Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Фрау Беннер — Гутен морген, фрау Беннер, һеҙгә килгәндәр, — тигән тауышҡа уянып китте Фирүзә. Эх, әҙерәк кенә уятмай торһалар, ни була тип, палата түшәменә текләп ята бирҙе. Әле яңы ғына ул татлы төш күргәйне, шуны иҫенә төшөрөргә тырышты.
Суҡмуйыл шишмәһе яғындағы Ҡыҙҙар тауы итәгендә еләк түшәлеп ята. Өләсәһе менән йөрөгән Фирүзә, биҙрәләрен өймәләмә тултырғас, ҡустыһына еләк суғымы өҙә башланы. Ап-аҡ ҡайындар араһында еләҫ тә, рәхәт тә. Йәмле йәй етеү менән өләсәһе йәшәгән Йәнгилде ауылына ашҡынып килеп етә ҡыҙ. Бигерәк тә һыу буйында түшәк, юрғандар йыуыу, самауырҙы, еҙ тастарҙы ҡом менән таҙартыу оҡшай уға. Көҙгө шикелле ҡояшта ялтырап торған самауырҙы һыу буйынан алып ҡайтҡас, ҡоймаҡлап, еләк ҡайнатмаһы менән тәмле итеп сәй эсеүҙәр татлы хәтирә булып күңелгә уйылып ҡалған.
Өнөммө, төшөммө? Төш икән шул...

Шәфҡәт туташы уға ҡыҙ­ҙары килтергән күстә­нәстәрҙе тапшырҙы ла палатанан сығып китте. Бында берәү ҙә һинең менән эс серҙәрен бү­лешмәҫ, ҡайғыларыңды уртаҡ­лашмаҫ. Ни тиһәң дә, һәр ерҙә немец ҡатылығы хөкөм һөрә, хатта стеналағы сәғәт тә уларса текелдәй, тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары ла палатаны бик һүрән, һаран ғына яҡтырта төҫлө.
Фрау Беннер... Был исемде ҡайһы ваҡытта ишеткеһе лә килмәй. Немец ерендә уға бер кем дә Фирүзә ханым йәки Фирүзә Ильяс ҡыҙы тип өндәшмәй. Төштәрендә генә үҙ исеме менән тыуған яғына ҡайтып урай ул.
Фирүзә Бикмөхәмәтова... Ҡай­һылай матур яңғырай, гүйә, ошо исемде әйткәндә боронғо башҡорт көйҙәре ишетелеп ҡала. Ул ҡан баҫымы күтәрелеп дауаханаға ингәйне, бына инде 10 көнләп сырхаулап тора. Көндәр буйы яңғыҙ ята торғас, башына төрлө уйҙар килә, “тыныс сәғәт” ваҡытында ла ҡапыл ойоп китә лә төштәрендә йәнә тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнә. Ҡайһы саҡта төндәрен һаташып, илап уяна.
“Ни булды миңә? Йәш сағымда донъя, бала мәшәҡәттәре менән булышып, был тиклем дә һағыныу хистәре кисермәгәйнем. Ә хәҙер ятһам да, торһам да, тыуған яғым, Баш­ҡорт­ос­таным иҫемә килеп төшә. Инде алтынсы тиҫтәне турала, сит ерҙә 30 йылдан ашыу ғүмер ителде, ә өлкәнәйгәс, сит тупраҡта ятып ҡалырмынмы?” — Шул уйҙар тынғылыҡ бирмәй ҡатынға.
Тыуған яҡ сәскәләрен иҫләтеп торһон өсөн Фирүзә өс ҡыҙына ла башҡорт исемдәрен ҡушты: Гөлнәзирә, Гөлнара, Гөлгөнә. Ире лә ҡаршы килмәне, сөнки сит илдә тыуған илеңдән айырылып йәшәүе анһат түгеллеген ул яҡшы аңлай. Эш исемдәме ни, ҡыҙҙарында башҡорт рухы тойолмай бит: немец теле — уларҙың туған теле, ә әсәһенең тыуған яғына бәләкәй генә саҡтарында килеп киткәйнеләр. Бында берәү ҙә уның ҡыҙҙарын үҙ исемдәре менән атамай, дөрөҫөн генә әйткәндә, телдәре лә әйләнмәй. Гөлнәзирәне — Надя, Гөлнараны — Гуля, ә Гөлгөнәне Герта тип йөрөтәләр.
Төнгө сәғәт 12-нән һуң дауахана һиллеккә сумды, дежур шәфҡәт туташы ла күренмәй, ауырыуҙар үҙ палаталарына таралышҡан.
Фирүзә эсе бошоп тороп ултырҙы, тәҙрәгә яҡын килеп, төнгө Цвиккау ҡалаһын күҙәтте. Ҡала йоҡламай: машиналар геүләүе, йәштәрҙең көлөшөүе, ҡысҡырышыуы ишетелеп ҡала. Көндәлек тормошонда немецтарҙың ҡаты һөйләштәренә лә иғтибар иткәне юҡ, ә бөгөн тыштағы ауаздар кинолағы немец полицайының ҡырағай тауышына оҡшап китте.
Ул утты һүндереп, урынына барып, оҙаҡ уйланып ята торғас, тәрән йоҡоға талды...

* * *

Фирүзә Өфөләге пединсти­туттың немец теле бүлегенә уҡырға ингәйне. Бар тырышлығын ошо сит телде өйрәнеүгә һалды һәм 4-се курстың аҙағында немец телендә яҡшы ғына һөйләшә ине. Совет осоронда студенттарҙы сит илгә төрлө конкурстарға ебәрә торғайнылар. 1977 йылдың июлендә Фирүзә шөғөлләнгән бейеү ансамбленә бәхет йылмайҙы. Улар Германияға 20 көнлөк дуҫлыҡ фестиваленә юлланды. Кәүҙәгә бәләкәй, йомро ғына башҡорт ҡыҙы сәхнәгә сыҡһа, күбә­ләктәй өйөрөлә, аяҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй. Ошо өҙә баҫып бейеүҙәре менән әсир итте инде немец егете Генрихты. Фестиваль ваҡытында егет Фирүзәнең артынан ҡалманы. Йәштәр бер-береһенә шулай ғашиҡ булды. Етмәһә, Генрих урыҫса һәйбәт кенә аралаша ла ине.
Германияла үткән һанаулы көндәр артта ҡалды. Фирүзә V курста уҡып йөрөгән саҡта көтмәгәндә Генрих Өфөгә килеп төштө. Ҡыҙға өйләнергә тәҡдим яһаһа ла, йәштәрҙең алдында ҡаршылыҡтар ­ тыуып тик торҙо. Фирүзә әсәһенән ризалыҡ алыу өсөн икәүләп Мәләүезгә ҡайтып килергә ҡарар итте. Оло ғына йәштәге әсәһе егетте урыҫ тип уйлаған булған, сөнки ул ишектән инеү менән:
— Здравствуйте, мама! — тип сә­ләмләне. Ысынлап та, Генрих урыҫ телен яҡшы белә шул. Зөләйха инәй ҡыҙы менән аулаҡта ҡалғанда егет хаҡында былай тине:
— Башҡорт егете тапманыңмы әллә? Хәҙер олоғайған көнөмдә «кейәү» тип әйтмәй, белер-белмәҫ урыҫсам менән “зятек” тип өндәшәйемме? Юҡ, бер ҙә генә ризалығым юҡ, минән фатиха алмайынса...
Фирүзә күҙҙәренә йәш алып: «Әсәй, ул урыҫ түгел, ә немец, Германиянан килгән. Ер аяғы-ер башынан, миңә өйләнәм тип. Мөхәббәт милләткә ҡарамай, бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Әсәй, һинең фатихаңды алырға ҡайттыҡ”,—тип Зөләйха инәйҙе шаҡ ҡатырҙы.
Иртәгәһенә улар икәү Өфөгә юлланды.
Әсәнең йоҡоһо ҡасты, төндәрен керпек тә ҡаҡмай үткәрҙе, төрлө уйҙарға сумды:
“Нимес, имеш, ни өсөн мин бер бөртөк ҡыҙымды дошманға кейәүгә бирергә тейеш әле? 1941 йылда улар бит илебеҙҙе баҫып алмаҡ булып, ҙур яу асты. Юҡ, бер ҙә фатихам юҡ, минең күкрәк һөтөмдө имеп үҫкән бала нимескә кейәүгә сығырға тейеш түгел! Иртәгә үк Өфөгә юл тоторға кәрәк, моғайын, ҡыҙымдың уҡыған ерендә ҙур хужалар барҙыр. Ипләп кенә уларға аңғартырға кәрәк: Фирүзәмде, күҙ нурымды, төрлө сәбәптәр табып, сит илгә ебәрмәһендәр, минең артыҡ балам юҡ”.
Баш ҡалаға килеп етте әсә. “Минең бындалығымды ҡыҙым ғына белеп ҡалмаһа ярар ине, моғайын, хужаларын күреп һөйләшә алырмын”, — тип, Зөләйха инәй пединститут тупһаһына аяҡ баҫты. Бер студент ҡыҙ уны етәкләп декан бүлмәһенә индерҙе, ләкин тегеһе урынында булмай сыҡты. Инәй бер йәш кенә егет менән кәңәш­ләшкәйне, ул Мәғариф министрлығына барырға ҡушты. Зөләйха инәй министр­лыҡты табып, министр урынбаҫары менән һөйләште.
— Зинһар өсөн, ҡыҙым Фирүзә Ильяс ҡыҙы Бикмөхәмәтованы Германияға ебәрмәгеҙ, нимес өсөн уҡытҡан балам юҡ әле,—тип илап ебәрҙе әсә.
— Эйе, ысынлап та, ҡыҙығыҙ 5 йыл буйы беҙҙең институтта уҡыған, стипендия алған, шулай булғас, ул кәмендә бер йыл Башҡортостанда эш­ләр­гә тейеш, — тине министр урынбаҫары. — Төпкөл райондарҙың береһенә ебәре­ләсәк, унда сит тел уҡытыусылары етешмәй. 1 сентябрҙә эш башлар.
Зөләйха инәй башта шулай ризалығын ­ бирмәй ҡырта­лашты, аҙаҡтан барыбер ҡыҙы­ның хәленә инде. Туйҙарын ҡыҙ яғында ғына үткәрергә булдылар. Ул ваҡытта магазин кәштәләре буш ине, баҙарҙа ла әллә ниҙәр табып булманы. Шулай ҙа Зөләйха инәй һыр бирмәҫкә, буласаҡ ҡоҙалары алдында кәм-хур булмаҫҡа тырышты. Табында башҡорт ризыҡтары өҫтөнлөк итте. Мул итеп ҡаҙы, тултырма яһалды, ҡаҙ ите, телеңде йоторлоҡ бишбармаҡ бешерелде. Майлы сейә, емеш-еләк ҡайнатмалары, һуттар, ҡыҙыл эремсек, ҡорот өҫтәлде биҙәне.
Егет яғынан бөтәһе өс дуға — төп ҡо­ҙа­лар һәм яҡын туғандары — килде. Туй башҡортса үтте. Аралашыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булманы, Генрих та, Фи­рү­зә лә тәржемәсе эшен оҫта башҡарҙы.
Иртәгәһенә немец ҡоҙалар ҡала күрергә тип урамға сыҡҡайны иҫтәре китте: магазин кәштәләре буш, һатыу­сыларҙың кәйефе юҡ. “Туй өҫтәлендә бөтә ризыҡ та бар, ә ҡалағыҙ бигерәк ярлы”,—тип аптыраштылар.
... Немец бисәһе уҡытырға килгән, тигән хәбәр бәләкәй генә ауылды тиҙ урап сыҡты. Яңы мөғәллимәне күрергә бөтә ауыл халҡы урамға ағылды, ҡыйыуыраҡтары хатта мәктәпкә килде.
Фирүзә ауыл тормошона тиҙ күнегеп китте, уҡытыусы ҡыҙҙар менән бер бәләкәй генә өйҙә урынлашты. Балалар “немка” апайҙарын тиҙ арала яратып өлгөрҙө. Был мәктәптә бер ваҡытта ла немец теле уҡытылмаған, шуға күрә барыһы ла уны теләп өйрәнде. Фирүзә балаларҙы бейеү түңәрәгенә лә йәлеп итте. Яңы йыл байрамы яҡынлашҡанда уға виза әҙер булғайны инде.
Әсәһе риза булмаһа ла, сит ергә килен булып китте ҡыҙ, үҙе һайлағанса. Ярай, Алла бойорһа, йәй һайын ҡайтып торормон, тип үҙен йыуатҡан булғайны...

* * *

Шул мәлдән алып 35 йыл ғүмер үтеп киткән. Хәҙер инде ул Фирүзә Бикмөхәмәтова түгел, ә Фрида Беннер. Өс ҡыҙы үҫеп етеп, уҡып, башлы-күҙле булып, башҡа сығып китте. Ял көндәре ейән-ейәнсәрҙәрен күреү шатлығын кисерә, ләкин улар өләсәй тимәй, ә үҙ телдәрендә «майне гросмуттер» тип өндәшә. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Өлкәнәйгән саҡта сит ерҙәрҙең һыуын эсермен, ризығын ейермен, тип йәшлегендә һис уйлама­ғайны бит ул.
Үткән йәй Фридаға тыуған яғына ҡайтыу бәхете тейҙе. Тыуған еренә аяҡ баҫыу менән Фирүзәгә әүерелеп, үҙенең уйнап үҫкән аҡландарына, урмандарына барып әйләнде. Ни тиһәң дә, уның бала сағы ауылда, өләсәһе янында үтте.
Нисек һағындырған! Хатта ергә һеңеп бөткән ауыл өйҙәренән дә таныш йылылыҡ бөркөлә төҫлө. Фирүзә был юлы ла бала саҡ әхирәте Зәйтүнәне эйәртеп, ҡырға сыҡты. Ҡоролоҡ булғас, еләк сәскәләре көйөп бөткән. Фирүзә тау битләүҙәренән бер ҡосаҡ шифалы үлән йыйып алды, мәтрүшкәләрҙе айырыуса күп тупланы. Бер аҙнанан ул Германияға ҡайтып китәсәк, тыуған яҡтың һәр төрлө үләндәрен, хатта әремен дә киптереп һалып аласаҡ. Германияла ундай үҫемлек юҡ. Урманға сыҡһаң, бөтә ер шәхси милектә, машинанан төшөп, бер бөртөк еләк тә ҡабып булмай, рөхсәтһеҙ усаҡ яғырға, сәскә өҙөргә лә ярамай.
Зәйтүнә Фирүзәне табынға саҡырып алды. Тыуған яҡтың сәйе лә татлы бит ул! Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Ике әхирәт бик һуң ғына айырылышты.
Иртәгәһенә ул яйлап йөрөп, бихисап башҡортса йыр дисктарын һатып алды. Сит ерҙә һағыныуҙарын белдермәһә лә, бында бөтә нәмә күңелгә яҡын, йылы. Ирекһеҙҙән Фирүзәнең күҙенән һағыныу йәштәре тәгәрәне, урамдағы миләштәр уның менән дуҫтарса һаулыҡ һораша, шул уҡ ваҡытта хушлаша кеүек тә тойолдо.
Бына ул самолет көтөп Өфө аэропортында ултыра. Башында төрлө уй сыуалыша. Тыуған илен мәңгегә ташлап китерме икән?
Бер нисә сәғәт осҡас, Цвиккау ҡалаһының төнгө уттары ла күренде. Тиҙҙән Фирүзә, Фридаға әйләнеп, үҙ йортона ҡайтыр, тупһаға аяҡ баҫыу менән уны ят тауыштар уратып алыр, сумкаһын асып ебәреп, күстәнәстәрен теҙер. Башҡорт ҡоротон, эремсеген ҡуйыр. Балалары уларҙы тәмләп, был ниндәй ят ризыҡ тип уйлар. Аҙаҡ төргәктәге мәтрүшкәне һалып, сәй эсерер ғаиләһенә. Ҡалғанын ҡәҙерләп кенә төрөп, шкафҡа һалып ҡуйыр. Һағынған һайын алып еҫкәп ҡарар уны, тыуған яғын иҫкә төшөрөр...










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528