Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөрөҫ йәшәү юлы – ғаиләлә
Дөрөҫ йәшәү юлы – ғаиләлә “Бала күңеле – әсәлә, әсә күңеле – далала”. Хәҙер ҡайһы саҡта халыҡтағы билдәле әйтемде ошолай үҙгәртеүгә нигеҙ бар шул. Етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар артҡандан-арта. Һөйөнөскә күрә, яҙмыш ҡосағына ташланғандар дәүләт тарафынан яҡлау таба, хәстәрлек төрлө заманса алымдар аша тормошҡа ашырыла.
Билдәле, бер башланғыс та тиҙ арала хайран ҡалмалы һөҙөмтә бирә алмай. Мәсьәләнең һәр ваҡыт ике яғы була, ул төрлө һорау тыуҙыра, ҡыҙыу бәхәстәргә дусар итә. Етемдәрҙе төрлө алымдар буйынса тәрбиәләү йәһәтенән дә йәмғиәттә фекер айырмалығы бар. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Патронат тәрбиәме, әллә...” (авторы – В. Исхаҡов), “Яратмаһаң, уҡытма” (авторы – Г. Әхмәтҡужина) исемле мәҡәләләр заманса тәрбиә алымдары хаҡында төрлөсә уйланырға мәжбүр итте. Ошо яҙмаларҙа күтәрелгән мәсьәләләр буйынса Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-cе республика балалар йорто коллективы, белгестәрҙе туплап, асыҡ һөйләшеү уҙғарҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” тапшырыуы тибында ойошторолған сарала республиканың Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге етәксеһе Таңһылыу Һөйөндөкова, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендәге опека бүлегенең баш белгесе Зөлфиә Бәхтийәрова, 1-cе балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова, уның урынбаҫарҙары Зөлфиә Насертдинова, Зәмбилә Нәзирова, учреждениелағы патронат хеҙмәт етәксеһе, социаль педагог Эльвира Ғайсина, педагог-психолог Динә Ҡәҙербаева, педагог Марат Ғилманов, “Башҡортостан” гәзитенән Венер Исхаҡов, Лариса Абдуллина, патронат тәрбиәселәр – Өфөнән Фәйрүзә Ғәниева, Дәүләкән районынан Наилә һәм Вәрис Сәхиповтар – ҡатнашты.

Дөрөҫ йәшәү юлы – ғаиләләБалалар йорто хеҙмәткәрҙәре тәүҙә бындағы ифрат бай мәғлү­мәтле музей, тәрбиәләнеү­се­ләр­ҙең йәшәү шарттары менән та­ныштырҙы. Аслыҡ-ялан­ғас­лыҡ мәлендә, 1921 йылда, асыл­ған учреждениеның р­ес­пуб­­лика­ның социаль тормошонда тотҡан өлө­шө баһалап бөткөһөҙ. Әлбит­тә, заман менән бергә тәрбиә усағының йөҙө үҙгәрә, әммә коллектив йылдар дауамында һа­лын­ған йола­ларға, изге маҡ­сат­тарға тоғролоҡ юлынан тайпылмай.
– Замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, камиллыҡҡа ынты­лабыҙ, – ти етәксе Фәнисә Малик ҡыҙы. – Беҙҙең балалар йортон­да тәжрибә майҙансығы урын­лаш­ҡан. “Һәләтле балалар” прог­раммаһы буйынса эшләүе­беҙ ҙә ыңғай һөҙөмтәгә ҙур өлөш индерә. Тәрбиә­ләнеүсе­ләре­беҙ­ҙең белем алыуын төрлө юғары уҡыу йорттарында дауам итеүен күреү – беҙҙең өсөн айырыуса ҙур ҡыуаныс. Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан бала­ла­рыбыҙҙы онот­майбыҙ, һәр аҙым­дарын тикшереп, ҡыҙыҡһынып, кәрәк сағында ярҙам итеп торабыҙ. Уларҙың дәүләт тарафынан яҡланған, һаҡланған булыуы һөйөнөслө.
Тәрбиәләнеүселәребеҙ яҡын­да­ғы 99-сы мәктәптә уҡый. Төш­тән һуң үҙебеҙҙәге түңә­рәктәрҙә шөғөлләнәләр, бер минут та буш ваҡыттары юҡ. Ләкин, нисек кенә тырышһаҡ та, балаларға ата-әсә наҙы етешмәй...
Асыҡ һөйләшеү тап шул ғаилә йылыһының мөһимлегенә арналды.
...Ҡосағыңдан айырғанда
Иламаныңмы, әсәй?
Уйланыңмы әллә һин
Кәрәкмәй тип был бәпәй?
Уйланыңмы, әсәкәйем,
Табырмын, тип бер бала?
Күкрәк һөтөнән айырып,
Ҡалдырырмын далала?..
Балалар йорто педагогы Ма­рат Ғилмановтың ошо шиғыр юлдарына һалынған йөрәк ауа­зы тамашасыларҙы тетрән­де­реп, күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө. Яҙмыш ҡосағына ташланған йәш быуын вәкиле. Кем һуң һин? Йәлләүгә мохтаж йән эйәһеме, әллә ҡырыҫлыҡтан ҡырҡылмаҫ ҡаһарманмы? Ни генә тимә, дәү­лә­тебеҙ етемде ата-әсәле тиң­дәш­тәренән айырырға ярама­уын, уның йәшәргә, тиңдәш­тәре ме­нән берҙәй белем-тәрбиә алырға хоҡуғы барлығын раҫлай һәм был маҡсатты тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ эш алып бара. 2002 йылда ғәмәлгә ингән патронат тәрбиә тураһындағы закон башланғысҡа яңы этәргес бирҙе. Асыҡ һөйләшеүҙә иң тәүҙә ошо алымға асыҡлыҡ индерелде.
– Йәш быуын вәкиленең ғаи­ләлә йәшәргә тейешлеге – бө­гөнгө балалар йорттарының төп маҡсаттарының береһе, – тип башланы һүҙен патронат хеҙмәт етәксеһе Эльвира Ғай­сина. – Ошо ниәтте тормошҡа ашырыу йәһәтенән беҙ ҙә ныҡлы эш алып барабыҙ. Үҙебеҙҙә тәрбиәләнгән баланы алырлыҡ патронат ата-әсә барлыҡҡа килде икән, ярты коллектив тиерлек ошо ғаиләгә күскәндәй була. Урындағы хаки­миәт, ауыл Советы, мәктәп, дауа­хана, поликлиника һәм башҡа учреждениелар менән тығыҙ бәй­ләнеш ойошторола. Баланың кәйефен, был ергә ылығыуын, ундағы шарттарҙы контролдә тотоу маҡсатында тәүҙә патронат ғаиләгә квартал һайын, унан йылына ике тапҡыр барабыҙ. Өҫтәүенә ата-әсә ме­нән­ телефондан даими һөйлә­шә­беҙ, фекер алышабыҙ, кәңәш бирәбеҙ­. Әгәр патронат ғаиләгә барған саҡта баланың кәйе­фендә, үҙ-үҙен тотошонда нин­дәйҙер шик барлыҡҡа килә икән, уны асыҡ­лау сараһы күрелә. Үҙгәрештең сәбәптәрен урында билдәләп булмаһа, ҡалаға алып килеп, төрлөсә диагностика уҙғарыла. Дөйөм алғанда, ғаи­ләгә бирелеү менән бала яңғыҙ ҡалмай, һәр аҙымы күҙәтеүгә алына.
Ә тәрбиәгә бала алырға уйла­ған ғаилә ҡайҙа мөрәжәғәт итер­гә тейеш? Уның быға мөм­кин­леге барлығы нисек асыҡ­лана? Был һорауҙарға Ҡыр­мыҫҡалы райо­ны хакимиәтендәге опека бү­легенең баш белгесе Зөлфиә Бәхтийәрова яуап бирҙе.
– Тәрбиәгә бала алырға телә­гән ғаиләләр һуңғы йылдарҙа айырыуса күбәйҙе. Улар тәү сиратта урындағы хакимиәттең опе­ка бүлегенә мөрәжәғәт итергә тейеш, – тине Зөлфиә Ми­нислам ҡыҙы. – Был ғаиләне исемлектә теркәп ҡуябыҙ. Ләкин баланы һәр кемгә биреп булмай. Районда бит барлыҡ кеше бер-береһенең күҙ алдында: ғаи­лә­нең йәшәйешен, ҡылыҡ-фиғелен ныҡлап өйрәнәбеҙ. Артабан ҡу­йылған шарттарға тап килгән ата-әсәне уҡырға ебәрәбеҙ. Улар менән психологтар шөғөл­ләнеп, бала алырға теләгән­дәр­гә аныҡ ҡылыҡһырлама бирә. Ошо эштәр уңай һөҙөмтә биргән хәлдә, документ (улар 20-нән ашыу) йыйыу эше башлана. Һу­ңынан опека бүлеге йомғаҡлау ҡарары сығара. Әлбиттә, үте­несте кире ҡағыу осраҡтары ла була. Тәрбиәгә бала алырға рөх­сәт бирелгән һуңғы документҡа хакимиәт башлығы урынбаҫары ҡултамғаһын ҡуя.
Республиканың Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала­ларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге етәксеһе Таңһылыу Һөйөн­дөкованың өҫтәмә мәғлүмәте буйынса, 2014 йылда ошондай махсус әҙерлек курстарын 842 кеше үткән, уларҙың 432-һенә генә тәрбиәгә бала алыуға рөхсәт бирелгән.
Тимәк, барыһы ла үлсәнә, еңел-елпе генә башҡарылмай. Ә баланы ғаиләлә бирергә ынты­лыш­тың төп сәбәбе ниҙә һуң? Шул уҡ тәрбиәне балалар йортонда алып булмаймы? Был һорауға учреждениеның етәк­сеһе Фәнисә Бәҙретдинова яуап бирҙе.
– Етемдәр донъяһында ҡай­наған һайын һорауҙар ҙа күбәйә, – тине ул. – Әйтәйек, әсәйҙең образын күрмәйенсә, әсәй булып булмай. Тимәк, йәш быуын балалар йортонда ғына тәрбиәләнеп, ғаиләнең нисек ҡоролорға, унда ниндәй мөнәсәбәттәр өҫтөнлөк итергә тейешлеген аңлай ал­мая­саҡ. Һыуға төшмәйенсә, йө­ҙөргә өйрәнеп булмай бит. Шу­ның шикелле яҡты киләсәк ҡорор өсөн бала фәҡәт ғаиләлә тәрбиәләнергә, йәшәргә, эшләр­гә тейеш. Ә инде “Патронат тәр­биәме, әллә...” тигән мәҡәләләге ҡыҙға килгәндә, уның кеүек таң­дан тороп мин дә бәпкә көттөм. Ҡояшта янмаҫ өсөн, бәлки, шундай уҡ оҙон, төҫө уңған күлдәк тә кейеп сыҡҡанмындыр. “Яҡшы әйберең – һәйбәткә, аламаһы эшкә кәрәк” тигән һүҙҙәр элек-электән килә бит.
Фәнисә Малик ҡыҙының әйт­кән­дәрен Дәүләкән районынан килгән Сәхиповтар ҙа ҡеүәтләне.
– Мин һигеҙ балалы ишле ғаиләлә буй еткерҙем, – тине ху­жабикә. – Эшкә өйрәтеп үҫтер­гәндәре өсөн әле лә таң һайын атай-әсәйемә рәхмәт әйтеп уя­нам. Хеҙмәттең әҙәм балаһына бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ, ул бит үҙең өсөн. Патронат тәрбиәгә алған өс улыбыҙҙы ла эшкә өйрәтергә тырышабыҙ. “Хеҙмәт – бәхет бит ул”, – тип әйтә киләбеҙ. Иншаллаһ, балаларым үҫеп, беҙҙән айырылып сыҡҡан ваҡытта ла тормошта баҙап ҡалмаҫ тип ышанабыҙ, сөнки улар эш белеп үҫә.
1-се балалар йортоноң 32 тәр­биәләнеүсеһе патронат ғаиләгә бирелгән. Ошондай әсәләрҙең береһе Фәйрүзә Ғәниева был социаль учреждение менән алты йыл хеҙмәттәшлек итә.
– Арыҫланды шунда уҡ үҙе­беҙҙеке кеүек ҡабул иттек, – ти ул. – Әлбиттә, ауырлыҡтар бик күп булды. Үҫеше тейешле кимәлдә булмаған малай менән дауаханала йыш ятырға тура килде. Үҙ ғаиләмде ситкә ҡуйып тиерлек, төп эшемдән китеп, тормошомдо ошо малайға арнаным. Ауырлыҡтарҙы 1-се балалар йортондағы патронат хеҙмәте менән бергә еңеп сыҡтыҡ. Ҙур рәхмәт уларға! Ике йыл элек “Бәйләнештә” сайтын­да Арыҫлан хаҡында мәғлүмәт, уның фотоларын ҡуйғайным, туғандары табыла башланы. Былтыр әсәһе менән дә осраштыҡ...
Фәйрүзә Рафаэль ҡыҙы былтыр сираттағы ҡаһармандарса аҙымын яһаған – балалар йортонан йәнә бер ҡыҙҙы ғаиләһенә һыйындырған.
Патронат тәрбиәнең тағы бер яғы бар: бала ҡан туғандары ме­нән аралашып йәшәргә тейеш. Учреждениела был шартты тор­мошҡа ашырыуға ныҡлы иғти­бар бүленә. Дәүләкән ра­йо­­ны­нан Сәхиповтар ҙа, мәҫәлән, тәр­биәгә алған өс улының ата-әсәһе менән осрашырға ниәтләй.
– Ғөмүмән, барлыҡ маҡса­тыбыҙ балаларҙы ғаиләле итеү­гә йүнәлтелгән, – тине директор Фәнисә Бәҙретдинова. – Эштең һөҙөмтәһе бар. Мәҫәлән, ун йыл элек беҙҙә 120-130 бала ине, хәҙер 55-кә ҡалды.
1-се балалар йорто коллекти­вы патронат тәрбиәнең үҙен­сә­лектәрен аңлатыу, был алым­ды киң йәйелдереү буйынса мат­бу­ғат баҫмалары менән киң хеҙ­мәт­тәшлек булдырыу, “Баш­ҡорт­остан” гәзитендә был йә­һәттән берәй дөйөм рубрика асыу мөһимлеген белдерҙе.
– Мәҡәлә кешелә ниндәйҙер фекер уятҡан, ҡорға йыйылырға мәжбүр иткән икән, был журна­листың уңышы, уның ҡәләменең үткерлеге хаҡында һөйләй, – тине улар. – Мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеүгә ошондай мөм­кинлек тыуҙырғанығыҙ, етем­дәрҙең тормошона битараф булмағанығыҙ өсөн һеҙгә, Венер Айҙар улы, ҙур рәхмәт! Тимәк, патронат тәрбиә­не камиллаштырыу буйынса баш­ҡара­һы эш күп әле.
Сара балалар йортоноң рес­пуб­лика ғына түгел, Рәсәй ки­мә­лендә танылыу яулаған ан­­самблдәренең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Йәш сәхнә оҫталары төрлө халыҡ бейеү­ҙәрен оҫта башҡарыуы, ихлас­лы­ғы менән хайран итте. Тама­­шасылар шулай уҡ шағирә Лариса Абдуллинаның йөрәк түренән урғылып сыҡҡан ижад емештәрен яратып тыңланы. Күңе­­ленә Дәүләкән еренең сих­ри көсө күсеп өлгөргәнме, әллә ҡандан киләме: Сәхиповтарҙың өлкән улдары Динис шиғыр яҙа икән. Ул бәхет, яҡты хыял ха­ҡын­дағы йөрәк емешен уҡы­ғанда патронат тәрбиәгә алған әсәһе күҙ йәштәрен тыя алманы...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872