Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Донъя - ҡуласа
-Эй, Гәрәй, минең машинала ниндәй үсең булды?! – тип һөрәнләне лә хахылдап көлөп ебәрҙе кемдер. Тауыш сыҡҡан яҡҡа боролоп, бер аҙ эҙләнгәс, ҡарашым ятаҡтың иң өҫкө ҡатындағы коридор тәҙрәһенән тышҡа һонолоп тәмәке тартып торған ҡырҡ йәш тирәһендәге ирҙә туҡталды. Ҡул болғауын күреп, үҙем дә сәләмләнем. Унан инде: «Кем әле был?» – тип ымлап һораным һаман кабинанан сыҡмай ултырған Ғәйнулланан. «Аһ, танымайһыңмы ни, Раян Ишҡолов та инде, – тине ул, – йырсы». Шунан аңлап ҡалдым: машинанан сыҡҡанда ишеге менән шул Ишҡоловтың «Нексия»һына ҡағылғанмын икән. Әйтәгүр тегенең габарит уттары тоҡанып китте, сигнал тауышы сыҡмаһа ла. Артист иһә бер аҙға юғалып торҙо ла, тәҙрә янына кире килеп, пульт аша машинаһын «тынысландырып» ҡуйҙы.
– Ә ул Ишҡолов мине ҡайҙан белә икән? – тип аптырап текәлдем Ғәйнуллаға.
– Һине кем танымаһын һуң, еҙнәй? Раян бит райондаш та, шуға, моғайын, ҡыҙыҡһыналыр, беләлер… Интернатта ла бергә яттыҡ бит, ул һеҙҙән – ике, беҙҙән бер класҡа түбәнерәк.
Мин багажниктан сумканы алдым да ятаҡҡа ҡарай йүнәлдем. Ғәйнулла инмәҫкә булды, тормозды ҡарарға кәрәк, тип һылтауланы. Аңлайым: йәш ҡыҙҙар араһына инергә ҡыймай, ә машинаһына килгәндә, сит илдекенең ниндәй етешһеҙлеге булһын инде.
Лифтҡа яҡынлашҡайным ғына, унан баяғы Ишҡолов килеп сыҡты. «О, Герой! Сәләм, – тип үҙе ҡул биреп күреште ул. – Ни йомош менән Өфөлә?» «Ҡыҙым уҡый «сәнғәт»тә. Ошонда йәшәй», – тип яуапланым баҙнатһыҙ ғына. «Уҡыуында ул-был проблема килеп сыҡһа, әйтегеҙ, ярҙам итермен». Өндәшмәй генә лифтҡа индем дә киттем, Ишҡолов та ҡабалана ине, буғай – һүҙ менән әүрәтмәне, юлында булды.
Әлбиттә, ҡыҙымдың нисек уҡыуы мине бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһындырмай, сөнки, берҙән, Гөлназ беҙҙе бер ҡасан да ундай мәсьәлә буйынса мәшәҡәтләмәне, әле белем алған еренә үҙе имтихан биреп инде, стипендия етмәй тип аҡса һорағаны ла юҡ; икенсенән, Өфөгә мөһимерәк сәбәп менән килгәнмен: улым Наил армияға китеп бара, әсәләре лә бында – республика дауаханаһында. Кисә генә һалдатҡа алыныусы хөрмәтенә ауылда ҡунаҡ йыйып ултырғайныҡ, Наил бөгөн иртәнсәк – район үҙәгенән, төшкә ҡарай Белореттан ҡуҙғалды. Бер юлы ундан ашыу егет саҡырылғас, хәрби комиссариат баш ҡалаға «ГАЗель» менән алып китте уларҙы. Ике туған ҡәйнешем Ғәйнулла, тәүҙә алыҫ юлға сығыу ниәте булмаһа ла, улымды Өфөлә ҡаршы алып, тағы берҙе оҙатып ҡалырға күндерҙе. «Апайымды ла күреп ҡайтырбыҙ, һеңлекәште лә», – тигәс, баш тартманым. Әлбиттә, Наилды…
– Һаумы, атай! – Гөлназдың тауышынан тертләп киттем. Бындай ҡараңғы коридорҙа кешене таныу түгел, һынын да шәйләп булмай шул. Ҡыҙым мине тәҙрәнән күреп ҡалған да ҡаршы алырға сыҡҡан икән. Шым ғына ҡосаҡлашып күрештек, ғәйепле кеше кеүек бер-беребеҙгә һүҙ ҙә ҡушмай бүлмәгә ыңғайланыҡ. Гөлназ яңғыҙ булған.
– Атай, нишләп улай йонсоп киткәнһең? – тип һораны ул, яҡтыла йөҙөмдө күргәс. – Мәшәҡәтең күп булғандыр инде өйҙә, Наилды оҙатыуға, исмаһам, мин ҡайта алманым, имтиханға тура килгәс, әсәйем дә бында ятҡас. Кеше күп килдеме ҡунаҡҡа? Өй нисек тороп ҡалды?
– Һәйбәт. Туғандар күп бит, йыйыштырырҙар, малды ла ҡарарҙар. Ҡунаҡ, шул инде, ҡәҙимгесә булды. Апайыңдар, еңгәңдәр әҙерләне табынды, бөтә нәмә лә етеште… Әсәйең ни хәлдә?
– Кисә кис барғайным, арыуланғандай былай, аҫҡа үҙе төштө, үҙе менеп китте. Операциянан һуң ашағым килмәй, ти, бер нәмә лә һораманы. Наилды призывнойҙан нисек тә булһа сығарһалар ине, күреп хушлашҡым килә, ти.
– Барып, һөйләшеп ҡарайбыҙ инде, сығарырҙар ул…
Ғәйнулланы ла индереп, сәй эсеп алдыҡ та дауаханаға киттек. Саҡырылыш пунктына барырға һуң ине инде.

* * *

Төнө буйы йоҡлай алмай интектем. Гөлназ, таш бүлмәлә һиңә эҫе шикелле, тип тәҙрәне асып та, йоҡараҡ юрған биреп тә ҡараны, тик сәбәп унда түгел шул – эстән янам. Бынан егерме ике йыл элек тыуып, ошо көндәргәсә мине ҡайҙа барһам да ҡара шәүләләй оҙатып йөрөгән, ваҡыты-ваҡыты менән йөрәкте аяуһыҙ һыҙландырып, күңелде шомландырып торған, үҙемде-үҙем ҡәһәрләрлек хәлгә лә еткереп алған үкенес һәм ҡурҡыу тойғолары тағы көсәйҙе.
…Әлеге кеүек йылы, ҡояшлы көн ине. Минең өсөн һалдат тормошо тамамлана, тиҙҙән ҡайтырға сығам тип күңел күтәренкелеге менән йөрөгән мәлем. Көндәрҙе һанайым. Рота канцелярияһында сержант Гәрәй Мазһаровтың «дембель альбомы»н әҙерләү менән мәшғүлдәр, каптеркала ошо уҡ «олатай»ҙың кителе биҙәлә. Ротанан мин генә түгел, кесе сержант Дима Харитонов та бына-бына фарман сығыуын көтә, тик уның альбомы ла, кейеме лә юҡ әле. Үҙе ғәйепле: «самоволка»ға олағырға әүәҫ, булған аҡсаһын тәмәкегә, һыраға тотоноп бөтә.
Бер мәл канцелярияға бик мөшкөл ҡиәфәттә килеп инде Дима.
– Гарри, беҙ бит «учебка»нан бирле дуҫбыҙ, – тип йыраҡтан башланы һүҙен. – Яҡташтарбыҙ ҙа – беҙҙең Ырымбур Башҡортостанға терәлеп тора. Ярҙам ит инде миңә: кейемгә аҡса кәрәк. Ҡайтҡас, почта аша ебәрермен, адресыңды блокнотҡа яҙып алғанмын…
– Тағы юҡ-барға исрафлап бөтәһең инде. Хорёк, мин бит һине беләм!
– Юҡ, ысын, формаға етмәй аҡса. Башҡа кемгә барайым инде – бүтәндәрҙән һорауы оят, түбәнселеккә төшкөм килмәй. «Молодой»ҙарҙан таптырырға ла теләк юҡ, артымдан ҡәһәрләп ҡалырҙар кеүек…
Әлбиттә, канцеляриялағы барлыҡ эште контролдә тотҡас, йыш ҡына старшина вазифаһын да үтәп йөрөгәс, кеҫәм буш торманы тиерлек. Полигондан гильза йыйып, төҫлө металл йыйыу пунктына тапшырабыҙ, хәрби ҡаласыҡта йәшәүселәргә эшселәр кәрәк булып китә, “дембель альбомы” яһатырға теләүселәрҙең йомошо төшә – һәр нәмәнән аҙмы-күпме аҡса тама. Юғары уҡыу йортонан һуң армияға “пинжәк” булып килгән йәш офицерҙар ҙа төрлө документ тултырырға, карта һыҙырға өйрәнеү өсөн миңә мөрәжәғәт итә, арыу ғына түләйҙәр ине. Тик Дима һорағанда үтескә биреп торорлоҡ аҡсам булманы. “Ярай, Хорёк, берәй нәмә уйларбыҙ”, – тинем дә аптырашта ҡалдым.
Шул саҡ каптеркала яңы ғына алынған, хатта тамғаланып та өлгөрмәгән кейемдәр ятҡаны иҫкә төштө. Беҙ ике йыл буйы кейеп йөрөгән “песочка” түгел, ә ҡайын урманын хәтерләткән заманса камуфляж! Мин, ярай, дембелгә парад формаһын әҙерләгәнмен, сигеп биҙәлгән погондар, аксельбант тағып, офицерҙарға тәғәйенләнгән “аэродром” фуражка кейеп ҡайтасаҡмын. Димаға ни, камуфляж бик ярап ҡалыр ине әле. Тик беҙгә, дембелдәргә, кейемдең был партияһынан өлөш сыҡмаясаҡ, ул яңы килгәндәргә генә иҫәпләнгән. Үҙемдең ҡулда саҡта тырыштырып ҡарарғамы икән әллә?..
Икенсе взводта беҙҙең исемлеккә теркәлгәс тә пневмония диагнозы менән госпиталгә оҙатылған, тиҙҙән бөтөнләйгә өйөнә ҡайтып китергә тейешле Зимин фамилиялы бер егет бар ине. Уға һалдат кейеме барыбер кәрәкмәйәсәк тигән фекергә килдем дә, формаларҙы бүлгәндә Зиминдың исеменән үҙем имза ҡуйып, бер комплектты каптеркалағы стеллаждың иң өҫкө кәштәһенә йәшерҙем. Әммә был турала Харитоновты иҫкәртергә онотҡанмын. Хәйер, форсат та сыҡманы: Дима, ғәйептәре күп булғас, йә полигонға эшкә ебәрелә, йә ашхана буйынса дежурға ҡуйыла. Мин ҡайтаһы көндө лә ул казармаға инмәне тиерлек: роталағы наряд алдынан инструктаж үтте, плацта разводта торҙо, ҡорал һаҡланған бүлмәне ҡабул итте...
“Дембель поезы”на оҙатып барған офицер, ҡуҙғалғаныңды төн уртаһынаса көтөп ултыра алмайым, тине лә, минән һыралыҡ аҡса алғас, матур итеп хушлашып, өйөнә ҡайтып китте. Димаға форма хаҡында әйтмәүем шул саҡта хәтергә төштө лә инде. Вокзалдан часҡа тиклем ара алыҫ түгел, ә поезд өс сәғәттән генә киләсәк. Тимәк, өлгөрәм тип, сумаҙанды һаҡ камераһына илттем дә, джинсы костюмымды кейеп, автобусҡа йүгерҙем. Егерме минуттан казарманың йыуыныу бүлмәһе тәҙрәһен шаҡый инем инде. Харитонов бөгөн рота буйынса дежурҙа, йоҡламайҙыр, дневальный аша саҡыртам, тип уйлайым. Әмәлгә ҡалғандай, тәҙрә янына Дима үҙе килде. “Һиңә нимә кәрәк тағы?” тигән ҡиәфәттә. Моғайын, аҡса биреп тормағанға үпкәләгәндер. “Ас ишекте”, – тип ымланым да казарманың алғы яғына йүгерҙем.
– Рәхмәт, дуҫ! – Минең «бүләк»тән сикһеҙ ҡәнәғәт ине хеҙмәттәшем. Ҡосаҡлап алды, күҙенән йәштәр тамды хатта. Тәмәке тоҡандырҙыҡ та йыуыныу бүлмәһендәге “курилка”ла бер талай өнһөҙ-ниһеҙ ултырҙыҡ. Һүҙ ҡушҡы ла, хушлашҡы ла килмәй. Ә башта уйҙар ҡайнай ғына. Инде ауылға ҡайтып төшөүемде, өйгә инеүемде күҙ алдына килтерәм...
Кемдеңдер аяҡ тауышы ишетелгәс, бәҙрәф яғына үтеп, ишек артына йәшендем. Кешегә күренеп йөрөгө килмәй – хеҙмәттәштәр өсөн мин хәҙер юлда бит инде. Әһә, тынлыҡты боҙоусы Паша Васильев икән, минең отделениелағы иң йәш һалдат. Йыш ҡына түшәгенә кесе ярау итеп ятһа ла, табипҡа барманы, өйөнә ҡайтарып ебәрерҙәр тип ҡурҡты, шуға төндә уянып, бәҙрәфкә йөрөргә өйрәнеп алғайны ул. “Эй, Васильев, һин минең бында нимә тотоп ултырғанды күрмәнең! Ишеттеңме? Берәйһе белеп ҡалһа, бына...” Харитоновтың кешегә янағанда билендәге штык-бысағын һурып сығара торған ғәҙәте бар ине – был юлы ла ул шулай эшләне. Ярыҡ аша яҙа-йоҙа күрәм: Паша ҡурҡып артҡа сигенде, таш иҙәндең соҡорайған ерендә күләүек булып йыйылып ятҡан һабынлы һыуға “сап” иттереп баҫты ла тайып ҡоланы. Дөмп! Аяҡ йыуа торған ваннаға ауҙы булһа кәрәк...
Сығып, был икәүҙең араһына ҡыҫылайым, тип кенә тора инем, казарманың ишеге шығырҙап асылғаны, Диманың кирза итектәре менән тап-топ баҫып шул тарафҡа йүгергәне ишетелде. “Дежурный по роте младший сержант Харитонов!” Ай, әттәгенәһе! Часть буйынса дежур офицер шикелле! Хәҙер бында инеп, тикшеренә башлаһа... Васильевтың ҡыбырҙағаны ла тойолмай түгелме? Иҫтән яҙҙымы икән? Әллә үлдеме? Төрлө уй үтте башымдан. Офицер һаман китмәгән, тауышы сыға. Диманы ни өсөндөр ныҡ әрләй. Каптерка яғына ыңғайланылар, буғай...
Шым ғына сыҡтым. Васильев, ысынлап та, ванна ситенә соңҡаһы менән төшкән дә ята. Тик ята. Яҡыныраҡ барып ҡараным: тын алмай һымаҡ. Ә минең йөрәк дөп-дөп килә. Бөттө тыныс тормош! Харитонов менән икебеҙҙе төрмәгә ябасаҡтар. Ни өсөн казармаға кире килдем, ниңә йәшенеп торҙом – бер нисек тә аҡлана алмаясаҡмын. Әгәр Дима белмәмеш тә күрмәмеш булһа, мине генә ғәйепләйәсәктәр... Әлегә имен ҡотолор әмәл бар бит! Васильевты ипләп кенә иҙәнгә шыуҙырып төшөрҙөм дә, ҡултыҡ аҫтынан эләктереп, артҡа ҡарай һөйрәп алып киттем. Нисек көсөм еткәндер: һикһән килонан ашыу тарта бит ул, ә мин – алтмыш самаһы. Бәҙрәф яғына индереп, мәйетте сүп йәшниге артына һуҙып һалдым һәм... форточка аша нисектер йәһәт кенә сыҡтым да хәрби часты ирекле тормоштан айырып торған ҡойма яғына йән-фарман саптым.
Ысынлап та, тыныс тормошомдоң ахыры тап ошо мәл булған икән. Ҡасып барғанда уҡ ниндәйҙер бик ҙур көс артҡа тарта, кирегә борорға маташа ине мине. Бер ни ҙә уйламаҫҡа, тағы ла шәберәк йүгерергә тырыштым. Кеше үлтергән өсөн язанан түгел, ә хурлыҡтан, үҙемдең ҡурҡаҡлыҡтан йырағыраҡ киткем килде. Васильевтың йәне минең ни ҡылғанды өҫтән күҙәтеп торған да: “Их һин, иптәш сержант!” – тип артымдан эйәреп осоп тик йөрөй һымаҡ. Төш кенә булһа ярар ине был ваҡиға, тим, бына-бына күҙҙе асырмын да барыһы ла үҙ урынына ҡайтыр, йәнәһе... Ә оятым бер тотам да ҡалманы, һәр саҡ үҙем менән ине. Күңелемде һаман да нығыраҡ өңөп инә, ғазаплай, шомландыра...
Бына инде егерме ике йыл шулай.
***

Көндөң тәүге яртыһы мәшәҡәтле генә булды: хәрби комиссариаттың саҡыры­лыш пунктына барып, Наилды бер көнгә сығарыу­ҙарын һораныҡ, ризалыҡ ала алмағас, республика дауаханаһынан әсәһенең ауырыуы тураһында белешмә юлларға ла тура килде. Был аҙым да ярҙам итмәгәйне, Ғәйнулланың таныштары аша телефон номерын табып, әлеге Раян Ишҡоловҡа шылты­рат­тыҡ. “Ярай, һөйләшеп ҡа­рармын”, – тине лә яҡта­шы­быҙ, ярты сәғәт тә үтмәне мәсьәләне хәл итте лә ҡуйҙы. Кискә тиклем сығарҙылар улымды. Ғәй­нул­ла баҙарҙан ниндәй­ҙер тауар эҙләргә тейеш ине, шуға дауаханаға балалар менән йәйәүләп киттек.
“Армияға барып етмәгән, Өфөнән дә үтмәгән бит әле. Әллә тағы алып ҡалырға тырышырғамы?” – тинем дә уйымдан кире дүндем. Наилды еңеп булмаясаҡ! Әсәһенә лә тыныслыҡ кәрәк, нәҡ ошо ниәтем арҡаһында килеп эләкте бит ул дауа­ха­наға. Яҙ башында улымды хеҙмәткә ебәрмәйем тип райондың военкомы менән һөйләшеп бөт­кәй­нем генә, Наил өйҙә ғауға ҡуптарҙы, “ебәрмәһәң, атай тип әйтмәм, тупһағыҙға аяҡ баҫмам”, тине; ире менән улы араһындағы ыҙғыш-талашты кү­тә­рә алмай, Фәрзәнә сирләп түшәккә йығылды. Бер яҡтан Наил­дың үҙ фекере булыуы, ҡыйыу­лығы, ныҡышлығы ҡыуандырһа ла, икенсе яҡтан уның ғүмере өсөн хәүефләнәм: Пашаның әсәһен яңғыҙ ҡалдырғаным өсөн Аллаһ Тәғәлә мине лә баланан яҙҙырыр тип ҡурҡам. Донъя – ҡуласа, тиҙәр бит.
Тора-бара Васильевтың үлемендә үҙемде генә ғәйепле һанай башланым шул. Бәләнең башы минең урлашыуым булды инде барыбер. Һәйбәт, бер ҡатлы ғына егет ине Паша, миңә ныҡ ышанды, ағай кеүек күрҙе. Ҡайһы саҡта оҙаҡ һөйләшеп ултырғыланыҡ, ул ғаиләһе, һөйгән ҡыҙы тура­һын­да серҙәрен дә йәшермәне. Кавказ егеттәре талап алмаһын тип, әсәһенән посыл­каларҙы минең исемгә ебәрттерә торғайны. Атайһыҙ үҫкән берҙән-бер бала булғас, йомшағыраҡ холоҡло ине, әммә ауырлыҡтарға бирешмәне, үҙенең хәр­би хеҙмәттә йөрөүе менән ғорурланды, һәр нәмәгә етди ҡараны. Шундай кешене тот та һәләк ит инде! Ҡарап тороп үлтерттем, туғандарын, яҡындарын ҡайғыға һалдым! Дуҫлыҡҡа хыянат иттем! Ни бары кейем, сепрәк-сапраҡ арҡаһында...
– Атай, ҡыҙыҡ ҡынаһың ул: ҡалала бөтәһе лә тәмәке төпсөгөн ҡайҙа етте шунда ташлай ҙа китә, ә һин сүп йәшниге эҙләйһең! – тип Гөлназ минән көлөп килә. – Янғын һүндереүсе булып эшләгәс тә, улай уҡ һаҡ ҡыланырға тимәгәндер...
– Үҙең мине сығарттырып алдың, шунан бирле бер ни өндәшмәйһең дә. Әллә армияға оҙатыуҙың берәй йолаһы бармы шундай? – тип шаяртып, Наил да күңелемде күтәрергә тырыша.
– Хәҙер, әсәйегеҙ эргәһенә барып етәйек тә иркенләп һөйләшербеҙ, – тигән булдым.
...Армиянан ныҡ үҙгәреп ҡайттым. Ике йыл тү­гел, ә демобилизацияланғандан һуң юлда уҙ­ғарған ике-өс көн үҙгәртте мине. Уйҙарымда бөтөн тормошомдо иңләп сыҡтым, төрлө һорауға яуап эҙләнем, хыял-маҡсаттарымды яңынан барланым, үҙемдең кемлегемде асыҡларға тырыштым. Әгәр Васильевтың мәйетен ҡалдырып ҡасмаһам... Атай-әсәйем кеше үлтереп төрмәгә эләгеүемде кисерә алыр инеме икән? Йөрәктәре түҙмәҫ ине. Мин хеҙмәткә китерҙән өс йыл алда ғына армия бала ҡайғыһы күрһәтте бит уларға: Афғанстан­дағы һуғыштан ағайым цинк табутта ҡайтты. “Әллә хәҙер милицияға барып, ба­рыһын да һөйләп бирергә лә енәйәтем өсөн язаны алырғамы?” – тип ошо ваҡиғанан һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә күпме тапҡыр уйлап ҡараным, ләкин гел генә туған­да­рыма, яҡын кешеләремә ҡайғы өҫтәү­ҙән, хурлыҡ килтереүҙән ҡурҡтым. Харитоновты ла йәлләнем: минең менән бергә ул да төрмәгә китәсәк бит. Әле Дима, моға­йын, ғаиләлелер, балалары барҙыр. Армиянан һуң ул миңә “Теге хәл арҡа­һын­да тикшерелеп йө­рөп, ике ай ярымдан ғына ҡайттым, хәҙер барыһы ла артта” тип хат сыймаҡлап, камуфляждың хаҡын һалып ебәргән ине, аҡсаһын кире оҙаттым да баш­ҡаса яҙышманыҡ. Шулай дөрөҫөрәк булыр, тинем.
Күп нәмә үҙгәрҙе. Беренсе йылда миңә ауылдан “яратам, көтәм” тип хат яҙған ҡыҙ хеҙмәттән ҡайт­ҡанымда икенсе егет менән өйләнешергә йөрөй ине инде. Быға һөйөн­дөм генә, сөнки уның минең һымаҡ әҙәм аҡтығы менән ғүмерен заяға үткәреүен телә­мәнем. Аҙаҡ телеви­зорҙан һалдаттар тураһында кино ҡарап ултырғанда, ҡапыл Васильев иҫкә төшөп, өйҙән йүгереп сығып киткәнем, тупһа алдында туҡтай алмай үкһеп илағаным йыш булды – туғандарым сәбәпте баяғы ҡыҙ­ҙың хыянатында күрҙе.
Аграр университетҡа уҡырға инәм, инженер бу­лам, тиһәм дә, унда барманым, ә янғын һүндереү хеҙмәтенә эшкә төштөм – йәшәгем килмәй ине. Үҙемә үҙем ҡул һал­һам, кемдәрҙелер ғәйепләйә­сәктәр, мине йәлләйәсәктәр, ә утта янып һәләк булһам, исмаһам, атай-әсәйемә “улығыҙ батыр бул­ды” тиерҙәр, йәнәһе. Тәүге осорҙа гелән ҡа­һар­манлыҡ ҡылыу тураһында хыялландым, әммә мөм­кинлек тыуманы. Өйләнеп, балалар үҫтерә башлағас, бер аҙ баҫалҡы­лан­дым, шулай ҙа үкенес той­ғо­һо һис кәмемәне. Уны оноттороу өсөн баш баҫып, үҙемде аямай эшләнем: сменанан ҡайтҡас, өйҙә ял итеп алыу уйымда ла булманы. Бер кешенең ғүмерен ҡыйғас, файҙалы ғәмәл­дәрҙе икәү өсөн башҡарырға тейешмен тигән маҡсат торҙо һәр саҡ алдымда. Яңғыҙ ҡалған һайын Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарымды кисереүен, барлыҡ кеше­леккә именлек насип итеүен һорарға күнектем. Шулай күңелем тынысланғандай бул­ғайны ғына, Наилдың армияға китәм тигән һүҙе тағы шаңҡытты. “Донъя – ҡуласа” тигәндәрен выждан ғазабы ғына тү­гел, баламды юғалтыу ҡай­ғы­һы аша ла аңларға тура килерме икән ни? Барыбыҙ ҙа был донъяла – ҡунаҡ ҡына, ҡасандыр барыбер үләсәкбеҙ, Аллаһ алдын­да яуап тота­саҡ­быҙ, сауаптарын да, язаһын да аласаҡ­быҙ. Мин тамуҡта мәңге янырға риза, тик гонаһ­тарым өсөн туғандарыма, яҡындарыма ыҙа сигергә яҙмаһын...
Шулай уйланып бара торғас, дауа­ха­наға килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Фәрзәнә Наилды күреүенә бик шат ине, балалары менән һөйләшеп улты­рып, күңеле тағы ла күтәрелгәндәй булды. “Ошо ара­ла сығарырҙар ул, оҙаҡ тот­маҫтар, – тине. – Йәй урталарына тиклем нығынып алһам ярай ине, хәҙер бесәнде Наилһыҙ эшләргә тура килә бит”. Гөлназ да, иртәгә һуңғы имтиханын тапшырһа, ҡайтырға уйлай икән.
* * *
Кис Ғәйнулла менән Раян Ишҡоловҡа инеп, ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп сығырға булдыҡ. Бер аҙ күстәнәс, коньяк та ал­ғай­ныҡ. Артист өйҙә ине, ихлас ҡаршыланы, табынға әйҙәне. Арабыҙҙа эскән кеше юҡ икән, шуға донъя хәлдәре хаҡында тыныс ҡына һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Ғәйнуллаға барыһынан да бигерәк Раяндың ҡатыны бешергән аш оҡшаған. “Ғәләмәт тәмле! – тип маҡтап бөтә алманы уны ҡәйнешем. – Көҙгә, улайһа, һеҙҙе ҡунаҡҡа көтәм, ҡаҙы менән һыйлармын”.
Аҙаҡ бәләкәй ҡыҙын саф һауа һулатып килергә йыйынған артист менән бергә урамға сыҡтыҡ та бульварҙың бер осонан икенсеһенә ҡарай оҙаҡ ҡына йөрөнөк. Күңелемде күтәрергә уйлаптыр инде, Ғәйнулла менән Раян мине һүҙгә әүрәтеп маташты, армия мәҙәктәрен иҫкә төшөрҙө.
– Ә һин ҡайһы яҡта хеҙмәт иттең? – тип һораны шул саҡ Ишҡолов.
– Тәүҙә Һамар өлкәһендә...
– Черноречьела түгелдер?
– Шунда. Әллә һин дә...
– Бына ҡайҙа ул донъяның ҡыҙығы! Ҡуласа кеүек!.. Аҙаҡ Туҡ ҡаласығына күскәнһеңдер, моғайын. Күптәр шул юлды үткән бит.
Мин аптыраным да “эйе” тигәнде аңлатып йылмайҙым ғына.
– Һин, беҙҙән ике йәшкә олораҡ булғас, туҡһан өсөнсөлә ҡайттыңмы? – тип артабан төпсөнөп алып китте артист. Эсемдә – ут. Һиҙенәм: хөкөм ҡарары көткән һымаҡ. Бына-бына барлыҡ тормошомдо һөйләп бирер, кемлегемде асып һалыр...
– Эйе. Май айында, – тигән булдым.
– Мин тап шул айҙа саҡырылғайным, йыл ярымлыҡҡа тура килдем. Беренсе Чечен кам­па­ния­һы башланды шул осорҙа. Төрлө яҡтан ғәскәрҙәрҙе туплайҙар ҙа тура һуғышҡа оҙаталар ине. Мин эләкмәнем, замкомвзводым, Васильев, ныҡышып алып ҡалды, “һәләтле егет” тип...
– Ней... Ҡайһы ротала инең?
– Дүртенселә.
– Һарытау егетеме?
– Кем? Пашамы ни?
– Ул... Иҫәнме әллә?
– Эйе! Һин дә уны беләһеңме?
Башым әйләнеп, бәүелеп киттем. Төш күреп уян­ғандай, күҙҙәрҙе сылт-сылт йомоп, уйланып торам, үткән­дәр­ҙе иҫкә төшөрөргә маташам. Эс­кәм­йәгә барып ултырҙым.
– Мин дә бит дүртенсе ротала инем, эйе, шул бер Васильевтыр инде...
Егеттәрҙе аптыратмаҫ өсөн әлеге ваҡиғалар хаҡында һөйләп бирергә тура килде. Ҡурҡып ҡас­ҡа­нымды, ғүмер буйы үкенеп йәшәгәнемде, На­ил өсөн хафаланыуымды ла йәшермәнем. Хәҙер инде барыбер миңә. “Паша батальонда иң абруйлы сержант һаналды, ғәҙел егет була торғайны, – тине ­Раян. – Харитоновты ла иҫләйем, ул беҙ “дух” саҡта берҙән-бер “дембель” ине, дежурҙа саҡта ус­тав ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн про­ку­ра­ту­раға саҡыр­тып ыҙалаттылар, дисбат­ҡа ла ебәрергә уйла­ғайнылар, шуға оҙаҡ ҡайта алманы. Васильев менән ныҡ дуҫ булдылар...”
– Еҙнәй, һин оят, хурлыҡ тип үҙеңде бөтөрмә улай, – тип телгә килде байтаҡ ваҡыт өн­дәшмәй ултырған Ғәй­нулла. – Ғаиләң­де, бала­ла­рыңды уйла. Көйөнөп йөрөп, бер-бер хәлгә тарыһаң, уларҙы кем ҡарар? Был ваҡиғаны башҡаларға һөйләмә, иҫләмә лә. Һине бит бөгөн бөтә район әллә күпме кешене үлем­дән ҡотҡарған батыр тип белә, ла­йыҡ­лы булып алған миҙа­лың, орденың, “Герой” тигән ҡушаматың да бар. Элеккеләр – ул үткән ғүмер. Хәҙер кем булыуың мөһимерәк тә инде!
Төшөндөм кеүек. Ғәйнулла бит үҙе лә йәшерәк сағында ошоға оҡшаш хәл­гә тарығайны: ҡышын һунарҙа йөрөгәндә, йәнлек менән бутап, ағаһын атып үлтер­ҙе. Уны еңгәһенең, туғандарының ғына түгел, үҙ ата-әсә­һенең дә ғәйепләгәне, ҡәһәрлә­гәне хә­тер­ҙә. Егет түҙмәҫ, эске­леккә һабышыр йә башын эл­мәк­кә тығыр, тип уйланы күптәр, ләкин Ғәйнулла ныҡ булып сыҡты, төрмәлә бер йыл са­маһы ғына ул­тыр­ҙы ла, яҡшы тәртибе өсөн ва­ҡытынан алда ҡайтып, эшҡыуарлыҡҡа тотондо. Күп аҡса тапһа ла, байлыҡ тип йән атмай, баш­ҡаларға ярҙам итә, ауыл халҡы өсөн байтаҡ эш урыны булдырҙы; үҙ ҡыҙ­ҙа­рынан тыш, мәрхүм ағаһының ике балаһын да хәстәрләй, түләп уҡыта. Ике йыл элек мәсет һал­дырҙы, һәр дини байрамда ҡорбан салдырып, ауыл­даштарҙы һыйлай. Әле бына мине Өфөгә алып килгән өсөн дә хаҡ алыу­ҙан баш тарта, бушҡа йө­рөмәйем, әҙерәк тауар тейәп ҡайтам бит барыбер, тип көлә лә ҡуя. Әгәр теге мәл­дә үкенесенән, ҡай­ғыһынан бөгөлөп төшһә... Кире­һенсә, ғәйебе изге ғәмәлдәр баш­ҡарыуға, йәм­ғиәткә файҙалы булып йәшәүгә этәрҙе бит уны! Мин дә, Паша Васильевты үл­терҙек тип уйла­ма­һам, бәлки, тормоштоң ҡәҙерен белмәҫ, йәшә­үемдең мәғәнәһен аңламаҫ инем. Барыһында ла булмаһа ла, моғайын, күптәрҙә барҙыр инде ундай үкенестәр, ҡурҡыуҙар. Ғәйнулла менән беҙ һынауҙан дөрөҫ һабаҡ ала алғанбыҙҙыр...
* * *
Иртәгәһенә Фәрзәнәне дауахананан сы­ғар­ҙылар, Гөл­наз һуңғы имтиханын тап­шырып килде. Төш­тән һуң күмәк­ләшеп ти­мер юл вокзалына һалдат оҙатырға төштөк. Сафҡа теҙелеп торғастар, әл­биттә, Наилға яҡын барып булманы, шулай ҙа вагондарға ултырыш­ҡандан һуң ҡул менән ишаралап оҙаҡ ҡына ара­лаштыҡ. Оркестр “Славян­каның хушлашыуы”н уйнап ебәргәс, күҙемдән йәштәр тамды. Һис тә хәсрәт йәше түгел ине ул, ә кире­һенсә – күңелдең яҡшы хистәргә тулышыуынан. Аллаһ Тәғәлә ғәфү итте, ғазаптарҙан ҡотҡарҙы бит мине – әгәр ки­сер­мәһә, һаман да йән ҡыйыусы түгеллегемде бел­мәгән булыр инем. Хәҙер улым өсөн дә борсолмам, моғайын.
Машинаға ултырышып, ҡайтыр яҡҡа ыңғай­ла­ғас, Гөлназ әсәһен ҡосаҡлап алды: “Их, шундай һәйбәт көн! Күпме ваҡиға – бер юлы...” Ә минең өсөн ни тиклем иҫтәлекле икәнен белһәләр ине был мәлдең! Донъя – ҡуласа... Юҡ, донъям түңәрәк бөгөн!
Гәрәй МАЗҺАРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Кунак
    Кунак от 02.02.2015, 18:33
    Был хикаямы ул, просто макаламе? Хаттар кем аша ута, кем газетага куйырга ярау-ярамауын тикшера? Мин да язып халгайным шигырзарымды, озак сыкмай.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872