Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытайҙа үткән бер йыл
Ҡытайҙа үткән бер йыл “Белем ал, бының өсөн Ҡытайға барырға тура килһә лә”

(Хәҙистән).

Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәйләнеше күҙгә күренеп нығына бара. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылған. Тиҙҙән Ҡытайға Рәсәйҙән “зәңгәр яғыулыҡ” та килеп етәсәк. Мөнәсәбәттәр йылылығы былтыр ил Президентының Ҡытайға визитында ла асыҡ сағылды. Әйткәндәй, Владимир Путиндың унда БРИКС илдәре етәкселәре менән дә осрашып, донъя сәйәсәтенең иң мөһим мәсьәләләре буйынса күп яҡлы килешеүҙәргә өлгәшеүе, илебеҙ партнерҙарын Өфөлә үтәсәк осрашыуға саҡырып ҡайтыуы мөһим халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булды.
Өфө тигәндән, Башҡортостаныбыҙҙы ла Ҡытай менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Шуларҙың береһе — ике ил араһында юғары уҡыу йорттары студенттары менән алмашыу йолаһы. Беҙҙең вуздарҙа ҡытай ҡыҙҙары һәм егеттәре күренә башлаһа, былтыр, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм студенты махсус килешеү буйынса Ҡытайҙың Ляолинь университетында уҡып ҡайтты. Улар араһында роман-герман филологияһы факультетының IV курс студенты Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА ла бар ине.

— Гөлфиә, телде белмәйенсә, Ҡы­тай һынлы ергә барып төшөү ҡурҡы­ны­сыраҡ булманымы? Иң тәүге тәьҫо­рат­тарың? Ҡайҙа, ниндәй шарт­тарҙа йә­шәнегеҙ?
— Донъяға ҡарашыңды киңәйтеү өсөн белем алыуҙың төрлө юлдарын файҙа­ланыу кәрәктер тигән фекерҙәмен. “Бе­лем ал, бының өсөн хатта Ҡытайға барыу кәрәк булһа ла” тигән бер хәҙис тә бар бит, шул беҙҙең осраҡҡа тап килде лә инде. Ҡурҡыу ҙа, хәүеф тә юҡ ине күңелдә, бары ҡыҙыҡһыныу ғына: ниндәй икән ул Ҡытай? Ҙур ил, боронғо ил, серле ил... Ҡытайға барыусы төркөм тупла­ныуҙан алда уҡ факультативҡа йөрөп, ҡытай телен өйрәнә башлағайныҡ инде. Ҡытайҙан килгән Чжай Цзи исемле уҡытыусы башланғыс белемде беҙгә бик тиҙ арала үҙләштерергә ярҙам итте. Ул үҙе урыҫса бик матур һөйләшә. Икенсе­нән, сит илдәрҙә күп ваҡыт инглиз теле лә ҡыйын хәлдән ҡотҡара, шуға күрә тел-лөғәт, аңлашыу йәһәтенән әллә ни ҡыйынлыҡ булманы.
Ляолинь провинцияһының Шэньян ҡала­һында, университеттың сит ил студенттары өсөн дөйөм ятағында йәшәнек. Ҡытайҙа, ғөмүмән, сит илдән килгән сту­денттарға яҡшы мөнәсәбәт күрһә­тәләр. Ятағыбыҙҙа бөтә уңайлыҡтар бар ине: Интернет, аш бүлмәһе, душ, буфет һ.б. Бүлмәләрҙә ике­шәр кеше йәшәнек. Телә­гең булһа, спорт менән шөғөл­ләнәһең: көнсығыш алыш сән­ғәте төрҙәре буйынса секциялар, фитнес залдары эшләне. Ләкин иң мөһиме, әлбит­тә, уҡыу ине. Ляолинь университеты Ҡы­тайҙа бик ҙур уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнә. Уҡыу-уҡытыу систе­маһы беҙҙең илдәгегә оҡшаш. Беҙ, сит ил студенттары, айырым төркөмдәргә бүленеп, фәҡәт ҡытай телен генә өйрәндек, өс предмет инде: телмәр дәресе, аудио-яҙмалар буйынса эш, текстар менән эш. Төркөмдә төрлө илдәрҙән – Корея, Вьетнам, Монголия, Франция, Африка, АҠШ, Англия, Германия, Мысыр, Япониянан килгән студенттар бергә уҡыныҡ.
— Ҡытай теле өйрәнеүгә бик ауыр, тиҙәр. Иероглифтарҙағы бер һыҙыҡса, нисек ҡуйылыуына ҡарап, әллә нисә хәреф йә мәғәнә аңлата, тип уҡығаным бар, шулаймы?
— Шулай, ләкин тырышҡанда бер йыл эсендә лә күп нәмәгә өйрәнергә була. Бер иероглиф, ижеккә төшкән баҫым йә, һеҙ әйтмешләй, һыҙыҡсалар һүрәтләнешенә ҡарап, әллә күпме мәғәнә аңлата. Өйрәнә башлағанда аңлатҡан мәғәнәһенә бәйле, иероглиф һүрәтләнешен ассоциатив күҙаллауҙар ярҙамында иҫтә ҡалдырыу, минеңсә, һөҙөмтәлерәк.
— Урындағы халыҡ ситтән килгән студенттарға ниндәй мөнәсәбәттә? Улар менән яҡындан аралашырға тура килдеме? Халыҡ нисек йәшәй унда?
— Бик һәйбәт, асыҡ күңелле, ихлас, ярҙамсыл халыҡ икән ҡытайҙар. Мин телмәр үҫтереү маҡсатында, улар менән яҡынданыраҡ аралашыу өсөн, баҙарға сыға инем. Әйткәндәй, йәшелсә, емеш-еләкте нигеҙҙә баҙарҙан һатып алдым. Шул саҡ һатыусылар менән аралашырға ла форсат тыуа.
Шэньян — бик ҙур ҡала, унда 7 миллиондан ашыу кеше йәшәй. 30-ҙан ашыу юғары уҡыу йорто һәм колледж бар, шуға күрә студенттар күп. Ҡалала “China Auto” автомобилдәр эшләү компанияһы бил­дәлелек яулаған, тағы ла резина-техник изделиелар, быяла етештереү, химия сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән, шун­лыҡ­тан унда халыҡтың төп өлөшөн эшсе­ләр синыфы биләп тора. Халыҡ һәйбәт йә­шәй тиһәм дә, беҙҙәге шикелле төрлөһө бар инде. Ҡаланың ярлы ғына кварталдарын да күрергә тура килде, шул уҡ ваҡытта үҫешкән, заманса мегаполис тип әйтерлек күренештәре лә һоҡландырҙы.
— Ундағы туҡланыу йолалары хаҡында ниҙәр әйтерһең? Беҙҙәгенән бик ныҡ айырмаһы бар — өйрәнеүе ҡыйын түгелме?
— Тәүҙә ҡыйыныраҡ булды инде: гел дөгө лә дөгө. Уны төрлөләндереп ит, диңгеҙ ризыҡтары, йәшелсә һәм һәр төрлө соус менән бирәләр. Ә мин һөт ризыҡтары яратам. Беҙҙең һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡтарҙы унда төштә генә күрәһең. Консерваланған һөт булһа ла, беҙ өйрәнгән башҡа һөт ризыҡтары юҡ унда. Сыр сит илдәрҙән килтерелә һәм бик ҡиммәт. Әлеге шул баҙарҙан йәшелсә, еләк-емеш һатып алып, күберәк ятаҡта үҙебеҙ әҙерләп тә туҡланырға тура килде. Туҡланыу тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡытай сәйе хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтмәй булмай. Әлбиттә, Ҡытай борон-борондан сәйе менән дә дан тота, быны беләбеҙ. Ә уның күп төрлө сорттары барлығын Ҡытайҙа үҙем күреп белдем: йәшел (люй ча), ҡыҙыл (беҙҙеңсә ҡара, хун ча), аҡ (бай ча), һары (хуан ча), пуэр (хэй ча), улун-улун тигән сәй төрҙәре бар. Бик ҙур сәй баҙарҙары, бәләкәй генә сәй кибеттәре, сәйханалар күп. Сәй һатып алырға инһәң, унан тиҙ генә сығып китермен, тимә. Һине күптәнге танышылай күреп, яҡты йөҙ менән йылы итеп ҡаршылайҙар. Әйҙүкләп, сәй эсергә ултырталар. Бәләкәй генә кәсәләргә яһап, төрлө-төрлө сорттарын тәмләтәләр. Был осраҡта сәйҙән баш тартып сығып китеү уңайһыҙ. Тәмләп ҡарап, тотош сәй цере­монияһына тамаша ҡылғас ҡына һатып алаһың, юғиһә алған сәйең оҡшамауы ла бар. Мәҫәлән, пуэр күптәргә оҡшай, мин үҙем дә уны яраттым, ә бына әсәйемә йәшел, ҡыҙыл сәй нығыраҡ оҡшаны. Ә бит пуэр иң ҡиммәтле сәй иҫәпләнә, сөнки ул пресланған килеш оҙаҡ ваҡыт ферментланып һаҡлауҙа ята. Ни тиклем оҙаҡ һаҡланһа, шул тиклем баһаһы юғарыраҡ була.
— Гөлфиә, буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрҙегеҙ? Ниндәй ҡалаларҙа бул­дығыҙ? Пекинды, Ҡытай стенаһын барып күрергә форсат тыуҙымы?
— Буш ваҡыттарҙы мөмкин тиклем файҙалыраҡ итеп үткәрергә тырыштыҡ. Күбеһенсә Шэньян һәм башҡа ҡалаларға экскурсияға йөрөнөк, донъяға билдәле тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡыларын ҡараныҡ. Пекин, Шанхай ҡалалары ха­ҡында ентекләп һөйләп тормайым инде, ваҡыт күп кәрәк, ә бына миндә онотолмаҫ тәьҫораттар тыуҙырған бөйөк артылыш — Хуан Шань тауҙарына менеүебеҙ хаҡында әйтеп китәйем. Һүҙмә-һүҙ тәржемәлә ул “Һары тауҙар” тигәнде аңлата. Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә Шанхайҙан 300 саҡрым ерҙә урынлашҡан көньяҡ-көнбайыштараҡ ят­ҡан тауҙар теҙмәһе. 77 түбәһенең бейеклеге 1000 метрҙан юғарыраҡ. Был тауҙар теҙмәһе Ҡытайҙың милли паркы һәм кеше иң күп килеүсе туристар төйәге иҫәпләнә. Болоттарҙан аша түбә сөйгән Хуан Шань тауҙарына үрләүе бер ҙә еңел түгел, хатта хәүефле лә, сөнки унда күтәрелә торған баҫҡыстар (шундағы таштарҙан киҫеп, шымартып та, ағастарҙан да яһалған) урыны менән вертикаль рәүештә тора. Әле иҫем китә: мин, ғүмер буйы бейеклектән ҡурҡҡан ҡала ҡыҙы, нисек унда мендем икән?! Ә бит баҫҡыстар тап-тар, уның осо-ҡырыйы юҡ: төрлө рәүештә, төрлө бейеклектә, ағас баҫмалары һелкенеп торған урындары ла бар, ә аҫҡа ҡараһаң... тәндәр зымбырҙап китә, иң һәйбәте — артҡа ла боролмаҫҡа, аҫҡа ла ҡарамаҫҡа, фәҡәт өҫкә үрмә­ләргә... Ә матурлығы! Ошо ҡая таштарҙа беҙҙең ҡарағай, ҡарағастарға оҡшаш ағастар тырышып-тырмашып үҫеп ултыра, тап улар быуаттар буйы ҡытай рәссамдары менән шағирҙарына илһам сығанағы булып хеҙмәт иткән дә инде. Осло таш-ҡаялар араһында сыйырсыҡ ояларына оҡшап ултырған бәләкәй, йыйнаҡ ҡына өйҙәр — ҡунаҡханалар ҙа осрай. Иң башта 10 минут самаһы канат юлдан күтәрелгәнде иҫәпләмәһәң, Хуан Шань тауы түбәһенә күтәрелеү өсөн дүрт сәғәт тирәһе ваҡыт китә. Был тауҙарға менеп төшөү һәр бер ҡытай өсөн оло мәртәбә иҫәпләнә. Беҙҙә лә бит Ирәмәлгә артылыу — маҡтауға лайыҡ ғәмәл, шуның кеүек.
Бөйөк Ҡытай стенаһында булыу ҙа һоҡланғыс тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда ла бейек баҫҡыстар буйлап менергә йә түбән төшөргә тура килә, төрлө урындары бар. Оҙонлоғо 21 мең километрҙан ашыу, шуға ла уны тиҙ генә иңләп сығыу мөмкин дә түгел, ләкин арҡаларына палаткалар, аҙыҡ-түлек менән тулы рюкзактар артмаҡлаған ҡайһы бер туристар стенаның икенсе осона тиклем барып етеү маҡсаты ҡуйып сыҡҡан һәм юлдарын дауам итә... Иң ғәжәпкә ҡал­дырғаны шул булды: Хуан Шань ҡая­­ларына баҫҡыстарҙы, Ҡытай сте­на­һын төҙөүселәрҙең хеҙмәт ҡаһар­ман­лығы. Быны башҡаса атау мөмкин дә түгелдер. Юҡҡамы ни Ҡытай стенаһы миллиондарҙың һөйәктәре өҫтөндә төҙөл­гән тигән әйтем бар.
— Ә Таиландҡа нисек барып сыҡ­тығыҙ?
— Декабрь аҙағында тәүге семестрҙы тамамлап, имтихандар биргәс, Яңы йыл каникулы башланды. Ул кәм тигәндә ай ярымға һуҙыла. Өйгә ҡайтып килергә лә була, тик был бик ҙур сығым талап итә. Ятаҡта ла ятып булмай бит инде. Бер бүлмәлә йәшәгән дуҫ ҡыҙым менән кәңәшләштек тә, былтыр унда ял итеп ҡайтҡан ирле-ҡатынлы студенттар Юлия менән Вячеславҡа эйәреп, курорт утрауы иҫәпләнгән Самуи утрауына (Таиланд провинцияһының бер өлөшө, Тымыҡ океандың Сиам ҡултығында урын­лашҡан) сәфәргә сыҡтыҡ. Таиландтың баш ҡалаһы Бангкоктан 700 километрҙа ятҡан был утрауға барып етеүе бик еңелдән булмаһа ла (самолетта, унан 12 сәғәт буйына автобуста, аҙаҡ паромда, унан тағы ла автобус­та), бер ҙә үкенергә тура килмәне. Утрау әкиәт донъяһылай матур, серле, тыныс урын булып сыҡты. Туристар ҙа әллә ни күп түгел, урындағы халыҡ ярҙамсыл, изгелекле. Ул саҡ Таиландтың үҙендә, бигерәк тә Бангкокта сәйәси хәл ҡатмарлы ине, забастовкалар бара, юлдарҙы ябалар. Ә Тымыҡ диңгеҙ буйындағы беҙҙең утрауҙа, әйтерһең дә, ожмахтың үҙе. Халҡы изгелекле, тик әйтеүемдең ғилләһе лә барҙыр инде: унда аҙым һайын мини-ҡорамдарҙы осратырға була. Улар хатта һәр бер йорт алдында ла төҙөп ҡуйылған. Алтын Будда, аждаһа-йылан фигуралары ла матурлап буялған, уларҙы ҡәҙерләп, ҡарап ҡына торалар.
— Гөлфиә, киләсәктә ҡытай телен белеүҙең файҙаһы тейер тип уйлай­һыңмы? Ғөмүмән, артабан, уҡыу­ҙы тамамлағас, ошо йүнәлештә эшләр­гә хыялың бармы?
— Хыялдар күп инде ул, ләкин мин был турала әлегә һөйләмәй торам, сөнки тәүҙә яҡшы итеп уҡыуҙы тамамларға кәрәк. Ә телдәр белеү бөгөн бер кемгә лә ҡамасауламай. Әйтәләр бит: күпме тел беләһең, һин шул ҡәҙәрем байыраҡһың, тип. Ҡайһы илгә барһаң да, шундағы ха­лыҡтар телен өйрәнеү кешегә урын­дағыларҙың ихтирамын яуларға ярҙам итә, аралашыуҙы ихласыраҡ, ышаныслы­раҡ йүнәлешкә көйләй. Күп телдәр белеүҙең файҙаһын мин тап шунда күрәм дә.
...Ул йылды сентябрь аҙағында тәүге ҡар яуҙы. Көн йонсоу, болотло, етмәһә — йәкшәмбе. Бала табыу йортонан сабыйын алырға барған атай кеше урамда һәр үткән машинаға ҡул күтәрә. Тик береһе лә туҡтамай, үҙ юлдарына ашыға. Инде ни эшләргә белмәй торған Хәбир Мөхәмәтшин янына бер иҫке генә “Жигули” килеп туҡтай. Ҡараһа, рулдә сит милләт кешеһе ултыра. Нисек етте шулай аңлатып, бала табыу йортона килеп, сабыйы менән ҡатынын, хеҙмәттәшебеҙ Фәүзиә Мөхәмәтшинаны, өйгә алып ҡайталар. Юлда бер-береһе менән һөйләшергә тырышыуҙан шул аңлашыла: машина хужаһы ҡытай милләтенән икән. Фатирға инеп, сәй эсергә саҡырыуҙан да баш тарта ул. Сәғәтенә күрһәтеп, ваҡыты тар булыуына һылтанып, ашығыуын белдерә. Үҙе башын эйә-эйә, ҡат-ҡат рәхмәт әйтә.
Донъяға килеүенең тәүге көндәренән үк яҙмышы уны шулай ҡытай кешеһе менән осраштыра. Берәй ваҡыт, байтаҡ йылдар үткәс, студент ҡыҙ үҙе ошо изгелекле ҡытай кешеһенең тыуған иленә барыр тип кем уйлаған ул саҡта?! Донъяла ана шундай мөғжизәле тап килеүҙәр ҙә осрай. Ҡытайҙа бер йыл йәшәп, бөтөнләй икенсе мөхиттә булып, башҡа милләт халыҡтарының көнкүреше менән танышып, белем эстәп ҡайтҡан Гөлфиәнең архивында иҫ китмәле матур фотолар бар. Бөгөн “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға ла гүзәл илдең күренештәрен тәҡдим итә ул.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873