Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эҙләнеүҙәрҙе дауам итәйек!
Эҙләнеүҙәрҙе дауам итәйек!Ватан һуғышында “Төньяҡ амурҙары” исеменә эйә булып, француз һалдаттарының йөрәгенә ҡурҡыу һалған башҡорттар үҙҙәрен аямай һуғыша, оҙон яу юлы үтеп, Наполеон армияһын эҙәрлекләп, Парижға тиклем бара. Әммә урыҫ командирҙарының битарафлығынанмы, бәлки, һанға һуҡмауынандыр, йә иһә тарихсыларыбыҙҙың насар өйрәнеүенәнме, беҙҙең яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы кәрәгенсә яҡтыртылмаған.
Дөрөҫөрәге, беҙ ошоға тиклем Ҡаһым түрәне белдек тә, ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың “Ил азаматтары” китабы аша Буранғол Ҡыуатовтың шәхесе менән таныштыҡ. Ул, ярты Европаны полк командиры вазифаһында яу менән үтеп, майор дәрәжәһенә тиклем үрләп, “1812—1814 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге”, “Парижды алған өсөн” исемле көмөш миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Артабан кантонға етәкселек итә. Ошо вазифаны оҙаҡ йылдар уңышлы башҡарғаны өсөн һәм, яуҙарҙағы батырлығын иҫәпкә алып, Ҡыуатовтарға нәҫелдән нәҫелгә күсер дворянлыҡ титулын бирәләр. Халыҡ Буранғолға бағышлап йыр ҙа ижад иткән.
Туратына менеп елә-елә,
Шпорҙарын тибеп биленә,
Көмөш миҙал тағып ҡайтып килә
Буранғол да батыр иленә.
Таҫма ла ғына таҫма, аҡ уҡа,
Буранғолда майор яғаһы.
Кантон ғынамы ни, командир ҙа
Яу батыры — илдең ағаһы.
Буранғол Ҡыуат улы Ҡыуатовтың полк (алай) командиры булараҡ йәнен аямай, ҡурҡыу белмәй һуғышыуы башҡа яугирҙәргә лә үрнәк булғандыр. Мәҫәлән, 14-се полк командиры зауряд-сотник Абдулла Сурағолов батырҙарса һуғышҡаны өсөн ике Изге Анна һәм ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. Мәләүез районының Үргеташ ауылынан Ихсан Әбүбәкиров та полк командиры — баш есаул (майор дәрәжәһендә) булараҡ, үҙ һалдаттарына өлгө күрһәтеп ҡаһармандарса һуғыша, ике Изге Анна, Изге Владимир ордендарына, ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Ҡыҫҡаһы, тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар Рамазан Үтәғоловтың яңыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Дандарына саң ҡунмаҫ”, профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡорт полктары Парижда”, мәҡәләләрен уҡып сыҡһа, 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы тураһында төплөрәк мәғлүмәтле лә булыр, башҡорт ир-уҙамандарының ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәр саҡ үҙҙәрен ҡорбан итергә әҙер булып, дошмандары менән ҡыйыу алышыуҙарын аңлар. Парижды яулап алғанда туғыҙ башҡорт полкы ҡатнашыуы ғына ла Баш командующий Кутузовтың беҙҙең яугирҙәргә ҙур ышаныс күрһәтеүе тураһында һөйләй түгелме? Буранғол Ҡыуатов кеүектәр уның ышанысын аҡлай ҙа.
Ата-бабаларыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы хаҡында, минеңсә, шәжәрәләрҙән белеп була, сөнки улар әҙме-күпме мәғлүмәт бирә. Шулай уйлап һәм нәҫел-нәсәптәрҙең шәжәрәһен, быуындар бәйләнешен ентекләп өйрәнгән хәлдә генә тарихи асыштар барлыҡҡа киләсәгенә инанып, эҙләнеү эшенә тотондом. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, архивтағы ревизия мәғлүмәттәрендә лә, яугирҙәрҙең хәрби дәрәжәһе күрһәтелһә лә, уларға бирелгән наградаларҙы яҙып сығыу менән генә сикләнелә. Ә награданың ниндәй батырлыҡ өсөн тапшырылыуы, уның эйәһенең ҡайһы урында һуғышыуы асыҡ ҡына күрһәтелмәгән. Шулай ҙа 1812—1814 йылғы Ватан һуғышы мәғлүмәттәрен өйрәнеүгә күренекле тарихсылар менән урындағы зыялылар берҙәм тотонһа, бөгөнгә тиклем билдәһеҙ ҡалған яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлығы асыҡланыуына өмөт бар. Мәҫәлән, Әнүәр Әсфәндиәров Гродно янында барған һуғышта 1-се башҡорт полкы яугирҙәре рядовойҙар Үзбәк Аҡмырҙин, Буранбай Сыуашаев, хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин, есаул Ихсан Әбүбәкировтың батырлыҡтары тураһында яҙып, уларҙы халҡыбыҙҙың күңел түренә еткерә алды. Ихсан Әбүбәкиров полк командиры вазифаһына тиклем үрләй, һуғыштан ҡайтҡас, 17 йыл дауамында 7-се кантон башлығы булып хеҙмәт итә. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын киң мәғлүмәт саралары, тарихи эҙләнеүҙәр аша йәш быуынға еткерә барһаҡ, теләгебеҙгә ирешәсәгебеҙгә ышанам. Әлбиттә, Граждандар һуғышы һәм сәйәси золом осоронда күп кенә ҡулъяҙмаларҙың яндырылыуы ла билдәһеҙлек тыуҙыралыр. Ә шулай ҙа эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә кәрәк.
Бынан ике йөҙ йыл элек булған һуғышта ата-бабаларыбыҙ күрһәткән батырлыҡтарҙың асыҡланасағына, тарихи сығанаҡтарҙың тулыланасағына өмөт бар. Үткәндәр тураһында мәғлүмәтле булыу өсөн һәр нәҫел зыялыһы бөгөндән ең һыҙғанып архивтарҙа ҡаҙынырға, боронғоларҙың ҡулъяҙмаларын эҙләргә, өйрәнергә бурыслы. Күңел һалып тотонһаң, һөҙөмтәләр буласаҡ. Мәҫәлән, Архангел районының Оҙондар ауылынан йәкәндәр араһының бөгөнгө быуыны Әбел олаталарының 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға барып еткәне, күрһәткән батырлыҡтары өсөн көмөш миҙалға лайыҡ булыуы тураһында яҡшы белә. Был нәҫел тарихын өйрәнгәндән һуң, ҡаһарманлыҡтың ҡан буйынса ла, тәрбиә йоғонтоһонда ла быуындан быуынға күсеүенә тағы бер инанаһың. Ҡаһарман яугир Әбелдең дүртенсе быуын бүләһе, һунарсы Аҙнабай Камалетдин улы 1941—1945 йылғы һуғышта снайпер була, мәргәнлеге өсөн орден-миҙалдар менән наградлана.
Күгәрсен районы Бикес ауылынан Ишемғолов, Ҡотлогилдин, Сәлихов фамилияларын берләштергән айыуҙар араһының Ҡотлогилде, Сәлих олаталары Ватан һуғышында ҡатнашып хорунжий, полковник дәрәжәһенә етә. “Олатайым отставкаға сыҡҡас, уға 150 гектар самаһы ер бирелгән, йәғни хәҙерге Ураҡай ауылына тиклемге яланлы-урманлы майҙан Сәлих полковник ҡарамағында була”, — тип һөйләй яугирҙең бөгөнгө быуын бүләһе Хөснулла Сәлихов. Был нәҫелдән Аҡбулат, Ғәфүр, аҡ батшаға тоғро хеҙмәт итеп, тарханлыҡ титулы яулаған. Был ике яугирҙең ҡайһы һуғышта батырлыҡ күрһәтеүе әлегә билдәһеҙ. Уларҙың Ишемғолов, Илембәтов, Ғәфүров, Аҡбулатов фамилияларын йөрөтөүҙәре мөмкин.
Ейәнсура районының Әбүләис ауылынан Шәмсетдин Яубаҫаров 1812—1814 йылғы һуғышта хорунжий дәрәжәһенә эйә була. Ғәскәри хеҙмәтенән бушатылғас, иленә үҙенең һуғыш ҡоралы — һөңгөһөн дә алып ҡайта. Тик ошо ҡомартҡыны һанға һуҡмай, көрәк һабы урынына файҙалана торғас, йәш быуын юғалтҡан. Һаҡсылыраҡ, иғтибарлыраҡ булайыҡ ҡомартҡыларға. Боронғо сығанаҡтарҙы, шәжәрәләрҙе өйрәнәйек, эҙләнәйек.
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы,
Ташлыкүл ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә