Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сермәндәге үҙенсәлекле завод
Сермәндәге үҙенсәлекле завод Былтыр Сермәндә “Урал спорт йыһазы” заводының асылыуы ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Уның эшмәкәрлеге менән беҙ ҙә таныштыҡ. Шул айҡанлы уның генераль директоры Азат Риф улы ВИЛДАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

— Азат Риф улы, ни өсөн заводты нәҡ бында асырға ҡарар иттегеҙ?
– Сермән ауылы бик уңайлы ерҙә урынлашҡан. Өҫтәүенә ҙур ҙа, ҡалаға ла яҡын. Шул уҡ ваҡытта производство базаһының ҡиммәт булмауы йәлеп итте.
– Завод — ҙур төшөнсә, ә һеҙҙең эшмәкәрлек нимәгә ҡайтып ҡала?
– Беҙҙең төп йүнәлеш – спорт йыһазы әҙерләү. Әле фитнес-клубтар өсөн ҡора­малдар етештерәбеҙ. Мәҫәлән, спорт зал­дарына күтәреү эскәмйәһе, пауэр­лиф­тинг өсөн ҡорамалдар, тренажер һәм башҡалар. Йәғни көс күнекмәләре өсөн залдарҙы тулыһынса йыһазландырабыҙ. Етештергән тауар Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларына оҙатыла.
Сермәндәге үҙенсәлекле завод— Юҡтан бар яһап, бер ниндәй шарттар булмаған ерҙә эш башлауы ауыр түгелме?
– Былтыр ғинуарҙан эшкә тотондоҡ. Тәүҙә производство бинаһын рәткә кил­терҙек, ойоштороу эштәре менән шөғөл­ләндек. Мартта тауар етештерә башла­ныҡ. Пред­приятиены асҡан мәлдә һәр саҡ ауыр­ға тура килә. Беҙ ҙә етди пробле­маларға осраныҡ. Шуларҙың иң ҙуры – кадрҙар мәсьәләһе. Районда сә­нәғәт етештереү предприятиелары аҙ. За­вод­ҡа плазма ҡырҡыусы, иретеп йә­беш­тереүсе, слесарь-йыйыусы, буяусы, йыйыусы-тө­рөүсе, токарь, тегенсе, ағас эше оҫтаһы, преслаусы кеүек һөнәр эйәләре кәрәк ине. Шуға ла беҙҙең талаптарға яуап бирерҙәй кадрҙарға ҡытлыҡ булды. Тәүҙә эште өс кеше менән башланыҡ, бөгөн иһә хеҙмәткәрҙәр һаны 10-ға етте. Хәҙер инде үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән слесарь Айҙар Әхмәт­шинды, йыйыусы Илнур Сәйәховты, те­геүсе Вәсилә Суфиянованы маҡтап телгә алып китергә мөмкин. Ғөмүмән, һәр саҡтағыса хеҙмәт кешеһе эштә хәл иткес урын тота. Яҡшы хеҙмәт­кәрҙәр булһа, эш тә алға бара.
— Әле ниндәй уңыштарға өлгәштегеҙ?
— Завод етеҙ темпта үҫешә. Был йүнәлештә бер йыл ғына шөғөлләнмәй­беҙ, һигеҙ йыллыҡ тәжрибә тупланған. Ҡорамалдарҙы яһау һәм сығымдар буйынса яйға һалынған база, технология бар. Комплектлау өсөн материалдарҙы Дондағы Ростов, Мәскәү, Омск, Силәбе, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан алып киләбеҙ.
Завод эшмәкәрлеге бер нисә циклды берләштерә. Тауар етештереүҙә заманса технологиялар ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ҡорамалдарҙы буяу өсөн порошоклы бу­яу линияһын урынлаштырҙыҡ. Резинаны иретеп, төрлө формалағы әйберҙәр етеш­тереүгә лә ҡорамалыбыҙ бар. Үҙебеҙҙең ихтыяж өсөн компьютер аша идара ител­гән тимер табаҡты плазмалы ҡырҡыу станогын уйлап сығарҙыҡ.
— Урындағы халыҡ һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Тәүҙә беҙгә шикләнеп ҡаранылар: килерҙәр ҙә китерҙәр, йөрөйҙәр шунда, тигән кеүек. Нисек асҡандар, шулай ябы­лырҙар, тип. Ә беҙҙең, Аллаға шөкөр, эше­беҙ китте. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләгәс, кешеләрҙә беҙгә ҡарата ышаныс тыуҙы.
— Киләсәккә ниндәй уйҙар менән йәшәйһегеҙ?
– Әле тормошҡа ашыра торған пландар күп. Шул иҫәптән авария хәлендәге бинаны төҙөкләндереп алырға кәрәк. Һау­лығы буйынса мөмкинлектәре сиклән­гән кешеләр өсөн тренажерҙар етеш­те­реүҙе үҙләштереү төп маҡсаттарҙың бе­реһе булып тора. Заводтың етештереү ҡеүәте ҙур, әлеге ваҡытта 150-нән ашыу төр та­уар эшләү мөмкинлегебеҙ бар. Шуға ла фитнес залдары өсөн тауарҙар тәҡдим итеүҙән тыш, спорт һәм йорт ихатаһы май­ҙансыҡтарын төҙөкләндереү йүнәлешендә лә эшләй алабыҙ.
— Тимәк, беҙҙең мәктәптәрҙә спорт майҙансыҡтарын, залдарҙы төҙөк­лән­де­реү өсөн ҡорамалдар юллап әллә ҡайҙа йөрөмәй, үҙебеҙҙәге етеште­реү­сегә мөрәжәғәт итергә буласаҡ. Ә уларҙың проекттарын кем эшләй?
– Әле проекттарҙы тулыһынса үҙем һыҙам, шул уҡ ваҡытта заказдар йыйыу ҙа минең иңдә.
– Азат Риф улы, һеҙҙең нәҡ башҡорт ауылында эш асыуығыҙ башҡа эш­ҡы­уар милләттәштәр өсөн үрнәк булып тора. Сермәндәр был эшмәкәрлектең ауылдың киләсәге өсөн дә мөһим булыуын аңлап ҡабул итәлер, тип ышанабыҙ.

Рәмилә МУСИНА
әңгәмәләште.



Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә