Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Осҡон ғына кәрәк”
“Осҡон ғына кәрәк” Был яҡтарҙа фермерҙар күп. Заманында нәҡ ошо тарафтарҙа илдә тәү башлап колхоз-совхоздарҙы таратып, ер пайҙарын ғына түгел, мөлкәтте лә өләшкәндәр. Шуға ла байтаҡ шәхси эшҡыуарҙар аяғына ныҡлы баҫып киткән, хужалығын нығытҡан.

Рәмил Аҙнаев иһә фермерлыҡҡа 2001 йылда тотона. Үҙе әйтмешләй, “нул”дән башлай. Тәүҙән үк эш итеү юлын, маҡсатын малсылыҡта күрә.
– Һыйыр һәм, гонаһ булһа ла, “ҡаты морондар” тотоуҙан башланым, — ти Рәмил Миңлеғәлим улы. — Ул саҡта сусҡасылыҡ табышлы ине, эште алып китергә тәүге капитал да кәрәк бит. Аҙаҡ инде һыйыр малына ғына күстек...
Рәмил Аҙнаев тәүҙә һигеҙ һыйыр аҫрай. Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра тигән әйтем менән һис килешмәй ул. “Һигеҙе лә һимеҙ булһын, — тип көлә. — Шул осраҡта хужалығың нығынасаҡ...”
Мал менән шөғөлләнеүгә ҡатыны Ғәлиә тәүҙә бигүк риза булмай. Һаулығыңды һаҡла, ауыр бит, ти. Һуңынан инде күнә, уҡытыусы булып эшләһә лә, малын да ҡараша, һөтөн дә һауып тапшыра.
Беҙ барған саҡта Рәмил яңы “Т-150” тракторы алырға китергә тора ине.
– Яңы яңы булыр әле, иҫкеһенә лә күп сығым кәрәк, — ти фермер. — Яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе бәкәлгә һуға. Беләһеңме, баҫыу эштәре осоронда көнөнә 15 меңлек заправкаларға кәрәк...
Аҙнаев бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған хужаларҙан иҫәпләнә. Тәүҙә 10 кешенең пай ерен ҡуртымға алған, һуңғараҡ тағы 10-ды. Бер пайға 12 гектар ер тура килә.
Халыҡ уға ышана. Аҡтин ауылында башҡа фермер юҡ. Быйыл 42 кеше пай ерҙәрен Аҙнаевҡа бирергә риза булған. Шулай итеп, Рәмилдең һөрөнтө ере генә лә мең гектар самаһы иҫәпләнә. Был яҡтарҙа бойҙайҙың сифаты яҡшы, шуға фермер ошо культураға иғтибарҙы арттырмаҡсы.
Ғәҙәттә, әңгәмәсенән пландары тураһында һорайһың. Рәмил Миңлеғәлим улынан һорарға кәрәкмәне лә, үҙе күңелен асып һалды:
– Аҡтин — боронғо башҡорт ауылы. Заманында Сәғит Агиштың атаһы имам булған, мәсете лә гөрләп торған. Хәҙер йәштәр китә. Өйләнмәгән егеттәр күп. Кисә генә берәүһенә димсе булып барҙым. Эх, ауылды кире күтәреп ебәрергә ине! Ә былай халыҡ тырыш, татыу беҙҙә, аҙ ғына осҡон кәрәк...
“Осҡон кәрәк”. Был һүҙҙәр тыуған яғы өсөн янған ир-азаматтың ғына күкрәк тәңгәленән сығалыр. Аҙнаев иһә – нәҡ шундайҙарҙан. Тап уның һымаҡтар иңендә бит бөгөн еребеҙ, илебеҙ яҙмышы ла...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә