Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тимер ат”ҡа – ат хаҡы?!
Илдәге иҡтисади хәл тағы тотороҡһоҙлана башлағас, халыҡ баҙап ҡалды. Тапҡан-таянған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн (90-сы йылдарҙы яҡшы хәтерләйбеҙ бит) нимә булһа ла һатып алып ҡалырға тырышалар. Кемдер өйөн һыуытҡыс, телевизор менән тултырҙы, икенселәр – торлаҡҡа, өсөнсөләр еңел автомобилгә тотона һалды аҡсаһын. Алыпһатарҙарға был етә ҡалды, былай ҙа “ҡойроғон” тоттормаған хаҡтар тамам шашып китте. Иҡтисади сикләүҙәр, һумдың баһаһы бер төшөп, бер менеп тороуы, уның хаҡында имеш-мимештәр утҡа ҡуҙҙы өҫтәмәне түгел.

Яҡшы ғына бер таныш ағай улы өйләнеүгә бер бүлмәле булһа ла фатир бүләк итергә хыяллана ине. Әлбиттә, тейешле сумманы йыйырға ла, малайының “ҡамыт кейер”енә лә, танышым һөйләүенсә, сама менән ике йыл бар әле. Тик бына донъя­лағы хәл үҙ төҙәтмәһен индерҙе лә ҡуйҙы. Йыйыла башлаған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн абзый машина һатып алырға булды. Ике йылдан уны шул уҡ хаҡҡа һата алмаҫы көн кеүек асыҡ. Шулай итеп, тик торғанда күпмелер аҡсаһын юғалтты ул. Тик был ярты бәлә генә булған икән…
Ҡалала йөрөмәгән салоны ҡалма­ны хәстәрлекле атайҙың, тик күңеленә ятырлыҡ машина табылманы, оҡшатҡандарына “әлегә һатмаҫҡа” тигән мөһөр тағылып өлгөргән. Улай уралды, былай боролдо, Өфөгә барып ҡайтты, аптыраған көндән Силәбегә сығып китте. Әлбиттә, “һуҡыр” килеш юлланманы ул, бер көн алдан ниндәйҙер сит ил машинаһы хаҡында белеште. Иртәгә иртүк килеп алырға һүҙ биреп юлға сыҡты. Тик… барһа, машинаға йәнә “һатылмай” мөһөрө тағылған! Ни хикмәт был? Аптыраған көндән тәүлек буйы эҙләнеп, бер автомобиль тапты шулай ҙа. Бер ай элекке менән сағыштырғанда (һатып алған көнгә ҡарата) 200 мең һумға ҡыйбатыраҡ, әлбиттә. Бына шулай, аҡсаң булмаһа ла ҡыйын, булһа ла…
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә рәсми рәүештә “АВТОВАЗ” да хаҡты 9 процентҡа күтәрәсәге тураһында хәбәр итте. Һумдың хәле йәнә мөшкөлләнеүе ихтимал, отолоп ҡалмайыҡ, тигән һымаҡ. Тик, үҙ етештереүсеңде күтәрәм тип, үҙ халҡыңды талау түгелме икән был?! Бер “утилләштереү” менән генә алдап буламы ни кешеләрҙе, тауарыңдың бәйәһе ат хаҡы булғас. Бынан тыш, бәлки, “Ғаилә капиталына” ла машина һатып алып булыр ҙа ул (әлегә депутаттар шундай тәҡдим өҫтөндә эшләй), тик аҡсаңды елгә осороуға бәрәбәр түгелме ул, тигән һорау ҡалҡа йәнә. Шул уҡ ваҡытта машинала йәшәп булмай ҙа, йәштәргә тәү сиратта торлаҡ кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә