Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – итәгендә ятҡан балаһы
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы –  итәгендә ятҡан балаһы Халыҡсан бер аҫыл әйтем беләм:
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы,
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы –
Итәгендә ятҡан балаһы.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Ете бала, етмәһә, етеһе лә ир бала! Былай тип әйтеүе генә еңел. Ә уларҙы ҡарап үҫтереү, дөрөҫ тәр­биә биреү, кеше итеү күпме көс талап итә... Һоҡланғыс ғаилә яны­на барып еткәнсе, мине ошо уйҙар оҙата килде.

Камаевтарҙың ике ҡатлы күркәм йорто Дүртөйлө ҡалаһы ситендә урынлашҡан. “Май сүлмәгенең тышынан билдәле” тигән кеүек, уның эсе лә иҫ киткес. Был мөхәббәтле, татыу ғаиләлә балалар төрлө яҡтан сәләмәт, камил булып үҫһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ете таждай ете малай: Айнур, Айҙар, Илнур, Инсаф, Динислам, Әмир, Ильяс үҫә. Иң өлкәненә – 17, кесеһенә – 1,4 йәш. Улдары яҡшы уҡый, йәмәғәт эштә­рендә лә әүҙемдәр. Айнур сәнғәт мәктә­бенең рәсем класын тамамлаған, нефть колледжының 2-се курсында белем ала. Айҙар район сәнғәт мәктә­бенең вокал бүлеген бөткән, ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән. «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнаша. Был ишле ғаиләнең күңелһеҙләнеп улты­рырға тамсы ла ваҡыты юҡ.
– Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтемдең сиге юҡ, тормошомдо яҡшы кеше менән бәй­ләне. Ирем Илдар эсмәй, тартмай, яҡшы ғаилә башлығы. “Балалар – атай-әсәйҙең көҙгөһө”, тиҙәр, улдарым да атайҙарының нисек кейенеүенән, һөйләшеүенән, эшләүенән өлгө ала. Аллаға шөкөр, күҙ генә теймәһен, тип торам. Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп үҫтер­гән ғәзиз балаларымды изге доға­ларым һаҡлаһын инде! Тормош эре­ле-ваҡлы мәшәҡәттәре, ҙур проб­лемалары менән ҡаҡшата, тик бөтәһе лә үтә, – ти бәхетле әсәй.
Йорт хужаһы Илдар Ҡәтиф улы автомобиль майҙары магазинында һа­тыусы-консультант булып эшләй. Рау­шания Ринат ҡыҙы ҡалалағы балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн социаль приютта тәрбиәсе вазифаһын баш­ҡара. Уның тормошо ла, һөнәри эшмә­кәрлеге лә балалар тәрбиәләүгә бағышланған. Был һөйкөмлө ханым эшенә атлығып бара, өйөнә һағынып ҡайта. Коллективым, етәксебеҙ һәр ваҡыт хәлгә инергә тырыша һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, ти. Ул эшен бөтә күңелен биреп башҡара, һәр баланың яҙмышын үҙ йөрәге аша үткәрә, уларҙың киләсәге өсөн борсола.
– Аллаһ Тәғәлә әсә булыу бәхетен татыуҙан мәхрүм итмәгән икән, был донъяла һөйөнөп йәшәргә кәрәк. Әсәйҙәр – ғүмер бүләк итеүсе генә түгел, әҙәм балаһын ғүмере буйына оҙата килгән сихри көс тә.
Әсә һәм бала... Раббыбыҙ уларҙы айырылғыһыҙ итеп яратҡан. Гүзәл заттарҙың үҙҙәренең тәбиғи асылынан — әсә булыуҙан – баш тартыуына йөрәгем әрней. Был бәхеттән дә өҫтөн булғас, Ер йөҙөндә йәшәүҙән ни мәғәнә? Яңылышҡан әсәләр шуны аңлаһын һәм үҙ балаларын үҙҙәре тәрбиәләһен ине. Ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, әсә наҙынан да ҡәҙерлерәк ни бар инде? Ә тәрбиәсе сәғәтләп һәм ваҡытлыса эшләгән кеше бит, ул әсәйҙе бер ҡасан да алыштыра алмай, – ти Раушания ханым.
Был ғаилә тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Раушания – уңған хужа­бикә, гөл, сәскә үҫтерә, ҡул эштәренә лә маһир. Өй эсен дә үҙенең ижад өлгөләре биҙәй. Тәбиғәт менән ара­лашыу­ҙан, балаларға булған һөйөү­е­нән күңеленә көс, йәшәүгә дәрт һәм энергия ала. Бар яҡлап та килгән ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Раушания менән Илдар һәр саҡ ике ҡатлы йорт тураһында хыяллана. Тормошҡа ашырып булмай торған хыял, етеп булмай торған маҡсат юҡ, тиҙәр бит. Хыялдары шул тиклем яҡты булғанға күрә, яҙмыш бер нисек тә уларҙы тормошҡа ашырырға ҡаршы килмәгәндер. Улар иң берен­селәрҙән булып республика әһәмиәтен­дәге торлаҡ программаһына инә һәм 2 миллион 500 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Бирелгән аҡсаға әсәлек капиталы ла өҫтәлә. Яҡын туғандарының ярҙамы менән тап хыялдарындағыса ике ҡатлы йорт һалы­на. Уңғандарҙың ихатаһынан уҡ тәртип, йорттарында — бөхтәлек. Үҙҙәренең яғымлы ҡараштары, асыҡ йөҙҙәре күңелде иретә. Был матур сифаттарҙы улар балаларында ла тәрбиәләгән.
Бәхетле ғаиләнең нигеҙендә тәү сиратта әҙәп, әхлаҡ һәм тәртип ята. Ата-әсә һәм өлкән малайҙар намаҙ уҡый, ураҙа тота, дин тәғлимәтен өйрәнә.
Малайҙарҙың һәр береһе яғымлы итеп һөйләшә. Улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға, бик күптәргә үрнәк итеп ҡуйырға була. Үҙем дә был ғаиләгә һоҡланып, фәһем алып ҡайттым.


Автор: Э. БАТЫРХАНОВА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә