Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштоң ағы ла, ҡараһы ла бар
Тормоштоң ағы ла, ҡараһы ла бар Мин Рәсәйгә Сталин кеүек тирандың ҡабат ҡайтыуынан ҡурҡам. Бәғзе берәүҙәр көткәнсә, бәлки, тормошобоҙҙа әҙ-мәҙ тәртип урынлашыр ҙа ине, кем белә, әммә ҡурҡыуға, ошаҡ-ялаға ҡоролған йәмғиәт кәрәкме беҙгә? Ул ошаҡ-яла элекке кеүек кенә лә булмаясаҡ, сөнки хәҙер кешеләр өсөн изге ҡиммәттәрҙең баштүбән әйләнгән осоро. Сағыштырмаса тыныс, етеш көнитмешебеҙҙә лә бөгөн дуҫ – дуҫты, туған туғанды танымай. Ә бит иң ауыр йотлоҡ заманында ата-бабаларыбыҙ һуңғы телемде лә бүлешкән, бер-береһен бәләлә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан. “Бүлгелә лә хакимлыҡ ит” тигән һүҙбәйләнеште Петр Беренсегә ҡайтарып ҡалдырһалар ҙа, власть башында ултырыусыларҙың ошо ҡағиҙәгә таянып эш итеүе борон-борондан килә.

Шуға ҡарамаҫтан, быуаттар дауамын­да әхлаҡи ҡиммәттәр һаҡланып килгән, бө­гөнгө кеүек үк төбө-тамырынан үҙгәреш кисермәгән. Ләкин шундай шарттарҙа ла кешелек донъяһында оло фажиғәләр ҡубып торған, әҙәм үҙе ишеләрҙең үңәсен сәйнәүҙән тартынмаған. Бөгөн эштәр баш­ҡасараҡ тора. Бәндәләр күңеленән изгелек ҡаса, ҡояш аҫтындағы урын өсөн ысын-ысынында аяуһыҙ һуғыш бара. Ҡайһы мәл хатта айырып та булмай: Хоҙайға һыйынамы был әҙәм, йә иһә Иб­лискәме? Ни өсөн уң ҡулы менән бәләкәй генә яҡшылыҡ эшләй ҙә һулаҡайы менән ҡот осҡос яуызлыҡ ҡыла? Аллаһ исеме­нән ҡан ҡойола, әшәкелектәр ҡылына, һәм шул уҡ бәндә, халыҡ алдына сығып, башҡаларҙы нисек йәшәргә өйрәтә, игелек ҡылыу хаҡында сафсата һата?.. Ике йөҙлөлөк, ялғанлыҡ-алдашыуҙар, яҡыны­ңа бысраҡ өйөүҙәр, бер-берең өҫтөнән ошаҡ йөрөтөүҙәр, һөйһөнмәгән кешеңә яла яғыуҙар... Сәйәси золом заманы ҡайтһа, беҙҙе ниндәй фажиғә көтөүе тураһында күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
– Минең кәмселектәрем етерлек, – ти­гәйне бер ваҡыт яҡшы танышым. – Ләкин бер яғым менән күптәрҙән өҫтөн торам: һис ҡасан да түрәгә ярарға тырышманым, яратмаған кешем өҫтөнән ошаҡ йө­рөтмәнем. Ә мине ошаҡлаусылар күп бул­ды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түрәләр ошаҡ­ҡа еңел ышана. Әммә яласы ышандыра белә, шул арҡала етәкселек мине һәр ваҡыт ситен күрҙе...
Был танышымдың хәлен бик тә яҡшы аңлайым...
Яла яғыусы ярай белә. Етәксе эш урынына килеп ултырыр-ултырмаҫтан, эйе­лә-бөгөлә, йөҙөнә татлы йылмайыу сы­ға­рып, кем килеп инә уның бүлмәһенә? Ғаилә хәлдәрен һораша, уңына-һулына сыға, маҡтап та ебәрә. Шуның араһында ипләп кенә башҡалар хаҡында ғәйеп һүҙҙәр ҡыҫтыра, артынса келәнләп тә ҡуя: ҡалайтаһың инде, холҡо шулай булғас, йәнәһе...
Сталиндың сәйәси золомон аҡларға маташыусылар йыш ҡына: “Ул беҙҙең ауылдағы (заводтағы, ҡалалағы, күрше­ләге...) хәлде ҡайҙан белһен, бында килеп, кешене ул ҡулға алмаған да инде”, – тиҙәр. Ә бит золом юғарынан түбәнгә тәгәрәй, артабан уның тәгәрмәсен әлеге шул яла яғыу, ошаҡ әйләндереп алып китә. Халыҡтың был тәңгәлдә бик тапҡыр әйтеме бар – “Балыҡ башынан серей...”
Мин битараф кеше түгел. Һәм бүтән­дәрҙе ғәмһеҙлеккә саҡырмайым. Имен­леккә, кеше ғүмеренә йә сәләмәтлегенә янаусы хәл-күренештәрҙе күрмәмешкә һалышыу ярамайҙыр. Бигерәк тә бөгөн, наркомания һәм эскелек “сәскә атҡан”, бәндәләрҙә хаяһыҙлыҡ көсәйгән заманда. Юғиһә бит беҙҙең өндәшмәй ҡалыуыбыҙ, башҡаларға ярҙамға ашыҡмауыбыҙ, ша­һит­лыҡтан ҡасыуыбыҙ арҡаһында ғына күпме енәйәт эшләнә, бихисап ғүмерҙәр өҙөлә, илебеҙ киләсәге – йәштәрҙең яҙ­мышы боҙола. Күрергә, сик ҡуйылырға тейешле әйберҙәрҙе күрергә һәм уларға ҡаршы көрәшергә лә кәрәк. Әммә бәндә йыш ҡына “бүрәнә аша бүре күреүсән”.
Кешеләр файҙаһына атҡарылған эш һәр ваҡыт изге, тигән аҡыл эйәләренән берәү. Ошо тәңгәлдә яҡындарым менән бәйле ике ваҡиғаны иҫкә алғым килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Бөтә нәмә – фронт өсөн!” тигән лозунг Еңеү өсөн көнө-төнө ҡара тир түккән ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн үтә лә хәүефле сағылыш ала: халыҡ аслыҡтан ҡырыла. Фронт өсөн икмәк игеүселәр бер киҫәк әпәйгә тил­мерә. Шул йылдарҙа йәш кенә әсәйем Юлдаш ауылында комсомолды етәкләй, өҫтәүенә уға иген һаҡланған келәт мө­дире вазифаһын да йөкмәтәләр. Ауылда етем ҡалған балалар күп, бөтөнләй ҡа­раусыһыҙ ололар бар. Асығыуҙың сигенә еткән ғаиләләргә әсәйем услап ҡына бойҙай тарата башлай. Быны ул саҡтағы колхоз рәйесе Әхмәтйән исемле апа (беҙҙең яҡтарҙа әсәй-атайҙан оло кешене шулай атайҙар) күреп ҡала. Бик уҫал, күп ваҡыт башҡаларға ҡарата аяу белмәгән рәйес, өҙгөләп ташларҙай булып әсәйем­де әрләй: “Тағы бер тотолһаң, башыңды төрмәлә серетәм!” – тип ҡысҡыра. Аҙа­ғынан шыма төшөп: “Келәтеңде ныҡ бикләп йөрө, ә ашлыҡ таратыуыңды мин башҡаса күрмәйем, – ти ҙә, – аңлама­йыммы ни...” – тип өҫтәп ҡуя. Бала саҡта өлкәндәрҙең һөйләүен тыңлап ултыра торғас: “Улай булғас, һеҙ асыҡмаған­һы­ғыҙ инде”, – тип ысҡындырғаным хә­тер­ҙә. Шул ваҡыт әсәйем, бер аҙ үпкә­ләгәндәй итеп: “Бер генә мәртәбә лә үҙебеҙгә бер ус та иген алып ҡайтманым, – тигәйне. – Беҙ­ҙе һыйыр ағы ҡотҡарҙы, шуға асыҡманыҡ”.
Һуғыш осоронда, унан һуңғы йотлоҡ йылдарында олатайым колхозда иҫәпсе булған. Йыш ҡына башҡа бригадаларға ла йөрөгән. Әле мин йәшәгән Таҡһыр ауылында һуғыш балалары, бөгөн инде олатай-өләсәйҙәр, уны һаман ихтирам менән иҫкә ала.
– Олатайың арҡаһында беҙ астан үлмәй ҡалдыҡ, – тип хәтерләй ул ауыр йылдарҙы Булат ағай Кәримов. — Полевой сумкаһы (яурынға аҫып йөрөтмәле портфель һымағыраҡ муҡса. – Автор) була торғайны, ҡағыҙҙар аҫтына бойҙай йә арыш һала ла Таҡһырға килгәнендә күп балалы, айырыуса мохтаж йәшәгән ғаиләләргә йәшертен генә тарата.
Юлдаш йә Таҡһыр ауылдарынан бе­рәйһе яҡындарым өҫтөнән ошаҡ йөрөтһә, улар менән ни булыры көн кеүек асыҡ. Бәхеткә, ике ауылдан да әшәке йән табылмай. Хатта уҫаллығы менән халыҡты дер һелкетеп тотҡан рәйес Әхмәтйән апа ла әсәйемдең “енәйәтенә” күҙ йома.
Олатайым менән өләсәйем хаҡында оҙаҡ йылдар Юлдашта бригадир булып эшләгән Тимербулат ағай Сәйетғәлин бер йыйында:
– Ҡорманғәле апа менән Ғәлиә инәй бер телем икмәктәрен дә кеше менән бүлеште, – тигәйне.
Ни сәбәптәндер, олатайым һуғыш йылдарында партбилетынан баш тарта. Уны шунда уҡ ҡулға алалар һәм Белорет төрмәһенә оҙаталар. Ул заманда партиянан баш тартыу иң ауыр енәйәт һанала. Ауыл кешеләре йыйылып кәңәш ҡора һәм өс көн эсендә олатайымды төрмәнән алып ҡайта. Унда ни булған, ябай колхозсылар нисек итеп әсирҙе ҡот­ҡара алған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло­ларҙан һорашып-белешеп өлгөрмә­нем. Әммә хәҙер шундай һығымтаға киләм: изгелек тә, яуызлыҡ та кешенең үҙендә тупланған. Халыҡ – ҙур көс. Ул үҙ-үҙен юҡҡа сығара ла ала, шулай уҡ тормош ғәрәсәттәрен еңеп, һоҡланып ҡа­лырға ла һәләтле. Теләһә, ул юғарынан тәгәрәүсе золом ҡуласаһын да туҡтатыу һәләтенә эйә...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21