Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙ наҙан бер ғалимдың тырнағына тормаҫ
Йөҙ наҙан бер ғалимдың тырнағына тормаҫ “Сәләм, туған!..” Был үҙенсәлекле тауышты һәр саҡ көтөп алам һәм уны бүтәндәр менән бутау мөмкин түгел. Телефон аша ишетмәй йә үҙен күрмәй торһам, юҡһына башлайым. Юҡһыныуға хафаланыу ҙа ҡушыла, сөнки тамсы кеүек иреп юғалған көндәр, айҙар, йылдар әҙәм балаһына көс-кәр өҫтәмәй. Сирҙәрҙең, донъя килтергән хәстәр-хәсрәттәрҙең һөжүме торған һайын уҫаллана һәм кеше, ахыр сиктә, ул афәттәр менән күҙгә-күҙ генә ҡала. Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов менән яғалашҡан хайырҙа әлеге бәлә-ҡазаларҙың өҫтөн сыҡмауына ышаныс тыуыуы күңелгә бер ни ҡәҙәр йылылыҡ өҫтәй. Ғаиләлә һалынған холоҡ-фиғел, ғәҙәт, инаныуҙар тормошта һәр даим эргәбеҙҙә уралған ҡама­сауҙарҙы еңә бара.

Кескәй генә ошо яҙмаларға күңел һалып тотонһам да, бер аҙ ҡаушау тойғоһонан да арына алмайым. Әнәс Мәхмүтов, миңә шәхсән ихласлығын күрһәтә килһә лә, үҙе – ҙур иҡтисадсы-ғалим, профессор, Баш­ҡортостан Респуб­лика­һы Фәндәр академияһы ағзаһы. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡа­лаларының күренекле иҡтисадсы­лары уның менән таныш булыуҙы мәртәбә итеп күрә. Албырғауымдың сәбәбе лә, бәлки, шунандыр. Унан һуң, ғалим үҙенең юғары статусын һис ҡасан да һәм бер кемгә лә белгертмәй, шикелле.
Кеше ғүмеренең ағышы шул ҡәҙәре бормалы ки, уның ҡасан һәм ниндәй бөгөл яһарын, ул ғүмерҙең теге йәки был һөҙөмтәләргә кил­терерҙәй сә­бәптәрен эҙләү – мәғә­нәһеҙ эш. Асы­ғын әйтәйек, Әнәс Хөсәйен улы­ның тәржемәи хәлендә дә мин олуғ ғалим­дың хасил булырына ишара яһарлыҡ ниҙер табырға тырыштым. Тәбиғи зыялылыҡ һәм мөмкин тиклем күбе­рәкте белергә ынтылыу, бәлки, уға әсәһе Хәтирә Ғәйнетдин ҡыҙынан бирелгәндер? Сөнки ул мөғәллимә, ауылдағы башланғыс мәктәптең мө­дире булған. Бөгөнгө йәштәр ауыл халҡы өсөн мөғәллимәнең кем булыуын күҙ алдына килтермәй кеүек. Ул – һинең өсөн кәңәшсе лә, әхирәт тә, яҡлаусы ла, тормоштоң төрлө хәлендә иң юғары абруй ҙа. Уинстон Черчилль иптәш, мәктәп уҡы­тыусылары премь­ер-министрҙар хыял ғына итә алған власҡа эйә, тип тиккә генә әйтмәгән икән. Мәшһүр инглиз шәхесе, әлбиттә, Рәсәй ысынбарлығын белмәгәс, һүҙен ашығыбыраҡ әйткән. Беҙҙә, власть түгел, уҡытыусының мәртәбәһен ҡайтарырға ине лә...
Мәхмүтовтарҙың генеалогия тармағынан йәнә бер кешене хәтергә алайыҡ. Ул — Әнәс Хөсәйен улының ола­таһына ҡусты тейешле Шәрәфетдин Йәләлетдин улы Мәхмүтов, Өфө губернаһынан III саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайланған депутат. Шәрәфетдин бабай мосолман фракцияһынан дәүләт килем һәм сығымдарының үтәлешен күҙәтеү, халыҡ мәғарифы, эшселәр мәсьәләләре буйынса комиссияларҙа эшләгән. Әйткәндәй, Мәхмүтов­тарҙың Дәүләт Думаһына юлы Шәрәфетдин Йәләлетдин улы менән генә өҙөлмәгән. Рәсәй Федерацияһының бөгөнгө Дәүләт Думаһы эшмәкәрлегендә Башҡортостан Республи­каһынан депутат булып Әнүәр Әнәс улы Мәхмүтов ҡатнаша.
Инҡилапҡа ҡәҙәрге депутат менән республикалағы иҡ­тисад фәненең аҡһаҡалы академик Мәхмүтовты йәнәш ҡуйыу, бәлки, урынһыҙҙыр, ләкин оло Мәхмүтовтың ХХ быуат башында шөғөлләнгән мәсьә­ләләр менән ака­де­миктың бөгөнгө ғилми эҙләнеүҙәре араһында яҡынлыҡ­ты күрмәү ҙә мөмкин түгел.
Әнәс Мәхмүтовтың хәрбиҙәр юлынан китеү ихтималы ла бул­ған, үҫмер сағында эш шул яҡҡа ыңғайлаған да, йә иһә бөгөн уны урмансы тип белер инек, сөнки юғары белемде Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужа­лығы факультетында алған. Мәхмүтовтарҙың ауылда ла һынатмаҫына шикләнмәҫкә мөмкин. Әнәс Хөсәйен улы­ның хәләле Асия Миңләхмәтовна ветеринар һөнәрен алғайны. Яҙмыш иһә, ауыҙлыҡҡа ыжлап та бирмәгән ат шикелле, үҙ юлынан алып китте. Хәҙерге академикка комсомолдың зәһәр мәктәбен үтергә, мәҙәниәт өлкәһендә лә хәтһеҙ тир түгергә тура килде. Фәнгә юл урау-урау булып сыҡты.
Ҡәләмдәштәрем, йән вәкиле тураһында бәйән итер булһа, штамптан арына алмай яҡланған диссертациялар, баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәр һәм, мотлаҡ рәүештә, исемдәр һәм бүләктәр тураһында һөйләүгә күсә лә китә. Уйымса, ғалимдың үҙ өлкәһендәге тырышлыҡтары уның нисә том яҙыуы менән баһаланмай, бәлки, белеме һәм фекерҙәренең, ғөмүмән, кешелек мәҙәниәтенә ни дәрәжәлә ҡушыла алыуы менән ҡәҙерле.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башы. Ябай кешенең генә тормошо йәнтәслим китмәгән, хатта тәжрибә һәм ғилем менән ҡоралланған бүтәндәр ҙә аптырауҙа ҡалған. Ошо юлдарҙың авторы ла, шул хәлдә көйө, республика етәк­селегенең ҡушыуы буйынса, яңы ижтимағи-сәйәси көндәлек гәзитте сығарыуҙы яйға һалырға маташа. Күҙе лә, теле лә асылып өлгөрмәгән баҫмаға ихлас та, исемле лә авторҙар бик-бик кәрәк. Ул арала беҙҙең мәшһүр коллегаларыбыҙ – “Советская Башкирия” гәзитендә, “Башҡорт АССР-ы иҡти­садын тотороҡландырыу һәм баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү программаһы” тигән мауыҡтырғыс атамалы документ баҫылып та сыҡты. Өлгөр ҡәләмдәштәребеҙ әлеге хеҙ­мәттең ғилми мөхәррире, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ә.Х. Мәхмүтов менән интервью-аңлатма әҙерләргә лә өлгөргән.
Күпселек аналитиктарҙың фекеренсә, уҙған быуаттың 90-сы йылдары, октябрь түңкәрелешенән, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышынан ҡала, Рәсәйҙең ХХ быуаттағы тарихында иң сәйәсиләштерелгән осор булғандыр. Яңғыҙҙан-яңғыҙ ҡалған Рәсәйҙең иҡтисады өйәнәге көсәйгән сырхау кеүек дер ҡалтырай. Был тетрәнеүҙәр, тәбиғи, Башҡортостан иҡтиса­дына ла ҡағылмай үтмәне. Ошо мәлдәрҙән һуң сирек быуат самаһы ваҡыт уҙҙы. Һәм әлеге программаның төп дәлил­дәре үҙенең көнүҙәк булыуын әле булһа һаҡлай, тип ҡә­нәғәтләнеү менән әйтә алабыҙ. Профессор Мәхмүтов һәм уның арҡаҙаштары халыҡтың “яуыз боҙоп ҡыуаныр, яҡшы төҙөп ҡыуаныр” тигән принцибын һис ҡасан да онотманы. Бола ул йылдарҙа ил хужалығын емереп ҡыуаныусылар күбәйеп киткәйнек шул.
Иҡтисадсы иһә, билдәле бер осраҡтарҙа, хирургик юл менән дауалауҙан терапевтик алымдар менән әмәлләүсе табипҡа оҡшаш.
Ваҡыт, ысындан да, осоп үтә. Иҡтисадтың үҫешкән йылдарында беҙ Мәхмүтов менән уның хеҙмәттәштәре эшләгән программаның ғәмәлдә иҡтисадты ҡотҡарып алып ҡалыу программаһы булғанлығын тотоп та ҡуйҙыҡ. Бер нисә йыл үтеүгә, республика үҫешкә йүнәлтелгән программаға ихтыяжын белде. Шулай, 1996 йылда профессор Ә.Х. Мәхмүтов нигеҙ һалған һәм тәүге ректоры булған Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Мәхмүтов етәкселегендә, “Башҡортостан Республикаһының уртаса (1996–2000 йй.) һәм оҙайлы (2005 й.) ваҡытҡа социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһы (концептуаль нигеҙҙәре)” тип аталған ғилми док­­лад донъя күрҙе. Был инде иҡтисадтағы реформаларға анализ яһауҙа яңыса ҡараш ине. Ун йыл самаһы әүәл йәнә бер хеҙмәт – “Башҡортостан-2015: үҫеш стратегияһы” хасил булды. Стратегияның үҙәк йүнәлеше – структур үҙгәртеп ҡороуҙар, инновациялар индереү аша етештереүҙе ҡоласлы модернизациялау нигеҙендә тотороҡло иҡтисади үҫешкә, кеше потенциалын файҙаланыу һөҙөмтәһен күтәреүгә йөҙ тотоу. Профессор менән уның фекерҙәштәре шуны аныҡ белә: социаль-иҡтисади прогрестың яңы стратегияһы рефор­малауҙың әүәлерәк иғлан ителгән һәм үҙәк аҡлаған алымдарын инҡар итеүҙе аңлатмай. Бөтөн был уй-фекерҙең төбөндә нимә ята һуң?
Рәсәйҙең ХХI быуатҡа килеп инеүе уның алдына циви­лизацияның йылдам үҫеүе, постиндустриаль йәмғиәттең формалашыуы сәбәпле килеп тыуған бүтән талаптар ҡуйҙы. Аңлашылалыр ки, беҙҙең реформаларҙың өсөнсө, әле бойомға ашырыла торған, этабы хәтһеҙ оҙайлы ваҡытты аласаҡ. Уның уңышлы тамамланыуы өсөн Башҡорт­остан­дың социаль-иҡтисади үҫешенең ентекләп уйланылған, фәнни йәһәттән нигеҙләнгән стретегияһы кәрәк булды ла инде.
Бойомға ашырыла торған программаларҙың төп әтнәкәһе шунда: реформаларҙың идеологияһын аныҡ билдәләүҙә, йәғни күп төрлө иҡтисад нигеҙендә социаль тәғәйенлә­нештәге баҙарға ҡарай боролоу; баҙар хужалығына яраҡ­лашҡан яңы институциональ структуралар булдырыу; рефор­маларҙың төп критерийы һәм, ғөмүмән, йәмғиәттең соци­аль-иҡтисади прогресы сифатында социаль инди­каторҙар ҡабул итеү; баҙар стихияһының үҙен үҙе көйләүе мөмкинлектәренә һуҡыр рәүештә ышаныуҙан баш тартыу, дәүләттең көйләүсе ролен самалап ҡулланыу һәм хатта уны ҡыҫҡарта барыу.
Иҡтисадсы-ғалимдарҙы беҙ, әле булһа, баҙар яҡлыларға һәм дәүләтселәргә айырабыҙ. Былай бүлгеләү, әлбиттә, шартлы, әммә миңә өлкән дуҫымды ҡайһы категорияға индереүҙәрен белеү ҡыҙыҡлы. Томана аҡылым менән фекер йөрөткәндә лә, уның баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәренең исеме үк ғалимдың ниндәй ҡарашта тороуын күрһәтә. “Баҙар иҡтисады – булһын, баҙарса йәмғиәт – кәрәкмәй!”, “Баҙар фундаментализмы һәм яһалма баҙар”, “Беҙ ниндәй дәүләт төҙөйбөҙ?” – хеҙмәттәр күп һәм улар һуңғы 10-15 йылда әҙерләп баҫтырылған. Әлеге эштәрҙең көн ҡаҙағына һуғыуы тураһында әйтеп тороуы артыҡ, ә бына ғалимдың киң белеме һәм ғәжәйеп стилистикаһы иң юғары баһаға лайыҡ. Беҙҙәге бәғзе реформаторҙарҙан айырмалы рәүештә, Ә. Х. Мәхмүтов дәүләтте баҙарҙан айырыуға, баҙар институттарын һәм баҙар мөнәсәбәттәрен абсолютлаш­тырыуға, уны йәмғиәт тормошоноң һәр өлкәһенә таратыуға эҙмә-эҙлекле ҡаршы сыға.
Трансформацион үҙгәртеп ҡороуҙар барышында яңы проблемаларҙың килеп сыға тороуы тәбиғи хәл. Фекере тос, ә ҡарашы эшлекле булған ғалим уларҙы күрмәмешкә һа­лыша алмай. Үҙенең ғилеме еткәнсе һәм мөмкин­лек­тәренә ҡарап, ул мәсьәләләрҙе өйрәнә һәм ғилми йәһәттән нигеҙ­ләнгән тәҡдимдәр индерә. Программаларҙы эшләүсе ғалим­дарҙы хәрби структураларҙағы штабистар менән са­ғыш­тырырға мөмкиндер. Хәлде стратегик киңлектә күрә һәм ваҡиғаларҙың үҫешен алдан самалай белеү хужа­лыҡтың айырым тармаҡтарының ғына түгел, бәлки, тотош республиканың эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһайҙыр.
Әнәс Хөсәйен улы менән беҙ ошо тәү ҡарамаҡҡа күңелһеҙ булған темаларға йыш һәм оҙон-оҙаҡ һөйләшәбеҙ. Шуныһы, бик күп йылдар республикалағы ижтимағи-иҡтисади процестарҙың уртаһында ҡайнаусы геройыма – 85 йәш. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа ул ифрат ауыр юғалтыуҙар кисерҙе. Үҙенең дә сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаны. Әгәр ғилми һәм ижтимағи әүҙемлеген кәметә төшһә лә, уны ғафиллыҡта һис кем ғәйепләмәҫ ине.
Ләкин ул һаман тынғы белмәй, уйлана, яҙа, уларҙы ғәмгә сығара, әйтерһең, ҡарт ғалим – еңелеп майҙанды ташлап китмәҫ баһадир. Зиһен тулы ошо башта бихисап проекттар йөрөй, күрәһең, академик дуҫы һәм яҡташы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Раил Ғүмәр улы Кузеев тарафынан бирелгән “Идеялар тыуҙырыусы” тигән рәсми исемен аҡларға һүҙ биргән.
Ғалим мөғәмәләлә ябай һәм хәҙер мин килтерәсәк сентенция ише шаяртыуҙарға ла үпкәләмәй: “Иҡтисадсы – кеҫәһендә бер тин аҡсаһы булмаһа ла, дуҫтарына шундай кәңәштәр биреүсе кеше, әгәр кәңәште тотһа, улар ҙа бер тинһеҙ ҡаласаҡ”. Мин уның төшөнкөлөккә бирелмәүенә, тормошто һөйөүенә, шулай уҡ ҡаһарманлығы һәм сабыр­лығына көнләшәм. Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов – рухи ҡиммәттәрҙе мөлкәттән юғары тотоусы Рәсәй зыялыһының иң яҡшы сифаттарын үҙендә туплаған ҙур ғалим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873