Хеҙмәт! Әгәр кешелек һинән тик бер айға, юҡ, улай ҙа түгел, бер генә көнгә айырылһа, нимә булыр ине икән был донъяла? Ысынлап та, күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Фәнил Әсәновтың һүҙҙәрендә оло хаҡлыҡ ята. Кеше донъяға яралғандан алып бөгөнгә тиклем бары хеҙмәт арҡаһында ғына йәшәй, күңеленә йәм таба, рухи яҡтан байыға. Һәм, замандар үткән һайын, ул камиллаша бара. Һәр хеҙмәт төрө юғары баһалана, уны яратып, бөтә йөрәгеңде һалып башҡарырға ғына кәрәк. Намыҫлы хеҙмәт хөрмәт килтерә.Ҡотой ауылының алдынғы колхозсыһы, егерме өс йыл тракторсы, егерме биш йыл тракторсылар бригадаһының бригадир-механигы булған Бәхтиәр Сәфәрғәлин дә эшенән ҡәнәғәтлек табып, хөрмәт татып йәшәне.
Ул Учалы районының Ҡотой ауылында 1927 йылдың 18 ғинуарында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Әсәләре Гөләйдә апай менән аталары Ситдиҡ ағай 1926 йылда өйләнешә. Ғаилә башлығы йәшләй генә, аяғындағы гангрена көсәйеп, яҡты донъянан китә. Балалары Бәхтиәр – 6, Әхиәр 3 йәштә етем ҡала.
Гөләйдә апай заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, әүҙем колхозсы була. 1933 йылда Өфөгә Башҡортостан колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарының I съезына район исеменән делегат итеп ебәрелә. Яҡшы эшләгәне өсөн миҙал бирәләр, фарфор тәрилкә, өс метр туҡыма менән бүләкләйҙәр. Учалы районының халыҡ судына ултырышсы булып та һайлана.
Бәләкәйҙән әсәһе ҡарамағында үҫкән Бәхтиәр ағай 12 генә йәшендә хеҙмәт юлын башлай. Башта төрлө эш башҡара. 1943 йылда Верхнеуральск механизация мәктәбен тамамлап, тракторсы-комбайнсы һөнәрен алып ҡайта һәм Байрамғол МТС-ына эшкә килә.
Йәш тракторсыға иң тәүҙә ташландыҡ “Нати” тракторын бирәләр, ул уны ремонтлап, көйләп ҡуя. Тракторҙың кабинаһы бөтөнләй булмай. Һыуыҡта ла, эҫелә лә, ямғырҙа ла, буранда ла – Бәхтиәр баҫыуҙа. Ауыр шарттарға ҡарамай, ҡушҡанды үтәй. Тракторҙың моторы рукоятка менән бороп тоҡандырыла. Ул сикһеҙ ауыр, йәш үҫмерҙең көсө етмәй, хатта илаған саҡтары ла була.
Ураҡ ваҡытында игенде саба, һуға, төндәрен ер һөрә. Район буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Уның фоторәсеме гәзит биттәренән төшмәй тиерлек. Заманы өсөн “юғары” иҫәпләнгән VII класты тамамлай.
Эш дәүерендә төрлө хәлдәргә юлыға ул. Бер ваҡыт тракторы, тормозы боҙолоп, ярҙан оса. Бәхтиәр ситкә ырғып, баҫылып үлеүҙән саҡ-саҡ ҡотолоп ҡала. Бригадирҙың шул саҡта: “Тракторҙы емергәнсе, үҙең үлер инең”, – тип әйткәнен оҙаҡ ваҡыт онотмай.
Ҡәһәрле һуғыш йылдарында бөтә ауырлыҡ йәш егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың елкәһенә төшә. Ун дүрт кенә йәшлек Бәхтиәр ағай еңеү өсөн бар көсөн һала. Хәрби комиссариатҡа барып, ғариза биреп ҡарай, Тыуған илен һаҡларға китергә теләй, ләкин уны ебәрмәйҙәр, фронтҡа иген үҫтерерһең, тип ҡайтаралар, бронь бирәләр. Өйҙә яғырға утын юҡ, кейем-һалым алама, ашау наҡыҫ, әммә бер кем дә ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, эштән туҡтамай. Киреһенсә, фронт өсөн, Еңеү өсөн икеләтә-өсләтә хеҙмәт түгәләр.
Бәхтиәр ағайҙың хеҙмәт батырлығы һуғыш ветераны исеменә тиңләштерелә. Тылдағы фиҙакәр хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. 1949 йылда уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән наградлана ул.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, илде төҙөкләндереү, тергеҙеү башлана. Халыҡ был эшкә берҙәм, күңел күтәренкелеге менән тотона. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигән боронғолар. Совет иле тиҙ арала алға китә. Халыҡ һаны ишәйә.
Ил буралары запас менән тултырыла. Шул осорҙа иген баҫыуҙарын киңәйтеү, яңы сиҙәм, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү, эшкәртеү мәсьәләһе тыуа. Бөтә буш ятҡан ерҙәрҙе баҫыуға әйләндерәләр. Эштән Бәхтиәр ағай ҙа ситтә ҡалмай, әлбиттә. Был ваҡытҡа инде ул, Учалы механизация мәктәбен тамамлап, механик һөнәрен үҙләштерә, танытма ала. Көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтмаған егәрле Бәхтиәр ағайҙы 1957 йылда “Ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Ғәҙелша ауылы ҡыҙы Сания апай менән донъя ҡороп, ун балаға ғүмер бирә улар. Хәҙер инде балаларының һәр береһе үҙаллы донъя көтә, ҡайһылары олатай-өләсәй булырға ла өлгөргән. Ун баланың һигеҙе – юғары, береһе – махсус урта, береһе урта белемле. Геолог, нефтсе, провизор, зоотехник, ветеринар, инженер, уҡытыусы һөнәрҙәрен үҙ иттеләр, бер улдары биология фәндәре кандидаты дәрәжәһен алған. Әле Бәхтиәр ағай менән Сания апайҙың 21 ейәне, 11 бүләһе бар.
Сания апай Герой-әсә, хеҙмәт һәм тыл ветераны ине. Уның атаһы Шакир Исламов Ғәҙелша ауылында беренсе коммунист ине, тиҙәр. Әсәһе Сербиямалдың да исемен хөрмәт менән телгә алалар. Шундай ғаиләлә үҫкән ҡыҙ нисек ябай булһын! Ҡотой ауылына килен булып төшкәс, аҡылы, сабырлығы, егәрлелеге менән дан тотто. Балалары ла һәр ваҡыт бөхтә, таҙа булды, сөнки Сания апай бөтә кейем-һалымды үҙ ҡулы менән тегеп кейҙерә ине. Йорт хужалығы, балаларҙы ҡарау уның өҫтөндә булһа ла, колхоз эшенә лә өлгөрҙө. “Герой-әсә” тигән алтын миҙалға өҫтәп, юбилей миҙалдары ла биҙәне күкрәген.
Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Бәхтиәр ағай “Урал” колхозының алыштырғыһыҙ бригадир-механигы ине, тырышып эшләүен дауам итте. Бөтә яҡтан да маһир ине ул: тимерсе, иретеп йәбештереүсе, слесарь, токарь, рационализатор. Йәш тракторсыларҙы ихлас өйрәтте, яндарында йөрөп, бергә ремонтлашты. Үҙе 22 генә йәшендә партия сафына алынған, намыҫлы коммунист булған бит. Шул турала ауылдаштары әле лә һөйләп ала. Колхоздың дөйөм йыйылышында Ҡотой ауылы бригадиры Хәмзә Яхин былай тип сығыш яһаған: “Күпме эшләп, Бәхтиәр Сәфәрғәлин кеүек намыҫлы коммунисты күргәнем булманы!”
“Урал” колхозына ҡараған бөтә ауылдарҙың да оло быуын кешеләре, замандаштары Бәхтиәр ағайҙы яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Ураҙ ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Мөхәмәт Кәбиров ошоларҙы һөйләне: “1955 – 1956 йылдарҙа ул Ураҙҙа тракторсылар бригадиры булғайны. Бик белемле, техниканы үҙенең биш бармағы кеүек белә ине. Колхозсылар менән гел яҡшы мөнәсәбәттә булды, шул уҡ ваҡытта талап итә лә белде. Трактор боҙолһа, йүнәтеп бөтмәйенсә эргәһенән китмәй торғайны. Тракторсы ауырыһа, уның урынына үҙе эшкә тотонор булды. Техниканы буш ултыртманы”.
Элек Бәхтиәр ағайҙың бригадаһында һабансы булып йөрөгән Булат Саматов та яҡшы хәтирәләр һаҡлай. “Эшсән ине, техниканы яратты, кешене хөрмәт итте”, – ти ул.
Бәхтиәр Сәфәрғәлин һөнәрен камиллаштырыу хаҡында бер ваҡытта ла онотмай, “Сельский механизатор” журналын һәм төрлө гәзиттәр алдыра, уларҙы уҡып, алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнә, ҡуллана. Аэросана эшләп, ауылдаштарын аптырата. Иң яратҡан гәзите “Башҡортостан”ды ғүмеренең һуңғы көнөнә саҡлы алдыра.
1987 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанда колхоздың дөйөм йыйылышы ҡарары менән уға “Почетлы колхозсы” тигән исем бирелә, ә Хөкүмәт махсус пенсия тәғәйенләй. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, Бәхтиәр ағай ун йылдан ашыу, иртәнге сәйҙе эсеп, мал-тыуарын ҡарағас, ғәҙәтенсә МТМ-ға бара һәм унда көнө буйы трактор, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлаша, кәңәш бирә, өйрәтә. Тимерлеккә кереп, тимерсе менән берлектә хужабикәләргә өй кәрәк-ярағы (ҡыҫҡыс, һоҫҡо, шарнир, ишек келәләре һ.б.) эшләп бирә. Яңы тыуған сабыйҙарҙы, ейән-ейәнсәрҙәрен сана, бишек, көйәнтә яһап ҡыуандыра. Ауылда өс улына йорт һала. Беренсе булып “Иж” мотоциклын һатып ала, аҙаҡ “Урал” мотоциклында һәм “Москвич” автомобилендә йөрөй.
Сания апай менән күпләп мал аҫранылар, ҡош-ҡорт ҡаранылар, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерҙеләр. Ҡатыны бәйләмгә лә оҫта ине. Ун балаһы ла, үҙҙәренә оҡшап, белемгә ынтылды, эшләп үҫте, егәрле булды. Данлыҡлы механизатор 81 йәшендә донъя ҡуйҙы. Үҙе хаҡында “хеҙмәт һәм тыл батыры” тигән лайыҡлы исем ҡалдырҙы.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғанға тиклем мәктәптәрҙә хеҙмәт алдынғыларының ҙурайтылған фотоһүрәттәре эленеп, уларҙың биографиялары, наградалары тураһында белешмә бирелә ине. Тәнәфес ваҡытында уҡыусылар, яҡындарын танып, башҡалар алдында ғорурланыр ине. Бәхтиәр ағайҙың да фотоһы оҙаҡ йылдар Ураҙ урта мәктәбенең стенаһын биҙәп торҙо һәм был бик дөрөҫ ине.
Бөтә яҙғандарымды йомғаҡлап, шағир һүҙҙәре менән:
Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен бел һин,
Был һүҙҙәрҙе ҡолағыңа ныҡлап эл һин:
Кесе йәштән ең һыҙғанып эшкә күн һин,
Тормошоңдо хеҙмәт йәме менән күм һин, —
тип әйткем килә.
Фәриҙә СИТДИҠОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
хеҙмәт ветераны.