Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Борондан юнылған йүнселлек
Борондан юнылған йүнселлек Райондың килеп сығышы хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр сауҙагәр яҙмаларында һаҡланған. Унда ер һатып алған майор Сергей Иглинға үтеп барған ылауҙарға ярҙам күрһәтеү йөкмәтелеүе тураһында ла әйтелгән. Ун йорттан торған Мәләкәс биләмәһенә тәүҙә ире, уның вафатынан һуң, ауыл йылдам үҫешкән осорҙа ҡатыны Елена Иглина етәкселек иткән. XIX быуат башында балта, ҡайыш, көршәк кеүек кәрәк-яраҡ яһау киң таралһа, ХХ быуатҡа ауыл хужалығы, сауҙа, етештереү сәнәғәте үҫешә. Һатыу эшен көйләгән Һамар – Златоуст тимер юлын төҙөү ҙә һәр йүнәлешкә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай.
Өфөнән 20 саҡрым ғына алыҫлыҡта ятҡан Иглин районы борондан иҡтисадты, хужалыҡты үҫтереүҙе, йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙы иң мөһим бурыс итеп алып, бөгөн дә заман ҡуйған талап-һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмай, киләсәккә ышаныслы ҡарай.

Сит ил кимәленән төшмәйҙәр

Борондан юнылған йүнселлекИглин ҡасабаһындағы “Энергетик” заводының ҡапҡаһынан эскә үтеү ме­нән эшмәкәрлектең ниндәй юға­рылыҡта ойошторолғанын абай­лай­­һың: тейешле яҙыу-күр­һәтмәләр, мө­ләйем хеҙмәткәрҙәр, һәр ҡоролманың урынлы һәм бөхтә булыуы хайран ҡалырлыҡ.
Үҙеңде сит илдәге киң танылған компания офисындағылай хис итерһең был ойошма эсендә. Әйткәндәй, 2008 йылдың мартында ойошторолған “Энергетик” заводы иң ябайҙан башлап юғары вольтлыға тиклем электротехник һәм электромонтаж тауарҙар етештерә. Йәғни көнүҙәк тормошта – йортта, эштә – иң кәрәкле булған электр утын хәүефһеҙ тәьмин итеү, үткәреү өсөн ҡулланылған щиттар, кабель кәштәләре, тотҡа һәм йәшниктәр яһа­ла бында. Улар иһә йорт, сәнәғәт биналарын төҙөү һәм реконструкция­лауҙа ла бик ҡулай. Тауарҙың Рәсәй стандарттарына яуап бирерлек, сифатлы булыуына етди иғтибар бүленә, сертификатлау бөгөнгәсә дауам итә. Шуныһы мәртәбәле: бында сығарылған әйберҙәр үҙебеҙҙә лә, сит илдә лә етештерелгәндәр менән комплектлана. Заказдарҙы үтәү ваҡыты ла өс көндән ике аҙнаға тиклем генә һуҙыла.
“Энергетик”тың ныҡлы матди-техник базаһы, 2 мең квадрат метр майҙанлы келәте, етештереү цехы, офисы, ашханаһы бар.
– Коллектив ошо уҡ өлкәлә байтаҡ йылдар хеҙмәт иткән белгестәрҙән тупланған. Һәр кем менән йылы, ихтирамлы мөнәсәбәттәбеҙ, барлыҡ мөмкин­лектәрҙе файҙаланып, артабан да бергә, дәррәү эшләргә ниәтләйбеҙ, – ти завод етәксеһе Рәмил Әхтәриев.

Атанан күргән –
ферма асҡан


Борондан юнылған йүнселлекЙәштәрҙең ауыл хужалығы, ер эше менән ныҡлап шөғөлләнеүе – хәҙерге заман өсөн мәртәбәле күренеш. Аталы-уллы Барый менән Рөстәм Хәбиб­рахмановтар миҫалында төбәктәге ғаиләләрҙә хеҙмәткә ҡарата ыңғай, намыҫлы ҡараш тәрбиәләнеүе ярылып ята. Күптән түгел һөтсөлөк фермаһын булдырған йәш фермер ололар кәңәшенә ҡолаҡ һалып, эшкә ныҡлап тотонған.
800 гектар ташландыҡ ерҙе ҡур­тымға алып, тулыһынса ҡулланы­лышҡа ебәргәндәр, юғары тоҡомло маллы булыу өсөн грант яуларға ла өлгөргәндәр. Бөгөн 400 баш һыйыр малынан алынған һөттө заманса ҡора­малдар ярҙамында эшкәрттереп, баҙарға сығара Рөстәм Барый улы.
Хеҙмәткә һөйөү атаһынан – байтаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән Барый Хәбибрахмановтан – күскән, күрәһең. Бөгөн дә крәҫтиән (фермер) хужалығында башҡа эшселәргә хәстәрлекле, тәрән фекер-кәңәше менән ярҙам итеп йөрөгән Барый ағайҙы тап итергә була. Ир-азаматтар бының менән генә сикләнмәгән, Иглин ҡасабаһында хужалыҡ кәрәк-ярағы магазинын да асҡан, халыҡты киң ҡулланылған тауар менән тәьмин итә.
Борондан юнылған йүнселлек– Уңыш еңел генә бирелмәй, һәр тинде урынлы тотонғанда һәм берҙәм булғанда ғына эш ырамлы бара, – ти хужалыҡтың баш бухгалтеры Рафаэль Әхмәтйәнов.


Автор: Г. ҒӘйзуллинА. Район: Иглин районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә