Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Алтыным”, “ҡояшым”, “йондоҙом”...
Бармы ул мөхәббәт? Әгәр булһа, ҡайҙа һаҡлана, уны нисек эҙләп табырға? Бөгөн ошо һорау менән баш ватмаған йәш кешене табыуы һирәк. Хәҡиҡәт эҙләп, улар Интернет селтәрен дә, аралашыу, танышыу, үҙеңә ҡаратыу буйынса әҙәбиәтте лә аҡтарып сыға. Ә ундағы фәһемле лә, ҡайһы саҡ хәйләле лә кәңәштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ тип әйтерлек. Шулай ҙа иң мөһимен онотмаһаҡ ине: иң ҙур, йылы тойғоно йәшәтеү өсөн бары тик эскерһеҙ һөйөү, тоғро йөрәк, уртаҡ маҡсаттың изге, яҡты булыуы лә етә. Ә заман ҡуйған матди һынауҙар... Уларҙы еңеп сығыр өсөн мөхәббәт үҙе көс, илһам, ышаныс менән ярҙамға киләсәк.
Мәңгелек сер булып һәр йөрәкте елкендергән был тойғо хаҡында әллә күпме һөйләргә, йырларға, хыялланырға була. Йәштәргә ошо хаҡта ихлас күңелдән кәңәш-нәсихәт биргән уҡыусыбыҙ Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВтың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.


...Мөхәббәт булған, бар һәм буласаҡ, сөнки ул – кешелектең иң юғары тойғоһо. Был хаҡта бөйөктәрҙең әйткән һүҙҙәре лә бихисап. Ғашиҡ булыу ябай ғына төшөнсә түгел, ул һинең бар булмышыңды ялмай, яндыра, көйҙөрә, күккә осора, илата ла. Ә бына яңғыҙлыҡты кисереү үтә ауыр, был тормошта күпте еңеп булһа ла, парһыҙ йәшәү аяныслы.
Мөхәббәт – ул түҙемлек. Дуҫлашҡан егетеңде хәрби хеҙмәттән, уҡыуынан көтөп алыу, тоғролоҡ һаҡлау – ысын яратыу билдәһе.
Беренсе тапҡыр осрашыу, дуҫлашыу үҙенсәлектәре байтаҡ. Йәштәр бер-береһенән тартынып, ят кешеләрҙән оялырға тейеш түгел. Егет кисен театрға, паркка саҡырһа, яратҡан ҡыҙын ата-әсәһе өйөнән йәшеренмәй барып алырға һәм кире йортона оҙатып ҡуйырға бурыслы. Йышыраҡ осрашып, үҙҙәрен тәртипле тотоп, уй-фекерҙәрен ата-әсәһенән, яҡын туғандарынан бик йәшермәй йөрөү – күркәм ҡылыҡ. Бер-береңә ғашиҡ булыу дөйөм ҡыҙыҡ­һыныуҙар, фекерҙәр, уртаҡ эш ярҙамында үҫешә, эскерһеҙлеккә нигеҙләнә.
Егет һәм ҡыҙҙың өйләнешеү йәше етһә, улар ата-әсәһе менән кәңәшләшһен. Кешене мәжбүри өйләндерергә ярамай, Ислам ҡанундары буйынса бындай ғаилә ысын тип һаналмай. Ғаилә – ул үҙе бер дәүләт. “Ир – баш, ҡатын – муйын” тип тә юҡҡа әйтелмәгән.
Ғашиҡтар көнө лә тиктән генә булдырылмаған, күрәһең. Был көндә “алтыным”, “ҡояшым”, “йондоҙом”, “һөйгәнем”, “иркәм” кеүек матур һүҙҙәр күберәк, яғымлыраҡ яңғырай. Күңелдең иң түрендә һаҡланған йырҙар бүләк итеп башҡарыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ғашиҡтарға ҡараш ныҡ үҙгәрҙе. Берәүҙәр, мөхәббәт юҡ, уның тураһында яҙалар ғына, тип уйлай. Алдау өсөн генә уйлап табылған, тип өҫтәй икенселәр. Һөйөү – ул мода, ғәҙәт, ҡасан да булһа, имеш, ҡартая, юғала, тип уйлаусылар ҙа бар.
Икенсе яҡтан, хәҙерге йәштәр араҡы эсә, тәмәке тарта, хатта ҡыҙҙар ҙа бынан ситтә ҡалмай. Килешмәгән оятһыҙ һүҙ әйтеү, әрләшеү үҫмерҙәр араһында киң таралған. Бер-береһен таныу ғына түгел, һаулыҡ һорашырға, транспортта урын бирергә лә оноталар. Ошонан сығып, уҡыу йортона килгән, тәүгә эшкә урын­лашҡан яңы дуҫ-таныштар менән аралашасаҡ йәштәр өсөн түбәндәге әхлаҡ ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртәм:
lБаҫып торған кеше менән үтеп барыусы беренсе булып һаулыҡ һораша.
lИр ирҙәр менән ҡул биреп күрешә, ә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡулын күкрәгенә ҡуйып, башын эйеп һаулаша.
lҠатын-ҡыҙ ир-атҡа беренсе булып ҡул биреп күрешергә тейеш.
lИрҙәргә бирсәткәһен һалып ҡына, ә ҡыҙҙарға сисмәй ҙә күрешеү рөхсәт ителә.
lТеатрға, ҡунаҡҡа килгәндә ирҙәр ишекте асып һөйгәнен алдан үткәрә, ултырғысҡа ла беренсе ултырта.
lҘур мәжлестәрҙә йыр-моң яңғырап, бейеү барғанда, егет ҡыҙҙы беренсе булып саҡыра.
lӨҫтәл, тупһа аша ҡул биреп күрешергә ярамай.
Йәштәрҙең саф мөхәббәтле, тигеҙ ғүмер итеүен, эшһөйәр, телһөйәр булыуын, уҡымышлы балалар үҫтереүен теләргә генә ҡала.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә