Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сытырман балығы ниңә тәмле?
Сытырман балығы ниңә тәмле? Ҡыш миҙгеле. Тәү ҡарауға балыҡсылар өсөн әллә ни эш булмаған кеүек күренһә лә, Бала Сытырман ауылы эргә­һендәге “Балыҡ хужалығы” акционерҙар йәмғиәтен­дә ҡыҙыу мәл. Ойошманың директоры Фәнис Зөбәйеровтың кәйефе көр.

– Һыуҙың торошон, кислород барлығын тикшерҙек. Бөтәһе лә нормала, – тине ул, иҫәнлек-һаулыҡ һо­рашҡас.
– Бөгөн балыҡтар ни эшләй?
– Йоҡлай. Йәй көнө карп үҫә, әле йылы миҙ­гелдә туплаған майы иҫә­бенә ҡышлай.
Ошо көндәрҙә 40 йыллығын бил­дәләйәсәк хужалыҡ төрлө йылдарҙа бер нисә тапҡыр үҙ­гәртеп ҡоролоп, әле уңышлы ғына эшләп килә. Совет осоро йылдарында республикала өс тиҫтәгә яҡын балыҡ үрсетеү ойошмаһы булһа, хәҙер шуларҙың ни бары өсәүһе генә имен ҡал­ған. Бындағы быуаларҙа тоҡом­солоҡ эше алып барыла, селбәрә­ләр үрсетелә.
Сытырман балығы ниңә тәмле?– Йылына күпме балыҡ һатаһы­ғыҙ? – тип һорайбыҙ Фәнис Наил улынан.
– Бәғзе берәүҙәр балыҡ үрсетеүҙе еңел шөғөл, улар һыу ятҡылыҡ­та­рында үҙенән-үҙе үҫә кеүек ҡабул итә. Әммә уның да нескәлектәре бар. Уңыш йылына ҡарап килә. Йәй һалҡын булһа, әллә нимәгә өмөт­ләнеп булмай, сөнки быуа һыуының йы­лылығы 20 градустан артмаһа, карп ашап бармай, тимәк, үҫмәй. Былтыр 150 тонна самаһы селбәрә, балыҡ үрсетһәк, шуның 130 тоннаһы һатыуға сығарылды, – тип яуапланы ул.
– Салауат ҡалаһында, Сытырман балығы бар­мы, тип эҙләгәндәрен күрҙем. Һеҙҙең балыҡ бүтән­дәр­ҙекенән нимәһе менән айырыла? – тигәс, Фәнис Наил улы ихлас йылмайҙы.
– Беренсенән, беҙ үрсеткән ба­лыҡтың төрө таҙартыу өсөн уңайлы, тәңкәләре аҙ. Икенсенән, быуала­рыбыҙ даими ағып тора. Бындай ят­ҡы­лыҡтарҙағы балыҡ тәмле була, шуға ла башҡа яҡтарҙан да эҙләп киләләр. Хатта бәғзе берәүҙәр балы­ғын Сытырмандыҡы тип ялғанлап һата, – тине ул.
Һуңғы йылдарҙа һыуҙы таҙартыу маҡсатында Ҡарман балыҡ хужа­лы­ғынан аҡ амур килтерә баш­лаған­дар, былтыр суртан үрсетеүгә тотон­ғандар, уларын иһә йәнәш кенә аҡҡан Ашҡаҙар йылғаһынан алалар.
– Ойошмала 24 кеше эшләй, – тип һүҙен дауам итә директор. – Беҙҙә ялҡауҙар оҙаҡ тормай, йә­йен балыҡ һөҙгән ваҡытта ул – етәксе, был тракторсы тигән бүленеш юҡ, барыбыҙ ҙа бер эш менән мәшғүл була­быҙ, ләмгә буялып бөтәбеҙ. Утыҙ йыл директор вазифаһын башҡар­ған Наил Хәбибул­лин заманында хужалыҡты һаҡлап ҡалыуға ҙур көс һалған. Тәжрибәле балыҡсы бө­гөн дә ең һыҙғанып эшләй. Йәнә Зәбир Үтә­ғолов, тракторсылар Илнур Тимерәев, Ил­фат Низаметдиновты ла баш­ҡаларға өлгө итеп ҡуйыр инем. Эш хаҡын ваҡытында алғас, егет­тәрҙең кәйефе көр.
Ойошманың ауыл халҡына ла ярҙамы ҙур. Кә­рәк икән, эшселәре юлды таҙарта, мәктәпкә лә техника биреп торалар.
Беҙ Фәнис Наил улы менән әңгәмәләшкән ара­­ла, Ырымбур өлкәһе­нән эшҡыуарҙар килеүе ха­ҡында хәбәр иттеләр. Егет­тәр уларға тейешле та­уарҙы тейәп ебәргәс, юл сатындағы “Тере балыҡ” магазинына һуғылдыҡ. Унда ла сират һуҙыл­ғайны. Һатып алыусыларҙың ауы­ҙы­нан: “Сытырман балығы тәмле”, – тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.




Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә