кискеһен инде клуб эсен тултырып, тышҡа урғыла. “Сәнғәт – халыҡтыҡы. Шулай булғас, минең тауышым да уныҡы”, – тип, Хәбир Ғәлимов халҡына моңо менән хеҙмәт итә.
Киң танылыу яулаған йырсыны 1955 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына күсереү үҙен аҡлай: эш тә йәнләнә, оҫтаның ижади офоҡтары ла киңәйә. Хәбир Ғәлимов концерт бригадалары менән Башҡортостан буйлап ҡына түгел, Урта Азия республикаларында, Татарстанда гастролдәрҙә, Вьетнам, Корея, Монголия кеүек сит илдәрҙә лә сығыш яһай.
Үҙенең ижади ғүмерендә ул йөҙҙән ашыу йыр башҡара. Үҙе кеүек, моңо ла әҙәпле була. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим юҡҡа ғына түбәндәге юлдарҙы яҙмаған: “Уның моңо һәм әҙәпле тауышы бынан алтмыш йылдар әүәл күңелемә һеңде. Йырсының тауышын “әҙәпле” тинем. Минеңсә, һүҙҙең генә түгел, тауыштың да әҙәплеһе һәм әҙәпһеҙе була. Бөгөн йәнгә ят, әҙәпһеҙ тауыштар ғәжәп ишәйеп китте. Был инде илһамдың ниндәй ерлектән, ниндәй сығанаҡтан килеүенә бәйләнгән. Хәбир ағай уны халыҡ рухынан, уның бөйөк ижади ҡаҙаныштарынан алды. Йырсыға Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙе фатиха бирҙе һәм эстафетаны тапшырҙы. Ул артабан Мәғәфүр Хисмәтуллинға һәм Радик Гәрәевкә күсте”.
Заһир Исмәғилев менән Хәбир Ғәлимовты ижади хеҙмәттәшлек кенә түгел, рух, моң һәм дуҫлыҡ берләштерә. Бер ни тиклем өйҙәш тә булырға тура килә уларға. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа инде ике дуҫ йәйге ялдарын Лағыр ауылында, Әй йылғаһында балыҡ ҡармаҡлап, иртәнге саф һауаны һулап, тәбиғәт ҡосағында уҙғара. Шул ваҡытта Заһир Исмәғилевтең күңелендә шәп идея тыуа: “Хәбир ағай, һинең өсөн генә “Салауат Юлаев” операһын яҙасаҡмын! Салауат – һин!” – ти.
Ысынлап та, бер нисә йылдан һуң яңы әҫәр тыуа. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһы уҙыуға арнап, “Огонек” журналы “Башҡорт халҡының сәнғәте” тип аталған мәҡәлә баҫтыра. “Бөгөн – йәш композитор Заһир Исмәғилевтең башҡорт халҡының батыры тураһында яҙған “Салауат Юлаев” операһының премьераһы. Салауат роле РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимовҡа йөкмәтелгән. Бына ария яңғырай. Унда тыуған төйәк яҙмышы өсөн әрнеү ҙә, бәхеткә тапҡыр юл эҙләп табыу теләге лә ишетелә. Опера геройы һәм уның ролен башҡарыусы Ғәлимов – Салауат Юлаев тыуған райондан”. Ошо Салауат роле моң эйәһен, Баязит Бикбай атағанса, “Йырҙар Салауаты” дәрәжәһенә күтәрә.
1996 йылда беренсе милли опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовҡа тыуған ауылында музей асылған көн иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе булды. Талант эйә­һенең ҡатыны Ғәлиә Шакир ҡыҙы йәмә­ғәтенең афишаларын, матбуғатта сыҡҡан һәр мәҡәләне, ғөмүмән, йырсыға ҡағы­лышлы һәр иҫтәлекте йыйып барып, бөхтә итеп һаҡлаған. Музей асыу тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡыҙы Земфира ошо шәхси архивта тупланған бай материалды — фотолар, китаптар, афишалар, документтар, көнкүреш әйберҙәре, кейемдәр — музей фондына тапшырҙы. 1938 йылдағы беренсе опера­ның афишаһы ғына ни тора! Х. Ғәлимов моңона мансылған пианинола уҡыусы­ларҙың уйнап ебәреүе күңелгә рәхәтлек кенә бирә. Кейемдәре, креслоһы, сәғәте, ручкаһы – барыһы ла Хәбир бабайҙы хәтерләтә.
Былтыр иһә Лағыр ауылында РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй” район конкурсы үткәрелде. “Мәшһүр йырсыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, уның ижади мираҫын таратыу, яңы сағыу исемдәр асыу маҡсатында үткәрелгән бәйге ике төркөмдә бик матур уҙҙы. Конкурс районда тәүгегә уҙғарылһа ла, 18 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе, – тип яҙылды район гәзитендә был хаҡта. – Лағыр килене Зөлфиә Ғәниева төп бүләкте яуланы. Юбилей айҡанлы был конкурсты төньяҡ-көнсығыш зонаһы кимәлендә үткәреү күҙаллана. Йәштәребеҙ башҡорт халыҡ йырҙарына битараф булмаһын, уны онотмай һаҡлап, киләсәк быуындарға ла тапшырһын ине. Конкурстың маҡсаты ла бит, яңы таланттарҙы асыу менән бер рәттән, башҡорт халҡының йыр сәнғәтен, мәҙәниәтен байытыу икәнен оноторға ярамай”.
Әлбиттә, быйыл, арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың юбилейы йылында, конкурс тағы ла киңерәк ҡолас менән уҙғарылыр тигән өмөт бар. Шулай уҡ район үҙәгендәге музыка мәктәбенә йәки мәҙәниәт йортона Хәбир Ғәлимов исемен биреү ҙә һис зыян итмәҫ, моғайын. Етәкселек был хаҡта уйланыр тигән фекер күңел түрендә баҙлап тора.
Ни тиһәң дә, шәхестәрен күтәргән ерҙең генә үҙ бәҫе юғары була. Ә РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Хәбир Ғәлимов яҡташтарының бындай хөрмәтенә, һис шикһеҙ, лайыҡ. Ул – үҙ ауылынан сыҡҡан тәүге опера йырсыһы ғына түгел, ә республика кимәлендә беренсе.
Опера йырсыларынан иң элек Хәбир Ғәлимов Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен ала; тәүгеләрҙән булып яҡташы Салауат Юлаев образын опера сәхнәһендә кәүҙәләндерә; һөнәри белем алып, башҡорт йырын юғары баҫҡысҡа күтәрә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872