Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағинәйҙең һүҙе – бәхеттең үҙе
Ағинәйҙең һүҙе – бәхеттең үҙе Ҡупшы итеп кейенгән, йөҙөнән нур бөркөлгән ханымды урамда осратҡас, уҡытыусы-ветеран Рәйфә апайҙың кәйефе күтәрелде.
– Әй, туғанҡайым! Ҡайһылай матурланып киткәнһең. Тырышһаң, булдыра алаһың бит.
– Аллаға шөкөр, апай. Бына хәҙер мәсеткә йөрөй башлармын тип торам. Ирем дә эшкә урынлашты...
Шатлығын йәшерә алмай Рәйфә Фирғәли ҡыҙы юлдашының арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Был йәш ҡатын бынан бер йыл элек “шайтан һыуы” менән мауығып киткәйне. Бөгөн килеп матур итеп донъя көткәненә нисек һөйөнмәҫһең!

Райондың Бала Сытырман ауылында инде биш йыл рәттән ағинәйҙәр клубы уңышлы эшләп ки­лә. Төбәктәге был ойош­ма хеҙмәт ветераны, хаҡ­лы ялдағы педагог Рәйфә Вәлиева тырышлығы ме­нән булдырыла.
– Ҡайһы бер ғаилә­ләр­ҙең тарҡалыуы, йәштәрҙең эскегә бирелеүе беҙҙе хафаға һала ине, – тип һү­ҙен башланы Рәйфә ха­ным. – 2008 йылда 19 ғаи­лә имен булмағандар исем­легенә алынды. Был проб­ле­маларҙы миңә мәк­тәп етәксеһе, район, ауыл Сове­ты депутаты булараҡ та күтәрергә тура килде. Хаҡ­лы ялға сыҡҡас, үҙ тәж­ри­бәмде, халыҡ педа­го­ги­каһына нигеҙләнгән белемемде ошо йүнәлештә ҡул­ланырға булдым.
36 йыллыҡ педагогик стажы бул­ған III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Рәйфә Вәлиеваның тәҡ­димен ауыл халҡы хуплап ҡаршы ала. Шулай итеп, Бала Сытырманда районда беренсе булып ағинәйҙәр клубы ойошторола. Үҙҙәренең үткән ғүмере, намыҫлы хеҙмәте, татыу ғаиләһе менән бик күптәргә өлгө булып, кәңәш бирерҙәй, тәжрибә уртаҡлашырҙай апай һәм инәйҙәр ҡорҙоң төп көсөн тәшкил итә. Фә­һи­мә Вәлишина, Фирҙәүес Дәүләтбир­ҙина, Рәмилә Йәлилова, Бибинур Кәримова, Мәмдүҙә Кинйәбаева, Фә­ниә Мәмбәтҡолова, Фәнүзә Сәли­ше­ва, Мәфрүзә менән Тәслимә Ра­­ҡаевалар кеүек ана шундай абруйлы шәхестәр ауылдаштары өсөн терәк булып тора.
Һәр бер клуб ағзаһына имен булмаған, эсеү менән мауыҡҡан ғаиләләр беркетеп ҡуйылған. Ағи­нәйҙәр ике ай һайын уларҙың тормош-көнкүреш шарттары менән та­ныша, балаларының уҡыуы менән ҡыҙыҡһына, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә.
– Аллаға шөкөр, йәштәр ололар һүҙенә ҡолаҡ һала, – тип һөйөнә ағинәйҙәр. – Ҡайһы саҡ закон көсө етмәгәндә беҙҙең һүҙ үтә.
Әйткәндәй, ағинәйҙәр хәҙер күп­селек дини сараларҙы яңы ғына асылған мәсеттә уҙғара. Был иман йортон ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙер Нижневартовскиҙа йәшәгән эшҡыуар Заһир Әминев төҙөткән. Шундай иманлы, рухлы замандаш­тарыбыҙҙың булыуына ла һөйөнөп бөтә алмай инәйҙәр.






Автор: Айгиз Баймөхәмәтов Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә