Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр хат — иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы республика Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Хөкүмәттең даими контролендә тотола. Республика халҡынан хаттар почта, факс, электрон почта аша килә, туранан-тура ла тапшырыла.
Яҙма мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла Баш­ҡортостан Башлығы, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары тарафынан ҡарала һәм күрһәтмә менән респуб­ли­ка­ның тейешле башҡарма власть орган­дарына, ойошмалар етәкселәренә үтәүгә ебәрелә.

Мөрәжәғәттәрҙең статистикаһы

Мөрәжәғәттәр Мөрәжәғәттәр һаны

Килгән мөрәжәғәттәрҙең
дөйөм һаны 12 740
шуларҙан компетенция буйынса
ебәрелгән:
республика Башлығы
Хакимиәтенән 1 357
Рәсәй Президенты Хакимиәтенән 5 294
Рәсәй Федераль Йыйылышының
Дәүләт Думаһынан 92
Рәсәй Хөкүмәте Аппаратынан 519
Шул иҫәптән Башҡортостан
Хөкүмәте Аппаратында
контролгә алынған 3 055
Мөрәжәғәттәрҙең төп темаһы

Былтыр граждандарҙан килгән 13 011 хаттың 5 869-ы (45%) — торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа, 2 487-һе (19%) — социаль өлкәгә, 2 400-ө (18%) — иҡтисадҡа, 1 897-һе (15%) — дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт мәсьәләләренә, 358-е (3%) обо­ронаға, именлеккә һәм ҡа­ну­ниәткә ҡағыла. 1 563 (12%) мөрәжәғәттә коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр күтә­релә. Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү темаһы ла ҙур урынды биләй. Уға бәйле 1 455 (11,4%) хат килгән. Күпселегенең авторы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, күп балалы ғаиләләр, ветерандар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, запастағы офицерҙар һәм авария хәлендәге, иҫке торлаҡ хужалары. Шулай уҡ йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, субсидия, кредит бүлеүгә бәйле проблемалар йыш күтәрелә. Алданған өлөшсөләр төҙөүселәр тарафынан килешеү шарттарын үтәмәүгә ялыу итә. 2014 йылда ҡала төҙөлөшө һәм архитектура мәсьәләләре буйынса 617 (4,8%), ҡала, ҡасабаларҙы төҙөкләндереү йәһәтенән — 332 (2,6%), юлдарҙың сифатына, транспорттың эшенә бәйле — 302 (2,4%), социаль өлкә объекттары төҙөлөшөнә ҡағылышлы 75 (0,6%) мөрәжәғәт килгән.
Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләһе лә көн­үҙәк булып ҡала. 960 (7,5%) хат ошо турала һөйләй. Бынан тыш, мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороу, төҙөкләндереү, уҡытыусыларҙың тор­лаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү йәһәтенән компенсация биреү, баланы мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыу буйынса — 384 (3%), һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән — 546 (4,3%), хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге хаҡында — 372 (3%), физкультура һәм спорт, туризм мәсьәләләренә бәйле 63 (0,5%) хат килгән.
Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҡа­ғы­лышлы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреү үтенесе белдерелгән, агро­­фирма­ларҙағы хәл тураһында, ауыл ху­жалығын үҫтереү тәҡдиме сағылған 508 (4%) мөрәжәғәт алынған. 403 (3,1%) хат тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡағылған.
Яһалған анализдан күренеүенсә, мөрә­жә­ғәттәрҙең төп өлөшө түбәндәге ҡала һәм райондарға тура килә:

Өфө — 3 094 (24,2%);
Стәрлетамаҡ — 666 (5,2%);
Октябрьский — 441 (3,4%);
Салауат — 320 (2,5%);
Нефтекама — 300 (2,3%);
Өфө районы — 286 (2,2%);
Туймазы районы — 148 (1,1%);
Иглин районы— 121 (0,9%);
Стәрлетамаҡ районы — 92 (0,7%).
Граждандарҙы шәхси
ҡабул итеүҙе ойоштороу

Халыҡтың телдән һәм яҙма мөрәжәғәт итеүенә бәйле эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында республика Хөкүмәте бойороғо менән киләһе кварталға Башҡортостан Хөкү­мә­те Премьер-министры урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан граж­дандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Муниципаль райондарҙа, ҡала округтарында бындай сараларҙы үткәреү датаһы хаҡында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
Республика Хөкүмәтенең Интернет селтәрен­дәге һttp://www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында дәүләт органдары етәкселәре тарафынан халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы, Башҡорт­остан Хөкүмәте Регламенты, ярты йыл һәм бер йыл эсендә граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә Интернет селтәре аша мөрәжәғәт итеү алымы урынлаштырылған.
Хөкүмәт Аппаратындағы граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлеге шәхси ҡабул итеүҙе ойоштора. Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары халыҡты ҡабул итә.
Ошо осорҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары ҡабул итеү бүлмәһендә 14 сара үткәргән. Уларҙа 94 кешенең мөрәжәғәте ҡаралған. Урындарға барып уҙғарылған 33 сараға 256 кеше килгән. Башҡортостандың дәүләт органдары етәкселәре ойошторған 224 күсмә ҡабул итеү барышында 1623 граждандың үтенесе ҡаралған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә