Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Танып”ты эшенән була танып
“Танып”ты эшенән була танып “Капотҡа тулы стакан ҡуйып йөрөрлөк”... Шулай һоҡланыуын белдерҙе алыҫ райондан килгән танышым Нефтекаманың үҙәк урамдарының береһе буйлап яңы ғына һалынған асфальттан барғанда. Оҙаҡ йылдар шофер булып эшләп, илебеҙҙең төрлө тарафына күп сәфәр ҡылған тәжрибәле ир-уҙамандың юл сифатына биргән баһаһы сәптең нәҡ уртаһына тейҙе. Дөйөм алғанда, “Танып” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарған барлыҡ эшкә лә шундайыраҡ кимәлдә билдә ҡуйырға була.

2000 йылда штатындағы ни бары ете кешеһе менән рәсми теркәлеү үткән был йәмғиәт — бөгөн республика юл хужалығы даирәһендә үҙен ыңғай яҡтан танытҡан предприятие. “Танып” һалған, төҙөкләндергән һәм ҡараған юлдарҙан бөгөн Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында ғына түгел, алыҫтараҡ ятҡан Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Ғафури һәм Ишембай райондары ауылдарында ла йәйәүлеләр ҙә, еңел һәм йөк машиналары ла елдереп йөрөй. Һуңғы биш йылда ғына ла йәмғиәт эшсәндәре телгә алынған төбәктәрҙә 120 саҡрымдан ашыу юлды сафҡа индергән, ойошмаларҙың, шул иҫәптән тиҫтәләгән мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрен төҙөк­ләндергән. Сағыштырмаса һиҙелерлек сығым талап иткән был эштәрҙең ҡайһы берҙәрен мәрхәмәтлек һәм шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү йөҙөнән йәмғиәт тулыһынса үҙ иҫәбенә атҡарған. “Ауыл юлдары” програм­маһын тормошҡа ашырыуға ҡушылып, быға тиклем оҙаҡ нужа сиккән байтаҡ кешене шатландырған.
“Танып”ты эшенән була таныпЮл һалыу һәм уларҙы ҡарау, ҡаланың шәхси йорттарҙан торған биҫтәһен йыл әйләнәһенә тейешле тәртиптә тотоу буйынса Нефтекамала, шулай уҡ юл төҙөлөшө буйынса күрше ҡала һәм райондарҙа үткәрелгән конкурс-тендерҙарҙа һуңғы йылдарҙа башлыса “Танып” еңеүсе була. Бының сәбәбе ниҙә һуң? Иң тәүҙә шул: йәмғиәт башҡарған барлыҡ эштәрҙең сифаты ҡуйылған талаптарға ту­лыһынса яуап бирә. Икенсенән, үҙенең 150-гә яҡын тырыш белгес һәм эшсенән торған ныҡлы коллективы, заманса ҡеүәтле матди-техник базаһы булған йәмғиәт, ысынлап та, юлдарҙы, уларҙағы яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү-төҙөкләндереү эшен ҙур күләмдә башҡарырға һәләтле.
“Беләбеҙ юлсыларҙы, киләһе йылға ла үҙҙәренә эш булһын өсөн ямғыр аҫтында ла асфальт һала”, — тип әйткәндәр табылыр. Был фекерҙә лә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк барҙыр. Республиканың көнсығыштан көнбайыш­ҡа 400 километрға, ә төньяҡтан көньяҡ­ҡаса 700 саҡрымдан ашыуға һуҙылған ғәйәт оло майҙанда бындай күренеште йыш күрергә була. Тик был “Танып”ҡа ҡағылмай. Шәхси күҙәтеүҙәр генә түгел, белгестәр ҙә йәмғиәттең һәр эшендә сифат тәүге урында торғанын раҫлай. Уның заманса йыһазлан­дырыл­ған һәм махсус сертификатҡа эйә булған төҙөлөш лабораторияһынан башлап сәғәтенә 50 тоннанан ашыу асфальт-бетон етеш­тергән һәм уны түшәгән көслө махсус техникаға тиклем бөтөн кәрәкле ҡорамалдары бар.
Әлбиттә, улар үҙҙәренән-үҙҙәре эшлә­мәй. “Танып”тың төп байлығы – бурыстарына намыҫ менән ҡараған, ҡушылғанды еренә еткереп үтәгән хеҙмәт кешеләре. Ойошма етәксеһе Овик Нргеян эшсән коллектив туплаған һәм бына тиҫтә ярым йылға яҡын уға оҫта, уңышлы идара итә. Һөнәри байрам алдынан директор ҡулы аҫтында эшләүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотланы. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙән оператор Андрей Лашаковты, йәмғиәттең бүлек етәксеһе Лениза Зәниеваны һәм етештереү участкаһы башлығы Ашот Нргеянды атаны.
“Танып”ты эшенән була таныпОвик Гургенович сығышы менән Әрмән­стандан. Башҡортостанға 1989 йылда килгән, ул осорҙағы “шабашсылар” вәкиле. Төҙөлөштә эшләй, һуңыраҡ юл һалыу-төҙәтеүгә тотона: участка мастеры була, ошо йүнәлештә эшмәкәрлек алып барған “Комфорт” йәмғиәтендә етәксе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ярайһы ғына хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе туплағас, “Танып” исемле йәмғиәт асып, үҙ эшен башлай. Бөгөн алтынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан ир-уҙаман эшенән тәм, тормошонан йәм табып, йәмғиәт өсөн бик тә кәрәкле эш башҡара, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә.
Иң тәүҙә үҙ-үҙенә юғары талап ҡуйырға күнеккән етәксе барлыҡ кимәлдәге эшсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙән дә шуны талап итә. Нәҡ ошонда ята ла инде юғары күрһәткестәр нигеҙе. Түгелгән тир һәм тырышлыҡ коллективтың һәр ағзаһына ваҡытында бирелгән хеҙмәт хаҡы, тейешле эш шарттары булып кире ҡайта.





Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә