Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт киләсәген хәстәрләү үҙәге
Милләт киләсәген хәстәрләү үҙәге Күркәм йолалары, билдәле сығарылыш уҡыусылары, тәжрибәле педагогтары һәм тәрбиәселәре менән дан ҡаҙанған Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уның директоры, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Әлфир ҒАЙСИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Әлфир Сулпан улы, бай тарихлы уҡыу йорто халҡыбыҙ тормошонда ниндәй роль уйнай?
– Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ғәрәсәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында интернатлы махсус мәктәп үкһеҙ етемдәрҙең, шулай уҡ аталары һәм яҡын туғандары Вата­ныбыҙҙы дошмандан һаҡлап һәләк бул­ған­дарҙың киләсәген уйлап асылған. Бындай хәстәрлектәре – милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен күҙ уңынан ысҡын­дыр­мағандары – өсөн ул саҡтағы етәк­селеккә ҡарата тәрән ихтирам уяна. Ошо аҡыллы сәйәсәт бөгөнгәсә алып барыла, уның киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итеүенә ышаныс ҙур. Төрлө үҫеш баҫҡыс­тары аша үтеп, беҙҙең 1-се мәктәп-интернат республикабыҙҙың интеллектуаль, шулай уҡ ижади ҡеүәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Белем усағы, баш­ҡорт интеллигенцияһын тәрбиәләү үҙәге була­раҡ, йәмғиәттә, бигерәк тә мәғариф тармағында ифрат мөһим әһәмиәткә эйә.
– Күркәм байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?
– Әлбиттә, һөйләрлек, күрһәтерлек ҡа­ҙаныштарыбыҙ бихисап, барыһын да гә­зит тултырып яҙыу кәрәкмәй ҙә, шулай ҙа бер нисәүһенә туҡталмаҡсымын. Мәҫә­лән, 2013\2014 уҡыу йылында ил кимә­лендә ойошторолған “Рәсәйҙең яҡ­шы 100 мәктәбе” конкурсында ҡатнашып, “Иң ал­дынғы гимназия” номинацияһында еңеү яуланыҡ. Был – беҙҙең өсөн бик юғары награда. Шулай уҡ инновациялы мәғариф учреждениелары өсөн уҙғарыл­ған I республика слетында көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ, унан диплом менән ҡайттыҡ. “Электрон мәктәп” тигән II республика форумында ла призлы урын алдыҡ. Күптән түгел гимназия-интернат Башҡортостан электрон мә­ға­риф ассоциацияһына ағзалыҡҡа ҡабул ител­де. Ә инде һуңғы өс йылды ғына иҫлә­гән­дә, Рәсәй һәм Башҡортостан ки­мә­лендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа беҙ яу­ла­ған тәүге урындарҙы һанап тороу артыҡ­тыр.
Гимназияның ғорурлығы – уҡыусыла­ры. Үҫмерҙәр ижади фәнни-ғәмәли проекттарҙа әүҙем сығыш яһай. Мәҫәлән, Мөхәмәт Ураҙбаев йәйге лагерь ойоштороу буйынса халыҡ-ара семинарҙа ҡат­нашты, Рөстәм Ҡотлогилдин “Йәшлек. Фән. Ижад” исемле Рәсәй конфе­ренция­һынан I урын алып ҡайтты, шулай уҡ беҙҙең “Рәми” командаһына “Ижад, уйлап табыу” конкурсында тәүге урын бирелде. Ғәлим Торомтаев математика буйынса Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр­ҙең тәүге унауһы иҫәбенә инде. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған олимпиадала Миңле­гөл Хәсә­нова, Эльза Яҡупова, Айзирә Шәйхет­ди­нова, Ләйсән Әхтәмовалар алдын­ғы­лыҡты бирмәне.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигән­дәй, тәүге осор менән хәҙергене са­ғыш­тырыу урынһыҙҙыр. Белем уса­ғының бөгөнгө ҡеүәтен нисегерәк баһалайһығыҙ?
– Тормош гөрләп тора беҙҙә. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны күптәр һәләтлеләрҙе һәр яҡлап үҫтереү үҙәге тип һанай һәм был дөрөҫ тә. Ысынлап та, ул – инновациялы белем усағы. Ғөмүмән, һәр кем үҙен төрлө яҡтан асһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыл­ған: төплө белем һәм күркәм тәрбиә би­реүгә педагогтарыбыҙ көсөн дә, ваҡы­тын да йәлләмәй; һаулығын ҡайғыртыу­сы­лар спорт залына, бассейнлы “Шоң­ҡар” комп­лексына рәхим итһен; сәнғәткә тартылыу­сылар өсөн “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле бар, бүтән төрлө түңәрәктәр ҙә етерлек.
Бөгөн беҙҙә 683 гимназист иҫәпләнә. Нисәмә йыл инде республикабыҙҙан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә малай һәм ҡыҙ­ҙарҙы конкурс нигеҙендә уҡырға ҡабул итәбеҙ. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һа­рытау, Төмән өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү ҡалаһынан, хатта Кам­чат­канан килеп белем алыусылар бар. Коллектив ярайһы уҡ ҙур ғына: 197 кеше, шул иҫәп­тән 57 уҡытыусы һәм 39 тәр­биәсе эшләй.
X-XI кластарға биш йүнәлештә (физика-математика, химия-биология, физика-химия, социаль-гуманитар һәм фи­лология) профилле уҡытыу ысулы индерелде. Төрлө предмет буйынса түңә­рәктәр, махсус курстар, шул уҡ үҙидара балаларҙың һәләтен, аңын, ихтыяр көсөн үҫтереү маҡсатында ойошторола. Был, һис шикһеҙ, уларға һөнәр һайлағанда ныҡ ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, беҙҙең сыға­рылыш уҡыусыларының 96-99 проценты юғары уҡыу йорттарына инә.
“Ете тиҫтә йыл” тип әйтеүе генә анһат – тотош бер ғүмер бит ул. Әле гимназия-интернаттың матди-техник базаһы яҡ­шы, бында көслө уҡытыусылар йыйылған, әммә өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәт­лә­нер­гә ярамай. Яңы маҡсаттар менән янабыҙ, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ал-ял белмәй тырышабыҙ. Беҙҙеңсә, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен йөрөткән уҡыу йорто һәр саҡ беренсе булырға тейеш.
– Ғөмүмән, белем усағын барлығы нисә кеше тамамлаған?
– Һүҙ ҙә юҡ, төрлө йүнәлештә статистика алып барабыҙ. Мәртәбәле уҡыу йортоноң халҡыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәттәрендә уңышлы хеҙмәт итеүе шатлыҡлы, әлбиттә. Башҡортостан­да ғына түгел, ә унан ситтә лә танылыу яулаған шәхестәрҙең күбеһе ошо гимназияны тамамлаған. Ниндәй генә тар­маҡ­ҡа туҡталмайыҡ, һәр ҡайҙа ла данлы уҡыу йортонда сынығыу алғандарҙы осратырға мөмкин. Дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, әҙиптәр, сәнғәт әһелдәре, табиптар, инженерҙар... Абруйлы академик, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғай­са Батыргәрәй улы Хөсәйеновты телгә алыу ҙа етә – ул тәүге сығарылыш уҡыу­сыларының береһе. Ә дөйөм алғанда, беҙҙең данлы уҡыу йортон 10 мең тирәһе кеше тамамлаған.
– Әлфир Сулпан улы, байтаҡ ваҡыт инде уҡыу йортоноң үҙ гәзите сығып килә. Уны ойошторғанда нимәне маҡсат иттегеҙ?
– “Интернатым – пар ҡанатым” тип аталған баҫманы уҡыусылар үҙҙәре әҙерләй. Был нилектән килеп сыҡты? Әлеге лә баяғы, баланы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышыу ниәтенән. Гәзиттә ҡыҙыҡлы шәхестәр, бигерәк тә ошо гимназияны тамамлағандар менән әңгәмә­ләр баҫыла, уҡыу йортоноң эске тор­мо­шона ҙур иғтибар бүленә, “Директор һүҙе”, “Аҡ ҡауырһын”, “Мәктәп яңы­лыҡтары”, “Сыға­рылыш уҡыусыһына яр­ҙамға” тигән рубрикалар бар. Өлкән быуын элек 1-се мәк­тәп-интернаттың “Молния” тигән гәзи­те сыҡҡанын хәтерләйҙер, заманында Рәми Ғарипов иһә ошо уҡыу йортондағы “Сигнал”дың мөхәррире булған, ә хәҙерге баҫманың тәүге һаны “Баҫҡыстар” исеме менән баҫылған.
– Ҙур тантанаға тап килтереп, энциклопедия нәшер ителде. Китапты ҡайҙа та­бырға мөмкин һәм ул нимә тура­һында?
– Энциклопедияға бүтән төрлө исем һайлап торманыҡ, уҡыу йорто нисек аталһа, ул да шулай ҡалһын, тинек. Ғәҙәттәгесә, унда белем усағының бай тарихы сағылыш тапҡан, үҫеш йылдары хаҡында тәфсирләп яҙылған, гимназия­быҙ­ҙың бөгөнгөһө менән дә танышырға мөмкин. Әлбиттә, ошонда белем алған күренекле шәхестәр тураһында белешмә бар. Ҡалын ғына баҫма ул, тиражы – ике мең дана. Ярай, барыһын да һөйләмәйек, юғиһә ҡыҙығы ҡалмаҫ. 31 ғинуарҙа гимназия-интернаттың оло юбилейы айҡанлы ойошторолған сарала ул мотлаҡ һатыуҙа буласаҡ. Әйткәндәй, кисәбеҙ “Башҡорт­остан” концерт залында (элекке “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы) көн­дөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Программаһы бик бай. Үткән тантанала залда ла, фойела ла алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, әле лә шулай булырына иманым камил. Интернаттың төрлө тарафтан килгәндәр­ҙе, үҙ-ара бө­төнләй таныш булмаған­дар­ҙы туплай тор­ған, бер-береһенә яҡы­найт­ҡан, айырыл­маҫ дуҫ-әхирәт иткән тылсымлы көсө бар. Мәктәпте тамамлаусыларҙың “Беренсе” ассоциацияһы юҡҡа ғына төҙөлмәгән.
– Әлфир Сулпан улы, әңгәмәгә ваҡыт тапҡанығыҙ һәм ихлас яуап­тары­ғыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Байрам менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873