Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Барығыҙға ла рәхәт тормош насип итһен”
“Барығыҙға ла рәхәт тормош насип итһен”— Әней, ауылдаштар һинең юби­лейыңды үткәрергә йыйына икән. Минзада инәйҙе алып ҡайтығыҙ, тиҙәр...
Өфөләге ҡыҙы Фәнүнәнең йортонда йәшәп ятҡан Минзада инәй был хәбәргә башта ҡолаҡ һалманы, ә кис йоҡлап китә алмай ыҙаланды. Уйынмы ни, уның 100 йәшлек юбилейын туйларға йыйыналар бит, рәхмәт төшкөрҙәре. Әйтеүе генә анһат, бер быуат ғүмер йәшәлгән! Ә тарих менән сағыштырһаң, һис тә күп түгел дә баһа.
“Тиңдәш-йәштәштәр ауылда ғына түгел, тирә-йүндә лә ҡалманы хәҙер, мин генә шулай, бер быуат ғүмер кисергән ҡарсыҡ, һаман көн күреп ятам бит әле”. Ул шулай төрлө буталсыҡ уйҙарға сумды.
“...Әле генә Саръяз йылғаһы буйында ялан аяҡ бәпкә көтөп йөрөгән үҫмер ҡыҙ инем. Ағайҙарыма иркәлә­неп, тайҙай сабып, йылға буйын ҡыҙырҙым. Әй, үткән ғүмер...”
Үҙен хәтерләгәндән бирле уҡырға яратты ул. Тәүҙә ауылда ғәрәпсә, латинса белем алып, дүрт класты тамамланы. Эш тигәндән башҡа бер ниҙе күрергә лә, аңларға ла теләмәгән Мөхә­мәҙғәли ағай ҡыҙының ҡайҙалыр ситкә китеп уҡып йөрөүен күҙ алдына ла килтермәне. Ҙур ғаилә башлығы бала­ларының туҡлығын, муллыҡта йәшәүен тәьмин итеү маҡсаты менән ал-ял белмәй эшләне лә эшләне. “Ҡыҙ балаға уҡыу ниңә кәрәк?” тип фараз иткәндер, моғайын. Ә Минзада артабан уҡырға бик теләне. Ете йыллыҡ мәктәп 20 саҡ­рымда ятҡан Йондоҙ ауылында ғына. Минзада, ололарға эйәреп, йәйәүләп ошо мәктәпкә килә. Имтихан тотҡандан һуң V класҡа алына. Тик аҙаҡ, атаһы­ның “бай” кеше булыуы асыҡланғас, Минзаданы кире боралар. Уҡыуға ынтылыш ҡыҙҙы икенсе көҙгә Өфөгә алып килә. Груздевка пристаненән теплоход­ҡа эләгеп, аҡсаһы булмағанлыҡтан, эскәмйә аҫтында йәшенеп ятып, ҡалаға барып етә. Урыҫса һөйләшә белмәгән ҡыҙ Өфө урамдары буйлап йөрөп, мәктәп таба алмай, арып-талсығып ауылына әйләнеп ҡайта. Заманалар ауыр ине шул...
— Артабан уҡыуға өмөтөм өҙөлдө. Мин дә атай-әсәйем кеүек бар тормошомдо хеҙмәткә бәйләнем, — тип хәтерләй әбей. — 1935 йылда бергә уйнап үҫкән Хәнифкә һораттылар. Матур йәшәнек. Тупылдашып өс балам донъяға килде. “Матур пар һеҙ”, — тип һоҡлана торғайнылар. Уғаса ҡәһәрле һуғыш башланды. Өс ағайым, Хәнифем яуға китте. Көнө-төнө ауыр эш, аслыҡ, яланғаслыҡ... Етмәһә, һуғыш алдынан ғына һала башлаған йортобоҙ төҙөлөп бөтмәй ҡалды. Һыуыҡ, яғырға утын юҡ. Ике баламды — Рифем менән Зөл­фиәмде һаҡлап ҡала алманым. Йолҡоп алды әжәл уларҙы минән. Оло ҡыҙым Әлфинә генә иҫән ҡалды. Ул да, ауыр сирләп, ишетмәҫ-һөйләшмәҫкә әйлән­де. Ғүмерем буйы ошо юғалтыуҙарҙа үҙемде ғәйепләп, йөрәгем әрней. Ике ағайым һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, ә береһе ауыр яраларҙан терелә алмай мәрхүм булды. Ә Хәнифем, һуғышҡа тиклем хәрәмде ауыҙына ла алмаған аҫыл ир, боҙолоп ҡайтты. Холҡо ла үҙгәргәйне шул...
Минзада инәй, күҙҙәренән ағып төшкән бөрсөк-бөрсөк йәштәрен һөрткөләп, һүҙен дауам итте:
— Хәниф һатыусы булып эшләй баш­ла­ғас, һуғышта күргән ҡайғы-хәс­рәттәрен араҡы менән баҫырға әүәҫ­ләнде. Балалары барлығы иҫенә лә төшмәне буғай. Һуғыштан һуң тыуған балаҡайҙарым Флизәм, Рәүисем, Фәнү­нәм минең ҡарамағымда ҡалды, ә Хәниф, аҡса туҙҙырыуҙа ғәйепләнеп, төрмәгә юлыҡты. Балаларым бер бурыс­тан да ҡурҡып тормай, көстәре етер-етмәҫтән үҙем менән бер рәттән эшкә егелеп үҫте. Ауыр йылдар уларҙы сы­ныҡтырҙы, шуғалыр ҙа бөгөн һәр ҡайһыһының донъяһы әйләнеп сыҡҡы­һыҙ. Ауылда Флизәм менән Рәүисем бына тигән итеп донъя көтә. Фәнүнәм — Өфөлә, уның моңло тауышын үҙебеҙҙә генә түгел, тирә-яҡта ла яратып тың­лайҙар. Мин, әсә кеше, уларға һөйөнөп, ғорурланып йәшәйем. Ауылда, үҙебеҙ­ҙең нигеҙҙә, балалар ҙур итеп йорт төҙөп ҡуйҙы. Миңә — айырым бер бүлмә. Йәй рәхәтләнеп шунда йәшә­йем. Быйыл еләк шул тиклем күп булды — Әлфинәм менән ялан ҡыҙырып, биҙрә-биҙрә йыйып алып ҡайттыҡ. Ә ейән-ейәнсәрҙәремә, алтынҡайҙарыма, һоҡ­ланып, һөйөнөп туймайым. 13 ейә­нем, 25 бүләм, 6 бүләсәрем бар минең. Килһәләр: “Күҙеңде бөтөрөп, күп уҡыма инде, нәнәй, — тиҙәр. — Ҡул эштәреңде лә ташла, етер”. Китап, гәзит-журнал уҡымай нисек тораһың? Эшһеҙ ҙә ултырып булмай. Яратҡан һөнәрем — сигеп ҡыҙҙарыма, уларҙың әхирәттәренә бүләк яһау.
Илеш районының Ишҡар ауылында тыуып үҫеп, бөгөн күркәм юбилейын ҡаршылаған Минзада инәй Шәйҙул­линаның хыялдары яҡты, теләктәре матур. Беҙ уны тыуған көнө менән ҡотлап, бөтә уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.


Автор: Ҡәҙриә ҒӘЗИЗОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә