Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙ иғтибарлымы?
Һеҙ иғтибарлымы? Кешенең йөҙөнә ҡарап, уның нимә әйтергә телә­гәнен асыҡлап була, әммә үҙ-үҙен тотошона ла иғтибар итегеҙ.
1. Әңгәмәсегеҙ устарын һәр ваҡыт өҫкә ҡаратып, асыҡ итеп тота икән — был уның һөйләшергә әҙер булыуын, асыҡ кеше икәнлеген күрһәтә.
2. Үҙе лә һиҙмәҫтән танауына ҡағыла, тырнай икән — был уның һеҙҙең һүҙгә ышанмауын билдәләй.
3. Ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йә иһә усында нимәлер уйната икән, әңгәмәсегеҙ нимәгәлер борсола йәки ояла.
4. Баштың төрлө өлөшөнә ҡағылыу (маңлай, бит һ. б.) үҙ-үҙенә ышанмаусы йәки оялсан кешеләргә хас.
5. Устарын йомарлау — асыу билдәһе.
6. Әгәр ҡаршығыҙҙа тороусы һеҙҙең менән ара­лашҡанда өҫ кейемендәге сүпте һыпырып төшө­рөргә теләй икән — был уның һеҙҙең менән килешмәүен, һөйләгән һүҙҙәрегеҙҙән ҡотолорға тырышыуын күрһәтә.
7. Күҙ ҡабаҡтарына ҡағылыу алдашыуҙы йә шикте белдерә.
8. Эйәккә ҡағылыу — һығымта яһау билдәһе.
9. Әгәр ҙә әңгәмәсегеҙ һеҙ һөйләгәндә башын ситкә эйеп тыңлай икән, был уның һеҙҙең һүҙҙәргә иғтибарлы булыуын күрһәтә.
10. Һөйләшкәндә ике ҡул менән өҫтәлгә таяныу һөйләшеүҙән ҡасырға теләү йәки әңгәмәсе менән уртаҡ тел таба алмауҙы сағылдыра.
11. Бармаҡтарҙы бер-береһе өҫтөнә һалыу — әңгәмәсе тураһында тыуған насар уйҙарҙан ҡотолорға теләү билдәһе.
12. Ҡулдарҙы, аяҡтарҙы бер-береһенә һалыу әңгәмәләштән һаҡланыуҙы күрһәтә.





Йәтеш кенә тип алданмағыҙ!

Һеҙ иғтибарлымы?Беҙ пластик һауыттарҙы хәҙер даими ҡулла­набыҙ. Шул уҡ ваҡытта хатта, бигерәк тә йәтеш, тип ҡыуанабыҙ.
Америка ғалимдары һуңғы йылдарҙа кеше организмында, тәбиғәт тарафынан бирелгәндәр­ҙән тыш, пластик матдәләрҙең артыуына иғтибар иткән. Улар организмға пластик тәҙрә­ләрҙән, йыһаздан, ә иң күбеһе пластик һауыт-һаба аша ингән. Зарарлы матдәләр һауыттан ризыҡҡа, унан кешегә күсә.
Полимерҙар үҙҙәре зыянлы түгел, улар­ға ҡушылған технологик өҫтәмәләр, ирет­мәләр ағыулы. Хәүефле матдәләр аҙыҡты һауытта һаҡлағанда йәки йылытҡанда бүленеп сыға. Пластик шешәләр, һауыт­тар ғәҙәттә бер тапҡыр ҡулланыу өсөн яһала! Пластик шешәләргә сәй йәки иҫерткес эсемлек, һөт йәки үҫемлек майы, хатта изге зәм-зәм һыуы һалалар ҙа шунда айҙар буйы һаҡлайҙар. Эксперттар феке­ренсә, шешә ябыҡ саҡта, унда кислород кергәнсе, пластиктың зыяны юҡ. Асҡас, шешә тотороҡло үҙенсәлеген юғалта.
Пластик стакандарға ҡайнар сәй йәки спиртлы эсемлек һалынһа, ул зарарлы мат­дәләр бүлеп сығара башлай. Йәйге кафе­ларҙа ҡулланылыусы полистирол тәрил­кәләр ҙә зыянлы. Пластик һауытҡа майлы аҙыҡ һалып ашарға ла кәңәш ителмәй. Шуға ла йәтеш тип алданмағыҙ, көнкүреш­тә быяла шешә һәм банкаларҙы ҡулланығыҙ!


Һәр нәмәнең ғилләһе бар!

l Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырырға һәм әҙер булғас, өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡойорға кәрәк. Ошолай бешерелһә, ризыҡ айырыуса тәмле була.
l Аҡ майҙы ҡыҙҙырғанда көймәһен тиһә­геҙ, уны үҫемлек майы менән майланған табаға һалығыҙ.
l Манный ярмаһын ҡайнар һөткә һалҡын һыуҙа ебетеп һалһағыҙ, көймәҫ.
l Фасолде бешергәндә һыуға 1-2 тамсы үҫемлек майы ҡушһағыҙ, тәмлерәк һәм йомшағыраҡ булыр.
l Ҡарабойҙайға — 1:2, дөгөгә 2:3 иҫәбенән һыу ҡушалар. Бешкәндә бол­ғатмаһағыҙ, һауыттың ҡапҡасын асмаһағыҙ, ул үҙ парында тәмле булып бешә.
l Сыр ҡырғыстан яҡшыраҡ ыуылһын өсөн уны 10-20 минутҡа һыуытҡыстың туңдырыу камераһына ҡуйып торорға кәрәк.
l Лимондан һут күп бүленеп сыҡһын өсөн бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалалар.
l Рассольникка ҡыярҙы иң һуңынан һалығыҙ. Юғиһә картуф бешмәй ҡалыр.
l Макаронды бешереп һарҡытҡанда һыуын аҙ ғына ҡалдырығыҙ. Былай эшләгәндә ул кипмәй.
l Ҡамыр ҡабара башлағас, ике-өс тапҡыр баҫып ҡуйығыҙ. Ул тиҙ һәм яҡшы күтәрелер. Күпереп, йомшаҡ булып бешер.
l Тауыҡ һурпаһына лавр япрағы һалма­ғыҙ — тәмен ала.
l Тоҙланған помидорҙы йә ҡыярҙы асҡандан һуң, ашалып бөтмәгән йәшелсә боҙола башлай. Был осраҡта тоҙланған һыуға аҙ ғына гәрсис өҫтәгеҙ. Тоҙланған йәшелсәнең төҫө асылып китер һәм оҙаҡ боҙолмай һаҡланыр.
l Эсе ҡарайған алюмин һауытҡа һеркәле һыу һалып ҡайнатығыҙ. Ул тиҙ таҙарыр.
l Суйын табаның оҙаҡҡа етеүен теләһәгеҙ, һатып алғас та тоҙ һибеп утҡа ҡуйығыҙ. Шул тоҙ менән ышҡығыҙ, май һөртөгөҙ һәм яңынан ҡыҙҙырығыҙ.
l Сәйнүккә юшҡын ултырһа, бер бал ҡалаҡ лимон кислотаһын бер литр һыуҙа иретеп, сәйнүктә ҡайнатығыҙ һәм төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртән уны яҡшылап сайҡатырға ғына ҡала. Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе лә ҡулланырға була.
l Ошо ысул менән кер йыуыу машинаһын да таҙарталар. Кер йыуыу онтағы урынына 100 грамм лимон кислотаһы һалып, 90 – 95 градус эҫелектә буш килеш әйләндерәләр.
l Аштың туртаһын алып өлгөрмәгәндә, һурпаға бер аҙ һыуыҡ һыу өҫтәгеҙ. Туртаһы яңынан өҫкә ҡалҡыр.
l Микротулҡынлы мейесте йәшелсә, тәмләткес үләндәрҙе киптереү өсөн файҙаланырға була.
l Картуфты ҡыҙҙырғанда тоҙҙо әҙер булыр алдынан ғына һалығыҙ, ул һутлыраҡ һәм тәмлерәк булыр.


Балыҡ бәлеше

Һеҙ иғтибарлымы?Ҡамыр өсөн 1 стакан кефир, ярты стакан майо­нез, 3 йомортҡа, 8 ҡалаҡ он, самалап тоҙ алына.
Эслек өсөн 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 банка май­лы консерва (сайра йәки башҡа төрлө балыҡтан) .
Дөгө ярмаһына аҙ ғына тоҙ һалып, талғын утта бешереп алабыҙ. Аҙаҡ һалҡын һыуға һалып сайҡатып, һыуын һарҡытабыҙ. Бер банка сайра консерваһын сәнске менән иҙәбеҙ.
Кефирға майонез, йомортҡа, он һәм тоҙ һалып, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғатабыҙ.
Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойғас, өҫтөнә тигеҙ генә итеп әҙер дөгө ярмаһын, шунан һуң консерва балығын һалабыҙ ҙа ҡалған ҡамырҙы ҡойоп сығабыҙ. 180-200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәттә әҙер була.


Тәмәкене ташлауы еңел!

Һеҙ иғтибарлымы?АҠШ-тың ғына түгел, тотош донъяның әҙәбиәт һөйөүселәренә яҡшы таныш әҙип, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марк Твендың шундай һүҙҙәре тарихҡа уйылып ҡалған: “Тәмәкене ташлауҙан да ябайыраҡ эш юҡ – мин үҙем дә унан тиҫтәләрсә мәртәбә баш тарттым инде...” Әлбиттә, ул шаяртҡан, әммә беҙ классиктың әлеге һөйләменән тәүге өлөштө раҫҡа сығармаҡсыбыҙ.
Иң ябай ысул – онотоу. Бөтә донъяңды түгел, ә тәмәке тартҡы килеүҙе генә. Бик ҙур ихтыяр көсө талап ителә, әлбиттә. Көнбағыш барлыҡ эште оноттора, тиҙәр. Һис юғында шул ысулды ҡулланып ҡарағыҙ. Тартҡығыҙ килгән һайын көнбағыш сирырға керешегеҙ. Был бигерәк бер ҡатлы булыу һымаҡ, шулай ҙа теләкте оноттороу юлы менән тәмәкене ташлағандар күп кенә.
Тағы бер алым. Тәмәке тартҡы килгән һайын 2-3 стакан һыу йә һут эсергә күнегегеҙ. Һулыш гимнастикаһы эшләргә лә кәңәш итәбеҙ. Бәйлелектән тамам арынғансы бүтән тәмәкеселәргә яҡын бармайыраҡ тороғоҙ. Еңел үҙләштерелә торған ризыҡ ашағыҙ. Бер минут та буш тормағыҙ, юғиһә тәмәке иҫегеҙгә төшөп ыҙалатыр. Саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ. Биш көн тирәһе тартмай түҙһәгеҙ, ҡалғаны еңел биреләсәк.
Сит ил белгестәре түбәндәге кәңәштәрҙе тоторға тәҡдим итә:
1. Тәмәкене күпләп түгел, ә гел берәр генә ҡап һатып ала башлағыҙ.
2. Бер сигаретты алып ҡапҡас, ҡабын йәшерегеҙ, күҙегеҙгә салынмаһын.
3. Фильтрлы тәмәкене генә тартығыҙ.
4. Башҡаларҙыҡын тартмағыҙ, хатта “һыйларға” теләһәләр ҙә.
5. Үҙегеҙ менән ҡабыҙғыс, шырпы йөрөтмәгеҙ.
6. Тәмәкене тоҡандырғас, бер-ике һурығыҙ ҙа һүндерегеҙ.
7. Әкренләп үпкәгә алмай тартырға ғәҙәтләнегеҙ.
8. Иртәнге тәүге сигаретты ашап алғас ҡына көйрәтегеҙ.
9. Тартыу йышлығын кәметегеҙ.
10. Һирәк тарта башлағас, нисә һум аҡсағыҙҙың янда ҡалыуын иҫәпләп сығарығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә