Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “НефАЗ”-дың яңы һулышы
“НефАЗ”-дың яңы һулышыЙылдан-йыл һөҙөмтәлерәк эшмәкәрлеккә өлгәшеүсе “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтен бөгөн республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта донъя күләмендә таныйҙар. Заманында үҙбушатҡыс машиналар етештереү менән генә шөғөлләнгән автозавод цехтарында хәҙер донъя хужалығында киң ҡулланыу тапҡан төрлө техника, кәрәк-яраҡ яһала. Предприятиеның етештереү күләме менән бер рәттән иҡтисади ҡеүәте лә артҡандан-арта. Мәҫәлән, “НефАЗ” 2011 йылда 9 миллиард һумлыҡ тауар етештерҙе, хеҙмәттәр күрһәтте, был 2010 йыл менән сағыштырғанда 40 процентҡа юғарыраҡ.
Предприятиеның йыллыҡ эш йомғаҡтарына ниндәй баһа бирер инегеҙ? Етештереүҙә уңышҡа нисек өлгәшәһегеҙ? Ошо хаҡта һөйләүен һорап, “Нефтекама автозаводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәйеф МАЛИКОВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Иҡтисади күрһәткестәрҙең йылдан-йыл юғарыраҡ була барыуы — предприятиебыҙ коллективы, ҡала халҡы өсөн дә бик ҡыуаныслы күренеш. Етештерелгән тауар төрҙәре буйынса ла йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Миҫал өсөн: үҙбушатҡыс һәм тағылма техника былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк эшләнде, цистерналар — 20, ә вахта автобустары 35 процентҡа артығыраҡ етештерелде. Пассажир автобустары хаҡында айырым әйтеп үткем килә: 2011 йылдың башында 500 автобус эшләргә йөкләмә алғайныҡ. Бынан тыш, Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ универсиада өсөн 680 автобус етештерергә ҡарар ҡабул ителде. Ошо нигеҙҙә 1000 автобусҡа бизнес-план раҫланды. Әммә Ҡазандан заказ килмәгәс, 520 автобус менән сикләндек. Йөкләмәбеҙҙе шулай ҙа үтәнек. 2011 йылда пассажир автобустарын һатып алыуға төбәк бюджеттарын финанслау буйынса федераль программаның туҡтатылыуы ла эшмәкәрлегебеҙҙе сикләне. Был программаның быйыл эшләй башлауына ышанып ҡалабыҙ.
“НефАЗ”-дың яңы һулышы— Рәйеф Сәлих улы, былтыр “НефАЗ” яңыртыу проекттарын нисек бойомға ашырҙы?
— Был юҫыҡта нефть тултырыу техникаһы етештереү йүнәлеше айырыуса яңырыу кисерҙе. Мәҫәлән, цистерналар яһауҙа автоматик иретеп йәбештереү ысулы ҡулланылды, быны тормошҡа ашырыуҙа Германияның алдынғы фирмалары ҡатнашты. Бөгөн цистерналарҙағы ҡулсалы йөйҙәр бары тик ошо ысул менән иретеп йәбештерелә, һөҙөмтәлә эш тиҙ һәм сифатлы башҡарыла. Бынан тыш, яңы автоматлаштырылған ҡорамалдарҙың эшкә егелеүе иретеп йәбештереүселәрҙең хеҙмәт шарттарын тамырынан үҙгәртте, сөнки йәбештереү мәлендә барлыҡҡа килгән зарарлы матдәләр махсус фильтр аша үткәрелеп, уларҙың 95 проценты юҡ ителә. Яңы иретеп йәбештереү линияһының ҡеүәте йылына 2,5 мең цистерна етештереүгә иҫәпләнгән. Әйтергә кәрәк, бындай заманса ҡорамалдар нефть һәм газ торбалары етештереүҙә ҡулланыла. Рәсәй кимәлендә машиналар эшләү тармағында был ысулды “НефАЗ” беренсе булып файҙаланды.
Тағы ла бер күләмле проект хаҡында әйтеп үткем килә. Былтыр үҙбушатҡыстар етештереүҙә буяусы ике робот эшкә егелде. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа “Fanuc” япон концерны, Швейцарияның “Gudel” һәм Германияның “Wagner” фирмаһы белгестәре ҡатнаша.
Автобустар етештереүҙә Германияның “Land Laser” фирмаһының лазер комплексы ла файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ бөгөн “ЕНТ” немец фирмаһының бөгөү пресын эшкә ҡушыу башланды. Престың оҙонлоғо — ун метр, ә баҫыу көсө 1000 тонна тәшкил итә. Пресс үҙбушатҡыстар, ярымтағылмалар етештереүҙә ҡулланыласаҡ. Бындай эштәрҙең уңышлы атҡарылыуы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ, сөнки хатта ил күләмендә ошондай ҙур яңыртыу проекттарын бойомға ашырыусы предприятиелар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән мәлдә артабанғы үҫеш өсөн бүтәнсә сарабыҙ юҡ. Баҙарҙағы яулап алынған урыныбыҙҙы мотлаҡ һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
“Нефтекама автозаводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ике тыуған көнө бар. Тәүгеһе — 1977 йылдың 11 октябре. Ошо көндө заводтың баш конвейеры сафҡа инде. Икенсеһе — ошо уҡ йылдың 17 ноябре. СССР Автомобилдәр сәнәғәте министрлығының Нефтекамала үҙбушатҡыстар етештереү заводын файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы бойороғо донъя күрҙе. Ә 1993 йылда предприятие “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әүерелде.
— Уңыш, ыңғай үҙгәрештәр менән бер рәттән завод эшмәкәрлегендә ҡыйынлыҡтар ҙа булғандыр...
— Былтыр иң борсоғаны — металға хаҡтарҙың үҫеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы, шул сәбәпле етештереүҙә планға инмәгән сығымдар барлыҡҡа килде. Әммә ошо шарттарҙа ла иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалдыҡ. Сығымдарҙы ҡаплауҙа предприятиебыҙҙың сауҙа хеҙмәте ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә һатыуҙа рентабеллелек үҫте. “НефАЗ” етештереүҙән 370 миллион һум табыш алды. Автозавод эшселәренең, белгестәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында 2011 йылды һәйбәт килем менән уңышлы тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәнек, маҡсатыбыҙға өлгәштек тип әйтә алам.
— Рәйеф Сәлих улы, яңы йылдың да тәүге айы тамамланды...
— Ғинуарҙа предприятиебыҙға 600 миллион һумлыҡ заказ килде. Был айҙа эш көндәре аҙ булыу сәбәпле башҡа айҙар менән сағыштырғанда күпкә йылдамыраҡ эшләргә тура килде. Айырыуса үҙбушатҡыстар етештереүҙә эш күләме ҙур булды: ғинуарҙа 900 үҙбушатҡыс етештерелде, был, былтырғы менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күберәк.
Марат МОРАТОВ
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә