Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәсемтауға менһәң, рух күтәрелә
Үҙ ерем – алтын бишек, тип белмәй әйтмәгән ата-бабаларыбыҙ. Был һүҙҙәргә быуаттар һуҙымында йыйылған халыҡ аҡылы, аҡһаҡалдар тәжрибәһе, быуындар һөйөүе һалынған.

Сәңгелдәктән төшөп, ихаталағы хәтфә үләндә тәүге аҙымдарҙы яһау үҙе ни тора?! Бына әсәй, инә ҡоштай талпынып, һине итәгенән айыра, яғымлы һүҙе менән ҡеүәтләй, алға барырға маҡсат ҡуя... Абы­нып-һөрлөкһәң дә, эргәлә донъялағы иң ышаныслы кеше барлығын тойоп атлап китәһең... Ошонан башлана ла инде ҙур донъяға оло юлдың башы.
Бәхетлемен, тим, үҙем хаҡында. Бә­хет­лемен, сөнки аҡ биләүгә биләп, наҙлы бишек йырын көйләп, кәүҙәмде генә түгел, аҡылымды үҫтереүгә бөтә көсөн һалған әсәйем, беҙ тип өҙөлөп торған, нигеҙебеҙҙе тотҡан, һәр саҡ терәк-таяныс булған атайым бар. Бәхетлемен, сөнки тартып торор тыуған тупһам, ереккән ерем, һандуғастар көнләшерлек телем, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған районым, Рәсәй йөрәге булған Башҡорт­останым бар.
Ерҙә ожмах була торған булһа, ул – Бөрйән районында, тиҙәр. Һәм яңылыш­майҙар. Тыуған ауылым Иҫке Собхан­ғолдоң Мәсем тауын ғына алайыҡ. Мәсем ханға барып тоташа уның тарихы. Ун ике ҡанатлы аҡ тирмәләр ҡороп йәйләгән ажар башҡорт бабабыҙ булған тип һөйләйҙәр. Мәсем – райондың иң бейек түбәһе. Унда етеп йөрәгеңә ял, күңелеңә моң, рухыңа таяныс алып ҡайтыуҙары шул хәтлем һәйбәт. Быйыл йәй Мәсемгә үрләргә, быуаттар аша дандары беҙгә килеп еткән ата-бабалар юлынан йөрөр­гә, хозур тәби­ғә­тебеҙгә ҡарап күҙ ҡыуа­нысы кисерергә, рух үҫтерергә насип әйләне.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар сәбәпсе бул­ды сәфәребеҙгә. Иртә менән юлға сыҡтыҡ. Шыма түгел Мәсемгә юл – кәкер­сәк тә кәртәле. Юл буйына тирә-йүнгә һоҡланып, иртәнге хозурлыҡҡа таң ҡалып килдем – ысынлап та ожмах бит беҙҙең ерҙәр, Бабичса әйтһәң, “Хоҙай үҙе ҡыҙы­ғыр”. Ҡыҙыҡҡанға ла Бөрйән тәбиғәтен нәҡ ошолай әкиәти итеп яралтҡандыр ҙа!
Мәсемдәге һауаны һулап туйырлыҡ түгел, йәнде имләй, тойғо­ларҙы көсәйтә, тәндәрҙе зымбыр­ҙата. Ағастар ҙа ҡәҙимгесә түгел! Әллә ысынлап ожмахҡа килеп юлыҡтыммы, тип тораһың.
Ҡыҙҙар ташына юлыбыҙ ыңғай ғына бара. Ундағы ҡаялар туп-тура, баштар болотҡа олғашамы ни – шундай бейек, рәхәт! Ҡаяның иң башына менеп теләк теләһәң, ҡабул була, тиҙәр. Ошо сама ер үтеп, теләк теләмәй ҡайта буламмы – Хоҙайым ғына ҡабул итһен: еремә – бәрәкәт, телемә – ҡеүәт, Бөрйәнемә – ырыҫ, Башҡортостаныма матур һәм яҡты киләсәк бир, тип доғалар ҡылам.
Ҡоҙғон ташы ҡаяһы ла сихри матур­лығы менән арбай. Кемдеңдер тылсым­лы ҡулдары төҙөп ҡуйған бер мөһабәт бина һымаҡ ул. Еребеҙҙең өнһөҙ-тынһыҙ һаҡсылары улар, Хоҙай тарафынан бер­кетелгән таш ҡаҙыҡтары. Тын һәм ғорур рәүештә башҡорт илен, уның сайралмаҫ рухиәтен, бай тарихын сит-ят күҙҙән һаҡлап торалар...
Мәсемгә бер ынтылып менгәс, унда ҡуна ҡалмау яҙыҡ булыр ине – күмәкләп ошолай хәл итәбеҙ. Еребеҙ – йомшаҡ түшәк, урман – үҙе ете ҡат тун.
Ҡояш менән бергә тороп иртәнге та­маҡты хәстәрләйбеҙ. Үәт, еләк икән Мә­семдә, “һә” тигәнсе йыйырһың бер силәк, тип ошо ерҙә булып киткәндәр әйткәндер – шартыйы ла, турғай еләге лә түшәлеп ята...
Йәй етеү менән миллионлаған турист сит илгә ағыла. “Оҙон” аҡса түгеп, алтынға бәрәбәр ваҡытты үлтереп. Бөрйәнгә бер килгән туристар башҡаса сит ил тип сапмай, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, тим. Сөнки үҙ илең – алтын бишек. Был – хәҡиҡәт. Мәсемгә күтәрелеп, ошоға йәнә бер тө­шөндөм. Тағы ла рухым Мәсемдәй бе­йеккә олғашты. Мин был ерҙе яратырға, һаҡларға, баламдың балаһына әлегеләй бөтөн хозурлығында еткерергә бурыслы. Беләм: бының өсөн тырышып уҡырға, илеңә кәрәкле кеше булырға, илһөйәр, телһөйәр, рухлы, заманса ҡарашлы, ата-бабалар аманатына тоғро башҡорт бу­лырға кәрәк. Мин шуға ынтылам да!
Мәсемтауға менһәң, рух ҡалҡына.
Мәсем – бүләк Бөрйән халҡына.
Ожмах беҙгә бүләк иткән Хоҙай,
Уны һаҡлау – йәшәү шарты ла!




Автор: Әлиә ӘБДРӘХИМОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә