Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауыл тормошона йән өрөүселәр
Ауыл тормошона  йән өрөүселәр Әхләф Зариповтың фермер (крәҫтиән) хужалығына яҡынлашыу менән йәнле, гөрләп торған тормош алып барыуын тойҙоҡ. Яңылышмағанбыҙ. Иң элек эҫкерт-эҫкерт булып теҙелгән бесән-һалам күренде. Артабан ялан кәртәлә баш күтәрмәй бесән уртлаған, ылыҫ ағасы ботаҡтары кимергән ап-аҡ һарыҡтар иғтибарҙы йәлеп итте. Бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан таҡта ярыу оҫтаханаһынан килгән мотор тауышы, тәрән тынлыҡты боҙһа ла, күңелде һөйөндөрҙө. Яҡыныраҡ барғас, дүрт ир-аттың йыуан ҡайындарҙан төҙөлөш материалы әҙерләүенә шаһит булдыҡ.

– Көн бөгөн, ниһайәт, ҡышҡа оҡшап тора, апаруҡ ҡына семетә, өшөтмәйме һуң, егеттәр? – тип ҡыҙыҡ­һынабыҙ баш күтәрмәй үҙ эштәре менән мәшғүл ир-аттан.
– Беҙгә хатта ҡояш ҡыҙҙырған кеүек әле. Күрәһегеҙ бит, йыуан-йыуан ағастар менән эш итәбеҙ. Бынауы “Тайга” таҡта ярыу ҡорамалы ла тиҙлекте һүрелтерлек түгел, һәйбәт, ҡеүәтле техника ул, – тип яуапланы Фәнил Хөсәйенов.
– Ағас эшенә шулай ҡыш тотонорға тура килә, сөнки йәй һис кенә лә өлгөрөп булмай, – тип һүҙгә ҡушылды хужалыҡ етәксеһе.
Тауҙай өйөлгән мал аҙығына ҡарап тороуыбыҙҙы күреп:
– Бесән-һалам күп, етерлек әҙерләнек. Хәҙер төр­гәк­тәр менән эш иткәс, йыйып килтереүе лә, һаҡлауы ла уңайлы. 120 гектар бесәнлегебеҙ бар, шунда ике тапҡыр сабып алабыҙ. Йәй ҡышты хәстәрләү менән үтә лә китә. Мал-тыуар ҙа байтаҡ бит. Йылҡы 18 баш булһа, һауын һыйыры – 48, ә һарыҡтарҙы, үҙегеҙ үк күреп тораһығыҙ, байтаҡҡа арттырҙыҡ, – тип хужалығы менән ихлас таныштырҙы Әхләф Сәйетзада улы.
Һарыҡтарҙы ишәйтә алыуына һөйөнгәне йөҙөнә сыҡҡайны фермерҙың. Грант аҡсаһына Ҡырмыҫҡалы районынан икенсе төр тоҡомлоһон һатып алған. Әйткәндәй, ҡайһы ғына төбәккә барһаҡ та, ауыл хужалығы тауары етештереүселәр Хөкүмәт ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә. Әхләф Зариповтан да ишеттек ҡыуаныслы һүҙҙәрҙе. Тыуған төбәгендә ереккәндәрҙе саҡ ҡына дәртләндереү ҙә етә шул. Мәҫәлән, субсидияға техника алһалар, көстәре икеләтә артҡандай була.
– Әйҙәгеҙ, ҡолонҡайҙарҙы ла күреп китегеҙ, улар ҙа байтаҡ, – тип мал аҙбарының бер мөйөшөндәге матурҡайҙар эргәһенә әйҙәне фермер. Ошо уҡ йылы ҡурала бәрәсләгән һарыҡтар ҙа айырып ҡуйылған, алдарында аҙыҡ мул.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә, табышһыҙ тип һанап, һарыҡ­сылыҡты тергеҙергә ашыҡмағанда, был хужалыҡта арттырыуҙарының сәбәбе ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
– Табышлы тармаҡ булып бара һарыҡсылыҡ. Хәҙер халыҡ хәләл ризыҡҡа, үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирә бит. Дини байрамдарҙа ла беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Йола буйынса, тейешенсә әҙерләп бирәбеҙ. Кәрәк-яраҡҡа тотоноу өсөн дә уңайлы мал ул, – тип аңлатты Әхләф Сәйетзада улы.
Хужалыҡ булдырыуҙан ауылдаштары ла отҡан. 12-13 кешенең тотороҡло эш урыны бар. Хәйер, уларға ғына түгел, Яңы Йәлдәк халҡының барыһы өсөн дә Зариповтарҙың тыуған ауылына ҡайтып төпләнеүе шатлыҡлы. Эшкә йәштәр ҙә килә. Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар икән, ниңә әле бәхет эҙләп ҡайҙалыр сығып китергә?! Өс тракторсы ла заманса техникала. Утын-бесәнде, ашлыҡты бушлай алалар. Ниндәй генә мәшәҡәт тыуһа ла, хужалыҡ етәксеһенә киләләр, һөҙөмтәлә мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
Зариповтарҙың ярҙамын ҡул аҫтындағылар ғына түгел, ә тотош ауыл халҡы тойоуын районда ла әйтә биргәйнеләр. Шулай булып сыҡты ла. Зыярат өйө һалдырып, үҙҙәренә оло сауап алғандар. Былтыр Яңы Йәлдәктең мәсетле булыуында ла уларҙың өлөшө тос. Уны ла ҙурлап, шартына килтереп асҡандар. Иң мөһиме – быларҙы улар күңел ҡушыуы буйынса атҡара, ә кемдер һораған-үтенгән өсөн түгел.
– Баштараҡ ҡайтыуыбыҙға үкенеп ҡуйған саҡтар ҙа булғыланы, – тип һүҙгә ҡушылды ҡатыны Гәүһәриә Әғмәл ҡыҙы. – Әхләфкә ауыл хужалығы тармағына тотонорға тәҡдим иттеләр. Элекке ферманың бер тәҙрәһе лә ҡалмағайны, шунда башланы эшен. Тәүҙә бинаның яртыһын ғына алырға тәүәккәлләне. Бына шулай әкренләп киңәйттек хужалыҡты. Әхләф – бигерәк тынғыһыҙ, яуаплы кеше инде ул. Билмән яһау цехы асыуыбыҙ ҙа – уның тырышлығынан. Мал-тыуар аҫрау менән бергә етештереү йүнәлешен дә үҫтерә башланыҡ. Беҙҙең билмәндәрҙе яратып алалар, районда уҡ һатылып бөтә. Хәләл иттән генә әҙерләйбеҙ уны. Ҡамырҙы йомортҡа ҡушып ҡына баҫабыҙ, иткә бер нәмә лә өҫтәмәйбеҙ. Элек әсәйҙәребеҙ нисек яһаған, шулай эшләйбеҙ. Йомшаҡ була, сөнки йәш мал итен генә ҡулланабыҙ. Бер тотонғас, ҡаҙылыҡ әҙерләргә лә өйрәндек. Голубцы, кәтлит, манты ла тәҡдим итәбеҙ. Ауылда, нигеҙҙә, өлкән йәштәгеләр, күбеһе мал аҫрамай. Шуға барыһы ла тиерлек беҙ етештергән ризыҡты өҫтөн күрә. Билмән цехындағы ҡатын-ҡыҙ ҙа эш урыны булыуға һөйөнөп бөтә алмай. Эшҡыуарлыҡ еңел шөғөл түгел, әммә ҡул ҡаушырып ултырыуҙан файҙа юҡ. Беребеҙ – мал-тыуар эргәһендә, икенсебеҙ – фермала йәки баҫыу-ҡырҙа.
Был ғаиләнең тырышлығы, йүнселлеге йорт-ҡаралтыларында ла асыҡ күренә. Ҙур итеп өй һалып ингәндәр, хатта ҡалала йәшәүселәр көнләшерлек. Әйткәндәй, Яңы Йәлдәк – икеһенең дә тыуған ауылы. Һөнәре буйынса береһе – китапханасы, икенсеһе – урман буйынса белгес, иҡтисадсы. Йәштәр тәүҙә, ғаилә ҡорғас, Ағиҙел ҡалаһында төпләнә. Унда ун йыл йәшәгәндән һуң, тыуған яҡҡа ҡайтырға ҡарар иткәндәр.
Гәүһәриә барыһын да ҡыуандырған шатлыҡтары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Яңыраҡ ҡына килендәре өйгә оло йәм – бәпес алып ҡайтҡан. Ҡыҙҙары ла күптән түгел ғаилә ҡорған. Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Улдары Рәмил, ата-әсәһенән өлгө алып, үҙ эшен башларға дәртләнеп йөрөй – Борайҙа хәләл мал һуйыу цехы асмаҡсы.
Беҙҙең былай ҙа зауыҡлы йыһазландырылған өй эсенә йәм, йылылыҡ өҫтәгән сағыу, үҙенсәлекле рәсемдәргә күҙ ташлап алыуыбыҙҙы күреп, Гәүһәриә:
– Был картиналар – киленебеҙҙеке. Махсус белем алмаһа ла, ҡулы шулай оҫта уның. Ә былары – ҡыҙыбыҙҙың эштәре, ул – һөнәре буйынса дизайнер, – тип йәнә һөйөнөсө менән уртаҡлашты. Ул арала баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы күреп ҡалырға тип, Фаягөл Мәүли ҡыҙы ла ишектә күренде.
– Әсәй, әйҙә, түрҙән уҙ, – тип ихлас ҡаршы алдылар бәхетле ҡартлыҡ кисергән ҡәҙерле кешеләрен. Фаягөл Зарипова заманында колхозда һауынсы булған, ғүмере малсылыҡта хеҙмәт итеп үткән.
– Эшкә талымһыҙ ул әсәй, 70-те уҙһа ла, һаман да беҙгә ярҙамлашыуҙан туҡтамай, – тип әсәһе менән ихлас таныштырҙы Әхләф.
Артабан һүҙ ауыл хәлдәренә күсте. Зариповтарҙы эшҡыуарлыҡтан бигерәк милләт киләсәге борсой. Ауылда йәш ғаиләләр төпләнмәгәс, тыуған төйәктең йәме китә. Балалар аҙ булғас, мәктәп тә башланғыс ҡына булып ҡалған. Шуға ла Яңы Йәлдәк йүнселдәрен йәштәрҙе тыуған ергә еректереү өсөн эш урындарын булдырыу һәм арттырыу мәсьәләһе уйландыра.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Борай районы, Яңы Йәлдәк ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә