Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тәмле ҡала” Шотландиянан ҡалышмай...
“Тәмле ҡала”  Шотландиянан ҡалышмай... Бөгөнгө ысынбарлыҡ иҡтисади ҡанундарҙың тормошобоҙҙа төп урынды алып тороуын тағы ла асығыраҡ күрһәтә. Донъя иҡтисадында әленән-әле булып торған финанс көрсөгө беҙҙе һаман да уяу булырға өйрәтә алмаһа ла, Көнбайыштың санкциялары һиҫкәндереп ебәргәндәй булды. Шуны иҫәпкә алып, гәзитебеҙ яңы рубрика асырға ҡарар итте. Милләт – мәңгелек төшөнсә, заман – уның мәңгелек тарихындағы бер дәүер, иҡтисад – ошо дәүерҙең төп йүнәлештәренең береһе.

Бынан тиҫтә йыл ярым са­маһы элек бар донъяны шау­латҡан ваҡиғаны хә­тер­ләй­һегеҙ­ҙер әле: Бөйөк Брита­нияның төньяғындағы Шот­ландия иленең Лох-Несси тигән күлендә ҙур аждаһа йәшәй, имеш... Ышанмаусылар ҡалмаһын өсөн уның осраҡлы рәүештә төшөрөп алынған фотоһүрәттәре лә гәзиттәрҙә баҫылды. Оҙаҡламай аждаһаны үҙ күҙҙәре менән күреү йәки алдаҡты фашлау маҡсатында төбәккә туристар ҙа килә башланы. Уларҙың яҙыуынса, күл тирәһе – бер ағасы ла булмаған шыҡһыҙ урын, йылдың яртыһы ямғырлы көндәрҙән тороуы төбәкте бөтөнләй эс бошорғос күренешкә әйләндерә. Беҙҙәге һымаҡ мәғрур ҡаялар, ҡуйы урманлы тауҙар ҡайҙа ул... Яланғас убаларҙан торған бушлыҡ инде. Ләкин күҙ алдына килтерегеҙ: аждаһаның резина макетын эшләүгә бер мең фунт стерлингтан да аҙыраҡ сығым китһә, туристар ағымынан йылына 18 миллион фунт стерлинг табыш килә башлай. Төбәктә ҡунаҡханалар, күңел асыу урындары, яҡшы юлдар, тимәк, яңы эш урындары ла асыла. Юҡ, шотландтар “Беҙҙә аждаһа бар!” тип ышандырырға теләмәй, фәҡәт уны бергәләп эҙләргә тәҡдим итә.
Баҙар иҡтисадында киң таралған алымдың – территорияның үҙ имиджын булдырыуҙың – был сағыу миҫалы яңыраҡ Бөрө ҡалаһында үткәрелгән фекер алышыуҙа иҫкә төштө. “Керәшен һыуыҡтары” фестивале барышында үткәрелгән ошо фекер алышыу “Хәҙерге иҡтисадтың проблемалары һәм уны төбәктең киң мәғлүмәт сараларында күрһәтеү. Кире бәйләнеш. Территория имиджын системалы булдырыу” тип аталды. Уны үткәреүгә ШОС һәм БРИКС илдәренең быйыл Өфөлә уҙасаҡ саммиттарына әҙерлек тә, республикабыҙ Хөкүмәте ҡабул иткән Башҡортостандың үҫешен тиҙләтеү концепцияһы ла һәм, әлбиттә, заман талабы ла сәбәпсе.
– Фекер алышыу урыны итеп Бөрө ҡалаһын һайлауға уның шау-шыулы Өфөнән ситтәрәк тыныс урын булыуы ғына түгел, ә үҙ имиджын тыуҙырыу йәһәтенән уңышлы эшләүе лә сәбәпсе. Йыр-бейеүҙән тыш, хәҙер эшлекле һөйләшеү урынына ла әүерелеп барған “Керәшен һыуыҡтары” фестивале, мәҫәлән, үҙе генә лә ни тора, – тине фекер алышыуҙы алып барған Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. – Ә Бөрө алмалары – ысын мәғәнәһендә имидж булдырыусы тауар ул. Ҡалаға ингән урында алма һатыусы эргәһендә туҡтап киттем. Бер емеште ҡулға алам: бүтән яҡтарҙа күргәнем бар, урындағы сорт булыуы бик шикле. “Был Бөрөнөкөмө?” – тип һорайым һатыусынан. Ул, күҙен дә йоммай: “Эйе, Бөрө алмаһы!” – ти. Тимәк, Бөрө алмаһы тип һатыу уға отошлораҡ, бында инде тап бренд тигән төшөнсә үҙ көсөн күрһәтә.
– Өфөнөң һәм республиканың имиджын артабан яҡшыртыу маҡ­сатында саммитҡа әҙерлек “тулҡын­дарын” мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға тейешбеҙ, сөнки был саралар уҙғарылған көндәрҙә һәм унан һуң бренд менән шөғөлләнеү ауырға төшәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов. – Саммит үткәреү – Өфө өсөн территориаль имидж булдырыу буйынса ҙур эштең башы ғына. Башҡортостан беҙҙең өсөн нимә ул? Үҙебеҙ йәшәгән район нимә? Имиджды булдырыу бына шул һорауҙарға яуап эҙләүҙән башлана ла инде.
Сығыштарҙа әйтелеүенсә, территорияны танытыу һәм йәлеп итерлек бренд булдырыу муниципаль властың эше генә түгел. Әгәр ҙә урындағы эшҡыуарҙар һәм тотош йәмәғәтселек аңламай һәм яҡламай икән, ул хакимиәт өсөн генә кәрәкле әйбер булып ҡала, уңышҡа ирешә алмай. Ошо төбәктә тыуып үҫкән күренекле шәхестәр ҙә туристарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы йәлеп итерлек бренд булдырырға ярҙам итә ала.
Тәбиғи, район һәм ҡалалар ғына түгел, тотош субъекттар ҙа ил һәм донъя кимәлендә танылыу алырға, ни яғы менәндер үҙенә йәлеп итергә тейеш. Башҡортостан Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара аренала нефть, бал, ҡымыҙ һәм ҡурайы менән дан тота. Шуға күрә бер сығыш яһаусының “Бензиндан бал еҫе килә” тигән брендты алға һөрөргә тәҡдим итеүе залда ҙур йәнлелек тыуҙырҙы. Дөрөҫ, балды ла, ҡымыҙҙы ла Башҡортостан бренды итеп юғары кимәлдә һайларға, уларҙы сит суррогаттар ҡыҫырыҡлауынан яҡлай белергә лә кәрәк. Әлеге концепция шул маҡсатта ҡабул ителгән дә инде.
Барыһына ла оҡшарға тырышыу, танылыу яулау, шуның аша баҙар иҡтисадында алға ынтылыу – заманға хас күренеш. Әммә республикабыҙҙа үҙ визит карточкаһын булдырырға тырышыусы төбәктәр бик аҙ. Шуға күрә фекер алышыуҙа “Башҡортостан” гәзитенән ошондай һорау яңғыраны:
– Бөрөгә килгәндә был сарала тик теория ғына ишетербеҙ, уны Интернеттан да алып була бит инде, тигәнерәк шик-шөбһә лә тыуа биреп ҡуйғайны. Ләкин Башҡортостан буйынса, айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларына бәйле байтаҡ миҫал килтерелеүе, уларға баһа бирелеүе бик фәһемле булды. Шулай ҙа башҡа райондар һәм ҡалаларҙа был эш нисек бара? Уларға ла баҙар иҡтисадында үҙ урынын табыу кәрәктер бит.
– Брендинг барыһы ла мотлаҡ шөғөлләнергә тейешле әйбер түгел бит, – тип яуап бирҙе Борис Мелкоедов. – Ләкин танылыу яулаған төбәктәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Бөрйән районы – солоҡ балы һәм солоҡсолоҡ оҫта­лары, Шүлгән мәмерйәһе, Учалы районы – Ирәмәл тауына артылыу мөмкинлеге, Күгәрсен районы Мора­ҙым тарлауығы, “Байыҡ” бейеү конкурсын ҡарау урыны булараҡ танылыу алған. Әммә бында икенсе мәсьәлә лә бар: барыһы ла брендты рекламалау мөмкинлегенә эйә түгел, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу форсаты юҡ, туристар өсөн инфраструктура үҫешмәгән...


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН Район: Бөрө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә