Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше лә, ҡош-ҡорт та хәстәргә мохтаж
Кеше лә, ҡош-ҡорт та хәстәргә мохтаж “Бөгөн тормош үтә яҡшы” тип әйтһәк, үҙебеҙҙе алдаған кеүек булырбыҙ. Асылда улай түгел бит. Илебеҙ иҡтисади яҡтан төрлө ауырлыҡтар кисергәндә мәғариф өлкәһендә, һаулыҡ һаҡлау тармағында, әлбиттә, был ҡыйынлыҡтар сағылыш тапмай ҡалмай. Аҡса наҡыҫлығы арҡаһында ҡайһы бер пландар үтәлмәй ҡала йәки өлөшләтә генә тормошҡа ашырыла. Йән башына ҡарап финанслау ауыл ерендәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ла төрлө мәшәҡәт тыуҙыра.

Шуға ҡарамаҫтан, Күгәрсен районы­ның медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡ­тың сәләмәтлеген һаҡлауҙа һәм ны­ғы­тыуҙа, төрлө иҫкәртеү саралары үткәреүҙә күп эш башҡара. Дөрөҫ, әлегә уртаса ғүмер оҙонлоғо маҡтанырлыҡ түгел, әммә был проблема киләсәктә хәл ителәсәк. Райондың баш табибы Ринат Ибраһи­мов раҫлауынса, бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Медицина учреж­дениеларының матди-техник базаһы нығытылып, ҙур мөмкинлектәр асылған.
Мәҫәлән, Мораҡ район үҙәк дауаха­наһында тәүлек әйләнәһенә дауалау өсөн – 90, көндөҙгө стационарҙа 46 урын бар. Поликлиника бер сменала 250 ауы­рыуҙы ҡабул итә ала. Йомағужа, Мәҡ­сүт ауыл дауаханаларында ла шарттар булдырылған, тағы биш ауыл амбула­то­рияһы, 52 фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡты хеҙмәтләндерә. Мораҡ менән Йомағужала “Ашығыс ярҙам” бригадалары эшләй. Улар заманса бәй­ләнеш саралары менән тәьмин ителгән, тиҙ арала килеп етеп, ярҙам күрһәтәләр.
Әйткәндәй, бөгөн электрон бәйлә­неш ысулы урынлаштырылған. Элеге­рәк ауырыуҙар иртүк килеп сират алһа, хәҙер телефон аша шылтыратып, та­бипҡа инер өсөн үҙҙәре ваҡыт һайлай, оҙаҡлап көтөп ултырыуҙы бөтөнләй онотоп баралар.
Бер кемгә лә сер түгел: халыҡ ни тиклем һау-сәләмәт булһа, район да иҡти­сади һәм социаль яҡтан алға бара, ғаиләгә бәхет өҫтәлә. Район етәкселеге был хәҡиҡәтте дөрөҫ аңлай. Һуңғы ваҡытта ул һаулыҡ һаҡлау учреж­де­ние­­ларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ҙур хәстәрлек күрә. Былтыр ғына Моҡас һәм Яңауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттарының яңы бинаһы төҙөлдө, ә медицина ҡо­ра­малдары алыу өсөн аҡсаны Баш­ҡорт­остандың Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лығы биргән.
Ғөмүмән, һуңғы ун йылда райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары күҙгә күренеп үҙгәргән. Бөгөн кабинеттар заманса медицина аппараттары менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа ғына бының өсөн 40 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. Медицина хеҙмәткәр­ҙәре күп йылдар хыялда ғына йөрөткән аппараттарҙан файҙалана, ә был инде кешеләрҙе дөрөҫ дауалауға ышаныс бирә. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен әйтеп китмәү мөмкин түгел. Биохимик һәм гематологик анализаторҙар, реанимация, функциональ диагностика ҡорамалда­ры, маммограф, видеогастрофиброс­коп, лапороскоп, колонофиброскоп, кү­сереп йөрөтмәле рентген, портатив ультратауышлы сканер, ЭКГ аппараттары һәм башҡалар.
Заман талабына ярашлы, Күгәрсен районы медицинаһына ла яңылыҡтар индерелә. Республикабыҙҙа тәүгеләр­ҙән булып ауыл ерендә гемодиализ үҙәге эшләй башланы. Уның асылыуы ауыр сирҙән яфаланған кешеләр өсөн ҙур ярҙам булды, сөнки уларҙы элек Өфө ҡалаһына йә Күмертауға ебәр­гәндәр. Әле үҙәктә Ейәнсура районынан – бер, Күгәрсендән ете кеше да­уалана. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ һаулығын һаҡлауға ихлас күңелен биреп, медицинаға тоғро хеҙмәт иткән табиптар эшләй бында. Барлығы 545 кеше, шуларҙың 62-һе – табип, 275-е – урта махсус медицина хеҙмәткәрҙәре. Улар араһында 10 кеше – Башҡортос­тандың атҡаҙанған табибы, бишәүһе Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исемен йөрөтә, тиҫтәләгәне маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Һуңғы өс йылда районға 21 йәш белгес эшкә килгән, улар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, Ә. Нәҙершина, Л. Халиҡова, Р. Ғил­фа­нова миллион һумлыҡ сертификат алған. Медицина хеҙмәткәрҙәре йәмә­ғәт эштә­рендә лә әүҙем.
Ғөмүмән, райондың баш табибы Ри­нат Ибраһимов етәкселегендәге коллектив халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу бурысын намыҫ менән башҡара, кешеләрҙең һаулығы уларға бәйле икәнен һис онотмай.
– Әлбиттә, табиптың буш ваҡыты булмайҙыр ул. Әгәр шундай мәл килеп сыҡһа, йәй көнө урманға ашығам. Минең бит бурысым кешеләргә генә түгел, ә ҡош-ҡортҡа ла ярҙам күрһәтеү. Бейек ағастарҙа ҡырағай солоҡ ҡорт­тары йәшәй, уларҙы йыртҡыстарҙан яҡлау сараһын күрәм. Тәбиғәт һағында тороу ҙа – минең өсөн оло шатлыҡ, – тине Ринат Ғәфүр улы.
Эйе, һәр кем был донъяға йәшәр өсөн килгән. Бөтәбеҙ ҙә – тәбиғәт балалары. Кешеләргә лә, ҡош-ҡортҡа ла, йәнлектәргә лә хәстәрлек кәрәк шул.



Автор: Сәлимйән ҒҮМӘРОВ, Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Күгәрсен районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә