Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аждаһа дракон түгел
Аждаһа дракон түгел Һеҙ тин аҡсаның арт яғындағы һүрәткә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Унда йыланды үлтереүсе Георгий Победоносец төшөрөлгән. Рәсәйҙә уға арналған иконалар ҙа күп. Уйлап ҡарағанда, бик ғәжәп хәл, нисек инде изге әҙәм, рухани, ҡулына ҡорал тотоп, йән ҡыйып йөрөһөн инде? Был бит бандиттар йәки һалдаттар эше. Изгеләрҙең ҡоралы — һүҙ, ана шул вәғәздәре, өгөт-нәсихәттәре менән улар ябай халыҡты дингә ылыҡтырған, доғалары менән Аллаға мөрәжәғәт иткән.

Изге Георгийҙың сығышы, нәҫел тамыры тураһында уйлағанда, иң тәүҙә ҡыпсаҡтарҙың боронғо риүәйәттәренә иғтибар итәйек әле. Бөйөк Далала Гюрджи ҡыпсаҡтарҙы яҡлаусы һанал­ған, уға табынғандар, доғаларын юлла­ғандар. Ул күк аллаһы Тәңре менән халыҡ араһында аралашсы булған.
Беҙҙә әле лә шишәмбе ҡоро көн һанала. Ни өсөн? Иҫбатлау мөмкин түгел, ләкин Гюрджи (беҙҙең фекер буйынса, Георгийҙың прототибы) нәҡ ошо көндә вафат булған, имеш. Шунлыҡтан был көндә юлға сығыу, ҙур эш башлау, хатта йылмайыу тыйыла. Ул ниндәй йылмайыу ти, матәм көнө бит.
Ярай, хәҙер инде тағы ла бер боронғо легендаға күңел һалайыҡ. Имеш, шәреҡ ҡалаларының береһенә иләмһеҙ оло йылан эйәләшкән. Ул һаҙлыҡ яғынан килеп сыға ла йәш кешеләрҙе алып китә икән. Бына бер заман егеттәр, ҡыҙҙар бөткән, хаким инде үҙ ҡыҙы Елисаватты бирергә мәжбүр була. Ҡыҙ, күҙ йәштәренә төйөлөп, үҙенең һәләкә­тен көтөп, юл буйында ултыра икән. Шул ваҡытта Гюрджи үтеп бара, ти. Ул ҡыҙҙы ныҡ йәлләп, ҡотҡарырға була. Йыртҡыс яҡынла­ша башлағас, Гюрджи һуғышырға тотонмай (бына ул, исмаһам, рухани), ул һөңгө менән ҡылысын ергә һала һәм ҡоралһыҙ килеш йылан-аждаһаға ҡаршы атлай. Шунан, алды­на тубыҡланып, ниндәйҙер доға уҡый башлай. Йыртҡыс тынып ҡала. Минут артынан минут үтә, бер аҙҙан доғалар тәьҫиренән тынысланып, йыуашланып ҡалған аждаһа Гюрджи алдында баш эйә, уға буйһоноуын белдерә. Ә үлемдән ҡотолған ҡыҙ билбауын сисеп ала ла аждаһаның муйынына бәйләп, йыуашланып ҡалған дош­манын ҡалаға алып ҡайта. Кешеләр, был мөғжи­­зәне күреп, Гюрджи вә­ғәздәрен тыңлап, уның ысынлап Тәңре илсеһе булыуына ныҡлап ышана.
Шулай итеп, Гюрджи һүҙҙең ҡылыстан көслө икәнлеген иҫбатлай, сөнки был һүҙ “Алла” була. Был ваҡытта Европа кешеләре әле ҡырағайлыҡта йәшәй һәм “Алла” һүҙе уларға таныш булмай.
Ҡытай — бөтә донъя мәҙәниәтенә тос өлөш индергән ил. Шулай булғас, ҡытай халҡы мифологияһына ла ҡолаҡ һалайыҡ. Бында аждаһа император улы Юйға буй­һона. Егет ошо ғәйәт ауыр, оҙон ҡой­роҡло йән эйәһен үҙенсә файҙалана – уны етәкләп йөрөй. Аҙаҡтан аждаһа ҡойроғон һөйрәп үткән эҙҙән кешеләр һуғарыу каналдары төҙөй. Тимәк, Юй аждаһанан “геодезист” яһаған. Ысынлап та, ҙур һәм көслө хайуанды ни өсөн үлте­рергә, хужалыҡта файҙаланыу дөрөҫөрәк түгелме ни?! Һиндостан халыҡ­тары фил­дәр­ҙе үлтереп бөтһә, ни булыр ине?
Легенданың икеһендә лә аждаһа образы һыуға бәйле: беренсеһендә ул томанлы һәм ысыҡлы һаҙлыҡтан сыға торған булған, икенсеһендә үҙе һыу табыша. Хәҙерге тел менән әйткәндә, грунт һыуҙарының ниндәй тәрәнлектә ятҡанлығын һиҙә. Эш ике леген­да менән генә лә бөтмәй, күпселек мәҙә­ниәт­тәрҙә аждаһа образы һыу культына бәйле. Бәлки, был ғалимдар иғтибарына лайыҡ темалыр, ләкин беҙҙең һүҙебеҙ икенсе ине. Урыҫтарҙың Георгийы үлтерергә яратҡан аждаһаға Көнсығыш халыҡтары ни өсөн бер ҙә теймәй әле? Бер бик ҡыҙыҡлы аңлатма бар. Атилла етәкселегендә һундар Европаға килеп еткәс, Рим һәм Византия быларға ҡар­шы ҡуйыу һәм үҙҙәрен ҡурсалау өсөн буфер зонаһы булдырыу маҡсатында көс һайлай башлай. Ахырҙа әле баш ҡалҡы­тып ҡына килгән урыҫ халҡына туҡталалар. Шунан ин­де урыҫтарҙы отҡотоу, төрлөсә ярҙам итеү, көсәйтеү башлана (Мәскәүҙе шуға ла өсөнсө Рим тигәндәр). Ярҙам бушлай булмай, урыҫ­тар Византия диненә ауыша, унан дәүләт сим­волы – ике башлы ҡош һәм шәреҡҡә бәйле һәр нәмәне күрә алмаусы менталитетын ала.
Аждаһа-драконға килгәндә инде, дракон грек телендә дьявол (иблис) синонимы сифатында йөрөгән. Римдар уны “скиф йыланы” тип тә атаған. Был дәлилдәр үҙҙәре генә лә “дракон” һүҙенең Рәсәйгә Европанан инеүен раҫлай. Рим кешеләренең сарматтар әләмен дракон флагы тип атауы ла мәғлүм. Сармат­тарҙың флагы шундай була: ҡороҡ осона бү­ренең баш һөйәге ҡуйыла, уның эсенә ҡалай мембрана урынлаштырыла, атта сабып бар­ғанда ул бүре тауышына оҡшатып оҙон ауаз сығара. Бүре башына тағылған оҙон ҡойроҡ елдә елберләп барған. Шулай итеп, сарматтар флагы римдар ҡурҡҡан драконға оҡша­ған булып сыға. Шулай бул­ғас, уны дракон (иблис) флагы тип атау­ҙары аңлашыла. Иғтибар итегеҙ: бында сармат­тарҙың изге хайуаны бүре Европа өсөн үлем сәсеүсе ҡур­ҡыныс һәм ҡарғалған дракон булып киткән. Һәм аҙаҡ грек һүҙе “дракон” урыҫ теленә күскән.
Георгий исеменә килгәндә, урыҫтарҙа ун­дай исем юҡ, Григорий бар. Георгий – грек исеме. Дөрөҫө, боронғо иконаларҙа Георгий тип яҙылмаған да, унда беҙ Георгиос исемен күрәбеҙ. Был инде ошо исемдең ҡайҙан кил­гәнен асыҡтан-асыҡ күрһәтеп тора. Һуңынан ғына исем урыҫлашып китеп, Георгийға әй­ләнгән. Үә ләкин шуға оҡшаш Георгий, Гюрджа, Джорджи исемдәре төрлө халыҡ­тарҙа, айырыуса Кавказ ҡәүем­дәрендә, күп төрлө вариантта осрай, шун­лыҡтан ажда­һа­ға ҡаршы көрәшкән Георгий риүәйәте Евро­паға Кавказдан күскән булыуы ихтимал. Ев­ропа инде боронғо легенданы, Көнсығыш “ҡырағайҙарына” ҡаршы көрәш символына әйләндереп, урыҫтарға “бүләк” иткән.
Был метаморфозалар Тәүратта сағылыш тапҡан. Унда башта йылан була, ә һуңынан ул драконға әйләнә. Дала халыҡтары үҙ символы менән Европаға баҫып ингәс, үҙгәр­мә­неме икән? Тарихи сығанаҡтар ошо хаҡта һөйләй. Урыҫтар христиан диненә күскәс (Византия тырышлығы), Георгийҙы үҙҙәре­нең изге руханийы, батырлыҡҡа өндәүсе, дөрөҫөрәге, дошмандарҙы үлтерергә өндәү­се символ итеп ала. Ә дошмандың кем булыуы билдәле инде, ана, ул Көнсығыштан дракон флагтары күтәреп килә.
Шулай итеп, XII – XIV быуаттарҙа (ә был дәүер ҡыпсаҡтарға ҡаршы көрәш менән билдәле) Георгийҙы әләмдәрҙә лә һөңгө тотоп йылан үлтереүсе итеп һүрәтләй баш­лайҙар. Ә бит быға ҡәҙәр бөтөнләй икенсе төрлө булған, иконаларҙа Георгий ҡорал күтәргән килеш тасуирланмаған. Мә­ҫәлән, XII быуатҡа ҡараған Иҫке Ладога икона­һын­да Георгийҙы бер ниндәй ҡоралһыҙ күрәбеҙ, ә ҡыҙ күндәм һәм йыуаш аждаһаны эйәртеп китеп ба­ра. Ҡып­саҡ леген­даһын­да­ғы һы­маҡ. Рәс­сам­дар­ҙың, бигерәк тә икона яҙыусы­ларҙың һәр де­талгә мәғә­нә һа­лыу­ҙарын да иҫәпкә алғанда, шу­ны күрәбеҙ: аждаһа менән Георгий икеһе бер яҡҡа ҡарап тыныс ҡына китеп бара, әгәр дошман бул­һалар, улар һаға­йып бер-бе­ре­һенән күҙ яҙҙырмаҫ ине. Бау иркен рәүештә һалынып тора, тартыл­маған, тимәк, ҡыҙ уны ирекһеҙләп һөйрәмәй, ә мифик хайуан үҙе теләп атлай. Аждаһа тигәне лә әллә һыйырға, әллә бегемотҡа оҡшаған, һимеҙ, иренсәк һәм йыуаш. Бер нин­дәй оҙон тештәр, яуыз күҙҙәр, үткер тыр­наҡтар күренмәй. Ғөмүмән, бик матур икона, ул нығыраҡ картинаға оҡшаған. Күрәһең, урыҫ ерҙәрен “азиаттар” баҫып алғандан һуң, урыҫтар уларҙың бик күп мәҙәни ҡиммәт­тә­рен һеңдергән, ә һуңынан Византия ҡотҡоһо аҫтында бар нәмәнең аҫты-өҫкә килтерел­гән, килешеү нигеҙендә йәшәгән Алтын Урҙа менән мөнәсәбәттәр дошманлыҡҡа әйләнә, символдар яҡшынан яманға үҙгәрә.
Рим менән Византияның аждаһанан ҡур­ҡы­уы аңлашыла. Улар өсөн дракон – иблис рәүеше, тамуҡ йыланы. Сарматтар иҫ киткес тиҙлек менән Европаға баҫып ингәс, әлбит­тә, дошмандарын аямаған, уларҙың дракон­ға оҡшаған флагы ла ҡурҡыу һалған. Ҡурҡыу инде нәфрәткә ялғана, нәфрәт – мең төрлө ялған, яманлау сығанағы. Шулай итеп, Европа мифтарындағы дракон образы азиат­тарҙың изге хайуаны аждаһа менән бер үк нәмә итеп күҙаллана башлай. Быны ошолай күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар була.
Ә бит, ҡабатлап әйтәм, урыҫтарҙың бо­ронғо иконаларында дракон түгел – йылан. Ни өсөн йылан? Сөнки Византия урыҫтарҙы ҡоторта башлағансы, урыҫ кенәзлектәрендә үҙ-ара ыҙғыштар булғылаһа ла, Алтын Урҙа менән мөнәсәбәт тыныс булған, тиергә мөм­кин. Һәм ҡыпсаҡтарҙың изге хайуаны урыҫ­тарға ла күскән. Был хатта закон булып тора, ил эсендәге айырым автономия әле лә үҙ атри­буттарында тотош ил гербы, флагы элемент­тарын йөрөтөргә тейеш. Ҡыҫҡаһы, һуңы­нан Ҡазан гербында бер, Харьков гербында ике йылан булыуы билдәле.
Урыҫтар ҡыпсаҡ иленә (Бөйөк Дала, Дәшт-и-Ҡыпсаҡ) ҡаршы һуғыш башлағас, йыланды улар мотлаҡ үлтерергә тейешле әшәке бер йыртҡыс итеп күҙаллай башлаған, һәр хәлдә, Мәскәү Георгийҙы 1389 йылдан һуң гел шулай һөңгө ҡаҙап, йылан-аждаһаны үлтереүсе итеп һүрәтләй.
Шулай итеп, изге руханиҙың ни өсөн аҡыл һәм өгөт, яҡшы һүҙ менән түгел, ә ҡорал ме­нән эш итеүе аңлашылды. Бында тарих­тың, әлеге лә баяғы, йәнә сәйәсәткә буйһо­ноуын күрәбеҙ. Дошман символы яҡшы нәмә була алмай. Тик ысынында иһә Азияның из­ге хайуаны аждаһа менән Европаның тамуҡ ки­ҫә­үе драконы араһында бер ниндәй ур­таҡ­лыҡ юҡ. Был бары тик Рим, Византия, Мәс­кәү импе­ра­тор­ҙарының Азия халҡына ҡаршы алып ба­рыл­ған агрессив сәйәсәтен аҡлау өсөн уйлап сығарылған.

АВТОРҘАН. Мәғлүмәттәр урыҫ телен­дәге сығанаҡтарҙан алынды, шунлыҡтан Елисаваттың Әлисәбәт йәки башҡаса булыуы мөмкин, ә Гюрджи ҡыпсаҡ телендә нисек яңғырағандыр, билдәһеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872