Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ер пайҙарын дәүләт һатып алырға тейеш”
“Ер пайҙарын дәүләт һатып алырға тейеш” Һуңғы осорҙа үҙебеҙҙең крәҫтиәнгә йөҙ менән борола башланылар, ғөмүмән, уға төрлө яҡлап иғтибар артты. Ниһайәт, тип әйтәйекме, ситтән аҙыҡ-түлек индереү отошлораҡ тигән фекерҙән арынып, үҙебеҙ үҫтергән яҡшыраҡ икәнлеген аңланыҡ. Ләкин шуныһы бәхәсһеҙ: Рәсәйҙә ер мәсьәләһе тулыһынса аныҡланмайынса, ауыл хужалығында бер генә проблема ла хәл ителмәйәсәк. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы, профессор Ғарифулла ЯПАРОВ менән һөйләшеү – ошо турала.

— Ғарифулла Хәбибулла улы, Рәсәйҙә ер мәсьәләһе Гамлетса һорау ҡуя: беҙҙең крәҫтиәнгә ерле булыр­ғамы, әллә булмаҫҡамы?
— Дәүләттең йәшәй алыуы туранан-тура ергә һәм ундағы халыҡҡа бәйле. Ер ресурстары менән тәьмин итеү, уны бәрәкәтле файҙаланыу иҡтисади яҡтан да, сәйәси йәһәттән дә йәмғиәт етеште­реүсәнлеге үҫешенең төп факторы булып тора. Бына уйлап ҡарайыҡ: кеше аҙыҡтың 88 процентын ерҙә үҫтерелгән уңыштан ала. Әгәр ҙә инде көтөүлектәрҙә, болон­дарҙа утлаған малдан килгән ит, һөт ризыҡтарын да ҡушһаң, был һан 98 процентҡа барып етә. Шуны ла онотмайыҡ: бөгөн Ер шарында йәшәгән 7 миллиард кешенең миллиарды асыға, ә 2 миллиарды туйып бөтмәй. Аслыҡ планетаның айырым ҡитғаларында ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Был ҡот осҡос.
— Рәсәйгә ҡайтайыҡ. Бынан ике тиҫтә йылдан ашыу элек булғанын емереп, аграр өлкәлә яңы реформа башлаусылар колхоз-совхоздарҙы бөтө­рөүҙе генә маҡсат итеп ҡуйҙы һымаҡ. Үҙебеҙҙең трактор-машина парктарын таратып, фермаларҙың күбеһен малдан бушаттылар ҙа йөҙҙө океан аръяғына, Көнбайышҡа табан борҙолар. Етмәһә, крәҫтиәндән көлгәндәй, Рәсәйҙең ауыл хужалығын “ҡара соҡор”ға тиңләнеләр. Күпме һалһаң да тулмай, йәнәһе...
— Ғүмерҙә булмаған хәл: беҙҙең ил аҙыҡ-түлектең 60 процентҡа яҡынын сит илдәрҙән индерә башлағайны. Әгәр ҙә 15 проценттан артығыраҡ индерелһә, илдең ситтәр йоғонтоһона бирелеүе мөмкин тип иҫәпләнә. Ә беҙҙә ҡайһы бер төр аҙыҡ тулыһынса тиерлек сит илдән керетелде. Был ни тураһында һөйләй? Ер реформаһы көрсөккә барып терәлде. Башҡарған барлыҡ эш бер генә маҡсатҡа алып барҙы — реформаны тик ерҙе хосусилаштырыуға арнаныҡ. Аграр проблеманың башҡа бер ниндәй мәсьәләһенә лә яҡын килмәнек. Ерҙе халыҡҡа бүлеп бирәбеҙ ҙә ул баҙар шарттарында үҙенән-үҙе эшләй башлай тип уйланыҡ. Төптө хата. Бәлки, ваҡытында дөрөҫ тә булғандыр, сөнки башҡа уй-тәҡдим булманы. Бөгөн иһә беҙҙең анализ ерҙе кире дәүләт алырға тейешлеген күрһәтә.
— Һөйләшеүҙең төп маҡсаты ер пайҙары тураһында ине. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн халыҡ уны ни эшләтергә белмәй. Хатта осһоҙ ғына хаҡҡа өлөштәренә хоҡуҡтары тура­һында танытмаларын да һатҡандар бар. Был бигерәк тә Өфө тирәһендәге, башҡа ҙурыраҡ ҡала, ҡасабаға яҡын райондарға ҡағыла. Һеҙҙеңсә, ерҙәр үткенселәр, алыпһатарҙар ҡулына эләкмәһен өсөн ни эшләргә кәрәк?
– Ҡабатлап әйтәм: ер пайҙарын дәүләт кире алырға тейеш. Тартып түгел, ә һатып. Пайҙың күләменә, урынына, уңдырыш­лымы-юҡмы икәненә ҡарамайынса, Хөкүмәттең бер хаҡ билдәләүе мөһим. Гектарҙың түгел, ә пайҙың. Ваучер бер хаҡта булдымы — шуның һымаҡ. Бөгөн ер реформаһы көрсөккә терәлгәнен күрҙек. Үҙ өлөшөн алған һәр кеше уны эшкәртә алмай. Сөнки уйламайынса ваучер һымаҡ өләшелде, йәғни технология бер үк. Һис кем ер таратыуҙы фәнни яҡтан нигеҙләмәне. Өлөштәрен таратып бирәбеҙ ҙә һәр кем теләгәнен үҫтерә, үҙенә лә, баҙарға сығырға ла етә, йәнәһе.
— Тағы бер нәмәне онотмайыҡ: ер пайҙарын дөйөм майҙандан алырға теләүселәргә лә төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырылды. Кеше айырым ғына биләмәһен бүлеп ала алманы. Механизм булдырылманы...
— Һәр нәмә фәнни яҡтан нигеҙләнергә тейеш. Шунһыҙ тағы көрсөккә терәләсәкбеҙ. Эйе, халыҡҡа өләшеп биреп, беҙ ерҙе дөйөм дәүләт милкенән шәхси милеккә күсереү маҡсатына ирештек. Ҡағыҙҙамы, юҡмы, насармы, яҡшымы — пайҙар таратылды. Тик ер эшкәртелмәй, сифатын юғалта, ҡый, йәш ағас үҫентеләре менән ҡаплана. Ерҙе һатып ала торған Хөкүмәт органы кәрәк. Бар эштең Ер банкы аша башҡарылыуы мөһим. Ул инде дәүләт исеменән сығыш яһай. Бюджет аҡсаһын Милли банктан ала. Ошоға ерҙе халыҡтан һатып алыуҙы ойоштора. Ерҙе шәхси милеккә түгел, ә оҙаҡ йылдар файҙаланыу өсөн фермерға, башҡа эшләй алған кешегә бирергә кәрәк.
— Революцияға тиклем Ер банктары булған...
— Беҙҙең тарих нимә эшләргә кәрәклеген күрһәтеп тора. Уны ҡуллана ғына белмәйбеҙ. Шуға тарих беҙгә ҙур һынауҙар ҡуя, әсе һабаҡ бирә. Фәһем алырға өйрәнмәгәнгә, ваучер, ер пайҙары менән булған һымаҡ хәлдәр тыуып торасаҡ.
— Ерҙе Хөкүмәт ҡайтанан һатып алып, теләгәндәргә банк аша бирһә, ауыл хужалығының тулы көсөнә эшләп китеренә өмөт бармы?
— Әлбиттә. Дәүләт, тулыһынса йоғон­тоһон юғалтҡыһы килмәһә, был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә тейеш. Пайҙарҙы бүлеп биреү менән генә аграр өлкәлә проблеманы хәл итеп булмай.
— Колхоз-совхоздарҙы таратыу дөрөҫ булдымы?
— Әгәр ҙә беҙ хосусилаштырыуға табан юл алдыҡ һәм уны Хөкүмәттең сәйәсәте булараҡ ҡабул иттек икән, был мотлаҡ аҙым ине.
— Беҙ йыш ҡына ер пайҙары тура­һында һөйләйбеҙ, ә бит мөлкәт пайынан халыҡ бөтөнләй мәхрүм ҡалды. Күп ерҙә уны ошо уҡ колхоз-сов­хоздың етәк­селәре таратып бөттө...
— Мөлкәт пайын да беҙҙең күрше Ырымбур өлкәһендәгесә бүлергә кәрәк ине. Ғалим булараҡ шуны беләм: мөлкәтен һаҡлап ҡалған башҡа формала эшләп йөрөгән хужалыҡтар ҙа бар. Иң мөһиме — матди базаларын юғалт­манылар. Ерҙәренә лә ҡурҡыныс юҡ.
Ғалимдар араһында ла хаталы фекер йөрөтөүселәр бар. Йәнәһе, оҙайлы кредит алыу өсөн ерҙең баҙар хаҡын билдәләп залогка бирһәк, бар мәсьәләне лә хәл итеп буласаҡ: һөрәбеҙ, игәбеҙ, имеш. Был тағы ла шул аҙымдарға килтерәсәк. Сөнки бөгөн үҫешкән илдәрҙең бер банкы ла залогка ерҙе түгел, ә унда үҫтергән продукцияны ала. Шуның менән ерҙе кредитлай. Нисек кенә булмаһын, ерҙең үҙенең хаҡы ундағы төп сығанаҡтарға ҡарағанда түбәнерәк. Эйе, быйыл ерҙә уңыш бар, икенсе йыл булмаҫҡа, банк зыян күрергә мөмкин. Быныһы башҡа мәсьәлә. Ләкин принципиаль яғы ла бар: ваҡытында Хөкүмәт хата ебәрҙе икән, уны бөгөн танырға тейеш. Пайҙарҙы бүлеү ҙә бит бер яҡтан хата булһа, икенсе яҡтан хата түгел. Хосусилаштырыу өсөн кемдең хоҡуғы бар, уларға бүлергә кәрәк ине. Етмеш йыл буйы дәүләт ере менән йәшәп ҡараныҡ бит инде, йәшәп булманы. Сит илдәрҙән күпләп аҙыҡ ташый башланыҡ. Тимәк, һөҙөмтәле түгел. Ерҙе бүлеп тә 25 йыл йәшәп ҡараныҡ, тағы ла “тырма”ға баҫтыҡ. Шулай булғас, иң отошло юл – Ер банкы аша Хөкүмәттең һатып алыуы һәм эшләй алған кешегә генә оҙайлы ваҡытҡа файҙаланыу өсөн биреүе...
— Бер аҙ һандарға күҙ һалайыҡ. Рәсәй ауыл хужалығына яраҡлы ерҙәр буйынса донъяла икенсе урында тора. Продукция етештереү күләме күпме?
— Рәсәй Федерацияһы 17,1 миллиард гектар территорияны биләй, Канада — 10, Ҡытай — 9,6, АҠШ — 9,4 миллиард гектар. Шул уҡ ваҡытта һөрөп эшкәртергә яраҡлылары Америкала 185 миллион гектар, Һиндостанда — 166, Рәсәйҙә — 130, Ҡытайҙа 92 миллион гектар. Францияла ауыл хужалығында бар халыҡтың 4,4 проценты эшләй, Бөйөк Британияла — 1,8 процент. Бельгияла бер крәҫтиән 100 кешене ашата тип иҫәпләнә, Бөйөк Британияла — 95, АҠШ-та — 80. Рәсәй буйынса бөгөнгә аныҡ һандар булмаһа ла, 1991 йылда СССР-ҙа 13 кешене туйындыра тип иҫәпләнә ине. Беҙҙең ил территория буйынса беренсе урынды алып торһа, һөрөнтө ерҙәргә килгәндә, дүртенсе баҫҡыстабыҙ. Донъяның 55 процент уңдырышлы ҡара тупраҡлы ере, 20 процент сөсө һыу запасы беҙҙә. Шул уҡ ваҡытта әлегә аҙыҡтың 1,34 процентын ғына етештерәбеҙ.
Килтерелгән һандар туранан-тура илдең ер ресурстарын тулыһынса файҙа­ланмау тураһында һөйләй. Беренсенән, ауыл хужалығы әйләнешенә инмәгән бик ҙур майҙанда һөрөнтө ерҙәр бар. Аграр иҡтисадсы, академик Абалкин иҫәплә­үенсә, Рәсәй Федерацияһында, 1969 йылдағы менән сағыштырғанда (ул саҡта 163 миллион гектар һөрөп сәселгән), 85,6 миллион гектар ер эшкәртелмәй ята. Икенсенән, мал аҙығы етештереүҙә, йәшелсәнең уңышын күтәреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған һуғарыу системалары тулыһынса йәки өлөшләтә эшләмәй, һыу файҙаланылмай. Ә бит донъялағы бөтөн аҙыҡтың 40 проценты һуғарылған ерҙә етештерелә, был биләмәләр барлыҡ ауыл хужалығы ерҙәренең 17 процентын тәшкил итә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, Рәсәй йыл һайын әйләнешкә 12 миллион гектар һөрөнтө ер индерә һәм өҫтәмә 25 миллион тонна иген үҫтерә ала. Был инде донъяла аҙыҡ запасы етешмәгәндә, шулай уҡ беҙгә ҡарата санкциялар индерелгәндә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген ҡурсалау, нығытыу булыр ине. Мелиорация проблемаһын хәл итеү дөйөм илдә лә, республика өсөн дә көнүҙәк булып тора.
— Ер мәсьәләһе береһен дә борсомай ҡалмайҙыр. Төрлө фекер әйтелә, ҙурыраҡ трибуналарҙан сығыш яһау­сылар ҙа күбәйеп китте. Кемде тың­лаһаң, шуныҡы дөрөҫ төҫлө. Һалҡын ҡыш буйы шулай дауам ителә, яҙға сыҡтыҡмы — крәҫтиәнгә тағы кеҫәһен ҡапшарға, елкәһен тырнарға ғына ҡала...
— Ошо уҡ реформаны башлап, көрсөккә терәгән кешеләрҙең тағы нин­дәйҙер теоретик уйҙарын, ”яңы” фекерҙәрен тағырға тырышыуы үкенесле, әлбиттә. Һуң, әгәр һеҙ үҙегеҙ ошо реформаны булдырып, көрсөккә килеп терәлгәнегеҙҙе беләһегеҙ икән, хаталанғанығыҙҙы танығыҙ. Тағы: “Дауай, колхоз ойошторабыҙ, башҡаны төҙөйбөҙ”, — тимәгеҙ. Ниндәй колхоз ойошторорға мөмкин һуң? Ауылдарҙы алып ҡарайыҡ. Мәҫәлән, биш ағай ерҙе ала, ти. Тракторы ла юҡ, елгәргесе лә, сәскесе лә... Колхозды йыйылышта ҡул күтәреп кенә ойоштороп булмай бит. Әгәр ергә ҡарата ошондай ҡараш һаҡланһа, бөгөн ҙур тауар етештереүсе субъекттарҙы төҙөү мөмкин түгел. Алда әйтелгәнсә, ер дәүләттә булырға, Хөкүмәт Милли банк аша Ер банкын финансларға тейеш. Ул пайҙарҙы һатып алып, конкурс аша һайлап эшләгән кешегә бирә. Банкир һис ҡасан да үткенсегә кредит өләшмәй, сөнки үҙенә йәшәргә, килем алырға кәрәк. Банк ерҙәрҙе оҙайлы файҙаланыуға, йәғни шул уҡ фермерҙарға, шәхси хужа­лыҡтарға ҡур­тым­ға бирә — бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ. Бында спекулянт та, коррупцияға батҡан чиновник та булмаясаҡ.
— Башҡортостанда айырым ғына Ер банкы төҙөп, һеҙ, ошо фекерҙе уртаҡлашҡан башҡа ғалим, белгестәр әйткәнсә, ер реформаһы үткәреп буламы?
— Була. Беҙҙең Конституция буйынса ер мәсьәләләрен республика хәл итә. Тик Дәүләт Йыйылышының ихтыяры кәрәк. Тәжрибә рәүешендә Башҡортостанда үткәреп, ыңғай яғын тотош илгә таратып була.
— Ғарифулла Хәбибулла улы, һөй­ләшеү барышында тарихҡа туҡ­та­лыбыраҡ ҡуйғайныҡ. Үткәнебеҙҙән күренеүенсә, крәҫтиәндең ерҙә эшләп, хәлләнеп киткән осоро ла, күпме генә тир түкмәһен, алға бара алған саҡтары ла булған. Ауыл хужалығына ҡарата дөрөҫ ҡараш, мөнәсәбәт булғанда, был тармаҡ иҡтисади яҡтан да отошло һаналғанын үҙебеҙҙең тарих та күрһәтә. Мәҫәлән, Яңы иҡтисади сәйәсәт (НЭП) осорон ғына алып ҡарайыҡ...
— Ысынлап та, ер мөнәсәбәттәрен яңынан көйләйбеҙ тиһәк, тарихҡа йышыраҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк. НЭП осоронда шәхси милекселеккә ҡарата аҙ ғына дәүләт ярҙамы булды. Артыҡ продукцияны юғары хаҡҡа һатып алдылар. Шәхси хужа­лыҡтарҙың ҡыҙыҡһыныуы артты: үҙен дә матди яҡтан тәьмин иттеләр, баҙарға сығарып һатып, техника, башҡа нәмә алдылар. 1927 йылға инде тотошлай тиерлек Граждандар һуғышы емереклегенән Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтыр­ҙылар. Ә бит күп тә кәрәкмәне, крәҫтиәнгә эшләргә мөмкинлек кенә бирҙеләр: ул аҙыҡ һалымын түләне лә етештерелгән продукцияһына ысын хужа булды. Тауарҙы һатып алыуҙы ла кооперативтар аша Хөкүмәт көйләне. Бөгөнгө иҡтисадсылар теле менән әйткәндә, бөтә крәҫтиән дә тиерлек үҙ килемен тауар етештереүгә, тармаҡты киңәйтеүгә тотондо — инвестицияланы. Ләкин НЭП-ҡа алмаш­ҡа коллективлаштырыу килде һәм баҙар шарттарының барлыҡ башлан­ғысын ерләне.
КПСС Үҙәк Комитетының 1965 йыл­дағы март һәм сентябрь пленумдарынан һуң тағы бер тапҡыр ауыл хужалығы үҫешендә баҙар шарттары тыуҙырыу ниәте булды. Ул саҡта ауыл хужалығы предприятиеларына ҡаты план индер­ҙеләр, ә пландан тыш етештерелгәнен ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алдылар, тармаҡты финанслауҙы арттыр­ҙылар. Нәҡ ошо 1966—1970 йылдарҙа үткәрелгән реформалар осоронда ауылдар тамырынан үҙгәрҙе: клуб, китапхана, фельдшерлыҡ пункттары, йорттар, магазин һәм башҡа социаль объекттар төҙөлдө. Милли килем 145 процентҡа, сәнәғәт етештереүсәнлеге — 150, ауыл хужалығы продукцияһы 123 процентҡа артты. Был Совет осоронда дәүләт принцибы менән баҙар меха­низмының көйләнеүенең икенсе ыңғай һабағы булды.
Бөгөн дә ауыл хужалығын тергеҙергә мөмкин һәм бик кәрәк. Әгәр ҙә глобалләштереү ваҡытында тик шәхси хужалыҡтарға ғына ышанып ятһаҡ, бик ҙур хата булыр ине. Конкуренцияға бирешмәгән продукцияны тик алдынғы технологияларҙы ҡулланған тауар етештереүсе генә сығара ала. Быны инде эрерәк хужалыҡтар башҡара. Ә уларҙы төҙөү, урындарҙа ойоштороу алда һөйләшкән Ер реформаларына барып төртөлә. Бөгөн оҙайлы кредитһыҙ, дәүләт ярҙамынан тыш ауыл хужалығы донъяның бер илендә лә йәшәй алмай. Рәсәй ҙә – донъя илдәренең, улай ғына ла түгел, иң ҙур илдәрҙең береһе. Ә бит, уйлап ҡараһаң, бар яҡшы уй, идея беҙҙә тыуған. Бер генә миҫал килтерәм. СССР-ҙа Кондратьев фамилиялы иҡтисадсы булған. Бөгөн уның принциптарын Ҡытай ҡуллана, үткән быуаттың 60-сы йылдарында астан үлеп барған был дәүләт әле килеп үҙенең халҡын ғына түгел, башҡа илдәрҙе лә аҙыҡҡа күмгән. Бөтә һәйбәт нәмә беҙҙең ғалимдар тарафынан уйлап сығарылған, тик хыялдары үҙебеҙҙә тормошҡа ашмаған, ситкә киткән.
Ауыл хужалығын реформалар дауам иткән саҡта ғына күтәреп була. Әйҙә, теләгәндәр пай өлөштәрендә эшләһен, шәхси ярҙамсы хужалығын алып барһын, тик ер генә буш ятмаһын. Халыҡ бит көрсөктән сығыу юлын көтә, иртәгәһе көнөнә ышаныс менән баҡҡыһы килә...

Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 153

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 501

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 241

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 945

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 722

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 389

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 708

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 976

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 463

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 537

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 368

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 543