Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡтар: берсә арта, берсә кәмей...
Хаҡтар: берсә арта, берсә кәмей... Кеҫәгә һуғасаҡ

Һәр кем теге йәки был дәүләт хеҙмәте өсөн аҡса түләргә тейеш. “Дәүләт пошлинаһы” тиҙәр уны. Йыл башынан алып уның түләү күләменә ҡағылышлы ярайһы уҡ үҙгәрештәр индерелде. 2015 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер хеҙмәткә пошлина күләме 20-30 процентҡа артты. Ошо хаҡта ентеклерәк мәғлүмәт бирәбеҙ.
Сит ил паспортын алыу ярайһы уҡ ҡиммәтләнде. Элек уның иҫке өлгөһө өсөн (биш йылға бирелә) мең һум түләһәң, хәҙер икеләтә күберәк сығарырға кәрәк. Ә инде сит ил паспортының яңы өлгөһө (ун йылға бирелә) элек 2500 һум торһа, хәҙер мең һумға ҡиммәтләнде.
Күсемһеҙ милекте теркәү өсөн түләү ике­ләтә артҡан. Бығаса ул 1000 һум ине.
Арабыҙҙа исемен алыштырырға теләгән кешеләр ҙә осрап тора. Бындай теләк тә кеҫәгә бәрә. Былтыр ғына 1000 һум түләргә кәрәк булһа, хәҙер 1600 һумыңды сығарырға тейешһең.

Ура! Әсәлек
капиталы артты


Хаҡтар: берсә арта, берсә кәмей...Йылдың тәүге көндәре шатлыҡлы хәбәр ҙә алып килде. 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы күләме яҡынса биш процентҡа артты. Хәҙер ул 453 мең һум тәшкил итә. Законға ярашлы, бындай дәүләт ярҙамы икенсегә бала тапҡан йә иһә уллыҡҡа алған әсәләргә күрһәтелә.
Әсәлек капиталының күләме һигеҙ йыл эсендә яҡынса ике тапҡырға күтә­релде. Был иһә күптәргә торлаҡ хәлен яҡшыртыуға ярҙам итте. Әйткәндәй, ошо мөһим дәүләт программаһы 2016 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Тәмәке
янсыҡҡа ла зарарлы


Хаҡтар: берсә арта, берсә кәмей...Көйрәтергә яратыусылар ҙа 2015 йылда “бүләк”һеҙ ҡалманы. Элек тәмәкенең бер ҡабы яҡынса 64 һум торһа, хәҙер уның хаҡы ун һумға артты. Был әле сик түгел. Киләсәктә тәмәкегә хаҡ йәнә ҡиммәтләнер, тигән хәбәрҙәр йөрөй. Ошо үҙгәреште иһә ил етәкселегенең халыҡты сәләмәтлән­дереү йәһәтенән яһалған бер аҙымы тип ҡабул итергә кәрәк.
Әгәр тәмәкегә хаҡ 15-20 процентҡа артһа, араҡының, киреһенсә, осһоҙланыуы көтөлә. Быға тиклем “йәшел йылан”дың ярты литры 220 һум тип билдәләнһә, 1 февралдән алып ул 185 һум торасаҡ. Бындай сәйер күренештең сәбәбе лә бар. “Шайтан эсемлеге”нең кинәт ҡиммәтләнеүе сифатһыҙ араҡының артыуына килтергән. Күптәр осһоҙона алданып ағыулана. Бының арҡаһында дәүләт тә, ябай халыҡ та зарар күрә.

411 һум кеҫәне тишмәй

Хаҡтар: берсә арта, берсә кәмей...Йыл башынан илдә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 411 һумға артты. Хәҙер ул 5965 һум тәшкил итә. Тимәк, бюджет хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ошонан дә әҙерәк түләмәҫкә ышаныс бирә. Был ҡағиҙә эшҡыуарҙарға ла ҡағыла.
2014 йылдың аҙағында Башҡорт­останда йәшәү минимумы 7243 һум тәшкил итә ине. Күренеүенсә, йәшәү минимумы менән хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләме араһында айырма ҙур. Төптән уйлап ҡараһаң, эш хаҡың йәшәү өсөн етмәй килеп сыға. Был мәсьәлә — ил етәкселеге иғтибарында. Рәсәй Хөкүмәте планына ярашлы, 2018 йылда ошо ике дәүмәл тигеҙләнергә тейеш.

Бер бәләнән ҡотолдоҡ

Ойошмала йә предприятиела эш­ләгән хеҙмәткәр өсөн командировкаға йөрөү байтаҡ ҡағыҙ мәшәҡәте тыуҙыра. Тейешле урынға барып еткәс, килгән һәм ҡайтҡан ваҡытын күрһәтеп, мисәт һуҡтырырға кәрәк. Аҙаҡ эш урынындағы бухгалтерияға командировка таныт­ма­һын тултырып тапшырырға тейешһең. Яңы йылдан алып был мәшәҡәттәр тарихта ғына тороп ҡалмаҡсы. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, элекке талаптар ғәмәлдән сыға.
Хәҙер иһә командировкала булыуы­ғыҙҙы иҫбатлар өсөн ваҡыты күрһә­телгән транспорт билетын тапшырыу ҙа етә. Был яңылыҡ тәү сиратта ҡағыҙ эшен кәметеүгә, бухгал­терҙарҙың мәшәҡәтен аҙайтыуға булышлыҡ итәсәк.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә