Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абзыйым Бабис исемле ине...
Абзыйым Бабис исемле ине... Мин бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙа аҙаштар байтаҡ ине: Урал, Салауат, Әхмәт һ.б. Абзыйым Бабис менән уның тиңдәше Маркстың ғына исемдәре ҡабатланманы. Маркс ағайҙың исеме Аврора, Октябрина, Заря, Трактор кеүек үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында бөтөн илде баҫҡан мәҙәни революция шауҡымына бәйле булғандыр.

Бишектәге бала бишкә төрләнә тигәндәй, киләсәктә ниндәй зат булып формалаша бит әле сабый. Әҙәм рәтле кеше килеп сыҡһа ярай ҙа. Ул тиклем дә атаҡлы оло исемдәрҙе аҡлармы биләүҙәге исем эйәһе? Алдан кем белһен кеше яҙмышын – Совет осоронда хулиган, уғры, алыпһатар, әрәмтамаҡ кеүек социалистик тормош ҡалыптарына һыймаған берәй зат булып килеп сыҡһа, бөттө баш бит инде.
Күмертау тирәһенә эшкә тәғәйен­ләнеп, мәғариф бүлегенең коридорында алдынғы уҡытыусылар исем­легендә Сталина тигәненә иғтибар итеп, эстән генә: “Әстә­ғәфирулла”, — тип әйтеүемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. “Ни уйланы икән ата-әсәһе сабыйға исем ҡушҡанда? Ярай әле алдынғы уҡытыусы булып киткән”, — тигән эҫеле-һыуыҡлы уйҙар тулҡыны бөтөн тәнемде ҡыҙҙырып үтте.
Шундайын да атаҡлы исемде ғүмерлек юлдашы итеп алған Маркс ағай ҙа, донъя пролетариатының шөһрәтле юлбашсыһының исеменә тамсылай ҙа тап төшөрмәй, йәшләй генә башлаған педагог һөнәренә бөтә көсөн бағышлап, Ейәнсура районының Үрген ауылында бөгөн иҫән-һау йәшәп ята. Матур ҡартлыҡ теләйек уға.
Бабис исеменең мәғәнәһе аңлашылмағанлыҡтандыр инде, ауылда ла, тирә-яҡта ла абзыйымдың аҙаштары барлығы ишетелмәй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда эреле-ваҡлы биш малайҙың иң өлкәне Бабис абзыйым ине. Атай һуғышҡа киткәндә уға ни бары туғыҙ йәш кенә булған. Ҡаяташтар иңе күтәрмәҫлек донъя ауырлыҡтары менән тартҡы­лашҡанда итәк тулы бала менән ҡалған әсәйҙең берҙән-бер терәгенә әйләнә ул. Утын-бесән әҙерләү кеүек ауыр эштәр тулыһынса уның иңенә төшә. 10 йәшлек кенә сағында сабата үрергә өйрәнеп алып, ғаиләне ашата, йылыта. Ҡот осмалы йотлоҡ йылдарында күрше ауылдарҙа хәйер һорашып, бер-ике бөртөк серек картуф хаҡына тиҫтәләгән баҡсаны эшкәртеп, билдән көрт йырып, урман-туғайҙарҙа бер өйрәлек ағас бөрөһө тиреп йөрөгәне, аслыҡтан йә ҡар аҫтында ҡышлаған ағыулы башаҡ ашауҙан күп кенә ишле ғаиләләр ҡырылған саҡтарҙа, беҙҙе һәләкәт тырнағынан һаҡлауҙа әсәйебеҙгә өлкән ярҙамсы булғаны өсөн уға мең рәхмәтлебеҙ.
Һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтар арҡаһында белем алыуы өс класс кимәлендә генә өҙөлөп ҡалған өсөн ғүмере буйы үкенеп йәшәне. ФЗО-нан һуң мәңге туң Чукотка ерендә дүрт йылға яҡын хеҙмәт итеп ҡайтҡас, гәзит-журнал аша ла белем алып була икәненә төшөнөп, эштән бушаған саҡтарында матбуғат баҫмаларын тәүге биттәренән һуңғыһына тиклем уҡырға күнекте. Йылдар буйы “Совет Башҡортостаны” гәзитенең бер һанын да ҡалдырманы, тупланмаға теркәп барҙы. Берәй аңлашылмаған һүҙ осраһа, белгәнерәктәрҙән һорап, айышына төшөнмәйенсә туҡтамай торғайны. Таныштарының ярҙамы теймәһә, гәзиткә хаттар ебәреп, асыҡлап ҡуя ине. “Гринвич ваҡыты” кеүек үҙе өсөн ауыр төшөнсәнең мәғәнәһен шул юл менән белә алғаны иҫтә.
Бабис абзый әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан йылдарҙа матбуғатта мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың шиғри шәлкемдәре күренә башлағайны. Үҙенең исеме атаҡлы әҙиптең исем-шәрифенә бәйле икәне мәғлүм булғас, Бабис исемен йөрөтөүе менән ғорурланыуының сиге булманы. Бөйөк шағирҙың телгә үҙенән-үҙе яғылып ҡына торған ҡыҫҡа шиғыр­ҙарын яттан һөйләп йөрөр булып китте.
Телебеҙҙә ч өнө булмағанлыҡтан, абзыйҙың исемен йәшерәктәр — Бабис, тел-теш яғынан самалыраҡ өлкәндәр Бавис тип әйтә ине. Бер көндө кәкүктәр араһынан бер олатай: “Улым, һин үҙең матур ғына егет булып үҫеп киләһең, ә исемең ифрат ямаҡ. Алыштырырға кәрәк булыр”, — тигән. “Нисек ямаҡ?” — тип аптыраған абзый. “Бавис урыҫтың “повесь” тигән һүҙе, йәғни “элеп ҡуй” тигәнде аңлата. “Бишмәтеңде сөйгә элеп ҡуй” тигәнерәк була инде...” Өлкән кешенең был ҡотҡоһонан һуң хәтере бик ныҡ ҡалып ҡайтҡан абзый әсәйгә: “Миңә ямаҡ исем ҡушҡанһығыҙ. Алыш­тырайыҡ. Ғүмер буйы “элеп ҡуй” тигән исемде йөрөтөргә тейешме мин?” — тип үпкә белдерҙе. “Уны беҙ түгел, ә коммундар ҡушты. Мулла саҡырып, исем ататырға ғына ултырғанда, комсомолдар килеп инде лә муллаға: “Һинең заман үтте бит инде, сабыйға үҙебеҙсә исем ҡушабыҙ”, — тип, һине биләүҙә көйө ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып сыҡты ла киттеләр. Клубҡа алып барып, Бабис тип исем ҡушып килтереп бирҙеләр. Исемеңде алыштырып йөрөргә тел-теш тә юҡ. Әлепте таяҡ тип тә белмәйем. Ваҡыты ла, бер тин аҡса ла юҡ. Атайың мәрхүм рухы ла риза булмаҫ. Шул исем менән ғүмер итер ҙә ҡуйырһың инде, балаҡайым”, — тине әсәй.
Хәҙерге көн күҙлегенән ҡарағанда, ул замандағы комсомолдарҙың йәшлек дыуамаллығы үҙен аҡлай ҙа кеүек, сөнки Бабич рухы ул дәүерҙә республиканың көньяҡ төбәгендә бик көслө булған. Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә уның секретары беҙҙең ауылда бер нисә тапҡыр булып, әүлиә Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәттең йортона төшөп йөрөгән. Шағир уға үҙенең ҙурайтылған фотоһын бер китап эсенә һалып бүләк иткән.
Әхмәтзәки Вәлиди менән Бабичтың хажи хәҙрәт йортона туҡталып йөрөгәнен үҙ күҙҙәре менән күреп белеүен ауылыбыҙҙағы Шәрифйән Исламғолов ағай ҙа 1952 йылдың йәй урталарында һөйләгәйне беҙгә: “Зәки Вәлиди быжыр йөҙлө, бәләкәйерәк буйлы, бик теремек кеше ине. Хажи йортона төшкәнендә халыҡҡа үҙебеҙҙең Башҡорт хөкүмәте төҙөлөүе тураһында аңлатыр ине. Беҙ, малайҙар, уның йылҡылдап торған яҡшы аттарын Әһел ятыуында йөҙҙөрә торғайныҡ”.
Абзыйым әрме хеҙмәтенән һуң шофер һөнәренә эйә булды. Ғүмерлеккә машина ене ҡағылған затҡа әйләнде. Үҙенә беркетелгән техниканы сабый баланы баҡҡан кеүек тәрбиәләп йөрөттө. Йылдың һәр миҙгелендә “ГАЗ”игы сәғәт механизмы кеүек эшләп торор булды. Элек бит ҡышҡы селләлә лә эш көнө иртә башлана ине, төн уртаһына тиклем дауам итте. Колхозға ла, халыҡҡа ла хеҙмәт күрһәтте абзый. Рулгә ултырғандан алып хаҡлы ялға киткәнсе бер көн дә ял итмәне. Йыл һайын тейешле отпускының ни икәнен дә белмәне.
Ете балалы ғаилә башлығы булараҡ, атай абруйы бик ҙур ине уның. Мостай ағайҙың: “Атай — һаман ата арыҫлан ул, баҫҡан ерҙе һелкетә”, — тигән һүҙҙәре, гүйә, абзыйым хаҡында. Йәшәйештә халҡыбыҙ менталитетына тоғролоҡ һаҡлап, хәмер менән тәмәке зәхмәтенән арыраҡ йөрөнө. Ғүмер баҡый бер сигарет та көйрәтмәгән уҙаман кабинаһына тәмәке еҫе аңҡытып йөрөүселәрҙе яҡын да юлатмаҫҡа тырышты.
Бөтә балалары ла ныҡлап быуынға ултырғансы атай-әсәй ҡанаты аҫтында булыуҙы яҡшыраҡ тип иҫәпләне. “Тәүҙә ауылдағы урта мәктәпте тамамлағыҙ. Артабан тормош юлы­ғыҙҙы һәләтегеҙгә ҡарап һайлар­һығыҙ”, — ти ине абзый. Атай-әсәйҙең кәңәшен тотоп, мәктәптән һуң һәр ҡайһыһы үҙ юлын тапты. Атанан күргән — уҡ юнған тигәндәй, дүрт малайы ла атай һөнәрен үҙ итте. Хатта төпсөк ҡыҙы Санияһы ла үҫмер сағында рулгә ултырыуҙы хыял итеп йөрөгән булған икән. Ике ҡыҙы ла — юғары белемле педагог. Сәлимәһе — Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙ­мәткәре, педагогия хеҙмәте алдын­ғыһы. Кинйә ҡыҙы, ишле балалар тәрбиәләп, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеп, матур тормош ҡороп йәшәп ята.
Бөгөнгө көндә Аҡъюлдарҙың шәжәрә ағасы тармаҡтарының ун быуыны мәғлүм. Бығаса билдәле булған иң өлкән ата-бабабыҙҙың береһе Ҡашҡарҙың улы Мөхәмәтйәндең биш улының икенсеһе туған-ырыуыбыҙға фамилия биргән. Олатайыбыҙ Мөхәмәтйән улына Аҡъюл тип исем ҡушып, үҙенән һуң килер быуындарҙың ғүмер юлы сафтан-саф, керһеҙ булыуын теләгәндер. Нәҫелебеҙҙең бөтә быуындары ла, олуғ олатайыбыҙҙан ҡалған изге аманатҡа тоғролоҡ һаҡлап, Аҡъюлдар ырыуының бәҫен төшөр­мәй, тик хәләл көс менән ғүмер кисергән. Ырыуыбыҙҙың бишенсе быуыны Аҡъюлдың ейәне Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәттең дан-шөһрәте башҡорт иленең көньяғында (үҫәргәндәр), Ҡаҙағстан, Урта Азия киңлектәрендә бигерәк тә киң танылыу алған. Бабис абзыйым да ҡатмарлы тормоштоң һәр мөхитендә аҡлығына, саф-паклығына кер төшөрмәй, хәләл көсө менән эшләргә, йәшәргә тырышты. Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың исемен йөрөтөүе менән ғүмер буйына күкрәк һуҡмай, эстән генә ғорурланып йәшәне. Ҙур яуаплылыҡ тойғоһон бер ҡасан да онотманы.
Хәҙер абзыйымдың вафатына 12 йылдан ашып киткән. Шәйехзада Бабич рухы менән һуғарылған йәне – йәннәт түрендә, ҡараңғы гүре яҡты, ятҡан тупрағы йомшаҡ булһын.
Был яҙмамды Бабис абзыйым ме­нән мәшһүр шағирыбыҙ, дәүләт эш­мәкәре, батыр, баһадир Са­ла­уатыбыҙға тиң ир Зәки Вә­лидиҙең иң яҡын көрәштәштәренең береһе Шәйехзада Бабичтың яҡты иҫтәлегенә бағышланым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21