Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалһын
Үҙеңдән һуң  яҡты эҙ ҡалһын Сәрүәретдин Ғәлләметдин улының тормош юлы ҡыҙғаныс та, һоҡланғыс та. Ул Ишембай районының Кинйәбулат ауылында Әсҡәпъямал менән Ғәлләметдин Ғәләүетдиновтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ағайыбыҙҙың яҙмышы тыуған ер, илебеҙ тарихы менән ныҡ бәйләнгән. Заманалар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, Хоҙай ғаиләгә тирәк кеүек биш ир баланы бүләк итә. Шуларҙың дүртәүһен ата-әсә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуға оҙата.

Тәүге улдары Имаметдин 1942 йылда Польша ерендә батырҙарса һәләк була. Икенсе улдары Ғилметдин һуғышта бер нисә тапҡыр ҡаты яралана, тыуған еренә бик һуң әйләнеп ҡайтып, 1996 йылда ауыр яраларҙан вафат була.
Өсөнсө улдары Ғәйнетдин 1941 йылда фронтҡа китә, Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай, 1946 йылда иҫән-һау әйлә­неп ҡайта. Рәхилә инәй ме­нән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғыш яралары уны ла бик иртә ер ҡуйынына һала. Дүртенсе улдары Сәйә­хетдин саперҙар ротаһында хеҙмәт итеп, Берлинға тиклем барып етә. Әммә задание үтәгәндә һәләк була.
Ғаиләлә бөтә ауырлыҡ 13 йәшлек Сәрүәретдин аға­йы­быҙ өҫтөнә төшә. “Ул саҡ­та бер кемгә лә еңел бул­маны, көн аша Пере­гон­ныйҙан, 13 саҡрым ерҙән, көйәнтәләп тоҙ һыуы ташыу әле лә онотолмай. Урмандан утын һөйрәп алып ҡайтып, Ишембайҙа һатып, тамаҡ туйҙырҙыҡ, ул көс-дәртте ҡайҙан алдыҡ икән?” — тип аптырай ул хәҙер. Әсәһенә, ике ағаһының бала үҫтергән ҡатындарына даими ярҙам итә ағайыбыҙ.
1949 йылда уны армия хеҙмәтенә алалар. Алыҫ Көнсығышта Һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Тыуған ауылы Кинйәбулатҡа ҡайтып, хисапсы булып эш башлай, Фәрхәнә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡора. Ағайыбыҙ һәр саҡ белемгә ынтыла, бик әүҙем, тынғыһыҙ, тормош яратыусан кеше була.
Фәрхәнә еңгәбеҙ менән алты балаға ғүмер бирәләр. Наил, Гөлназ, Рафаил, Сәйәхетдин, Финзирә, Флүзә хәҙер үҙҙәре олатай, өләсәй инде. 22 ейән-ейәнсәре, унлап бүлә-бүләсәре бар ағайымдың. Улдарының Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүе менән ғорурлана ул. Берлин күпере янында күкрәк киреп фотоға төшкән Ғәйнетдин ағаһының һүрәтен ҡәҙерләп һаҡлай. “Ҡуҙғалаҡ, йыуа, балтырған ашап үҫкән, тыуған ерен бирмәҫ өсөн танк аҫтына ингән, амбразураны кәүҙәһе менән ҡаплаған сыҙамлы халыҡты еңеү мөмкин түгел ул”, — тип ейән-ейәнсәрҙәренә һөйләй.
Кинйәбулат ауылының хөр­мәтле аҡһаҡалы башҡорт ха­лыҡ йырҙарын бик оҫта баш­ҡарыуы, уларҙың тарихын яҡшы белеүе менән ҙур ихтирам ҡаҙана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Нефтсе” совхозында умартасы ярҙамсыһы булып эшләй. Ауылда мәсет төҙөүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Бөгөн “Фатиха” мәсетендә кешеләрҙе матурлыҡҡа, иманға, яҡшы­лыҡ­ҡа өндәй, ауылда ғына түгел, бөтә тирә-йүндә абруйлы аҡһаҡал ул. Сәрүәретдин Ғәл­ләметдин улына мәсет төҙөүҙә ауылдашы Хызыр Шаһиевтың улдары Марс, Харис, Ғәли, Хәйҙәр, Альберт, Әхәт ярҙам итә.
Аҡһаҡал илебеҙгә биш Ватан һаҡсыһын бүләк иткән ата-әсәһен һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә ала, ауыр йылдарҙа ла көслө рух, намыҫ менән йәшәүҙәренә хайран ҡала. Бер генә тапҡыр бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә, үҙеңдән һуң бары яҡты эҙ ҡалдырырға өндәп йәшәй ул ауылдаштарын.


Автор: Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА. Район: Ишембай районы, Яңы Әптек ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә