Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәбәрһеҙ юғалманы ул!
Хәбәрһеҙ юғалманы ул!Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында телефондар бер минутҡа ла тынмай, килеүселәр ҙә артҡандан-арта. Мәғлүм булыуынса, бында дивизияның легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамғалар йыйыу бара.
Музей директоры Илүзә Ғәйнуллина акция тураһында ентекле һөйләп бирҙе. Уларҙы Башҡортостан радиоһына дивизияның 70 йыллыҡ юбилейы тураһында һөйләргә саҡыралар. Тура эфир ваҡытында шылтыратыуҙар башлана, Шайморатовтың яҙмышына битараф булмаған кешеләр уға бағышланған йырҙы башҡара, илап ебәреүселәр ҙә була. Халыҡ шул саҡта данлы яҡташыбыҙға герой исемен биреү мәсьәләһен тағы күтәрә. Ошо тәҡдим буйынса шылтыратыуҙар артҡас, радио, музей һәм Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы бергәләшеп, Миңлеғәле Минһаж улына юғары исем биреү яҡлыларҙан тауыш йыйыу башланыуы тураһында хәбәр итә. Шулай итеп, 27 ғинуарҙа “Комдив Шайморатов — Геройҙың ҡайтыуы” тигән акция башлана.
“Ә ниңә шул тиклем ҙур батырлыҡтар күрһәткән кешегә Герой исеме һаман бирелмәгән һуң?” тигән һорау тыуа. Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы был хаҡта ла һөйләп бирҙе. Генерал Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә рейдтан сығып барған саҡта һәләк була. Әммә уның биографияһына “хәбәрһеҙ юғалған” тип яҙалар. Бына ошо яҙыу уның яҙмышын хәл итә лә инде. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандарға Герой исеме бирелмәй.
Хәбәрһеҙ юғалманы ул!Ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн 1948 йылда уҡ Башҡортостандан Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Украина еренә делегация — яуҙаштары, журналистар, табиптар — бара. Яугир ерләнгән урынды табып, мәйетенә медицина экспертизаһы уҙғарғандан һуң белгестәр ҡәберҙең Шайморатовтыҡы булыуын асыҡлай. Кеҫәһендә “Шай...” тип яҙылған ҡағыҙ киҫәге лә табалар. Һуғышта ҡатнашыусылар, генералдың үлеүен күреүселәр менән осрашыуҙар Миңлеғәле Минһаж улының шул һуғышта һәләк булыуын дәлилләй. Тиҙҙән Башҡортостан Хөкүмәте Сталин исеменә мөрәжәғәт яҙа, әммә хәбәрһеҙ юғалғандарға герой исеме бирелмәүе тураһында яуап килә.
Республика халҡы легендар яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исемен бик оҙаҡ юллай. Йыл һайын тиерлек була ундай ынтылыштар. 2005 йылда был эшкә республиканың Милли музейы директоры ла керешеп, 39 мең имза йыя, тик уларҙы Мәскәүҙән, ваҡыты үткән тип, тағы кире ҡайтаралар.
Һүҙ ҙә юҡ, был — ҙур ғәҙелһеҙлек. Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, 78 Советтар Союзы Геройы биргән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атаҡлы командиры ҡағыҙ буталсығы арҡаһында лайыҡлы баһаланмай ҡалһын әле!
Республика халҡы быйылғы акцияға әүҙем ҡушылды. Бөгөнгә меңдән ашыу имза бар ҙа инде. Халыҡ Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Өлкән быуын кешеләре Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе һорай. Союз тарҡалғас, бындай исемде алыу мөмкин дә түгелдер, шуға Рәсәй Геройы итеп танытҡанда ла яҡшы булыр кеүек, тип һанай йәшерәктәр.
— Тәүгеләрҙән булып был акцияға туймазылар ҡушылды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында ошо райондан фашистарға ҡаршы 246 кеше һуғышҡан. Башҡа йәмәғәт ойошмалары, район-ҡалалар ҙа хуплай изге эште, — ти Илүзә Ғәйнуллина.
Хаттар һәм имзалар Башҡортостандан ғына түгел, бүтән төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән дә килә. Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе башҡорттар ауыл-ауыл булып ҡултамға йыя, Алтай крайы, Ҡаҙағстан, Украина һәм башҡа яҡтарҙан да ярҙам бар.
Хаттарҙы һәм ҡултамғаларҙы йыйып бөткәс, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итергә һәм, уның ярҙамында федераль властарға сығып, был мәсьәлә буйынса ҡәтғи талап ҡуйырға йыйына акцияны ойоштороусылар. Маҡсаттары — эште төп һөҙөмтәгә еткәргәнсе дауам итеү.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


РЕДАКЦИЯНАН. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла республикабыҙ өсөн мөһим саранан ситтә ҡалманы. Коллективта тиҙ арала 50-нән ашыу ҡултамға йыйылды. Мәғлүмәт йәһәтенән дә иғтибарҙан ситтә ҡалғаны юҡ был теманың. Гәзитебеҙҙә ғалимдарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистарҙың генерал Шайморатовҡа арналған мәҡәләләре донъя күреп тора, уға герой исемен биреү мәсьәләһе гәзит биттәрендә даими күтәрелә. “Күмәкләгән — яу ҡайтарған”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Сираттағы акция мотлаҡ һөҙөмтә бирер тип ышанабыҙ.

Марат МУЛЛАҒӘЛӘМОВ, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика комитеты рәйесе:
— Акцияның барышы тураһында беләбеҙ һәм тулыһынса уны яҡлайбыҙ. Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен биреү буйынса был тәүге тапҡыр ғына йөрөү түгел. Ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн яҙылған хаттарҙың иҫәбе-һаны ла юҡтыр хәҙер, уларҙың барыһы ла архивтарҙа һаҡлана. Яҡташыбыҙға күрһәткән батырлыҡтары өсөн исем биреү беҙҙең халыҡ, үҫеп килгән йәш быуын өсөн мөһим. Беҙҙең ойошма мөрәжәғәтте яҡларға, тауыштарыбыҙҙы бирергә әҙер. Әлбиттә, уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелергә тейеш, ил үҙе лә юҡ, шуға күрә Рәсәй Геройы исемен юллау талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә