Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәсән нәҫеле һынатмай
Сәсән нәҫеле һынатмай Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылы Көньяҡ Урал тауҙары итә­гендә урынлашҡан. Уны көнсы­ғыш яғынан мәшһүр Ҡырҡты, Ирәндек тауҙары уратып алһа, ауыл янында Аҙнай, Шаһитау, Бурһыҡ һәм Осло сусаҡ тауҙары урынлашҡан. Әбдел­ғәзене урталай бүлеп аҡҡан Тулаҡ һәм Көһәпәй Ҡаҙмаш йылға­һына барып ҡоя. Ауыл Бөрйән районының Ҡолғона ауылы менән сиктәш.

Тамъяни вариҫтары

Сәсән нәҫеле һынатмайТарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, ауылдың тәбиғәте матур һәм мал көтөр өсөн уңайлы булыуы күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырған. Шаһитау һәм Бурһыҡ тауҙары араһында Үҙән заводы аръяғынан килгән Абыҙгилде исемле ҡарт мал көтөр өсөн утар һалдырған, улдары Әҡембәт менән Әбделғәзене лә күсереп алған. Артабан ошо утарҙан үҫеп киткән ауыл ни өсөндөр Абыҙгилде тип түгел, ә уның улы Әбдел­ғә­зенең исеме менән атала башлаған.
Ауылда ҡалмаҡ, игес, ҡаҙаҡ, таҙ аралары таралған. Шулай ҙа әбделғәзе­ләр­ҙең төп ғорурлығы – билдәле сә­сән-шағир Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың ва­риҫтары булыуы.
Шафиҡ Әминев-Тамъяни ижады – ауыҙ-тел һәм яҙма әҙәбиәт йолаларын, сәсәнлек һәм шағирлыҡ сәнғәтен берләш­тергән үҙенсәлекле ижад күренеше. Сә­сән әҫәрҙәрен телдән сығарыр булған, шуға күрә уның ижадының күп өлөшө бер ерҙә лә баҫылмаған, халыҡ хәтерендә генә һаҡланып ҡалған. Яҡташтары улар­ҙы “Шафиҡ мулла бәйете һәм шиғыр­ҙары” тип йөрөткән. “Мулла” ҡуша­маты Тамъя­ниға уҡымышлы кеше, сәсән тәби­ғәтле булыуы өсөн бирелгәндер.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә Әбдел­ғәзе ауылында сәсәндең вариҫтары уның юлын лайыҡлы дауам итә, мәктәп ошо билдәле шәхестең исемен йөрөтә.

Берәгәй икән

Сәсән нәҫеле һынатмайАуылдағы башланғыс белем усағы — Амангилде урта мәктәбенең филиалы. Әле бында I һәм II класта ун бала уҡый. III һәм IV кластар Амангилдегә йөрөп белем ала. Ошоға тиклем мәктәптә ике уҡытыусы эшләһә, береһе ҡыҫ­ҡартылған.
Барлыҡ ауыл мәктәптәренә ҡағылған ҡулайлаштырыу еле Әбделғәзе баш­ланғыс мәктәбен дә урап үтмәгән. Бында белем биргән берҙән-бер уҡытыусы Гөлсәсәк Усманова әйтеүенсә, ауылда йәштәрҙең ҡалмауы, эшһеҙлек мәсьәләһе әкренләп белем усағының бөтөнләй ябылыуына сәбәпсе булыуы мөмкин. Шуны­һы өмөт уята: киләһе йылға “беренселәр” юҡ түгел, тимәк, мәктәп һаҡланып ҡаласаҡ әле.
Уҡыусыларҙың дәресе күптән та­мамланһа ла, Шафиҡ Әминев-Тамъяни исемен йөрөткән белем усағы менән яҡын­дан танышырға булдыҡ. Күптән төҙө­лөүенә ҡарамаҫтан, бина йылы һәм күркәм. Ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” үткә­релмәгән, шуға күрә мәктәп утын менән йылытыла. Мебелдәре яңы, класс бүл­мәһе заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырылған. Гөлсәсәк Ша­мил ҡыҙынан тыш бында тағы ла йыйыштырыусы, ике ут яғыусы эшләй.
Мәктәп бәләкәй тип тормай әбдел­ғәзеләр, ошонда уҡ төрлө осрашыуҙар, мәҙәни саралар үткәрәләр. Күптән түгел арҙаҡлы ауылдаштарының, сәсән ола­таларының хәтер һәм ҡәҙер кисәһе, шулай уҡ уның вариҫтары тарафынан шәжәрә байрамы юғары кимәлдә ойош­торолған.

Ә бында клуб гөрләй!

Сәсән нәҫеле һынатмайБелем усағы янында ғына ауыл халҡына мәҙәни нур таратыусы клуб урынлашҡан. Беҙ барғанда уның мөдире Әлфиә Ғәлләмова бер-береһенә һыу тамсылары кеүек оҡшаш ике ҡыҙға бейеү өйрәтә ине. Баҡтиһәң, был һылыуҙар игеҙәктәр икән. Гөлзиә менән Илзиә Килдейәровалар йырларға ла, бейергә лә әүәҫ. Әле уларға апайҙары “Шаян ҡыҙҙар” бейеүен өйрәтә, исеме есеменә тап килгәндәй, игеҙәктәр үҙҙәре лә шаян һәм үткер булып сыҡты.
Әлфиә Марсель ҡыҙы әйтеүенсә, ауыл халҡы клубҡа бик әүҙем йөрөй. Күпселек мәҙәни саралар уларҙың дөйөм көсө менән әҙерләнә. Ауыл клубындағы “Ғә­лиә” фольклор ансамбленә, “Оҫта ҡул­дар” һәм балалар өсөн “Бейеү” исем­ле түңәрәктәргә йөрөүселәр бихисап. Аҙна һайын төрлө саралар ойошторола, хатта балалар өсөн дискотекалар ҙа үтә. Күптән түгел “Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк” тип аталған кисәлә ауылдан ете парҙың ҡатнашыуы ла ошо яҙылғандарға ҡеүәт.
Мәктәп һәм клуб юҡҡа ғына йәнәш урынлашмағандыр – ауылда ойошторо­л­ған бер сара ла уларҙан тыш үтмәй. Шулай уҡ ағинәйҙәр клубы (етәксеһе – Зәкиә Кинйәбулатова), ҡатын-ҡыҙҙар советы (Сәүиә Усманова), ветерандар советы ла (Фәхирә Исмәғилева) һәр саҡ бергә һәм берҙәм эшләй.
Ағинәйҙәр менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуманы, сөнки улар күмәк­ләшеп кемдәлер ҡаҙ йолҡа ине. Ауыл­дарҙың матур бер биҙәге булған, муллыҡ байрамына әүерелгән ҡаҙ өмәһен беҙ ҙә үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрергә булдыҡ.

“Ҡаҙ ҡанаты
ҡат-ҡат була...”


– тип йырлай-йырлай ҡаҙ йолҡа ине өмәселәр. Ниндәй генә ауылға барһаң да, уларҙың матур инәйҙәренә, уңған ки­лендәренә һоҡланмау мөмкин түгел! Ана бит, ҡулдарына күҙ эйәрмәй, “һә” тигәнсе бер ҡаҙҙы йолҡоп та ҡуялар. Кемеһелер ҡош мамығын алдан хәс­тәрләнгән тоҡҡа тултырһа, икенселәре уның ҡанаттарын рәтләп, бер епкә теҙә, өсөнсөләре тап-таҙа итеп йолҡолған ҡаҙҙарҙы сайырға йылғаға барырға әҙерләнә.
– Бергәләшеп эшләйбеҙ, рәхәтләнеп күңел дә асабыҙ, – ти йорт хужабикәһе Менәүәрә апай Кинйәбулатова. – Йыл һайын әхирәттәрем, килендәрем менән ҡаҙ өмәһенә йөрөйбөҙ. Ҡаҙҙарыбыҙҙы таҙалап алғас, һуғым өмәһе башлана.
Уға ярҙамға килендәре Дилә Кинйә­булатова, Лилиә Исмәғилева, апһыны Мәф­рүзә Суфиянова килгән. Тырыш өмә­селәр тиҙ арала егерменән ашыу ҡаҙ түшкәһен әҙерләп тә ҡуйған.
Быуындан быуынға тапшырыла килгән ошондай матур йолалары­быҙ бар саҡта, нисек инде ауыл бөтә тип яр һалмаҡ кәрәк. Юҡ, бөтмәй, йәшәй әле ул, һәүетемсә генә көн итә.
Аҡһаҡалды ни борсой?

Сәсән нәҫеле һынатмайХеҙмәт ветераны Ишбулды Вәлиевте ауылда барыһы ла хөрмәт итә. Уның кәңәшенә ҡолаҡ һалалар, һүҙен тың­лайҙар. Әбделғәзелә тыуып үҫеп, ошонда төпләнгән һәм йәшәгән олатайға һәр кеше таныш, ауылдың һәр һуҡмағы ҡәҙерле. Шуға күрә лә ауылдың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында унан да яҡшыраҡ белгән, нығыраҡ янып-көйгән кешене осратыуы мөмкин түгел. Әлбиттә, ир-уҙаманды ваҡытында гөрләп эшләп торған хужалыҡтың бөтөүе, йәштәргә эш булмауы борсомай ҡалмай.
– Ауылда йәшәргә була, әммә бөгөн йәштәргә бында төпләнергә мөмкинлек юҡ тип әйтер инем. Дөрөҫ, эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек, ә һөҙөмтә юҡ. Ауыл халҡының күҙ төбәп торғаны — мал, әммә һуңғы йылдарҙа уны ла аҫрауы еңелдән түгел, сөнки сабынлыҡтар юҡ, булғаны ла йыш ҡына ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы өйөрөнән тапала. Бесәнде һатып алыу ҡиммәткә төшкәс, малдан ни файҙа? Хәҙер ит менән сауҙа итеү буйынса ла башҡа һыймаҫлыҡ ҡанундар уйлап сығарҙылар. Имеш, малды бил­дәле бер урынға алып барып салыу кәрәк. Дөйөм урында эшкәртелгән ит хәләл буламы? Башҡорттар элек-электән бик таҙа эш иткән: малды салғас, аҫып ҡуйып тунаған, эсәк-ҡарынын йылғаға алып барып йыуған.
Ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр бының менән генә сикләнмәне. Мәҫәлән, күрше Амангилделә бына нисә йыл буйы рәхәтләнеп “зәңгәр яғыулыҡ” тотоналар, ә биш саҡрымдағы Әбделғәзегә торба һуҙырға уйлаусы ла юҡ. Юл мәсьәләһе лә – ауыл халҡының үҙәгенә үткән проб­лемаларҙың береһе. Нисәмә тапҡыр район етәкселегенә, депутаттарға мөрә­жәғәт итеү ҙә файҙа бирмәй, вәғәҙәләр һауала аҫылынып ҡала килә.
Пай ерҙәрен халыҡҡа бүлгән саҡта Әбделғәзе ауылы халҡы ни өсөндөр үгәйһетелгән. Бөгөн бында йә­шәү­се­ләрҙең береһенең дә пай ере юҡ. Имеш, ҡасандыр Амангилде ауылындағы йыйылышта әбделғәзеләр “пай ерен алмай­быҙ” тип сығыш яһаған. Ә ысынында ундай йыйылыш, сығыштар бул­ғанмы һуң? Күрәһең, кемгәлер шулай аҡланыу уңайлы. Бөгөн пай ерен юллап алыу мәсьәләһе асыҡ ҡала килә: ауыл хал­ҡының теләген ишетеүсе лә, уны тормош­ҡа ашырыусы ла табылмаған.
– Шуныһы күңелде әрнетә, – ти Ишбулды Сәлих улы, – ышаныс белдереп һайлаған депутаттарыбыҙ беҙҙе яҡлар урынға, киреһенсә, ауыл халҡы мән­фәғәттәренә ҡаршы булған төрлө ҡанун­дар ҡабул иткән.
Әйткәндәй, олатайҙың ҡатыны Нуридә Зәкәриә ҡыҙы оҙаҡ йылдар Амангилде элемтә бүлексәһенең Әбделғәзе ауылында хат ташыусы булып эшләгән. Уның маҡтау ҡағыҙҙары араһында “Башҡорт­ос­тан” гәзитенең рәхмәт хаттары ла бар. Ғүмере буйы матбуғатты киң тара­тыуға үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан был ғаилә әле лә “Башҡортостан” гә­зитенә тоғро.

Йәштәр ҙә төпләнә

Сәсән нәҫеле һынатмайАуылда йәштәр ҡалмай, тиһәк тә, үҙ еренең ысын улдары бәхетен ситтә эҙләмәй. Шундайҙарҙың береһе – Мөби­нә менән Нәдир Өмөтҡужиндар. Йорт хужаһы Бөрйән районына ҡараған ҡур­сау­лыҡта эшләһә, ҡатыны – мәктәптә йыйыштырыусы. Береһенән-береһе ма­тур сәскәләй дүрт ҡыҙ үҫтерәләр, ҡара­ғайҙан бынамын тигән йорт күтәргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Рәсимә Амангилде урта мәк­тәбенең VI класында белем ала, Ну­рия – V, Зөлфиә I класҡа барған. Әлфинәгә әле­гә дүрт кенә йәш.
Ғаилә яңы өйҙө әсәлек капиталы аҡсаһына төҙөй, киләһе йылда күсенеп сығырға йыйыналар. “Яңы йортта сәңгелдәк элергә теләк барҙыр?” — тигән һорауыма хужабикә, мөләйем генә йылмайып: “Малай кәрәк ине”, – тип яуапланы.
Ауыл старостаһы Таштимер Килде­йә­ров та атай нигеҙен ташлап китмәгәненә һис үкенмәй. Ҡатыны Гөлназ менән ике бала үҫтерә, ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен дә асып ебәргән. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштары Таштимерҙе староста итеп һайлаған. Урындағы бар­лыҡ проблемаларҙы белә ул, һәм­мәһен дә хәл итергә тырыша. Бөтә са­раларҙа ла әүҙем ҡатнаша, ҡайһы саҡта бағыусы булараҡ та ярҙам ҡулы һуҙа.

“Ҡулдарында
йәйғор уйнай”, –


Сәсән нәҫеле һынатмайти уның хаҡында ауылдаштары. 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ғәйникамал инәй Өмөтҡужинаның ҡулынан энәһе төш­мәй. Ул мәрйендәрҙән ҡашмау, сел­тәр бәйләй, төрлө милли кейемдәр тегә. Эштәре өйөндә күргәҙмәгә ҡуйылған кеүек эленеп тора.
– Элек ошо һөнәрем ярҙамында балаларҙы уҡыттым, донъя көттөм, – ти инәй. – Хәҙер күңел ҡушыуы буйынса ғына эшләйем, һис тә буш ултырырға яратмайым.
Ысынлап та, уның алтын ҡулдары яһаған селтәр-һаҡалдарҙы, ҡорама, буй юрғандарҙы, диван, ултырғыс япмаларын, күлдәк-камзулдарҙы бергә иҫәп­ләгәндә күпме булыр ине – әйтеүе ҡыйын. Әммә шуныһы мөһим: уларҙың барыһына ла Ғәйникамал инәйҙең күңел йылыһы, күҙ нурҙары, уй-кисерештәре һалынған. Шуға ла уның ижад өлгөләре йәйғорҙай төрлө төҫтә, матур һәм сағыу.

Ҡайтыр юлда
тыуған уйҙар


Ниндәй генә төбәктең төпкөл ауылына барма, миңә ҡалһа, унда бик тырыш, уңған, дәртле һәм сәмле кешеләр йәшәй кеүек. Тәү ҡарамаҡҡа шундай ябайҙар, әммә һәр береһе һоҡланыу һәм хөрмәт тойғоһо уята. Булмыштары, йәшәйеш­тәре, ғүмер буйы үҙ ауылына хыянат итмәй, атай нигеҙен һаҡлауҙары менән ихтирамға лайыҡ улар. Тап ошондай ауылдарҙа халҡыбыҙҙың данлы улдары тыуа, нәҫелде өлгөлө вариҫтар дауам итә. Күренекле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяни үҙ ижадында тыуған ерен данлаһа, ерҙе һатмау, тәбиғәтте һаҡлау кеүек проблемаларҙы күтәрһә, бөгөнгө быуын уның васыятына тоғро, аманатына хыянат итмәй.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527