Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт”
“Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт” Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың өс йәшлек сағын күргегеҙ киләме? Мәшһүр прозаик Булат Рафиҡовтың йәш ярымлыҡ мәлен нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ? Фронтовик-яҙыусы Яҡуп Ҡолмойҙо хәрби кейемдә күргәндәр бармы? Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев йәш сағында ниндәйерәк булды икән?

“Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылы уңайынан асҡан “Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт” күргәҙмәһендә ошо һо­рауҙарҙың барыһына ла яуап таба алырһығыҙ. Һәр хәлдә Баш­ҡорт­остан әҙиптәренең, башҡорт яҙыу­сы­ларының йөҙө сағылған фо­­толарҙан барыбыҙға ла таныш кешеләр баға, бары тик сырамытып танырға ғына кәрәк. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­ба­ҫары, шағирә Йомабикә Ильясова: “Фотоларҙа әҙәбиәт тарихы ғына түгел, тотош илдең, республиканың һулышы тойола. Ошондай әһә­миәт­ле сара ойошторған гәзит хеҙ­мәт­кәрҙәренә рәхмәт!” – тине. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та үҙ сығышында баҫ­ма­ның мәҙәни тормошта тотҡан уры­нын юғары баһаланы. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агент­лығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов иһә байрамда ҡатна­шыу­сыларҙы ҡотлап, йылдың уңышлы үтеүен теләне. Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев:
– Элек-электән “Башҡортостан” гәзите әйҙәүсе баҫмаларҙың береһе булды. Әҙәбиәт йылының тап ошо редакцияла башланып китеүе һис тә ғәжәп түгел. Бала саҡтан унда сыҡ­ҡан әҙәби материалдарҙы көтөп алыуымды яҡшы хәтерләйем. “Әҙә­би нағыш” республика марафонын ойоштороусыларҙың береһе лә – “Башҡортостан” гәзите. Артабан да бергә ижад итәйек әҙәби йылъ­яҙманы, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, күргәҙмәнең әһәмиәтен баһалап, тарихи фотоларҙа дәүерҙең тын алышы, шәхестәр йөҙөн­дә уҙған йылдар күҙ алдына баҫыуын билдәләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев гәзиттең үткәненә тарихи байҡау яһаны:
– Ырымбур еренең, Туҡсоран буйы шә­хес­тәренең “Башҡортостан” гәзитенең эшмәкәр­легенә туранан-тура йоғонтоһо бар. Баҫманың тәүге баш мөхәррире Сәғит Мерәҫов булған. 1921 йылдан күренекле башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтый ҙа ошо гәзиттең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1925 йылдан “Башҡортостан”дың яуаплы мөхәррире вазифаһын Кәрим Иҙелғужин йөкмәһә, 1937 йылдан гәзит өсөн Ҡасим Аҙнабаев яуаплы була. Был шәхестәрҙең барыһы ла Ырымбур далаһында үҫкән. Сыға башлағандан алып халыҡҡа аң-зиһен генә түгел, ижтимағи-сәйәси, әҙәби-мәҙәни фекер ҙә еткергән баҫманың йәмғиәт үҫешендәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күргәҙмә төрлө дәүерҙә йәшәгән күренекле шәхестәр, ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Ул үҙенә күрә быуаттарҙы быуаттарға ялғар мәҙәни күпер кеүек. Уның менән мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа танышһын ине.
“Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт”Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, редакция иғланына иғтибар итеп, күргәҙмәне иҫтәлекле фотолар менән тулыландырған авторҙарыбыҙға – халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовҡа, мәғариф министрының элекке беренсе урынбаҫары Роберт Арыҫлановҡа, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешеваға, прозаик Рәшит Солтангәрәевтең туғандарына, Факиһа апай Низаметдиноваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шәхси архивтарҙа һаҡланған ҡаралы-аҡлы һүрәттәр күргәҙмәнең үҙенсәлеге булды. Яҙыусыларҙың төрлө йылдарҙа төшкән фотоларын ҡәҙерләп һаҡлап, матбуғатҡа бирерлек кимәлгә еткергән баҫмабыҙҙың фоторәссамы Нәсих Хәлисовтың да эше баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы урынлашҡан Матбуғат йортоноң 5-се ҡатында эленгән сағыу рәсемдәр менән теләгән һәр кем килеп таныша ала. Бәлки, гәзит уҡыусыларҙа тағы ла ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле фотолар табылыр? Беҙ күргәҙмәне даими байытып, халыҡҡа яңы һүрәттәр тәҡдим итергә әҙер! Әҙәбиәт йылы менән, хөрмәтле ҡәләмдәштәр, гәзит уҡыусыларыбыҙ!


Автор: Л. АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә