Май айы. Күктә ҡояш көлә. Нурҙары көлтә-көлтә булып ауыл урамдарына тарала. Ә Люциә: «Һуңға ҡалам инде», — тип ашыҡ-бошоҡ кейенә. IV класта уҡыусы һабаҡташтары әллә ҡасан килеп еткәндер ҙә тик уны көтәлер кеүек тойола. Мәктәп тирәләй ағас ултырталар бит. Ҡыҙыҡайҙы атаһы ҡапҡаға тиклем оҙата килде, ашарға һалынған төйөнсөктө тотторҙо ла: «Йә, ҡыҙым, һау бул, тырышып эшлә, башҡаларҙан артта ҡалма», — тип, арҡаһынан һөйөп алды. Ҡыҙыҡай, сәс толомдарын елпелдәтә-елпелдәтә, урам буйлап йүгерҙе һәм, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡапыл артына боролоп ҡараны. Атаһы уйға батҡандай баҫып тора ине. Ҡыҙын һуңғы тапҡыр күреүен һиҙенгәндер инде… Минең ҡошсоҡтар –
иң матуры...Ошо күренеш нәфис фильмдағы һағышлы кадр кеүек Люциәнең хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған. Әйтерһең дә, киноны тап уның ғүмер киҫәгенән алып төшөргәндәр. Атаһының оҙон буйы, Бөйөк Ватан һуғышы касафаттарынан йыйырсыҡланған йөҙө, текләп тура ҡарай торған моңһоу күҙҙәре…
Бала саҡ хәтирәһендәге ун йәшлек ҡыҙыҡай бөгөн илленең өҫтөнә баҫҡан ханым Люциә Нуритдин ҡыҙы Гәрәева булыр. Ул хәләл ефете Фәнил менән ҡыҙҙары Эльзаны (юрист булып эшләй) һәм улдары Эрикты (Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамларға тора) үҫтереп, юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарған.
Люциә һылыуҙы күптән беләм. Уның иң өлкән апаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйсә Ҡыуатова (Ултракова), менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Халыҡта «матур кеше» тигән йомро һүҙ бар. Уңған, аҡыллы, күркәм заттарҙы күҙ уңында тотоп әйтелә ул. Халыҡ телендәгесә матур Ултраковтарҙың тамыры Хәйбулла районындағы Урыҫбай ауылына барып тоташа. Люциә һылыу — шуларҙың береһе.
Быйыл Гәрәевтәр юл ыңғайы Өфөгә һуғылды. Испаниянан ҡайтып килеүҙәре икән. «Газпром добыча Уренгой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Газодобытчик» мәҙәни-спорт үҙәге эшмәкәрлегенә һалған ҙур хеҙмәтен юғары баһалап, рәссам-биҙәүсе Фәнил Мөхәмәт улын сит илдә ял итеү өсөн ике кешелек путевка менән бүләкләгәндәр.
Люциә һылыу, күҙ теймәһен, һаман шул килеш: һомғол буйы, алсаҡ йөҙө, көньяҡ башҡорттарына хас моңло телмәре, һәр өндө, һәр һүҙҙе айырым-асыҡ, килешле итеп әйтеүе сибәрлеген тағы ла нығыраҡ сағыуландырып ебәрә. Һағыныуы күренеп тора: ул башлыса туғандарының фотоһүрәттәрен күрһәтеп, күңел төбөндә уйылып ҡалған иҫтәлектәре менән бүлешә. Бына атаһы Нуритдин Шәйхетдин улы Ултраков – Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса дошман менән ҡаты бәрелешле, ҡан яуып торған өйөрмәләрҙең уртаһында ҡатнашып, тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан иҫәпле генә яугирҙәрҙең береһе. Ир-ат менән гәпләшеп ултырған саҡта: «Дүрт йыл буйы Берлинғаса атлап барҙыҡ бит», — тип көрһөнөр булған. Ә алған миҙал-ордендары һуң! «Унлаған ине», — ти Люциә.
Ғаиләсел атай менән әсәй ҡосағында үҫеүен, уларҙың бер-береһенә мөхәббәтле мөнәсәбәтенең ете балаға ете яратыу хисе булып таралғанын Люциә һылыу, үҙе ике балаға ғүмер биргәс, тағы ла нығыраҡ аңлаясаҡ. «Атайымдың һөйләүен тыңлау, һүҙ араһында мәрәкәләп ебәреүен ишетеү үҙе бер кинәнес ине, халыҡ ижадының барлыҡ тел байлығын үҙенә йыйған тиерһең», – тип хәтерләй Люциә. Өйҙәге тыныс мөхиткә, һәр кемгә ихтирамлы мөғәмәләгә, ата-әсәнең тормошсан аҡыл зирәклегенә йылдар үткән һайын балалар араһын нығытыусы туғанлыҡ хисе өҫтәлә барған. Нуритдин Шәйхетдин улын колхоз рәйесе лә, бригадир ҙа итеп ҡуйғандар. Һуғыштан һуңғы емерек ауылдың төҙәтер урындары күп булғас, эштән һуң да, эш араһында ла балтаһы ҡулынан төшмәгән: бура күтәрешкән, ҡыйыҡ ябышҡан, кәртә-ҡураларҙы төҙәтешкән. Ул заманда ҡулаҡса урынына «рәхмәт» һүҙе генә йөрөгән. «Алты ҡыҙ араһында берҙән-бер малай булғаны өсөн генә түгел, атайыбыҙҙың дауамы кеүек күреп, Ғәйнетдин ағайымды барыбыҙ ҙа бигерәк яратабыҙ», — тип өҫтәп ҡуя Люциә. Әсәһе Әминә Йомағужа ҡыҙы, сәхнәләргә менмәһә лә, табындарҙа оҙон башҡорт йырҙарын башҡарған. Айырыуса «Сибай»ҙы үҙенсәлекле итеп, моңло, матур тауыш менән табындағыларҙы илатҡансы йырлаған. Ҡунаҡтарҙың моңһоуланғанын күргәс, ул, шаян таҡмаҡтарға күсеп, күңелдәрен асып ебәргән. Уны тағы «тегенсе Әминә» тип тә белгәндәр. Клубта йә мәктәптә берәй сара үткәрелһә, үҙе бесеп теккән сәскәле күлдәктәр кейҙереп, балаларын етәкләп алып барыр ҙа ширлектәргә теҙеп ултыртҡас: «Бына минең ҡошсоҡтарым иң матуры», — тип ҡуйған. Маҡтанырлығы ла булған шул: балаларының барыһы ла зифа буйлы, аҡ йөҙлө, ҡыҙҙар оҙон сәсле. Берҙән-бер улы Ғәйнетдиндең кәүҙәһе лә, атаһына оҡшап, өрлөктәй булмаҡсы. Шуларға өҫтәп, ике яҡтан да зәңгәр күҙле ҡартаталары Шәйхетдин менән Йомағужа ейән-ейәнсәрҙәрҙең күптәренә диңгеҙ төҫөн мираҫ итеп ҡалдырған.
Фронтовиктың балаһы бирешәме ни!Бәхет тигәнең ҡыҫҡа ғына миҙгелдәрҙән тора икән. Апайҙары, Ғәйнетдин ағаһы уратаһында йылы ғаилә ҡосағында үҫеп килгән ҡыҙыҡай атаһын ҡапыл юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Өфөләге музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатына (хәҙер ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия) килгәс, нотаны ла, урыҫса ла белмәгән ауыл ҡыҙына уҡыуы еңелдән булмағандыр. Әммә һуғыштан һуңғы ҡырыҫ замандың, Берлинғаса атлап барған фронтовиктың балаһы бирешәме ни! Иртә вафат булған атаһын, йәшләй генә һаулығы насарайған әсәһен, ауылын, көмөш һыулы Йылайырын һағынып илаған саҡтары күп булһа ла, тырыша. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ишеген ҡаға, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ауылына ҡайта. Люциәһенең уҡырға инеүен ишеткән Әминә Йомағужа ҡыҙының ҡыуанысы эсенә һыймай: хәлһеҙлектән һуңғы көсөн йыйып, ауылды бер урай. «Ҡыҙым уҡытыусы буласаҡ», – тип шатлығын һөйләп сыға; алтынсы ҡошсоғо баш ҡалаға китеп өс көн үткәс, вафат була. Шулай итеп, йәшлеге сәскәгә тумалып килгән саҡта тормош Люциәне һәм уның туғандарын тағы ҙур ҡайғыға һала. Кистәрен эшләп, көндөҙ уҡып, ауыр саҡтарында апайҙарына, Ғәйнетдин ағаһына килеп, эс серен бушатып, өҫтәмә рух-көс туплап, ул маҡсатына өлгәшә — «хор-дирижерлыҡ һәм музыка теорияһы белгесе» тигән диплом ала. Шул йылды уҡ Шаран районының Бурһыҡ ауылында үҫкән, БДПУ-ның художество-графика бүлеген тамамлаған егет – үтә лә тыйнаҡ Фәнил менән яҙмышын бәйләп, йүнәлтмә буйынса Аҡъярға килеп төпләнә.
Йәш белгестәр райондың мәҙәни тормошон йәнләндереү өсөн байтаҡ күркәм эштәр атҡара. Ошо хаҡта матбуғат биттәрендә мәғлүмәттәр күренгеләне. (Утыҙ йыллап ғүмер үткәс кәрәге тейерен белһәм, уларҙы гәзиттән ҡырҡып алған булыр инем). Ҡыҫҡаһы шул. Үткән быуаттың ҡапма-ҡаршылыҡлы 80-се йылдары тағы ла сетереклерәк 90-сы йылдарға барып тоташа. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йортонда биҙәүсе-рәссам йөгөн иңдәренә алған Фәнил Мөхәмәт улы үҙен тыныс холоҡло, төплө аҡыллы, эшсән итеп таныта. Ундайҙар тураһында «эш өсөн тыуған» тип тә ебәрәләр. Люциә һылыу иҫке һәм ҡыҫынҡы бинала урынлашҡан музыка мәктәбенә уҡытыусы итеп алына. Ул фортепьяно буйынса дәрестәр биреү менән бергә ауыл балаларын музыкаға ылыҡтырыу буйынса күп эшләй, лекциялар менән сығыш яһай, бәләкәстәренең һәләттәрен күрһендәр тип, ата-әсәләр өсөн йыш ҡына асыҡ дәрестәр үткәрә. Баш ҡаланан алыҫта ятҡан төбәктә музыкаға һәләтле балаларҙың күплеген асыҡлағас, киңерәк майҙанлы бина һорап, етәкселәргә әллә нисәмә ҡат мөрәжәғәт итә ул. Ниһайәт, партияның район комитеты өсөн яңы бина һалынғас, ул тырышып-тырмашып (бер ойошманан тартып алды тиһәң дә була), бушаған бинаға музыка мәктәбен күсереүгә һәм уға сәнғәт мәктәбе статусы бирҙереүгә өлгәшә. Шөкөр, йәш уҡытыусының башланғыстарын дөрөҫ аңлаусылар табыла. Айырыуса ул саҡтағы район партия комитетының беренсе секретары Марс Хызыр улы Шаһиевты һәм коллегалары Гүзәл Шәмсетдинованы, Эльвира һәм Николай Федоровтарҙы, Светлана Мельникованы, Виктория Ҡаҙаҡбаеваны ҙур рәхмәт хистәре менән иҫкә ала Люциә һылыу. Уларҙың туранан-тура ҡатнашлығында ҡурай, думбыра, хореография, халыҡ музыка ҡоралдары, һынлы сәнғәт кластары асыла. Ҡолас ташлап эшләүе менән бергә ул БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп уҡып, юғары белем ала, аттестация үтеп, һөнәре буйынса юғары квалификацияға эйә булыуын раҫлай, артабан уҡырға теләгән балаларҙы Салауат, Стәрлетамаҡ, Учалы, Өфө сәнғәт мәктәптәренә, училищеларына етәкләп тигәндәй алып барып урынлаштыра, директор урынбаҫары, директор кеүек етәкселек баҫҡыстарын үткән саҡта коллегаларына дәүләт наградалары юллап алып бирешә.
Фәнил Мөхәмәт улы, эштән ҡайтыу менән һәр минутты иҫәпләп, көндө төнгә ялғап, һәр ҡаҙауын үҙе ҡағып, йөҙө көн битендә ҡарайғансы эшләп, бик матур ике ҡатлы йорт һалып ултырта. Тик… Егерме йыл самаһы ғүмер арауығында илдә генә түгел, райондағы түңкәрелеш-үҙгәрештәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Был мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡағылмай ҡалманы. Шул арала мәктәптәге уңыштары менән ҡыуандырып, балалар үҫеп килә. Бөгөн-иртәгә үксәгә баҫыуҙары ла ихтимал. Тимәк, алда ата-әсәне уларға юғары белем биреү хәстәре көтә. Әйләнгән һайын аҡса талап ителгән заманда ауыл ерендә мәҙәниәт-сәнғәт усағында тир түгеүселәрҙең ҡулынан килерлекме был? Йәшәгән-эшләгән урында яуланған абруй менән алыҫ китеп булмаҫ, тип уйлай Гәрәевтәр һәм, урындарынан ҡуптарылып, ситкә сығып китә.
Һау бул, Башҡортостан! Һаумы, Ямал-Ненец!Һәм бына улар – Ямал-Ненец автономиялы округының Яңы Уренгой ҡалаһында.
— Илебеҙ уртаҡ булһа ла, ят тупраҡ бит. Нисек эшләп киттегеҙ? — тип һорамай булдыра алманым.
— Ныҡ һағындыра, апай. Сит ерҙә генә Башҡортостаныбыҙҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайбыҙ. Хәҙер өйрәндем инде. Ә тормоштоң асылы яп-ябай: ҡайҙа ла ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Шунда ғына үҙеңде таныта алаһың, — ти Люциә Нуритдин ҡыҙы.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Гәрәевтәрҙең уңғанлығына уларҙың маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән тулы хеҙмәт юлы дәлил.
Фәнил Мөхәмәт улын «Газодобытчик» мәҙәни-спорт үҙәгенә ҡуш ҡуллап рәссам итеп алалар. Ул, үҙенең төп эшенән тыш төрлө конкурстар, бәйгеләр, күргәҙмәләр ойоштора, урындағы музейҙы экспонаттар менән тулыландырыу, ижади көстәрҙе туплау, уларҙың ижадын халыҡҡа еткереү буйынса күп эшләй. Себер тәбиғәте, унда йәшәүсе ненец халҡының көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре рәссамдың күңел түренән урын ала. Быйыл уның ошо темаға арналған «Себер һүрәтләмәләре» тигән тәүге шәхси күргәҙмәһе ҙур уңыш ҡаҙанған.
Люциә Нуритдин ҡыҙы ла үҙенең нимәгә һәләтле булыуын тиҙ таныта. Башта ул һынау шарты менән ҡаланың 2-се балалар сәнғәт мәктәбенә музыкаль-теоретик дисциплиналар класына уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Көн дә тиерлек дәрестәренә инеп тикшерәләр, анализлайҙар, һығымта яһайҙар һәм Люциә Нуритдин ҡыҙының ысынлап та үҙ фәнен төплө белеүенә, балалар менән йылы мөнәсәбәт булдыра алыуына инаналар. Шуны ла әйтеп китәйек: ул юғары квалификациялы педагог булыуын аттестация һайын раҫлап килә. Сольфеджионы ҡатмарлылығы яғынан математика менән сағыштыралар, шуғалырмы музыка-сәнғәт мәктәптәрендә балалар уны өнәп еткермәй. Ә бына Люциә Нуритдин ҡыҙы етәкселегендәге көйҙәрҙе ишетеү һәләтен үҫтереү, ноталарҙы уҡырға өйрәнеү өсөн вокаль күнегеүҙәр башҡарыу, фортепьянола уйнаған көйҙәрҙе ноталарға күсереү, дирижерлыҡҡа, йырларға өйрәнеү дәрестәренә Яңы Уренгой балалары теләп йөрөй; улай ғына ла түгел, Ноябрьск, Муравленко, Салехард, Надым ҡалаларында үткәрелгән конкурс, викторина, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, тик алдынғы урындар алып ҡайталар. Өфөлә уҡыған сағында ла, Аҡъярҙа ла, бында ла балаларға дәрес биргәндә фортепьяно янына ултырып, тәүге ноталарҙы алыу менән әсәһенең «Йәшел генә сана, зәңгәр дуға…» тип сыңғырҙатып йырлағаны Люциә һылыуҙың күңелендә сағылып китә. Ошо моңһоу хәтирә уға, тағы ла яҡшыраҡ эшләп, әсәһенең нәҙерен үтәү өсөн илһам ҡанаттары биргәндәй була. Алдына маҡсат ҡуйып эшләй белгәне, ярҙамсыллығы, балаларҙы яратҡаны, уларҙы программала ҡаралғандан да юғарыраҡ кимәлдә әҙерләгәне өсөн Люциә Нуритдин ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһенә рәсми яҙылған рәхмәт һүҙҙәре, 2-се балалар сәнғәт мәктәбе етәкселеге, Яңы Уренгой ҡала хакимиәте биргән маҡтау грамоталары, дипломдар бер ҡосаҡ булып киткән. Сәнғәт кеүек нескә өлкәне сабый күңеленә еткереү өсөн иң элек үҙең бар булмышың менән нәзәкәтле, эске мәҙәниәтең иң юғары нөктәлә булыу зарур. Люциә һылыуҙа был сифаттарҙың барыһы ла бергә үрелеп, күркәм холоҡҡа әүерелгән.
Люциә менән Фәнил Гәрәевтәрҙең йәшлеге илебеҙҙең «ҡырағай капитализм»ға боролған иң аңлайышһыҙ, талонға ҡарап ҡына йәшәгән осорона тура килде. Әммә уларҙың зиһененә «эш юҡ» тигән төшөнсә инеп тә сыҡмаған. Төпкөлдә үҫкән ике ауыл балаһына ғүмер тигән киң даръяла юл ярыуы еңелдән дә булмағандыр. Люциә Нуритдин ҡыҙы менән Фәнил Мөхәмәт улы, атай-әсәй биргән мөхәббәтле күркәм тәрбиәне булмыштарына һеңдереп, тормоштоң асылын тота белеп йәшәй. Ә бына үҙем республиканан ситтә лә милләтебеҙҙең йөҙөн күрһәтеп, шәхес булып күтәрелеүҙәре өсөн һөйөнөп, тап боронғоса, ағинәйҙәрсә арҡаларынан ҡағып, «Һай, рәхмәт яуғырҙары!» тип әйтмәйенсә булдыра алманым.