Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(26 ғинуар – 1 февраль)
Теләктәрҙең тормошҡа ашыу осоро. Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, күңелде һәм тәнде сафландырырға тырышығыҙ. Көсөгөҙҙө ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, йәшәгән ерегеҙҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтегеҙ. Яңы башланғыстарға алданып, әүәлге эштәрҙе ташлап ҡуйырға ярамай.

ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Шәхси мөнәсәбәттәргә ниндәй ҙә бул­һа үҙгәреш индерергә тырышығыҙ. Ва­ҡыт­ты дуҫтарығыҙ менән үткәрегеҙ, кеше араһына сығығыҙ. Хис-тойғоларҙы яңыр­тыу өсөн дә уңайлы мәл. Аныҡ план­дар­ҙан баш тартығыҙ. Эш урынын алмаш­ты­рырға мөмкин.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Яңы танышлыҡтар булдырыу өсөн уңайһыҙ мәл. Шул уҡ ваҡытта эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашыу, һөнәри үҫеш мәсьәләһен хәл итеү өсөн ҡулай осор. Мөһим килешеүҙәр төҙөй алаһығыҙ. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр үҙһүҙлелек арҡаһында бер аҙ ҡатмарлашыр, моға­йын. Теш табибына ла күренергә ваҡыт түгелме икән?
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06)
Ярайһы уҡ ҡатмарлы аҙна көтөлә. Көтөлмәгән хәл тыуыуы ихтимал. Шуға күрә барыһына ла әҙер булығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә көсөргәнешлелек тыуыуы бар. Аҡса мәсьәләһендә лә һаҡ булығыҙ, ҙур ғына сығымдар көтөлә. Ҡышҡы юлда имгәнеү хәүефе лә юғары.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Сит ил вәкилдәре менән аралашыу, танышыу, эш урынын алмаштырыу өсөн ҡу­лай мәл. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңыш­тар көтә. Ял итергә ваҡыт табығыҙ. Сәйәхәткә юллана алаһығыҙ. Иҫерткес эсемлек­тәр­ҙән баш тартығыҙ.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙәге сетерекле хәлдәр икенсе юҫыҡта ҡалыр. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, эш уры­ны күп ваҡыт талап итер. Алған аҡсаны кире ҡайтарырға, яңынан бурысҡа ал­маҫҡа кәңәш бирәбеҙ. Туҡланыуығыҙға иғтибар итегеҙ, аш һеңдереү ағзалары сирләүе ихтимал.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Мәшәҡәтле аҙна көтөлә. Ғаилә, һөйгә­негеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнеш­лек һиҙелер. Тыныс, баҫалҡы булырға ты­ры­шығыҙ. Туғандарығыҙ менән дә ара­ғыҙ һыуыныуы ихтимал. Шуға күрә үҙһүҙ­лелектән арынығыҙ. Эшмәкәрлек өлкәһен әлегә киңәйтергә ашыҡмағыҙ, булғанды һаҡлап ҡалығыҙ. Көсөргәнештең һаулы­ғы­ғыҙға зыян килтереүе бар.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә бер аҙ һалҡынлыҡ һиҙелер, моғайын, айырыуса аҙна аҙағында. Һөйгәнегеҙ яғы­нан ныҡлы баҫым тойорһоғоҙ, әммә үҙе­геҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ. Оло быуын вәкилдәренең проблемалары ла һеҙгә йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Яңы баш­ланғыстар өсөн уңайһыҙ мәл, ашыҡма­ғыҙ. Диета һаҡлағыҙ, ашҡаҙанығыҙ ауыртыуы ихтимал.

САЯН (23.10 — 21.11).
Ярайһы уҡ ҡатмарлы мәл. Хис-тойғо­ларығыҙ ташып торор, саманан тыш ҡы­ҙыу, ярһыуға әйләнерһегеҙ. Яҡында­ры­ғыҙҙың һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, уларға иғтибарлы булығыҙ, юғиһә мөнәсәбәттәрегеҙгә ныҡ­лы зыян килер. Көндәлек мәшәҡәттәр менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Яңы проекттар өсөн дә ҡулай аҙна.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Йәмәғәт урындарына барыу, яңы та­ныш­лыҡтар булдырыу өсөн уңайлы осор. Ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәрҙәр ҙә кәйефегеҙгә ыңғай тәьҫир итер. Ни тиклем әүҙем бул­һағыҙ, файҙаһы ла шул ҡәҙәр ҙурыраҡ булыр. Тын юлдарына иғтибар итегеҙ, һалҡын тейеүе бар.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Яҡындарығыҙға, йорт мәшәҡәттәренә иғтибарҙы кәметмәһәгеҙ, аҙна уңышлы булыр. Ғаилә именлеге хаҡында хәстәр­лек күрһәгеҙ, яҡындарығыҙ алдында дәрәжәгеҙ бермә-бер артыр. Башлаған эште киңәйтеү өсөн кәрәкле әйбер һатып алырға мөмкин. Ашҡаҙанығыҙ сирләү хәүефе бар.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Яңы мөнәсәбәттәр башлау, танышыу өсөн ҡулай аҙна. Шулай ҙа үткән хата­ларҙы ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә күп нәмә тап һеҙҙең итәғәтлелеккә, уйлап эш итеүегеҙгә бәй­ле. Әүҙемлегегеҙ яңы башланғыстарға этәрер. Әле өлгәшкәндәрҙең файҙаһын бик оҙаҡ тойорһоғоҙ. Ҡан баҫымына иғтибар итегеҙ.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Хәлегеҙҙе ныҡлы күҙәтегеҙ. Бәлки, һеҙгә психологик ярҙам кәрәктер. Ләкин депрессияға бирелмәгеҙ, тиҙҙән барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Әлегә һаулыҡҡа иғтибарҙы йәлләмәгеҙ. Эш урынында ярай­һы уҡ тыныс осор. Киҙеүҙән һаҡ­ланығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә