Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылмайып-көлөп кенә
Балалар баҡсаһында ике сабый һөйләшә.
– Шул тиклем ҡурҡам, – ти береһе.
– Нимәнән?
– Атайым яңы машина алды ла иҫкеһен һатты...
– Шу­нан ни булған?
– Тиҙҙән әсәйем да­уа­хананан яңы малай алып ҡайтырға уйлай!
* * *
– Икене икегә ҡабатлаһаң, нисә була? – тип һорай апаһы ҡустыһынан.
– Дүрт.
– Дөрөҫ! Мә һиңә шуның өсөн – дүрт кәнфит.
– Их, белгән булһам, ун алты тиер инем, – тип үкенә малай.
* * *
– Ҡыҙым, ҡайҙа шулай оҙаҡ йөрө­нөң?
– Әхирәтемә өйгә бирелгән эште үтәштем.
– Ул һуң... «бишле»гә генә уҡый ҙа баһа!
– Ә мин уға үҙемдең дәрескә әҙерләнергә ярҙамлаштым.
* * *
Малай математиканан кәсерҙәрҙе өйрәнә. Уға апаһы һорау бирә:
– Әгәр алманы унға бүлеп, бер өлөшөн һиңә бирһәм, быны нисек аңлатырһың?
– Һаранлыҡ була! – тип бик тиҙ яуап ҡайтара малай.
* * *
Йәш уҡытыусы мәктәп директорына зарлана:
– Бер малай мине бигерәк йонсотто: шаулап, юрый төрлөсә ҡы­ланып, дәресте өҙҙөрә, һабаҡташ­тары­на ныҡ ҡамасаулай... Шайтан һымаҡ!
– Кеше балаһын улай бик насар­ламағыҙ инде. Һәйбәт яҡтары ла барҙыр, моғайын?
– Эйе, бар, әммә берҙән-бер ыңғай сифаты ла бәлә генә булды миңә – ул дәрес ҡалдырмай.
* * *
Почта бүлексәһенең ишек төбөндә торған бер егеттән танышы һорай:
– Бында ниңә килеп баҫтың?
– Өләсәйемдең пенсия алып сыҡҡа­нын көтәм. Үҙен генә ебәрһәң, бөтә аҡсаһын дарыуға туҙҙыра ла ҡайта бит.
* * *
– Донъяла иң ахмаҡ йән эйәһе нимә тип уйлайһың?
– Һыйыр инде! Үҙе һыу эсә, ә беҙгә һөт бирә.
* * *
– Тауыҡтарың ниңә шул тиклем ҡытҡылдай, күрше?
– Ирем өс ай буйы Себерҙә йөрөп, утыҙ мең һум алып ҡайтҡайны, шуға көләләр.
* * *
Бер табип хеҙмәттәшенә зарын һөйләй:
– Кисә бронхит менән сирләгән бер хәйерсе килгәйне. Йылыраҡ кейенеп йөрөргә кәрәк, тип кәңәш иттем. Ә ул минең тунды кейеп сығып киткән...
* * *
Хеҙмәткәр етәксеһенең кабинетында тартынып ҡына һүҙ башлай:
– Мин һеҙҙең ойошмала инде ун биш йыл эшләйем. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа эш хаҡын арттырыуығыҙҙы һорағаным юҡ...
– Шуға күрә ун биш йыл буйы тотабыҙ ҙа инде һине!
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Кеҫәмдә кәмендә биш мең һум аҡса булмаһа, бөтөнләй кәйефһеҙ йөрөйөм.
– Ә мин – 10 мең ятмаһа.
– Һиндә ул тиклем аҡса булғаны юҡ бит!..
– Һәйбәт кәйеф менән йөрөгәнемде ҡасан күргәнең бар?
* * *
Икәү осраша.
– Шунан, ҡәрҙәш, хәлдәрең нисек?
– Ресторандан сыҡҡан юҡ...
– Әллә байып киттеңме?
– Пенсиям ашарға ла етмәгәс, швейцар булып эшләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә