Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөтөн күңелле кеше итәм тиһәң...
“Балаларым бәләкәй әле. Улар менән башҡортса ғына аралашабыҙ. “Наҙан ҡалдыраһың бит, БДИ тапшыра алма­ясаҡтар”, – ти күршебеҙ. Ул, үҙе баш­ҡорт теле уҡытыусыһы булһа ла, балалары менән тик урыҫса аралаша. Күршебеҙҙең һүҙҙәренән һуң ирем икеләнеп ҡалды. “Мәрйәм апайҙан һора әле, ул балаларын нисек итеп ике телдә лә яҡшы һөйләшергә өйрәтте икән?” – ти”.
Шулай тип мөрәжәғәт итте миңә йәш әсә. Был һорау күптәрҙе борсо­ған­лыҡ­тан, яуапты төп милли баҫмабыҙ аша бирергә ҡарар иттем.



Сабыйҙың күңеле инә ҡарынында уҡ нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән ҡан аша ҡалыплаша башлай. Кеше ғүмере буйы үҙ булмышына тартылып йәшәй. Ошо йә­һәттән туған тел нигеҙендә алып барыл­ған тәрбиә балаға нимә бирә? Уны иң ҡиммәтле хазинанан мәхрүм итеп, ниндәй юғалтыу кисерәбеҙ? Был һорауҙарға яуап биреү өсөн туған телдең төп тәғәйен­лә­нешенә туҡталып китергә кәрәктер.
Баланы атай-әсәйҙән, мәктәптән тыш, туған мөхит тәрбиәләй. Ә ул – өләсәй-олатай, башҡа өлкән быуын туғандарың, халҡың моңо, тарихы, ижады, ғөрөф-ғәҙәте, бер үк маҡсат, ынтылыш менән янып-көйөп йәшәгән дуҫтарың, сәләмәт йәшәү рәүеше, камиллыҡ, тура юлдан тайпылмау өсөн таяныс булған рухи сы­ғанаҡ. Туған теленән яҙған кеше ошо иң ҡиммәтле һәм һиммәтле байлыҡтарҙан мәхрүм.
Баланың теле асылған саҡта уның өсөн аралашыу, тәрбиә мөхите булдырыу өсөн туған телен түгел, ә урта мәктәптә имтихан биреү телен һайлау һәм са­бый­ҙың ҡанына һалынған булмышты юҡҡа сығарыу – ҙур наҙанлыҡ, дорфалыҡ, хат­та киләсәк алдында енәйәткә тиң яңы­лышлыҡ. Атай-әсәй ошо аҙымы менән баланың рухи таянысын, тәрбиәнең арҡа һөйәген ҡаҡшатҡанын аңламай ҙа ҡала. Ә кеше урта мәктәпте тамамлағанда ғына түгел, ғүмере буйы имтихан тапшыра – тормош һынауҙарын үтә. Аҙым, боролош һайын, үргә артылғанда, түбән тәгәрә­гән­дә, осҡанда, ҡанаты ҡайырылғанда, тура юлдан барғанда, аҙашҡанда, шырлыҡтар аша үткәндә, май эсендә бөйөр кеүек йәшәгәндә лә һынау тота. Тормош бындай имтихандарҙы һәр кем алдына ҡуя. Уларҙы тик рухи яҡтан ныҡ кешеләр генә еңеп сыға. Ә бындай ихтыяр көсөн тәрбиәләүҙә туған мөхиттең, тимәк, туған телдең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Тәбиғәт – юғары көс. Ул кешегә күп тел­дәрҙе өйрәнеү мөмкинлеген биргән. Тик был эш туған тел иҫәбенә башҡары­лырға тейеш түгел.
Өфөлә беренсе башҡорт мәктәбен ас­тырыу өсөн ата-әсәләр ме­нән һөйлә­шеү­ҙәр алып барған осор иҫкә төшә. Баш­ланғысҡа ҡулын ғына һелтәп ҡуйып, балаһын башҡа йүнәлешле белем усаҡ­тарына урынлаштырған ҡайһы бер әһел­дә­ребеҙ бөгөн инглиз телле балала­ры­ның сит илдәрҙә тырым-тырағай таралып-юғалып бөтөүенә янып-көйөп, ҡартлығын яңғыҙ ҡаршылай. Сит халыҡ вәкиле ме­нән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ят ергә хеҙмәт итеп йөрөгән белгестәребеҙҙән кемгә файҙа? Ҡайҙа улар? Туған мөхит ҡосағында туғанлыҡ йылыһы тойоп үҫһә­ләр, илен шулай еңел генә ташлап, атай-әсәһен ҡартлыҡ көнөндә яңғыҙ ҡал­ды­рып, туғандарынан айырылып сығып китерҙәр инеме икән?
Тағы бер хәҡиҡәтте иҫтә ҡалдырыу зыян итмәҫ. Туған тел – ул туған моң. Тәбиғәт кешегә үҙ-үҙен, нервы­ла­рын дауа­лау, көйләү, яйға һалыу өсөн иҫ кит­мәле сара бүләк иткән. Ул – йыр-моң. Дөрөҫ тәрбиәләмәй, баланы ошо байлыҡ­тан мәхрүм итәбеҙ. Үҙебеҙсә йырлау ғына түгел, һөйләшеү ҙә нервы күҙәнәк­тәренә ыңғай тәьҫир итә бит.
Туған телең ни тиклем бай булһа, сит­тәрҙекен өйрәнеү шул тиклем үк еңе­лерәк­кә тура килә. Быға үҙ телеңдә алған тойғолар хазинаһы булышлыҡ итә. Балалағы ижади һәләтте туған теле аша үҫтереү – һәр төрлө асыш, ижад өсөн ифрат ҙур этәргес, ныҡлы нигеҙ.
Байтаҡ йәшәлде, күпте күрелә. Тупла­ған белемемдән, тәжрибәмдән, күҙәтеү­ҙәр­ҙән сығып, миңә мөрәжәғәт иткән йәш әсәгә шуны әйтке килә: балаңды тулы мәғәнәле кеше итәм, унда күңел бушлығы булдырмайым, юғары белемле наҙан (туған телен, тарихын, ижадын белмәгән кеше) итеп үҫтермәйем, аҙаҡ үпкә һүҙҙәре әйтмәһен тиһәң, үҙ ҡарашыңда ҡал, туған телле итеп тәрбиәлә. Ҡала шарттарында урыҫ телен өйрәнеү, бигерәк тә хәҙерге заманда, ауыр түгел. Ул һыу-һауа кеүек тирә-йүнебеҙҙе солғап алған. Йүнләп белем алмай, илтифат итмәй, урыҫ телен камил өйрәнмәй, нимәгәлер өлгәшә алмай ҡалып, кәмселектәренең сәбәбен туған телдә һөйләшеүгә япһарғандарға иғтибар итмә. Тәрбиәлә туған телде таяныс итеп, дөрөҫ эшләйһегеҙ, һылыу. Ошо ҡараштан тайпылмағыҙ, икеләнмәгеҙ.
Бала тәрбиәләүҙә туған телдең төп таяныс булыуын иҫбатлаған фекер минеке генә түгел, ә донъялағы бөйөк педагог­тарҙыҡы, алдынғы ҡарашлы зыя­лылар­ҙыҡы. Тәрбиә эшен туған мөхиттән айы­рып, ят телдә алып барыу ҡуйы­ныңдағы балаңды күрше ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Шуның өсөн Аллаһ Тәғәлә һәр халыҡты үҙ мөхите менән бар иткән.



Автор: Мәрйәм БУРАҠАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә