Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергәләп егелмәһәк, йөк ҡуҙғалмаҫ
Бергәләп егелмәһәк, йөк ҡуҙғалмаҫ Уҙған йыл аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында республикала башҡорт телен уҡытыу торошона арналған сираттағы кәңәшмә булғайны. Сарала милли мәсьәләнең һаман да яйға һалынып китә алмауына, киҫкенлегенә тағы ла бер тапҡыр инанғас, Ҡыйғы, Балаҡатай, Мәсетле райондары мәктәптәренә сәфәр ҡылырға булдым.


Төҙәтергә һүҙ бирҙеләр

Эш Ҡыйғынан башланды. Район халҡының 36 проценты – баш­ҡорт­тар. Ауылдарҙа башлыса 300 – 500 кеше йәшәй. Башта Вәкийәр, Йыланлы, Дү­шәмбикә мәктәптәрендә булдым. Тәүгеһендә башҡорт теле өсөн айырым кабинет та юҡ. Дүшәмбикәлә 24 башҡорт белем ала, V, VII, VIII кластарҙа туған тел аҙнаһына өс һәм дәүләт теле булараҡ ике сәғәт уҡытыла. Йыланлы менән Дүшәмбикә мәктәп­тәрендә башҡорт теле кабинеттары бар, әммә улар тейешле кимәлдә йы­һазлан­дырылмаған.
Артабан район үҙәге Үрге Ҡый­ғының 1-се һәм 2-се мәктәп­тәрендә булдым. Уларҙың икенсеһендә 646 уҡыусы белем ала, араларынан 147-һе – беҙҙең милләттән. Мәктәптә биш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Район үҙәге һуңғы 10 – 15 йылда ике тапҡырға ҙурайыуына ҡарамаҫтан, белем биреү учреждениеһының автобусы юҡ, һөҙөмтәлә балалар бер яҡ остан икенсеһенә йәйәү йөрөй. Дәүләт һәм туған тел дәрестәрен уҡытыуға килгәндә, эш яҡшы, теүәл ойошторолған. 1-се мәктәптә лә был йәһәттән “йөй эҙләрлек” урын юҡ. Унда коллектив менән бәләкәй генә кәңәшмә лә үткәреп алдыҡ. Уҡытыусылар башҡорт һәм татар телдәре дәреслектәренең наҡыҫ булыуына зарланды.
Артабан Түбәнге Ҡыйғыға юлландым. Мәктәп яңы, йылы, яҡты. Ундағы уҡыусыларҙың 23-ө – беҙҙең милләттән, башҡорт теле I – IX кластарҙа дәүләт теле булараҡ ҡына уҡытыла. Шуныһы ҡыуаныслы: телгә алынған һуңғы өс мәктәптә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары тейешле кимәлдә йыһазландырылған.
Ләүйылғала яңы мәктәп төҙөргә вәғәҙә биргәндәр. Ун саҡрымға һуҙылған ауыл балалары өсөн, автобусҡа өҫтәп, тағы ла бер “ГАЗель” бүлһәләр, һәйбәтерәк булыр ине, ти халыҡ.
Сәфәр һуңында район хакимиәте башлығына инеп, тупланған мәғлүмәт, тәьҫораттар менән уртаҡлаштым. Етәксе етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә һүҙ биреп ҡалды.

Айҙаҡайҙарға ярҙам
булырмы?

Бергәләп егелмәһәк, йөк ҡуҙғалмаҫАртабан Балаҡатай районына юл тоттом. Тәүҙә туҡталған Түбәнге Үтәш мәктәбендә 49 бала уҡый. Яҡындағы Үрге Үтәш балалары ла бында килеп белем ала, уларҙы автобус йөрөтә. Уҡытыу торошо буйынса тәнҡитләрлек урын булмаһа ла, учреждениелағы башҡа ҡайһы бер мәсьәләләр борсоуға һалды. Мәҫәлән, бинаның иҙәне, йылытыу системаһы яңыртыу талап итә. Башҡа ремонт эштәре лә кәрәк. Шулай уҡ автобустарҙың иҫке булыуы күҙгә салынмай ҡалманы.
Район үҙәге Яңы Балаҡатайҙа иһә ике уҡыу йорто эшләй. 1-се мәктәптә интернат та бар. Мәктәпкә Апут һәм Красный Пахарь ауылдарынан 39 бала йөрөп уҡый. Әйтеүҙәренсә, бүленгән “ГАЗель” автобусы тығыҙыраҡ, ҙурыраҡ транспорт кәрәк. Мәктәптәге 521 баланың 217-һе – башҡорттар. Ә 2-се мәктәптә 440 уҡыусы белем ала. Араларында 128-е – беҙҙең милләт вәкиле. Ике мәктәптә барлығы ете башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Уларға аҙнаһына 22 – 26 сәғәт бүленгән. Башҡорт телен II – IV кластарҙа – ике, V – IX кластарҙа – биш, X – XI кластарҙа ике сәғәт уҡыталар. Башҡа шарттарға килгәндә, мәктәптәрҙә ҡышҡыһын һалҡын, йылытыу талап ителә. Елләтеү ҡорамалдары булма­ғанлыҡтан, эстә ныҡ тынсыу.
Артабан Яңыбай һәм Ҡарлыхан мәктәптәренең эшмәкәрлеге, матди хәле менән таныштым. Тәүгеһе яңы, унда яҡшы белем биреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Башҡорт теле тейешле кимәлдә уҡытыла, X – XI кластарҙа ла аҙнаһына өс сәғәт индерелгән. Тик шуныһы аңлашылмай: белем усағында тамаша залы юҡ.
Ҡарлыхан мәктәбенә килгәндә, унда 160 бала белем ала, шуларҙың 23-ө – башҡорт. Учреждениеның Нөгөш ауылында филиалы бар. Башҡорт теле I – IX кластарҙа аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла. Өҫтәмә дәрестәр ҙә ҡуйылған: V – VI кластарҙа – өсәр, VIII – IX кластарҙа – икешәр.
Артабан ауыл халҡының һорауы буйынса Айҙаҡай мәктәбендә булдым. Унда 38 бала уҡый. Был уҡыу йорто бик боронғо – 1932 йылда һалынған. Дүрт айырым бинаның икәүһе авария хәлендә. Хат менән ниндәй генә инстанцияға мөрәжәғәт итһәләр ҙә, һөҙөмтә юҡ. Тиҫтә йылға яҡын арауыҡта мәктәпкә ярҙам итергә юғарынан вәғәҙәләр бирелгән, проекттары экспертиза ла үткән булған. Тик ни өсөндөр “йөк” һаман да бер урында тора...
Был мәктәпкә минең менән бергә район хакимиәте башлығы үҙе килде. Уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты рәйесе, мәҙәниәт йорто директоры ҡатнашлығында кәңәшмә уҙғарылды. Хакимиәт башлығы Айҙаҡай мәктәбенә бәйле мәсьәлә буйынса юғары урындарға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Ул хәҙер Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ярҙамына өмөт итә.
Яңы мәктәп кәрәклеге ауылға ингәс үк асыҡ күренеп тора. Күркәм төйәктә 40-тан ашыу өй һалына, төҙөлөш өсөн йәнә 50 гектар ер бүленгән. Ауылдың бер өлөшөнөң йылға аръяғында урынлашыуына ҡарамаҫтан, араларында күпер юҡ. Һөҙөмтәлә яҙлы-көҙлө балаларҙы уҡырға кәмә менән ташыйҙар. Айҙаҡайҙа балалар баҡсаһы ла юҡ, 24 сабый автобус менән күрше Ҡарлыхандағы мәктәпкәсә учреждениеға йөрөтөлә. Өҫтәүенә ике тиҫтәнән ашыуы урынға сиратта тора. Әйткәндәй, Ҡарлыхан балалар баҡсаһында башҡорт тәрбиәселәре бөтөнләй юҡ. Башҡа телле мөхиткә эләккән өс йәшлек сабыйҙың күңеленә был насар тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр бит. Урыҫ балалар баҡсаһына йөрөтөргә мәжбүр ителгән башҡорт балаларын ниңә үҙебеҙсә тәрбиәләмәйҙәр?
Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, айҙа­ҡайҙар тырышып донъя көтә. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнашҡандар.

Милли гимназия
урыҫ телле икән...


Мәсетле районы үҙә­гендә лицей һәм башҡорт гимназияһы бар. Ике белем усағында бергә 1 300 бала уҡый. Башҡорт теле аҙнаһына I – IV кластарҙа – өсәр, V – VI кластарҙа — бишәр, VII – IX кластарҙа — дүртәр, ә X – XI кластарҙа икешәр сәғәт уҡытыла. Шуныһы аңлашылмай: лицейҙа ла, гимназияла ла был дәрестәр бер кимәлдә өйрәнелә булып сыҡты. Милли учреждениела ҡайһы бер предметтар ҙа башҡортса уҡытылырға тейеш түгелме һуң? Һуңынан ғына аңланым: баҡтиһәң, башҡорт гимназияһы урыҫ телле икән... Тимәк, милли учреждение күҙ буяу өсөн генә асылған булып сыға. Ә бит унда тирә-яҡтағы башҡорт ауылдарынан 74 бала уҡый, интернатта йәшәй...
Лицейға килгәндә, башҡорттар менән бер рәттән татар балалары ла туған телен тейешле кимәлдә өйрәнә. Бинала урын тығыҙ булған­лыҡтан, уҡыусылар ике сменала белем ала. Тыуымдың йылдан-йыл артыуын күҙ уңында тотҡанда, милли гимназияны башҡорт телле итеп булыр ине, тип уйлайым: район үҙәгендә йәшәгән милләттәштәребеҙ балаларын бер мәктәпкә туплай алыр ине. Ошоно ата-әсәгә аңлатырға, улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә мөмкин бит. Урындағы ҡоролтайҙарҙың һүлпәнлеген күрһәтә был.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә – 124 бала, унда башҡорт теле тейешле кимәлдә уҡытыла. Белем усағына Һөләймән, Һабанаҡ балалары килеп уҡый. Мәктәпкә капиталь ремонт талап ителгәне күҙгә ташлана. Тамаша залы менән ашханаға айырым урын бүленмәгән, улар бер бүлмәлә эшләй.
Яңы Яуыш мәктәбенә Иҫке Мишәр балалары автобус менән йөрөп уҡый. Гараж юҡ. Башҡорт телен уҡытыу торошона килгәндә, был эш тейешле кимәлдә тормошҡа ашырыла.
Сәфәрем Дыуан-Мәсетле ауылында тамамланды. Тәүге тапҡыр бында 1993 йылда мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин менән килеп, мәсет асыуҙа ҡатнашҡайным. Ауыл үҙгәргән, ифрат ныҡ матурланған. Яңы өйҙәр төҙөлөүе кәйефте бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Мәктәптә 160-тан ашыу бала уҡый. Улар Дыуан-Мәсетленеке генә түгел, ә Бурансы, Туҡбай, Ҡаранай, Йыланыш, Ғүмәр ауылдарынан тупланған. Араларынан тик Туҡбайҙа башланғыс мәктәп һаҡланған, ә башҡа дүрт милли төйәктә ябылыуға дусар булған. Дыуан-Мәсетле мәктәбендә бай музей эшләй.

* * *

Дөйөм алғанда, өс районды гиҙеп, 20-нән ашыу мәктәптә, бер нисә балалар баҡсаһында булдым. Район үҙәктәренә генә туҡталғанда, Үрге Ҡыйғыла — дүрт, Яңы Балаҡатайҙа — дүрт, Оло Ыҡтамаҡта биш мәктәпкәсә учреждение эшләй, ләкин береһендә лә милли төркөмдәр юҡ. Ә бит был баҡсаларҙа башҡорт балалары бихисап. Теле асылған ваҡытта туған телендә тәрбиә алмағас, уларҙы ниндәй киләсәк көтә? Әйткәндәй, Балаҡатай һәм Мәсетле райондары үҙәктәрендә яңы балалар баҡсаһы төҙөлә, уларҙы, бәлки, милли учреждение итеп асырға кәрәктер. Әле эшләгәндәренең исемдәре – “Светлячок”, “Солнышко”, “Колосок”, “Ромашка”... Ә ниңә “Ҡолонсаҡ”, “Алтын башаҡ”, “Бала саҡ”, “Гөлбостан” тигән матур исемдәр ҡушмаҫҡа?
Минең менән мәктәптәр буйлап бергә йөрөгәндәргә – район хаки­миәте башлығы урынбаҫарҙарына, мәғариф идаралыҡтары етәксе­ләренә, мето­дистарға, айырыуса Балаҡатай районы башлығына – ҙур рәхмәт! Респуб­ликабыҙҙағы һәр милләт вәкиле туған телен тейешле кимәлдә өйрәнһен, уларҙың тамырҙары ныҡлы, киләсәге яҡты булһын өсөн власть органдары менән ижтимағи ойошмаларҙың бергәләп эшләүе мөһим шул.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873